Башҡорт ихатаһы
Республикабыҙҙа алтынсы йыл ғәмәлдә булған "Башҡорт ихатаһы" һәм күп фатирлы йорт подъездарын ремонтлау программалары хаҡында ни әйтерһегеҙ?
Зөлфиә КАМАЛЕТДИНОВА, Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫтәһе: Ҡариҙел яры буйы урамында хәҙер инде 30 йылдан ашыу йәшәйем. Йортобоҙ панель плитәләрҙән ҡоршалған, улар ярылып, цементы онталып, ҡойолоп тора, ярыҡтарҙан ҡыш ел өрә, һыуыҡ. Нисәнсе тапҡыр инде альпинист егеттәр ямау һалып төштөләр. Ваҡытында тиҙләтеп төҙөп, күберәк халыҡты торлаҡлы итергә теләгәйнеләр ҙә, эҙемтәһен ғүмер буйы беҙгә баштан үткәрергә, өшөп-туңып, түбәнән аҡҡан ямғыр һыуына тас ҡуйып, ыҙалап йәшәргә тура килде. Һатып китергә ынтылып та ҡараныҡ, алыусы юҡ, хаҡын төшөрһәк тә хатта...
Күрәһең, яҙмыштыр, тип, хәҙер бөтәһенә лә риза булып йәшәй бирә инек, былтыр йортобоҙға план буйынса капиталь ремонт эштәренә сират килеп еткән, имеш! Былтыр йәй башлағайнылар ремонтты, быйыл йәй башына тамамланылар: йорт эсендәге инженер системаһы селтәрен ремонтланылар, иң мөһиме - ҡыйыҡтың үҙен генә яңыртып ябыу ярты йылдан ашыуға һуҙылды, уның ҡарауы, беҙгә быйылғы ҡойма ямғырҙар һис тә ҡурҡыныс түгел: түшәмдән аҡмай хәҙер, стеналырыбыҙ кибеп ҡалды, уны матурлап буяп та ҡуйҙыҡ. Лифттарҙың заманса, уңайлыһын ҡуйҙылар -ҡыҫҡаһы, беҙ ҡәнәғәт ҡалдыҡ, бик тырышып, иртәнән кискә тиклем намыҫлы эшләне ремонтсылар.
Тик шуныһы: ремонттан һуң подъездарыбыҙ элеккесә йәмһеҙ, бысраҡ, баҫҡыстары емерек килеш тороп ҡалды. Ни өсөн тигәндә, подъездарҙы ремонтлау капиталь ремонт исемлегенә инмәй, тинеләр. Ә бит подъездарҙың торошо ла бик мөһим йортта йәшәүселәр өсөн, сөнки, кем әйтмешләй, подъезд - йорттоң көҙгөһө, визит карточкаһы. Йорт милекселәренең дөйөм йыйылышын үткәреп, подъездарға ла ремонт үткәреү мәсьәләһен хәл итте МКД советы рәйесе үҙебеҙҙең идара итеү компанияһы менән берлектә. Был дөрөҫ ҡарар булды, сөнки капиталь ремонттан һуң үҙгәреп, матурланып киткән йортобоҙҙоң эс бошорғос подъездары бигерәк ныҡ күҙгә ташлана ине шул. Һәм беҙгә ярҙамға кем килде, тиһегеҙ? Әлбиттә, хәҙер республикала биш йыл ғәмәлдә булған күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау программаһы! Хәҙер подъезыбыҙға килеп инһәң, танырлыҡ түгел: баҫҡыс майҙансыҡтарының элекке цемент иҙәненә керамик плитә түшәлде, стеналарҙы йөҙләү-буяу эштәре лә бик сифатлы башҡарылды. Элеккесә стеналар эс бошорғос күк йә йәшелгә түгел, ә офистарҙың стеналарын хәтерләтеп тороусы көлһоу төҫкә үҙенән сыҡҡан биҙәктәр менән буялды. Тәҙрә быялалары ярылып бөткәйне, уларҙы ла евроөлгөләргә алыштырып сыҡтылар. Хәҙер инде йортобоҙҙо ташлап, бер ҡайҙа ла китке, күске килмәй: ни тиһәң дә, баштан-аяҡ төҙөкләндерелде, яңыртылды, күҙгә күренеп матурланды ул. Шундай кәрәкле һәм файҙалы проект - подъездар ремонтлау программаһын уйлап сығарып, эшкә ҡушҡан етәкселәргә бөтөн күршеләрем һәм үҙемдең исемдән ҙур рәхмәт белдерәм.
Сәйфулла ТАҺИРОВ, хеҙмәт ветераны, Мәсетле районы: "Башҡорт ихатаһы" тигән программа барлығын гәзиттәрҙән уҡып, телевизор яңылыҡтарынан ғына белә инек һәм өфөләр өсөн шатланып та, көнләшеп тә ҡарай инек, хәҙер иһә, шөкөр, был программа ауыл райондарына ла килеп етте. Мин Оло Ыҡтамаҡта, Трактовая урамында йәшәйем. Беҙҙең был урамдағы тиҫтәләгән йорт алды биләмәләре төҙөкләндерелде: тотош майҙанға йомшаҡ резина япма түшәлде - был бала йығылып имгәнә-нитә ҡалмаһын өсөн бик яҡшы; кескәйҙәр өсөн карусель, ҡомлоҡ ҡумтаһы, яһалма тауҙан шыуыу ҡоролмалары, ә үҫмерҙәргә спорт майҙансыҡтары бар. Хатта өлкәндәр хаҡында ла онотмағандар, рәхмәт яуғырҙары: ултырып ял итергә, башҡа тиңдәштәр менән һөйләшеп-сөкөрҙәшеп алырға, саф һауала гәзит уҡырға мөмкин: эскәмйәләр теҙелеп киткән. Хәҙер инде йорт алдыбыҙ биләмәләренең төҙөклөгөн, уңайлығын күргәс, элек нисек йәшәнек, ҡайҙа ултырып ял иттек икән эләгеп ҡоламалы хәлдә булған ихаталарҙа, тип күңел ытырғанып ҡуя.
Төҙөклөк - төҙөклөк инде ни генә тиһәң дә. Бер тигәс тә, пенсионерҙар ейән-ейәнсәрҙәре менән ошонда уйнарға сыға, улары майҙанды бер итеп йүгерешә, уйын ҡоролмаларында шөғөлләнә, бейеклектән ҡурҡмаҫҡа өйрәнә, сынығыу ала. Икенсенән, бындай заманса ихаталар балаларҙа һәм йәштәрҙә эстетик зауыҡ, мәҙәнилек сифаттары тәрбиәләй, тип уйлайым, сөнки улар бындағы матурлыҡҡа, төҙөклөккә бик һаҡсыл ҡарай, файҙалы ял итә, матурлыҡты, уны булдырған төҙөүселәрҙең хеҙмәтен баһаларға өйрәнә.
Фирүзә ИШБИРҘИНА, хеҙмәт ветераны: Республика кимәлендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2019 йылда башланып киткән "Башҡорт ихатаһы" һәм күп фатирлы йорттар подъездарын ремонтлау программалары ҡала һәм ауыл халҡында киң хуплау тапты һәм һәр кем күңеленә хуш килде. Йылдар буйы йәшәгән еребеҙҙең төҙөкләнеүе һәм яңырыуы, төрлө төҫтәр менән балҡып китеүе тормошобоҙҙо йәмләп, йоҡомһорап йөрөгәндәрҙе уятып ебәргәндәй булды. Юғиһә, ошоға тиклем ҡайҙа барып ваҡыт үткәрергә белмәй, ишек алдында ла йәм тапмай, кухня-диван-телевизор өсмөйөшөнән башҡаны белмәгән өлкәндәр ҙә балалар шикелле ҡыуанды был яңылыҡҡа, сөнки хәҙер яңыртылған ихаталағы спорт майҙансығына сығып, спорт ҡоролмаларында бушлай, теләһәң, көн оҙоно шөғөлләнергә була; теләйһең икән, матур эскәмйәләрҙә саф һауала китап-гәзит уҡып ултыр йә күршең менән хәл-әхүәл белешеп, сөкөрләшеп ал; теләйһең икән, ейән-ейәнсәрҙәрең менән сығып уйна. Балалар бында яһалма тауҙан шыуып кинәнә, бәүелсәктә бәүелә, каруселдә зыр әйләнә, ҡомлоҡта уйнай. Яңылыштан йығыла-нитә ҡалһа ла, балалар майҙансығы йомшаҡ резина япма менән ҡапланған, ҡурҡынысы юҡ. Ҡыҫҡаһы, ихатабыҙ хәҙер шат тауыштарҙан гөр килә - уҡыусы балалар каникулдарында ҡайҙа етте, шунда ел ҡыуып йөрөмәй, ихаталағы майҙанда ваҡыттарын файҙалы итеп үткәрә: спорт менән шөғөлләнә, волейбол, баскетбол уйнай. Эргәләге мәктәптең шулай уҡ ҡайтанан төҙөкләндерелгән спорт майҙанында футбол ярыштары үткәрә. Аулаҡ мәлен тап килтереп, күбеһенсә иртәнге сәғәттәрҙә мин үҙем дә ошо спорт майҙанындағы "Һауа саңғылары" ҡоролмаһында шөғөлләнергә ғәҙәтләндем әле. Был күнекмә аяҡ мускулдарын нығыта, координацияны тигеҙләй. Күрше йортта йәшәгән ҡатын менән икәүләп, өҫтәл теннисы ла уйнап алабыҙ.
Үкенескә күрә, "Башҡорт ихаталары"нда бөтәһе лә ал да гөл тип әйтеп булмай, ләкин бының программаға ҡағылышы юҡ, ә ҡайһы бер үҫмер һәм йәштәребеҙҙең тәрбиәһеҙлегенә ҡарата әйтелә. Ошо матур эште юҡҡа сығарырға әҙер торған йәштәрҙең булыуы үкенесле. Улар кис һәм төндә лә хатта өйкөмләшеп ошонда йыйылыша, шау-шыу ҡуптара, һыҙғыра, музыка уйната, ә үҙҙәре беҙ ултыра торған эскәмйәгә бысраҡ аяҡ кейемдәре менән баҫып, эскәмйәнең арҡаһына менеп ҡунаҡлай, тирә-яҡҡа төкөрөнә, сүп-сар, буш шешәләр ырғыта, йәмһеҙ яҙыуҙар ҡалдыра... Улар менән һөйләшеүҙең файҙаһы юҡ, бары тик тупаҫлыҡҡа осрайһың да ҡул һелтәйһең. Ә кем был йәштәрҙе тәртипкә өйрәтергә тейеш икән? Был һорау асыҡ килеш ҡала.
Тағы бер мәсьәлә буйынса теләк шундай: "Башҡорт ихатаһы" программаһы үҙенең кәрәкле һәм ваҡытлы булыуын раҫланы инде, тик ошо яңы ихата майҙансыҡтары тирәләй ағастар ултыртып сығыу ҙа ҡаралһа икән программала. Йәшелләндереү - төҙөкләндереүҙең бер сараһы бит, юғиһә. Ул ағастар гөрләп үҫеп китер һәм ял итеүселәрҙе күләгәләре менән ҡояш ҡайнарлығынан һаҡлап, еләҫлек биреп ултырырҙар ине.
Гөлфиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
