БАШҠОРТОСТАН ҺЕҘҘЕҢ ӨСӨН НИМӘ УЛ?

Һеҙҙән, ситтә йәшәгән, эшләгән милләттәштәрҙән, Башҡортостан тураһында һораһалар, һеҙ уны ниндәй һүҙҙәр менән күтәрмәләйһегеҙ, баһалайһығыҙ?

БАШҠОРТОСТАН ҺЕҘҘЕҢ ӨСӨН НИМӘ УЛ?, image #1

Мәхмүт СӘЛИМОВ, яҙыусы, подполковник, хәрби хәрәкәттәр ветераны, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Дондағы Ростов ҡалаһы: Башҡортостан тураһында һораһалар, иң тәүҙә, уның гүзәл тәбиғәте тураһында һөйләйем. Урал тауҙары ниндәй икәнен күҙ алдарына килтерһендәр өсөн "Тени исчезают в полдень", "Вечный зов" кеүек беҙҙең тауҙарҙа төшөрөлгән совет киноларын телгә алам. Башҡорт ҡурайы, башҡорт балы хаҡында күптәр үҙҙәре лә белә. Яҙыусы булараҡ та мин тик башҡорттар һәм Башҡортостан, уның үткәне һәм киләсәге тураһында ғына яҙам. Ғөмүмән, минән тыуған яғым тураһында һораһалар, минең һөйләр һүҙҙәрем бик күп.

Үҙемдең бала сағым үткән Дәүләкән районы Яңы Яппар, Шишмә районы Ябалаҡлы ауылдары хаҡында телгә алам. 1910 йылда ошо ике ауылда бер йәйҙә ҡымыҙ менән 900-әр кеше дауаланған, улар һәр береһе айына 28 һум түләгән. Сағыштырыу өсөн: ул ваҡытта бер һыйыр 6 һум торған. Башҡорт ауылдары ныҡ бай булған, дауаланыусылар өсөн 4 ашхана эшләгән. Ә кемдәр ҡымыҙ менән дауаланған һуң? Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында йәшәүселәр - 68 чиновник, 41 уҡытыусы, 18 вуз уҡытыусыһы һ.б. килгән дауа эҙләп башҡорт еренә. Мин революцияға тиклем төшөрөлгән фотоларҙы күрһәтәм - нигеҙе юғары итеп һалынған икешәр ҡатлы йорттар, ҡалай, таҡта ҡыйыҡтар: башҡорт ауылдары ярлы булмаған.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында ла һөйләйем. Сөнки әле мин йәшәгән Ростов өлкәһен дә азат иткән ул. Дон казактары менән уртаҡ хәрби үткәнебеҙ беҙҙе бөгөнгө көндә лә берләштерә, беҙ автопробегтар, төрлө саралар ойошторабыҙ. Яугирҙарыбыҙҙың тоғро дуҫы, яуҙашы аттар тураһында ла яҙам мин. 1867 йылда башҡорт аты тәүләп Париж күргәҙмәһендә күрһәтелә. Был да фәнни сығанаҡтарға нигеҙләнгән. 1946 йылда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән 12 атты Буденный бойороғо менән республикаға ҡайтаралар. Дәүләкәнгә алып киләләр уларҙы, минең ҡартатайым аттарҙы ҡарай. Бер Керчты ғына беләләр, ә ундай аттар күберәк була, тимәксемен. Һәр береһенең орден-миҙалдары була, уларҙы ҡарау өсөн хәрби комиссариат аҡса бүлә. Шуларҙың араһынан Күгат тигәне Дәүләкәндән Әбйәлил районы Рәхмәт ауылына ҡасып ҡайтып китә бит! Ел ҡапҡаны түше менән этеп, сабып барып инә. Һуғышта һәләк булған Фәррәхов тигән яугирҙың ҡатыны менән ҡыҙы сыҡһа, ат тора. Колхоз рәйесе бик абруйлы кеше була, атты ауылда ҡалдыра. Был яугир аттарҙы эшкә ҡушмайҙар, аҙаҡтан, яйлап үлә башлағастар, һәр береһенә махсус еҙ табличкаға исемен, дәрәжәләрен яҙып күмәләр.

Ростов өлкәһенең Солонецкий хуторы мәктәбе Шайморатов исемен йөрөтә, унда уҡыған балаларҙы быйыл йәй Башҡортостанға алып килдем. Улар минең тыуған ауылыма яҡын урынлашҡан Халыҡ-ара аэрокосмик мәктәптә ял итте, унда билдәле космонавтар дәрестәр үткәрҙе. Уҡыусылар Башҡортостанға, уның тәбиғәтенә, кешеләренә ғашиҡ булып ҡайтып киттеләр.

Бына 18 октябрь Ф. Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре дәүләт ансамбле килә, улар иһә республиканы бейеү аша танытасаҡ. Өсөнсө тапҡыр киләләр, зал гел тулы була.

Гөлимә ЖАНГАБИЛОВА, Ырымбур өлкәһе Диниә назаратының "Каруанһарай" мосолман дини берләшмәһе" етәксеһе: Башҡортостан беҙҙең өсөн иң ҡәҙерлеһе. Шөкөр, үҙ дәүләтебеҙ бар, халҡыбыҙ яҡшы йәшәй, үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ. Беҙ, ырымбурҙар, тарихи йәһәттән үҙ еребеҙҙә йәшәһәк тә, рухи терәк эҙләп, барыбер ҙә Башҡортостанға бағабыҙ. Тыуған районым Ишембай, ундағы сәнғәт һөйөүсе ауылдаштарым - кинйәбулаттар миңә көс бирә.

Ырымбурҙа башҡорттар күп, Башҡортостан Республикаһы тураһында һөйләп торорға ла кәрәкмәй, беҙҙе барыһы ла белә, таный. Минең бар ғүмерем, эшмәкәрлегем Каруанһарай менән бәйле. Каруанһарай - ул башҡорттоҡо, уны башҡорттар үҙ аҡсаларына һалғанды ла беләләр. Уны төҙөүҙә 7128 кеше ҡатнашҡан, төҙөлөш 9 йыл буйына барған. Ат менән эшкә килгәндәргә 25 тин түләгәндәр, атһыҙҙарына - 20 тин. "Беҙ үҙебеҙгә йорт һалабыҙ", - тип, башҡорттар бушҡа эшләгән. Документтар буйынса ла уның атамаһы "Башкирский Каравансарай", башҡорт йортоноң эсендә мәсете лә, биналары ла, һарайҙары ла бар. Ат һарайҙарында ул замандарҙан ҡалған бауҙарына тиклем эленеп тора, бында бар нәмәлә лә шул замандың ипкене һаҡлана. Бик матур урында, ҙур территорияны алып торған комплекс ул. Уның тирәләй ултыртылған баҡсаны башҡорт ерҙәренән алып килеп үҫтерелгән ҡарағайҙар, имәндәр, шыршылар биҙәй.

Бында йыл әйләнәһенә кеше өҙөлмәй. Башҡорттарҙан тыш, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан да киләләр. Бигерәк тә мәҙәни баш ҡала тигән даны булған Санкт-Петербургта йәшәүсе халыҡ күп килә. Мәскәүҙән дә барҙар. Каруанһарай төҙөлөшөнә туранан-тура бәйләнеше булған губернатор Перовскийҙың туғаны ла килде, улар ҙа тарих менән ҡыҙыҡһына. Әлбиттә, был урында уҡыу йорттарының бүлексәләрен асҡанда, теләүселәрҙе үҙ кәсептәребеҙгә өйрәткәндә яҡшы булыр ине, тик быныһы инде беҙҙән генә тормай, бының үҙенең нескәлектәре бар.

Өлкәлә балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙе яйға һалырға ине, тигән хыялыбыҙ бар. Ҡасандыр 11 мәктәптә башҡорт теле факультатив булараҡ өйрәнелә ине, әле улар юҡ тиерлек. Башҡорт теле иң бай тел, Ер шарының яртыһында уның аша аралашып-аңлашып йөрөп була. Хатта миллиардлап кеше йәшәгән Ҡытайҙа ла уйғыр, үзбәк, ҡырғыҙ һ.б. күп, шуға ла унда ла башҡорт теле беҙгә ҙур ярҙамсы буласаҡ. Шуға ла башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә ныҡлап уҡытылһын ине беҙҙең туған телебеҙ.

Рәсил МӨХӘМӘТЙӘНОВ, Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе: Башҡортостан беҙҙең өсөн рухи терәк. Иртән торабыҙ ҙа, Башҡортостанда ниндәй хәлдәр бар икән, тип, тәүҙә республика яңылыҡтарына күҙ йүгертәбеҙ. Ҡаҙаныштарына һөйөнәбеҙ, ниндәйҙер кәйефте төшөрөрлөк ваҡиғаларға көйәбеҙ. Шуға ла Башҡортостан тураһында һөйләргә форсат сыға икән, һис шикһеҙ, уның мәғрүр тауҙары, иҫ киткес матур тәбиғәте, яҡты йөҙлө кешеләре тураһында һөйләйем. Батырҙарыбыҙ, күренекле шәхестәребеҙҙе башҡалар ҙа белһен, тием.

Пермь - Башҡортостандың ут күршеһе, беҙ бында үҙебеҙҙең аҫаба ерҙәребеҙҙә көн күрәбеҙ. Урындағы ҡоролтай әүҙем эшләй, үҙ гәзитебеҙҙе сығарабыҙ, телевидение барып етмәгән төбәктәрҙә гәзит уҡыйҙар. Балалар тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларҙы белһен өсөн көс һалабыҙ, улар аша туған телде өйрәнеүгә килһендәр, тип тырышабыҙ. Төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторабыҙ.

Бындағы башҡа милләт халыҡтарына ла башҡорттоң кем икәнен һөйләп тороу күп ваҡытта кәрәкмәй ҙә. Милләтебеҙҙе, мәҫәлән, билдәле мәғдәнсе Исмәғил Тасимов аша беләләр. Яңы ғына уға бюст астыҡ. Әлбиттә, унда, башҡорт мәғдәнсеһе, тип яҙыр өсөн дә бәхәстәр булды. Тасимов - башҡорт милләтле түгел, тигән мәғлүмәтте әүҙем тараталар. Миндәге материалдарҙа Тасимов үҙе: "Беҙ башҡорттар", - тип яҙа. Санкт-Петербург тау университетында белем алған академик Моталов та бар архивын миңә тапшырҙы. Ул белем алған ваҡытта, 1956 йылда, унда таҡтаташ булыуы һәм бер профессорҙың: "Беҙҙең уҡыу йортона нигеҙ һалған милләттәшеңде данлауға бағышла ғүмереңде", - тип әйтеүе генә лә күпте һөйләй. Бюст әлегә "Рәсәй - минең тарихым" музейында тора, яҙын уны ҡайҙалыр урынлаштырыу хаҡында һөйләшеүҙәр бара, бәлки, тыуған ауылы Ҡуянда ҡуйырға мөмкин булыр.

Ҡыҙғаныс, әлбиттә, Пермь крайында үҙен башҡорт тип иҫәпләүселәр ҙә кәмей бара. Шуға ла беҙгә концерттар күберәк килһен, Башҡортостан быны хәстәрләһен ине. Рухты нығытыу өсөн үҙебеҙ ҙә Башҡортостанға йыш йөрөйбөҙ, Өфөгә киләбеҙ, азатлыҡ символы, батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленә барабыҙ. Шүлгәнташ мәмерйәһенә лә етеп ҡайтҡаныбыҙ булды. "Урал батыр" эпосында йөрөгән кеүек хис иттек үҙебеҙҙе.

34 views·2 shares