ШӘХСИ ХУЖАЛЫҠ ТАУАРҘАРЫ

Шәхси хужалығыңда үҫтергәнеңде, етештергәнеңде һата беләһеңме, әллә арзан хаҡҡа алыпһатарҙарға ғына биреп ебәрәһеңме?

ШӘХСИ ХУЖАЛЫҠ ТАУАРҘАРЫ, image #1

Мәхәмәтйән ИСҠАҠОВ, Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылы: Электән малды күпләп тотабыҙ, ауылда йәшәп, малың да булмаһа, ҡураның ни йәме инде. Бесәнде үҙем эшләйем, бының өсөн барлыҡ техникам бар, сабып, йыйып, өйөп ҡуйылғанын тейәшеп алып ҡайтыр өсөн улым, кейәүҙәр ярҙам итә. Бесән яҡшы үҫкән йылда күберәк эшләп ҡалырға тырышам, берәр кәбән артығыраҡ та эшләнһә, ҡоролоҡ йылында еңелерәк була. Элек малды һуйып, итен Баймаҡ ҡалаһы баҙарында һата инек. Хәҙер бының ауырлығы бар, үҙең ашар өсөр генә кәртәңдә һуйып була. Баймаҡҡа мал һуйыу пунктына тейәп алып барып, сират тороп, малыңды ҡурҡытып-өркөтөп, һуйҙырып алырға тейешмен. Әлбиттә, был закондың ыңғай яҡтары ла барҙыр, һатыуға сифатһыҙ ит сыҡмай. Әммә ул ауыл халҡының тормошон бер аҙ ҡатмарлаштыра. Шуға ла беҙ мал һуйырға булһаҡ, тәүҙә һатып алыусы эҙләйбеҙ. Ғәҙәттә, ҡалала йәшәүсе туғандар үҙҙәре үк һан-һан итеп, һатып алып та бөтә.

Ә бына үгеҙ быҙауҙарҙы халыҡ "татарҙар" тип атаған алыпһатарҙарға бирергә тура килә. Бының үҙенең сәбәбе бар. Ауылда бит хәҙер көтөү юҡ. Дөрөҫөрәге, көтөүсе табыуы ауыр. Быйыл ярты йәй көтөү булғайны, яртыһында булманы. Ташланы ла ҡуйҙылар. Ә үгеҙ малын көҙгә ҡарай тотоп алып булмай, аҙып ҡына баралар. Шуға ла көҙҙән үк уларҙы урынлаштырып ҡалыу ныҡ ҡулайлы. Арзанға бирәбеҙ, тип иҫәпләмәйем, алыпһатарҙар булһалар ҙа, улар тәҡдим иткән хаҡ баҙар хаҡынан ул ҡәҙәре кәм түгел. Йә юғалып ҡуйыр, тип тә ҡурҡаһың. Ә орғасы быҙауҙы ҡыш сығарып, яҙ тотонабыҙ. Халыҡ яҡшы йәшәй хәҙер. Элек ҡыш ҡына ит ашай инек, хәҙер йыл әйләнәһенә ит бар, өй һайын лар һыуытҡыстар. Шуға ла алдан йәүкәләп ебәрәбеҙ ҙә, һатып та ҡуябыҙ.

Йәшелсәнән, ғәҙәттә, картуф ҡына баҙарға сыға торғайны. Һуңғы йылдарҙа картуфлыҡты ла ҡыҫҡарттыҡ. Балалар үҫеп, башлы-күҙле булып бөттө, ул тиклеме кәрәкмәй ҙә. Улым да күпләп сәсә ине, колорадо ҡуңыҙы ҡуймай, төрлөсә әтмәләп тә, йыйып та, ағыулап та еңеп булмай шуны. Шуға ла ул да ҡул һелтәне.

Гөлфирә ХӨСӘЙЕНОВА, Әбйәлил районы Йәнекәй ауылы: Элегерәк шул-шул инәй көйәнтәһенә ике биҙрә элеп, йәйәүләп Мәғнит баҙарына муйыл, ҡатыҡ һ.б һатырға йөрөгән тип һөйләй торғайнылар. Ҡапыл донъялар үҙгәреп, колхоз тарҡалғас, беҙҙең быуын ҡатындарына ла ошо юлды тапарға тура килде. Балалар үҫтергән ваҡыт, уларҙы кейендерергә, нисек тә йәшәргә кәрәк, Белорет баҙарына ҡаймаҡ, май, эремсек һатырға йөрөй башланыҡ. Сыр иретергә лә өйрәндек. Йәйәү түгел, шулай ҙа башта 12 саҡрымда ятҡан ауылдағы электричкаға бара инек. Белорет станцияһына килеп төшкәс, күтәргеһеҙ сумкаларҙы күтәреп, автобусҡа ултыраһың. Кире ҡайтыр өсөн уныһына ҡайһы саҡта эләгә алмай, электричкаға һуңлаған саҡтар ҙа, төнгөһөнә ҡалып, 20 саҡрымды йәйәүләп үткән саҡтар ҙа булды. Тығын автобуста сумкаларҙан көшөлөктәрҙе лә урлаттыҡ. Аҙаҡтан Өфөгә йөрөгән автобусҡа эләгеп киткеләнек. Һуңғараҡ һәр йортта тиерлек машиналар барлыҡҡа килде. Хәҙер һөйләһәң, кеше ышанмаҫ. Бөгөн һөт ризыҡтарын һатыусылар үҙ машиналарында ғына бара баҙарға, аҙнаһына ике тапҡыр йөрөүселәр бар. Малды ла күпләп тоталар, килем дә алалар, тырышлыҡ ҡына кәрәк.

Шулай ҙа ауылыбыҙҙың Белорет, Магнитогорск ҡалаларына яҡын булыуы беҙҙең өсөн ярты бәхет икән. Алып барып һатыр урын булмаһа, нимә эшләр инек? Көҙөн мал-тыуарҙы һуйып, ошо ҡалаларҙың баҙарына алып барып һатабыҙ әле лә. Элегерәк ауылдан ветврач справка бирә, барғас, баҙарҙың ветеринария лабораторияһын ғына үтә инек. Хәҙер, әлбиттә, ҡатмарлыраҡ, малды махсус урында һуйырға, уныһы өсөн байтаҡ аҡсаңды сығарып һалырға тура килә. Беҙгә элегерәк малыбыҙҙы район үҙәге Асҡарҙа, бер тапҡыр хатта Белоретта һуйҙырырға тура килде, ә хәҙер үҙебеҙҙең ауылда мал һуйыу пункты - икәү. Уны ауылдың йүнсел егеттәре асты, беҙгә малды тейәп, ауырлығын кәметеп, юл ғазабы күреп йөрөргә тура килмәй. Яҡын-тирә ауыл халҡы тере малын килтереп, һуйҙырып ала. Беҙ итте тейәп кенә китәбеҙ йәрминкәгә. Уны һатып торғоң килмәһә, алыпһатарҙар йүгереп йөрөй, хаҡын килешһәң, бирәһең дә китәһең.

Картуфты ла үҙебеҙ тороп һатабыҙ. Ауылдан, йорттан уҡ килеп алыусы алыпһатарҙар бар ул, тик улар бик осһоҙға ала, унда ла ҡулаҡса бирмәй, тауарға алыштыра. Әйтәйек, быйыл картуфтың биҙрәһе 500 һум, ә улар ике биҙрәгә 5 л үҫемлек майы тәҡдим итә. Мең һумлыҡ май булмай бит инде. Ә бына быҙауҙарҙы ысынлап та Татарстандан килеп йыйыусыларға тапшырғылайбыҙ. Улар тейешле хаҡын бирә биреүгә. Барыһын да иҫәпләһәң, быҙау көйөнә һатыу отошло, тип уйлайым.

Нәфисә ШӘМСЕТДИНОВА, Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарламан ауылы: Малды беҙ күпләп тотабыҙ, хатта 10-12 баш булып китә. Уны итләтә һатабыҙ, күбеһенсә үҙебеҙҙең туғандар һатып ала. Сөнки кемдәрҙер һымаҡ, тиҙ үҫтереү өсөн укол-фәлән ҡаҙамайбыҙ. Хәҙер шундай күренештәр ҙә бихисап бит. Ә беҙҙең иттең тәмле, таҙа, хәләл икәнен барыһы ла белә. Бер йылды тауыҡ итен һатып алып ҡараным да, үҙең үҫтергәнгә етмәй икәнен аңланым. Бесәнде күп эшләйбеҙ. Ауылда көтөүҙе сиратлап көтәләр бит, малыбыҙ күп булғас, беҙгә был бурысты бер нисә көн атҡарырға тура килә. Шуға быйыл малды ҡурала тотоп, йәй буйына бесән әҙерләп ашатып сыҡтыҡ. Шул уҡ ваҡытта ҡышҡылыҡҡа ла бесән әҙерләнек. Йәшелсәнең дә артҡаны малға китә, әле бына ҡабаҡ бирә башланыҡ, сөгөлдөр, ваҡ картуф - шуға ла беҙҙең малдың ите тәмле була.

Малһыҙ булмай шул ауылда. Беҙ үҙебеҙ күпләп мал тотоп, йорт һалдыҡ, машина алдыҡ. Етештергәнде Ҡырмыҫҡалыға ла, Өфөгә лә алып барып һаттыҡ. Хәҙер бына Өфөлә беҙҙең кеүек продукцияны үҙе етештергән кешеләргә баҙарҙа ла, урамдарҙа ла сауҙа урындары булдырҙылар. Юҡһа, элек полиция бар ерҙән дә ҡыуа торғайны бит. Шулай бер саҡ Өфөлә, асыҡ урында һатырға ярамай, тип, милиция паспортымды ла ала яҙғайны. Етештергән ризыҡтарҙы бына шулай үҙебеҙ, үҙ ҡулдарыбыҙ менән һатырға тырышабыҙ. Алыпһатарҙарға биргәнебеҙ юҡ. Халыҡ улай тиҙ генә алданмай ул хәҙер. Беҙҙең кеүектәр өсөн махсус йәрминкәләр үткәрәләр, был, әлбиттә, һатыусыға ла, һатып алыусыға ла уңайлы.

Ләйсән НАФИҠОВА яҙып алды.

35 views·1 share