КИҘЕҮҘӘН НИСЕК ҺАҠЛАНЫРҒА?

КИҘЕҮҘӘН НИСЕК ҺАҠЛАНЫРҒА?, image #1

Көҙҙөң, ҡыштың кешенән әҙерлек талап иткән мәлдәре лә бар бит әле. Киҙеү кеүек миҙгел сирҙәренән, тажзәхмәттән нисек һаҡланаһығыҙ?

Инсаф СӘЛИХОВ, нефтсе: Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Аллаһ тибеҙ ҙә ул, шулай ҙа үҙебеҙҙе үҙебеҙ һаҡлау хаҡында ла уйланырға тейешбеҙ. Мин прививкаларға әллә ни ышанмаһам да, кеше тыуғас та яһалған ҡайһы бер прививкаларҙың күп кенә үлемесле сирҙәрҙән һаҡлап ҡалыуына, тимәк, табиптарға, медицинаға ла ышанам. Киҙеү, коронавирус та еңел үткәрә торған ауырыуҙар түгел. Шуға ла прививка яһатыу мәсьәләһендә һәр кем үҙе хәл итергә тейеш.

Шулай ҙа был сирҙәр һау-сәләмәт кешене урап үтә икәнен беләбеҙ. Шуға ла иммунитетты нығытыу, һаҡланыу кәрәк. Тәү сиратта, саф һауала йөрөү, көн режимын тотоу, аш төрләндереү - өҫтәлдәребеҙҙә күберәк йәшелсә, еләк-емеш булһын. Үҙебеҙ үҫтергән сөгөлдөр, ҡыяр, помидор, борос бигерәк файҙалы. Әсәйемдең өҫтәлендә ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң бешкәне, сейе, туралғаны, телеп һалынғаны, ҡырылғаны - төрлөһө тулып тора. Барһаң, ашатмай сығармай. Ул шулай уҡ магазин ҡаймағы ҡушырға ярата сөгөлдөргә, йогурт та эсә, эремсек тә ашай. Беҙҙең ашағаныбыҙ витамин булһын. Ҡоротло һурпа, тоҙло, боросло, һарымһаҡлы аштар ашағыҙ, лимон, имбер, һуғандан өҙөлмәгеҙ.

Көҙлө-яҙлы үләндәр, үлән тамырҙары эсеп алыу, уларҙы йыйыу кәрәк. Файҙаһы булмаһа, ҡәрсәйем йыймаҫ ине. Аяҡ аҫты тулы дарыу белгән кешегә. Хәҙер ауылдарҙа үлән менән дауалаусылар юҡ кимәлендә. Әммә бөгөнгө көндә уларҙың ҡайһыһы нимәнән файҙалы икәнен беләм тигән кешегә бер кәртә лә юҡ. Бының өсөн интернетта ләстит һатҡансы, ошо үләндәрҙең исемен генә түгел, нимәнән файҙалы икәнен уҡыу кәрәк. Ҡайһы тамыр, ниндәй сәй ҡан баҫымын күтәрә, уны ҡасан эсергә, ҡурай еләге ҡайнатмаһы ниндәй ауырыуҙарҙан файҙалы икәнде белеү зарур. Әйтәйек, мәтрүшкә ҡан баҫымын ныҡ күтәрә.

Мин һөнәрем буйынса нефтсе, вахта ысулы менән Ситтәге Төньяҡта эшләйем. Бер ай бында булған саҡта услап-услап мүк еләге, ҡыҙыл көртмәле ашап киләм. Боланутты йыям, уны үҙебеҙҙең ашнаҡсылар ҙур ит турағыстарынан үткәреп бирәләр, шунан ферментлайым, киптерәм һәм Башҡортостанға алып ҡайтам. Ул һаҙлыҡ ярата, бында уның үҫә торған ояһы инде. Өйҙә саҡта инде ҡарағат, сейә һ.б. япраҡтарын киптереп, сәй итеп әҙерләйем. Шул уҡ дегәнәк тамыры бөтөн ауырыуҙарҙан дауалай. Орлоғо биге-рәк файҙалы, майын һығып алығыҙ, йәрәхәттәргә лә киле-шә. Көндәр матур торғанда тик ятмағыҙ, картуфлыҡтың артына сығып, тамыр ҡаҙырға көрәк менән итек кенә кәрәк. Муйыл ҡайырыһы, имән, ҡа-йын, уҫаҡ ҡабығы йыйырға ваҡыт.

Ысынында иһә киҙеү - ул үлемесле ҡурҡыныс ауырыу. Инкубацион осоронан алып сәсрәп ауырып киткәнсе бер нисә көн генә кәрәк. Әгәр ҙә кемдер ауырығанын күрәһегеҙ икән, әҙәп һаҡлап тормай, ҡасыу яғын ҡарағыҙ.

Был һеҙгә генә түгел, һеҙҙе уратып алған яҡындарығыҙға, балаларығыҙға ла тик файҙаға булыр. Ауырый башлағанһығыҙ икән, тиҙ арала ауырыуҙы тамырынан йолҡоп ташлар өсөн тартынып тормай, өйгә тиҙ ярҙам саҡырығыҙ. Ғаиләләре менән сәсрәп ауырып ятыусылар була. Дауаханаға, ауырыуҙар ояһына барып ятҡығыҙ килмәһә, прививка эшләтеүҙән ҡурҡмағыҙ.

Һәм саф һауала йышыраҡ булығыҙ. Өйҙәрегеҙҙе елләтеп тороғоҙ.

Һеҙ һаҡланһағыҙ, эргәгеҙҙәгеләр ҙә һаҡлы булыр.

Рәхимә ВӘЛИУЛЛИНА, хаҡлы ялда: Атайым бик күп ауырыуҙарҙы өшкөрөп дауалай ине. Хәҙер генә уның шул хәтлем көслө дауалаусы булыуын аңлайым. Тағы ул Мөжәүир хәҙрәт менән бик дуҫ ине. Аралар йыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, йыш ҡына уның янына барыр ине. "Ахырызаман алдынан кешелек шул хәтлем алға китер, әллә ҡайҙа булһалар ҙа, бер-береһе менән бына беҙ һөйләшеп ултырған кеүек күреп һөйләшерҙәр", - тигәненән көлә торғайныҡ. Бына бит, бөгөн шул заман килмәнеме ни! "Балалар, һеҙ бик ауыр заманаларға килдегеҙ, - ти ине. - Кеше бер-береһенең тынынан ҡурҡып, ауыҙҙарын ҡаплап йөрөр", - тигәне ошо коронавирус тураһында түгелме һуң? "Кеше башта дарыуханаға йүгерһә лә, башына төшкәс, дауаны тәбиғәттән эҙләр, тик ул ваҡытҡа күп шифалы үләндәр юҡҡа сыҡҡан булыр", - тигәне лә раҫ.

Ҡайһы берҙә апайым менән һөйләшеп ултырабыҙ, ул атайым менән ҡәрсәйем Һөйәрбикәнең үлән, өшкөрөү менән дауалағанын һөйләй. Минең бәләкәй ҡыҙым Ильмира табип, был да Аллаһы Тәғәләнәндер, ул ошо юлды дауам итергә тейеш, тип уйлайым. Уның әйтеүе буйынса, коронавирустан иң яҡшы дарыу - ҡорот, айран һәм ҡымыҙ! Ни өсөн тиһегеҙме? Беҙ уларҙы әҙерләгән ваҡытта болғатып, үпкәгә иң кәрәкле булған кислород менән байытабыҙ! Шулай уҡ ҡорот өсөн ҡатыҡты ҡайнатҡанда уны ни өсөн бер туҡтауһыҙ болғатып, һыпырып торорға кәрәк тип уйлаһығыҙ? Шулай уҡ уны кислород менән тәьмин итәбеҙ. Айран бешкәндә лә шул уҡ процесс - эсемлек күпереп, аҙаҡтан организмды кислородҡа туйындыра. Әсәйем мәрхүмә көбөсәктә айран бешкәндә матур һүҙҙәр һөйләп, теләктәр теләп ултырыр ине.

Күптәр ауылдарҙа һыйыр тота. Ә һеҙ күбек майы әҙерләй беләһегеҙме? Уның да шифаһы күп бит. Атайым үпкә ауырыуын ҡаҙ майы менән дауалай ине. Беҙ йүткерә башлаһаҡ, йылы һөткә бер ҡалаҡ иретелгән ҡаҙ майы, бал, һары май һалып, бер сынаяҡ эсерә лә, ҡаҙ майы менән ыуып, йоҡларға һалыр ине. Иртәгәһе көнөнә температура ла, йүткереү ҙә әллә ҡайҙа булыр ине.

Ҡаҙ майын һыу эсендә тотоп иретәм дә, эҫе көйө ете төрлө үләндең ҡаҙып алынған тамырына ҡойоп, 10 көн ҡараңғы урында тотам. Аҙаҡ барыһын бергә бутап, мунсанан һуң тәнемде ыуам. Аллаға шөкөр, коронавирус менән ауырыған кешеләр араһында йөрөнөм, мине Аллаһы Тәғәләм һаҡлай! Ә мин үҙемсә сәләмәтлегемде ошо рәүешле нығытып торам.

Рауфан МОРТАЗИН, космоэнергет: Кеше организмы үҙен-үҙе һауыҡтырыу һәләтенә эйә икәнен күп һөйләйем. Һәр бер предметтың, йән эйәһенең тирбәлеше була. Шул уҡ вирустарҙың тирбәлеше яҡынса 10 герц. Күп кенә кешенең дә тирбәлеше, үкенескә күрә, ошо сиктәрҙә, шуға ла улар инфекция сирҙәренә бирешеп бара. Кемдең тирбәлеше юғары, уларға бындай сирҙәр ҡурҡыныс түгел. Беҙгә ошо тирбәлеште күтәрергә кәрәк, быныһы инде иң ябайы - йөрәгегеҙҙә һөйөү булһын, үҙегеҙгә, эргә-тирәләгеләргә, донъяға, тормошҡа һ.б. Сир ул мыжыҡ, кәйефһеҙҙәрҙе ярата, шуға гел шат, асыҡ, алсаҡ булығыҙ, күңелегеҙҙә кер тотмағыҙ. Ауырып, температура күтәрелә икән, дарыу эсеп, уны төшөрмәгеҙ, юғиһә, сир аҙналарға, айға һуҙыласаҡ. Был рәүешле организм вирус менән көрәшә. Йылы һыуға лимон, ҡурай еләге һалып эсегеҙ. Төнгөлөккә сайырлы кедр майы менән ыуынығыҙ, ул тире аша лимфа системаһына инеп, бөтөн патоген микрофлораны юҡҡа сығара.

Һыуҙы күп эсегеҙ, әкиәттәрҙе хәтерләгеҙ әле, унда барлыҡ ауырыуҙар ҙа тиерлек һыу менән дауалана. Кеше 70-80 процентҡа һыуҙан тора, ул даими алышынып торорға тейеш. Бигерәк тә шишмә һыуы шифалы, сөнки ул тәбиғи рәүештә таҙарған, структураһын үҙгәрткән, "өлгөрөп" еткән һәм ерҙе тишеп сыҡҡан. Артығын ашамағыҙ, әммә ризығығыҙ сифатлы, организм өсөн кәрәкле булһын. Болаут сәйе борондан иң файҙалы тип иҫәпләнгән. Ул иммунитетты ла күтәрә. Һарымһаҡ та тәбиғәт мөғжизәһе, унда организмды таҙартыусы һәм нығытыусы 400-гә яҡын файҙалы компонент бар. Өләсәйҙәрҙең нисек дауалауын иҫкә төшөрөгөҙ, ҡайнар һөткә аш содаһы һалып эсерһәләр, иртәнгә тиклем йүтәл бөтә торғайны. Бының сере ябай, организмдың эселеге түбәнәйһә, уға вирустар һөжүм итә башлай, ә аш содаһы иһә уға кәрәкле һелтеле мөхитте кире тергеҙә.

Шулай уҡ йод тураһында әйтер инем. Күптәрҙең "Диңгеҙгә барып ҡайтҡайныҡ, балам ҡыш буйы ауырыманы", тип һөйләгәнен ишеткәнегеҙ барҙыр. Сөнки бала диңгеҙ һауаһын туйғансы һулаған, диңгеҙ ризыҡтарын ашаған һәм организм ҡыш буйына инфекциялар менән көрәшер өсөн йодты етерлек тупланған! Ә Рәсәйҙең күп кенә төбәктәрендә йод етешмәй. Шуға ла быны ла иҫтә тотһағыҙ ине. Йод ҡалҡан биҙендә туплана, ә ул уны ана шул инфекциялар менән көрәшкә тотона. Әгәр йод етмәй икән, ул иммунитетты түбәнәйтә, шул рәүештә беҙгә сигнал бирә. Ҡалҡан биҙенең иһә башҡа биҙҙәргә йоғонтоһо ныҡ.

Ләйсән НАФИҠОВА яҙып алды.

30 views·1 share