УҠЫРҒА ИНЕҮ
Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?
Рәмил ЗАРИПОВ, Башҡорт дәүләт аграр университетының ҡабул итеү комиссияһы секретары: Башҡорт дәүләт аграр университетына ҡабул итеү кампанияһы аҙағына ла етте. 25 июлдә бакалавриат һәм специалитет буйынса бюджет урындарына документтар ҡабул итеүҙең һуңғы көнө булды. Абитуриенттар университетҡа шәхсән килеп, сәғәт киске 5-кә тиклем, ә "Дәүләт хеҙмәттәре" аша төнгө 12-гә тиклем документтарын юллай алды. 27 июлдә университеттың рәсми сайтында абитуриенттарҙың рейтинг исемлеге эленә, ә 3 авгусҡа тиклем уларҙан документтарының төп нөсхәләрен алып килеп тапшырыуҙарын көтөп ҡалабыҙ. Шунан 6 августа яңы студенттар-ҙың исемлеге билдәле булып, бойороҡ сығасаҡ.
Университетыбыҙға уҡырға инергә теләүсе йәштәр араһында популяр һөнәри йүнәлештәр тураһында һөйләгәндә, уларҙың күбеһе электр энергетикаһы, электр техникаһы, геодезия һәм дистанцион зонд менән тикшереү, ветеринария, ландшафт архитектураһы, продукция технологияһы һәм йәмәғәт туҡланыуын ойоштороу кеүектәрен һайлай. Шуға 1 бюджет урынына 35-36 ғариза тура килә хатта. Дөйөм алғанда, университет буйынса 1 бюджет урынына 9-10 ғариза тура килә. Әйтергә кәрәк, быйыл беҙҙә бөтәһе 1440 бюджет урыны бар, шуның 1390-ы - юғары белем алыу йүнәлештәренә, ә 50-һе урта һөнәри белем алыуға тура килә. Бында шуны ла билдәләп үтеү мөһим: урта һөнәри белем биреү йүнәлештәрендә 15 авгусҡа тиклем абитуриенттарҙан ғаризалар көтөп ҡалабыҙ. Унда уҡыу өсөн Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырыу кәрәкмәй, ә аттестат буйынса уртаса балл ғына ҡарала.
Быйыл вузда яңы уҡыу йүнәлеше асылманы, ләкин 2025/ 2026 уҡыу йылына "Биотехнология" йүнәлешен асырға ниәтләйбеҙ һәм биолог, микробиолог һөнәренә уҡытасаҡбыҙ. Сөнки был фән һәм техниканың өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе иҫәпләнә, микробиология һәм генетика өлкәһендәге белгестәр илебеҙгә кәрәк. Әлбиттә, бюджет урындары булдырыуҙы ла хәстәрләргә ниәт иткәнбеҙ.
Беҙҙең вузға күберәген үҙебеҙҙең республика балалары уҡырға килә, сөнки ауыл хужалығы тармаҡтары өсөн йүнәлтелгән университетта кәрәкле белгестәрҙе үҙебеҙ әҙерләйбеҙ. Шулай ҙа Силәбе, Ырымбур, Ҡурған, Свердловск өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округынан йәштәр белем ала, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән дә ҡабул итәбеҙ, һәм быйыл хатта Африка илдәренән дә тиҫтәгә яҡын абитуриент ғариза тапшырҙы. Быйыл Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары өсөн һәр уҡытыу йүнәлешендә бюджет урындарының 10 проценты бүленде. Улар БДИ тапшырмайынса, йәки университетта үткәрелгән имтихандарҙы ғына тапшырып уҡырға инеү мөмкинлегенә эйә булды. Шулай уҡ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла, срочный хеҙмәттә булып ҡайтҡан егеттәргә лә 10 балл өҫтәлә. Әлеге көндә бөтә йүнәлештәрҙә лә ғаризалар һаны етерлек, хәҙер документтарының төп нөсхәләрен алып килеүҙәрен көтөргә генә ҡалды.
Быйыл абитуриенттарҙың Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре юғарыраҡ булыуы күренде, шуға БДИ-ның уртаса балы күтәрелер, моғайын. Ғөмүмән, уҡырға инеп китер өсөн кәмендә 160 балл булыр тип көтөлә. Беҙҙең университетта бар студенттарға ла иғтибар көслө, уҡытыу-тәрбиә эштәре лә юғары кимәлдә ҡуйылған. Бынан тыш, хәҙерге йәштәр барыбер ҙә юғары уҡыу йорттарын һәм белем алырға теләгән йүнәлештәрен маҡсатлы һайлай. Улар бында белем алып сыҡҡас, ҡайҙа барырҙарын алдан күҙалларға тырыша, һәр хәлдә, шуға ынтыла һәм илке-һалҡылыҡҡа юл ҡуймайҙар. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ ҙә сығарылыш студенттарының башланғыс хеҙмәт юлын йылдан-йыл нығыраҡ контролгә алырға, маҡсатлы йүнәлтмә биргән предприятиеларға мотлаҡ барып эшләүҙәрен күҙәтергә ынтылабыҙ. Ауыл хужалығы өлкәһенә дәүләт тарафынан арт-ҡан иғтибар ҙа йәштәрҙе үҙебеҙҙең республика һәм ил өсөн кәрәкле белгестәр итеп тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
Нурия КИНЙӘБАЕВА, РФ Хөкүмәте эргәһендәге Финанс университетының Өфө филиалы хеҙмәткәре: Беҙҙең уҡыу йортона абитуриенттарҙы ҡабул итеү бер ай элек башланды, тәүге көндән үк балалар һәм ата-әсәләр күпләп килә. Уҡыу йортонда юғары белем алырға ла, урта һөнәри белемгә эйә булырға ла мөмкин һәм бының өсөн ҡабул итеү комисиялары ике урында айырым эшләне. Бөгөнгө көндә һәр йүнәлеш буйынса ла етерлек ғаризалар йыйылған, улар араһында Өфө ҡалаһы һәм республикабыҙҙың башҡа төбәктәренән, Татарстандан, Ырымбур һәм Красноярск өлкәләренән уҡырға инергә теләүселәр бар. Бында иҡтисад һәм бухгалтерия, финанстар, банк эше, юриспруденция, страховка эше, мәғлүмәт системаһы һәм программалау йүнәлештәрендә уҡырға мөмкин.
Әйтергә кәрәк, беҙҙең белем усағына 9-сы класты тамамлағандарҙы ла, 11-се кластан һуң да ҡабул итәләр. Күптәрҙе дипломда "филиал" тигән яҙыу булмауы, уның Мәскәүҙәге төп уҡыу йортон тамамлаған кеүек ҡабул ителеүе лә ылыҡтыра. Шуныһы ла мөһим: яҡшы өлгәшкән студенттар Мәскәүгә күсеп тә уҡыуын тамамлаған осраҡтар бар. Бюджет урындарына килгәндә, һәр бүлектә 25-30 тирәһе урын ҡаралған, коммерция шарттарында ла уҡырға була. Әлбиттә, быйыл да күптәр юриспруденция йүнәлешенә ғаризалар яҙҙы, киләсәген күҙаллаған йәштәр информацион системалар һәм программалау бүлеген дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Дөрөҫөн әйткәндә, иҡтисад һәм бухгалтерия иҫәбенә уҡырға ингәндәр ҙә артабан оло тормош юлында юғалып ҡалмаясаҡ: төрлө ойошмаларға ла тәжрибәле белгес кәрәк, үҙ эшеңде асам тиһәң дә был өлкәлә белемле булыуың фарыз. РФ Хөкүмәте эргәһендәге Финанс университетының Өфө филиалында белем алған йәш белгестәргә уҡып бөтөү менән эш тәҡдим итәләр, береһе лә артабан ҡайҙа барырға тип баш ватып йөрөмәй.
Ҡабул итеү кампанияһын ойоштороуҙа ярҙам итеүсе булараҡ, үҙемдең күңелемә ятҡан матур күренештәрҙең береһе хаҡында ла әйтеп китәйем: уҡырға инергә теләп, ғаризаларын тапшырған төрлө милләт вәкилдәре араһында беҙҙең башҡорт балалары ла һис ҡалышмай, улар грамоталы ла, йөҙҙәре лә нурлы. Шуға уларҙы ваҡытында күреп, кәңәш-төңәш итеп, йүнәлеш биреп ебәрә алыу һәм милли кадрҙар тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү маҡсатында урта һөнәри белем биреү, юғары уҡыу йорттарында милләттәштәребеҙ күберәк эшләргә тейештер, тип уйлайым.
Илдар ХӘМИТОВ, ӨФТУ-ның Сибай институты директоры: Быйыл Сибай институтының тәбиғи-техник, педагогия, технология факультеттарына уҡырға инергә теләүселәр күп булды. Тағы ла йәштәр араһында педагогия йүнәлешенә иғтибар артыуын билдәләр инем, сөнки элекке йылға һәм былтырғыға ҡарағанда быйыл уҡытыусы һөнәрен үҙләштерергә теләүселәр һаны байтаҡҡа күп. Был да ҡыуаныслы күренеш, тимәк, бер нисә йылдан мәктәптәргә башҡорт телен белгән үҙебеҙҙең педагогтар эшкә киләсәк. Был институт хеҙмәткәрҙәренең һөнәр һайлау буйынса ойошторған эшмәкәрлеге, райондарҙағы белем усаҡтарында уҡыусылар менән осрашыуҙар, социаль селтәрҙәрҙә һәм рәсми сайт аша мәғлүмәтте ваҡытында еткереп тороуҙың да ыңғай һөҙөмтәһе, тип билдәләр инем.
Әйтергә кәрәк, беҙҙең институттың һәр уҡытыу йүнәлешендә 18-20 бюджет урыны ҡаралған, ситтән тороп уҡырға теләүселәрҙең дә бындай мөмкинлеге бар. Тик һуңғы йылдарҙа иҡтисад менән хоҡуҡ факультеттарында ғына уҡыу түләүле, шулай ҙа республиканың башҡа юғары уҡыу йорттары менән сағыштырғанда беҙҙә хаҡтар бик юғары түгел. Дөйөм алғанда быйыл беҙҙең уҡыу йортонда 213 бюджет урыны иҫәпләнә, был былтырғыға ҡарағанда 18 урынға күберәк. Бюджет урынына инеү өсөн абитуриенттың БДИ һөҙөмтәләре талап ителгән предметтарҙан дөйөм 170-175 балл тәшкил итергә тейеш. Шулай уҡ Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың балалары айырым квота буйынса конкурсһыҙ уҡырға инә ала, инвалид һәм етем балаларға ла шундай махсус квота ҡаралған. Иң мөһиме, бөтә студенттарыбыҙға ла ятаҡтан урын бүленә, хатта түләүле бүлектә уҡығандарға ла йәшәргә урын эҙләп ҡайғыраһы түгел. Был да үҙенә күрә ҙур өҫтөнлөк.
Сибай институты - Урал аръяғы райондарына йүнәлеш тотоп асылған юғары уҡыу йорто, шуға беҙгә күберәк Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил, Йылайыр райондарынан, һуңғы йылдарҙа Силәбе өлкәһенән йәштәр уҡырға килә. Шулай уҡ Ейәнсура районынан да студенттар ҡабул итәбеҙ, Ырымбур өлкәһенән дә барҙар. Хатта быйыл Үзбәкстандан - ике, Тажикстан һәм Ҡырғыҙстандан берәр абитуриент документын тапшырҙы. Сибай институтын тамамлаған белгестәр һәр ерҙә лә эш урыны таба ала, бик юғары баһалана, араларында вазифалы урындарҙа эшләүселәр бик күп. Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалы булараҡ, киләсәктә беҙҙең мөмкинлектәр тағы ла артыр, яңы уҡытыу йүнәлештәре асылыр, тигән өмөтөбөҙ бар. Бына киләһе уҡыу йылында уҡытыусылыҡ, хоҡуҡ, иҡтисад, биология, экология, техник һөнәрҙәргә магистратурала белемде камиллаштырыу мөмкинлеге асыласаҡ. Быға тиклем беҙҙә магистратура юҡ ине. Шулай уҡ яҡын киләсәктә IT-һөнәрҙәргә, пилотһыҙ осоу аппарттары, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге буйынса заман талабына яуап биргән белгестәр әҙерләй башлау ниәте лә бар.
Камила ҒӘЛИЕВА яҙып алды.
