АЙЫҠЛЫҠ ӨСӨН…
Республикалағы айыҡлыҡ өсөн көрәш депутаттар кимәлендә ниндәй ҡанундар менән хуплана?
Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты: Йыл һайын алкоголь илдең 500 мең кешеһен теге донъяға алып китә, барлыҡ үлтерештәрҙең 70 проценты иҫерек килеш ҡылына, бынан тыш, инвалид булып ҡалыусылар, тарҡалған ғаиләләр, етем балалар һ.б. тураһында әйтеп тә тормайым. Шуға күрә республикабыҙҙа һәм ауылдарҙа шундай конкурстың популярлыҡ яулауы бик шәп. Алкоголь әйләнешен контролләү буйынса законды беҙ яйлап, аҙымлап тормошҡа ашырабыҙ. Мәҫәлән, суррогат һатыусылар өсөн 2,5 мең штраф һалына ине, һәм был күләмде сауҙагәрҙәр ике көндә кире ҡайтарып алып, эшмәкәрлеген артабан дауам итә ине. Законға һәм беренсе тапҡыр Енәйәт кодексына үҙгәрештәр индереп, штраф күләмен 30-50 меңгә арттырҙыҡ, ә инде суррогат менән сауҙа итеүсе икенсе тапҡыр эләкһә, уға ҡарата енәйәт эше асыла.
"Фанфорик"тар һатыу ҙа контролдә тотола, хәҙер уларҙы дауаханаларҙа ғына алырға мөмкин. Спиртлы продукттарҙы ташыу буйынса ла тәртип булдырылды. Әгәр уларҙы полиция тотһа, спирт ташыған өсөн яуаплылыҡ билдәләнмәгәйне. Былтыр үҙгәрештәр индерелде, һәм билдәле күләмдәр өсөн административ йәки енәйәт яуаплылығы билдәләнде. Суррогат ташыуға сик ҡуйыу өсөн хәҙер спиртлы эсемлектәр заводта саҡта уҡ маркировка үтә һәм уның ҡайҙа етештерелгәнен һәм маршрутын код буйынса тикшерергә мөмкин.
Тағы бер үҙгәреш - элекке айнытҡыстарҙы ҡабаттан тергеҙеү тураһында закон ҡабул иттек һәм был вәкәләт федерация субъекттарына тапшырылды. Кемдер быны асарбаҡтар йорто тип баһалаһа ла, улар беҙҙең асарбаҡтар. Республикала йыл һайын 150-200 кеше туңып үлә, бер нисә меңе зыян күрә һәм уларҙың артабан йәшәүе өсөн беҙ үҙ кеҫәбеҙҙән түләйбеҙ. Был осраҡта урамда аунап ятҡан кешене алып барып айнытыуы яҡшыраҡ.
"Наливайкалар", йәғни билдәле бер сәғәттән һуң магазиндар кафеға әйләнә һәм теләүселәргә спиртлы эсемлектәрҙе ҡойоп һата башлай. Законға ярашлы, бындай шөғөл менән булышыу өсөн улар 20 квадрат метрҙан да кәм булмаған айырым майҙанға эйә булырға тейеш. Әлегә алкоголде 21 йәштән генә һата башлау инициативаһы әҙерләнә. Әммә закон сығарыусыларҙың да проблемаһы бар: закондарҙың барыһын да үткәреп булмай. "Айыҡ ауыл" конкурсына килгәндә, айыҡ ауыл булғас, унда алкоголь, суррогат бөтөнләй һатылмаҫҡа һәм ауылға ингәндә ошо хаҡта белдергән махсус баннер торорға тейеш.
Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВ, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары: Мин координаторы булып торған "Айыҡ Башҡортостан" хәрәкәте һәм "Айыҡ ауыл" конкурсы - республикала сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау буйынса бер бөтөн курстың ике ҡанаты. Был мәсьәләгә республика парламенты ла ҙур иғтибар бүлә һәм һуңғы бер нисә йылда халыҡ араһында алкоголь ҡулланыуҙы минималләштереүгә йүнәлтелгән закондар ҡабул иттек. Мәҫәлән, Һуңғы ҡыңғырау, Йәштәр көнө, Белем көнө, һабантуйҙар ваҡытында алкоголь һатыу тыйыла. Был тыйыуҙар халыҡ тарафынан ыңғай ҡабул ителде һәм үҙенең юғары һөҙөмтәлелеген күрһәтә, киң күләм саралар һәм атап үтелгән байрамдарҙа йәмәғәт тәртибен боҙоу күҙәтелмәй.
2019 йылдың декабрендә Яңы йыл каникулдарында алкоголь продукцияһы һатыуҙы сикләү тураһында закон ҡабул ителде. Уның өс йыл тормошҡа ашырылыу осоронда республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, суд-эксперт белгестәре һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары мәғлүмәттәре был сараның юғары һөҙөмтәлелеген раҫлай: ошо арауыҡта йәрәхәтләнеүселәр, хроник сирҙәрҙең киҫкенләшеүе, алкоголь ҡулланыуҙан вафат булыусылар һаны, алкоголь психозы күләме кәмегән, йәмәғәт тәртибе яҡшырған. Әйткәндәй, Яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыуҙы сикләү - республиканың үҙенсәлекле тәжрибәһе, башҡа бер генә төбәктә лә бындай күренеш юҡ.
2020 йылдың майында халыҡта "наливайка" тип йөрөтөлгән урындарҙа - күп фатирлы йорттарҙа һәм уларҙың эргәһендә урынлашҡан йәмәғәт туҡланыуы объекттарында алкоголь һатылған осраҡта, ундағы айырым майҙан 25 квадрат метрҙан кәм булырға тейеш түгел, тигән сикләү индерелде. Был сара урамдарҙа, подвалдарҙа, йорттарҙың беренсе ҡатында урынлашҡан барҙарҙың эшмәкәрлеген туҡтатырға тейеш, сөнки унда асоциаль категория йыйыла, улар граждандарҙың тыныслығын боҙа, имен булмаған криминоген хәл тыуҙыра. Закон ҡабул ителгәс, хәлдәр бер аҙ яҡшырҙы, әммә "наливайка"ларҙы тамырынан юҡ итеү өсөн тағы өҫтәмә саралар уйларға кәрәк.
Шулай уҡ 2020 йыл дауамында парламент балиғ булмағандарға шыйыҡ газ һәм алкоголһеҙ тонусты күтәреүсе эсемлектәр һатыуҙы тыйған закон ҡабул итте. Был токсикоманияның сниффинг тип аталған төрөнә кәртә ҡуйыу маҡсатында эшләнде. Закон үҫмерҙәрҙең бер өлөшөн ошо үлемесле аҙымдан һаҡлап ҡалырға ярҙам итте. Энергетиктар ҡулланыу ҙа балалар сәләмәтлегенә төҙәтеп булмаҫлыҡ зыян килтерә, шуға беҙ үҫеп килеүсе быуынды уларҙан мөмкин тиклем һаҡлайбыҙ. Республикала шулай уҡ кальяндарҙы, вейптарҙы, тәмәке ҡатнашмаларын балаларға һатыуҙы тыйған закон ҡабул иттек.
Республика кимәлендә закондар ижад итеү менән бер рәттән, федераль кимәлдәге закондарҙы камиллаштырыу өҫтөндә лә эшләйбеҙ. Әлеге ваҡытта Дәүләт Думаһында РФ Енәйәт кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекты ҡарала. Беҙ автотранспорт менән эскән килеш идара итеүселәргә язаны ҡәтғиләштерергә, айырым осраҡтарҙа хатта автомобилде тартып алырға тәҡдим итәбеҙ. РФ Хөкүмәте был инициативаны хупламаһа ла, беҙ уны артабан да алға һөрәсәкбеҙ, был мәсьәләлә беҙҙе башҡа төбәктәрҙәге коллегаларыбыҙ ҙа хуплай.
Шулай уҡ республика территорияһында алкоголһеҙ зоналар булдырыу өсөн хоҡуҡи нигеҙ булдырҙыҡ. Теге йәки был ауылда спиртлы эсемлектәр һатыу-һатмау республика законы менән көйләнә, әммә был хаҡта халыҡ үҙе ҡарар сығарырға тейеш.
Әлбиттә, ҡанундар менән генә мәсьәләне хәл итеп булмай, балалар, йәштәр менән планлы рәүештә эшләргә, уларға сәләмәт тормош рәүешен һеңдерергә, спортҡа ылыҡтырырға кәрәк. Кешегә бала саҡтан тормошҡа дөрөҫ ҡараш тәрбиәләү тоталь алкоголизм эҙемтәләре менән көрәшеүгә ҡарағанда еңелерәк. "Айыҡ Башҡортостан", "Айыҡ ауыл" кеүек проекттар быға булышлыҡ итә лә инде.
Хәлил РӘХИМОВ, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитет рәйесе: 2014 йылда Башҡортостан Республикаһының этил спирты, алкоголь һәм составында спирт булған продукцияһын етештереү, һатыу эшмәкәрлеген көйләү һәм алкоголь ҡулланыуҙы сикләү тураһында 2007 йылдың 1 мартында ҡабул ителгән 414-з законына үҙгәрештәр индерелә һәм ул айырым ауыл биләмәләрендә алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыуҙы тулыһынса сикләү мөмкинлеге бирә. Әммә был закон тормошҡа ашһын өсөн өҫтәмә закондар ҡабул итеү кәрәк була. 2015-2016 йылдарҙа Күгәрсен районы ауылдары был мәсьәлә буйынса закондар сығарыу инициативаһы менән сыға, әммә республика Хөкүмәте ул ваҡытта был тәҡдимде хупламай.
Һуңғы ваҡытта муниципаль берәмектәр ҡабат ошондай инициативалар күтәрә башланы, тик, үкенескә күрә, урындарҙа парламентҡа закондар сығарыу тәҡдиме менән сығыу механизмы эшләнмәгән. Шуға күрә закон проекты менән бер рәттән, ниндәй документтарҙы тапшырыу мотлаҡ икәнлеген аңлатып үтәм: а) законды ҡабул итеү зарурлығын нигеҙләү, тәҡдим иткән проекттың концепцияһы; б) ошо тармаҡты хоҡуҡи көйләү буйынса ҡануниәт торошо тураһында белешмә; в) ошо законды ҡабул итеү өсөн ниндәй закондарға, башҡа хоҡуҡи акттарға үҙгәртеүҙәр индереү йәки закондың ғәмәлдә булыуын туҡтатыу кәрәклеген күрһәткән исемлек; г) законды тормошҡа ашырыу өсөн ниндәй хоҡуҡи акттарҙы эшләргә кәрәклеге тураһында тәҡдим; д) финанс-иҡтисади нигеҙләү; е) РФ һәм БР ҡануниәтенә ярашлы талап ителгән документтар, материалдар; ж) көйләү тәьҫиренә баһалама. Һуңғы пункт алкоголь продукцияһын һатыуҙы тыйыу эшҡыуарлыҡ субъекттарына яңы бурыстар йөкмәтә һәм тыйыуҙар өҫтәлеүгә бәйле талап ителә.
Ошо баһаламаны алыу өсөн муниципаль берәмек Советы рәйесе ҡултамғаһы ҡуйылған документтар пакетын БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығына тапшырырға кәрәк. Ведомствола асыҡ фекер алышыу үткәндән һуң ғына баһалама тураһында һығымта бирелә һәм шунан ғына закон проекты һәм документтар пакеты, БР Хөкүмәтенең һығымтаһы һәм хаты БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йүнәлтелә. Ябайлаштырып әйткәндә: тәү сиратта ауылдарҙа халыҡтың фекерен белергә, муниципаль берәмек Советы тейешле ҡарар сығарырға, закон проектын һәм документтарҙы Иҡтисад министрлығына тапшырырға, асыҡ фекер алышыу процедураһын үтергә, БР Хөкүмәтенең һығымтаһын алырға һәм БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға тапшырырға кәрәк.
Әлеге ваҡытта Хөкүмәткә Балаҡатай, Күгәрсен, Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ райондарының мөрәжәғәте бар. Бындай мөрәжәғәттәрҙең артыуына бәйле, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Закондар сығарыу инициативаһын индереү тәртибен әҙерләп, уны парламенттың рәсми сайтына, "парламент тураһында" бүлегенең "Закон проекттарын ҡарау һәм ҡабул итеү тәртибе" бүлексәһенә урынлаштырҙы һәм уны һәр ауыл Советы ҡуллана ала.
Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
19 июлдән Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы территорияһында алкоголь һатыу тулыһынса тыйыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡтағы законға ҡул ҡуйған. Был - ауыл халҡының инициативаһы закон статусы алған беренсе күренеш.
