СОЦИАЛЬ ЯҠЛАУ
Ҡатмарлы заман тыуып тороуға ҡарамаҫтан, ил етәкселеге балалы ғаиләләр һәм әсәлекте социаль яҡлау сараларын иғтибар үҙәгендә тота. Ҡайһы берәүҙәр был йәһәттән ҡаҙна сәйәсәтенә ҡарата һаҡсыл булыу кәрәклегенә ишаралай башланы…
Сергей МИРОНОВ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, "Ғәҙел Рәсәй - Хәҡиҡәт хаҡына" партияһы рәйесе: Демография буйынса былтырғы йылдарҙағы кеүек антирекорд ҡабатланмаһын, тиһәк, тыуым һәм күп балалылыҡ мәсьәләләре буйынса киң ҡоласлы ярҙам саралары күреүҙе дауам итергә кәрәк. Быйылғы йылдың ғинуар - апрель айҙарында ғына ла тыуым кимәле 6,2 процентҡа кәмене. Халыҡ һанының тәбиғи кәмеүе күрһәткестәре тағы ла хәүефлерәк: былтыр беҙ миллиондан ашыу, ә быйылғы ғинуар менән апрель араһында ғына ла 311 мең кешене юғалттыҡ. Бында, әлбиттә, үткән 90-сы йылдарҙағы демографик көрсөк, уның өҫтәүенә пандемия күрһәткестәре лә үҙ ролен уйнаны. Илдә ниндәй генә объектив хәл-ваҡиғалар булыуға ҡарамаҫтан, бындай юғалтыуҙарға килешеп ҡарау һис ярай торған эш түгел. 2019 йылда уҡ әле беҙҙең фирҡә балалы ғаиләләргә ярҙам программаһы - балалы ғаиләнең һәр ағзаһына 10 мең күләмендә "ата-әсәгә айлыҡ эш хаҡы" тәртибен индереү программаһын тәҡдим иткәйне. Был балалар тәрбиәләү менән мәшғүл ата-әсәләргә ипотека кредиттарын бүлеп түләүҙе, ә инде өсөнсө бала тыуғандан һуң дәүләт тарафынан был кредитты ябыу мәсьәләләрен үҙ эсенә ала ине. Өсөнсө балаға әсәлек капиталы индереү ҙә тыуым мәсьәләһенә булышлыҡ итер ине. Әйтергә кәрәк, илдә был йүнәлештә һәр төрлө ярҙам саралары күрһәтеү туҡтамай. Әле бына ошо араларҙа РФ Президенты В.Путин 2022 йылдан башлап балаларға пособиелар һәм яңы түләүҙәрҙе индексациялау хаҡында иғлан итте. Президент шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙың йөклөлөк осоронан алып балалары 18 йәшкә еткәнсә Рәсәй ғаиләләренә берҙәм ярҙам системаһы булдырыу хаҡында ла белдерҙе. Рәсәйҙә балаға тыуғандан алып 18 йәшкә еткәнсе яңы пособие төрө барлыҡҡа киләсәк. Былар бөтәһе лә илдә тыуым мәсьәләһен тотороҡландырыуға булышлыҡ итәсәк. Рәсәйҙә әлеге ваҡытта барлығы 145,4 млн кеше иҫәпләнә, ләкин икһеҙ-сикһеҙ биләмәләргә эйә илебеҙҙең нормаль үҫешен тәьмин итеү өсөн әлеге һандан ике тапҡырға күберәк кеше талап ителә. Халыҡ һанын арттырыуға аҡса йәлләргә ярамай, бының өсөн ил ҡаҙнаһында финанс етерлек. Бик булмаһа, илдәге бай граждандарға прогрессив һалым системаһы индереү ҙә өҫтәмә ярҙам сараһы була алыр ине.
Сәлихә ЮЛБИРҘИНА, хеҙмәт ветераны: Бөгөн илдә балалыҡ һәм әсәлекте яҡлау буйынса күрелгән матди ярҙам саралары хаҡында уҡыйым да, иҫем китә: аҡсалата түләүҙәрҙең иҫәбе-һаны юҡ, уларҙы хатта хәтерҙә ҡалдырып та бөтөп булмай. Шулай булырға тейештер ҙә, күрәһең, сөнки заманалар үҙгәрҙе: һаман булһа ил иҡтисадында тотороҡлолоҡ булмауы, эшһеҙлек, ҡиммәтселек мәсьәләләре күп балалы ғаиләләрҙе фәҡирлеккә дусар итте, шунлыҡтан илдә тыуым кәмене. Мин үҙем дә 10 балалы ғаиләлә үҫтем, әсәйем Алтын йондоҙға эйә "Герой әсә" ине. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ата-әсәләребеҙ дәүләттән бер ниндәй социаль ярҙам күрмәне, тип әйтә алам. Хәтерем яңылышмаһа, өс әллә биш йәшкә тиклем генә балаларға биш-алты тәңкәме шул, күпмелер пособие түләнә ине шикелле, тик уға ғына ғаилә аҫрау, тәбиғи, мөмкин түгел ине. Уның ҡарауы, беҙҙең атайҙар һәм әсәйҙәрҙең бөтөн ғүмерҙәре ҡара таңдан киске эңергә тиклем эштә үтте. Ярай әле, ул замандарҙа ауыл ерҙәрендә лә эшһеҙлек тигән нәмә булманы. Колхоз-совхоздар гөрләп торҙо. Беҙҙең ауыл урман араһында ултырғанлыҡтан, тирә-яҡ тораҡ пункттар леспромхозға ойошҡан ине. Ағас эше булғас, әсәйҙәр өйҙә бала ҡараны, ә атайҙар урман ҡырҡыу кеүек ауыр ағас эшендә булды. Еңел түгел ине уларға ҙур ғаиләне күтәреүе, ләкин дәүләттән ярҙам көтөп ултырманы улар, фәҡәт үҙ көстәренә таянды. Әйткәндәй, төрлө ғаиләлә төрлөсә лә булғандыр, әммә үҙемдең атайым менән әсәйемә һоҡланып бөтә алмайым: беребеҙ ҙә йыртыҡ кейем менән, йә яланаяҡ йөрөмәнек, шөкөр. Әсәйебеҙҙең әллә күпме "Әсәлек даны" миҙалы, әлеге әйткән Алтын йондоҙо булһа ла, был наградаларға ла хатта аҡсалата премия тигән нәмә түләнмәне. Апайым менән мине интернат-мәктәпкә бирҙеләр, ләкин атайым икебеҙҙе лә түләп уҡытты. Хатта каникулда бухгалтерия беҙҙең аша атай-әсәйгә биреп ебәргән квитанциялағы һандарҙы ла яҡшы иҫләйем: минең өсөн 7 һум 50 тин, апайыма 9 һум 50 тин түләнә ине. Тимәк, айына ғаилә бюджетынан 17 һум сығып киткән, ә өй тулы бала. Атайҙың яңғыҙ эшләп тапҡан хеҙмәт хаҡы 70-80 һум ине. Атайыбыҙ тырыш, балта эшенә оҫта булды, төп эшенән һуң кистәрен кешеләргә заказ буйынса өҫтәл, диван, этажерка, ултырғыстар, сана, көрәк-һәнәк, дуға, ат санаһы табаны кеүек ағас изделиелар эшләп, өҫтәмә табыш алыр ине. Бына шулай үҫтерҙеләр беҙҙе.
Әле ҡарайым да, ҡайһы бер ҙур ғаиләлеләр тулыһынса тиерлек дүләткә һалынырға өйрәнеп бара түгелме? Дөрөҫ, дәүләт алдында демографияны арттырыу мәсьәләһе тора, ләкин күп бала тәрбиәләү фәҡәт дәүләт эше генә лә түгел бит, балалар илгә кәрәкле яҡшы, белемле, илһөйәр һәм эшһөйәр граждандар булып үҫһендәр өсөн ғаилә лә көс түгергә тейеш. Ә дәүләтебеҙ тырыша был йәһәттән, матди ярҙам төрҙәрен арттырып ҡына тора, әйтәгүр: әле бына күп балалыларға бирелә торған "Ата-әсә даны" орденына аҡсалата түләүҙе арттырырға, ә инде "Герой әсә" наградаһына айырым статус бирелеп, миллион һум түләргә тигән тәҡдим индерҙе Президентыбыҙ Владимир Путин. Инде шунан һуң да бала тапмай ҡараһындар әле!.. Тик баланы табыу менән ата-әсәгә эш бөтмәй, кескәйҙәрен ысын кеше итеп тәрбиәләргә лә кәрәк.
Айтуған ЯҠШЫҒОЛОВ, юрист: Мәғлүм булыуынса, әсәлек капиталын фатир йә йорт һатып алыу өсөн, шулай уҡ ипотека түләүгә тотонорға рөхсәт ителә. 2020 йылдан алып әсәлек капиталын шәхси йорт төҙөүгә йә булмаһа, төҙөлөп бөтмәгән йорт һатып алыуға файҙаланырға мөмкин. Белеүегеҙсә, әсәлек капиталы ата-әсәгә икенсе, өсөнсө һәм унан һуңғы балалар өсөн бер тапҡыр 693,1 мең һум түләнһә, 2020 йылдың 1 ғинуарынан алып бындай дәүләт ярҙамы сиктәре тағы ла киңәйтелде: ул тәүге бала өсөн дә хатта 524,5 мең һум күләмендә түләнә.
Шул уҡ ваҡытта әсәлек капиталын файҙаланыу маҡсаттары ла арттырылды. Шуларҙың иң мөһиме, ғаиләнең йорт йәки фатир һатып алыу мөмкинлеге. Был йәһәттән әсәлек капиталын ике төрлө юл менән тотонорға була. Беренсеһе- әлеге ваҡытта ғәмәлдә булған ипотеканы ҡаплау йәки йәшәгән фатирҙы иркенәйтеү. Икенсе вариант - әсәлек капиталын тәүге иғәнәгә һалып, яңы торлаҡ һатып алыу. Һөҙөмтәлә йәшәгән фатирығыҙҙан тыш, тағы бер күсемһеҙ милеккә эйә булаһығыҙ, уны ҡуртымға тапшырып, ярайһы килем алыу мөмкинлеген дә иҫтә тотоғоҙ. Балалар тиҙ ҙурая. Мәҫәлән, 18 йәше тулған улығыҙҙың йәки ҡыҙығыҙҙың студент булыуға үҙ фатиры әҙер торасаҡ!
Тап шуға күрә әсәлек капиталын дөрөҫ йүнәлештә, киләсәкте алдан уйлап файҙаланырға кәңәш итәм. Бының өсөн балағыҙ рәхмәт кенә әйтәсәк. Шул уҡ ваҡытта әсәлек капиталын балағыҙҙың уҡыуы өсөн түләп тә уның яҙмышына йүнәлеш бирә алаһығыҙ. Тимәк, ҡаҙна аҡсаһы юғалмай, ул оҙайлы инвестиция рәүешендә баланың киләсәгенә йүнәлеш биреп, уның ил өсөн кәрәкле белгес булып сығыуына булышлыҡ итәсәк.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
