"Башҡортостан ғүмер оҙайлығы" республика проекты старт алды. Уны нисек баһалайһығыҙ һәм үҙегеҙ өсөн унан ниҙәр көтәһегеҙ?

"Башҡортостан ғүмер оҙайлығы" республика проекты старт алды. Уны нисек баһалайһығыҙ һәм үҙегеҙ өсөн унан ниҙәр көтәһегеҙ?, image #1

Шәфҡәт КИНЙӘҒОЛОВ, педагогика ветераны, Ауырғазы районы: Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел, тиһәләр ҙә, бөгөнгө пенсионерҙар элеккеләренә ҡарағанда күпкә отошлораҡ хәлдә, тип уйлайым. Ошо ҡатмарлы заманда аҙ ғына булһа ла пенсияһы килеп тора, шөкөр. Бәғзе берәү ҡарттарҙан тарһынып, пенсионерҙарҙың күплегенә зарланһа ла, ил етәкселеге өлкән быуын вәкилдәрен үҙ хәстәрлегенән ташламай, киреһенсә, уларҙың сәләмәтлеген ҡайғырта, ғүмер оҙайлыҡтарын тәьмин итергә тырыша. Бынан бер ай элек, 1 октябрь - Өлкән йәштәгеләр көнөндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беҙҙең районға килде. Бында ул урындағы ветерандар ойошмалары әүҙемселәре менән осрашты һәм бөтөн республикабыҙҙың оло йәштәге граждандары өсөн яҡшы хәбәр еткерҙе: тап ошо көндө ул "Башҡортостан ғүмер оҙайлығы" тип аталған республика проектын раҫлап, ҡул ҡуйыуы хаҡында хәбәр итте һәм уның төп ике маҡсатын билдәләне. Беренсеһе - был сараның кеше ғүмерен мөмкин тиклем оҙайтыуға булышлыҡ итеүе һәм икенсеһе: сифатлыраҡ, яҡшыраҡ йәшәү рәүешенә йүнәлеш биреүе. Р.Хәбировтың: "Күҙҙәр осҡонланып торһон, көс-ҡеүәт, һаулыҡ булһын. Өлкәндәр сәйәхәт итһен, яңы күнекмәләр алһын, заманыбыҙға ярашлы аңлы булһын, шул иҫәптән, компьютер белемен үҙләштерһен", - тип әйткәне айырыуса хәтеремә һеңде.

Ысынлап та, кеше пенсияға сыға ла үҙен тормош арбаһынан төшөп ҡалғандай тоя башлай, йәшәүҙең мәғәнәһен күрмәй. Ә бит, кемдер әйтмешләй, тап пенсияға сыҡҡандан һуң тормош башлана ғына! Әлбиттә, күптәр һаман да тормош мәшәҡәтенән арына алмай: балаларын тәрбиәләп үҫтереүе генә етмәй, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарай, шуларҙан бушамай - был да үҙенә күрә бер күңел йыуаныуы, ләкин ҡасан һуң ул үҙе өсөн дә әлегә көсө, дәрте барҙа бер аҙ йәшәп ҡалыр? Донъя эше бөтмәҫ ул, ваҡ-төйәк мәшәҡәтте ситкә ҡуйып, һаулығыңды нығытыу, донъяға ҡарашыңды киңәйтеү, белемеңде камиллаштырыу ҙа зыян итмәҫ ине. Әлеге беҙ һөйләй башлаған "Башҡортостан ғүмер оҙайлығы" проекты тап бына ошо маҡсаттар өсөн булдырылған да инде. Мәҫәлән, ғүмер буйы баш баҫып эшләп, үҙ өйөнән, ауылы йә ҡалаһынан бер ҡайҙа сығып йөрөмәгәндәр байтаҡ. Ундайҙар өсөн хәҙер донъя күреү, Башҡортостаныбыҙҙың гүзәл тәбиғәтле урындарына сәйәхәт ҡылыу бер ни түгел: "Башҡортостан ғүмер оҙайлығы" проектының туризм йүнәлешенә яҙылырға ғына кәрәк. Спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше программаһы ла күңелгә яҡын: сыныҡтыра, һаулыҡты нығыта. Пенсионерҙарҙың күбеһе, хатта ауылдарҙа ла, скандинав таяҡтары менән "дуҫлашып", саф һауала йөрөүҙе яҡшы ғәҙәт итеп алды.

Бөтәбеҙгә лә мәғлүм: ололар араһында ҡул эштәре оҫталары бик күп: тегенселәр, бәйләүселәр, сигеүселәр... Һуңғы йылдарҙа бигерәк тә боронғо башҡорт кейемдәре, биҙәүестәре менән эш итеүсе оҫталар артты. Ирҙәр араһында ла оҫталар күп, улар талдан үреп, һәр төрлө мебель етештерә, матур-матур һандыҡтар яһай һ.б. Улар ҙа хәҙер иғтибар үҙәгендә буласаҡ, етештергән тауарҙарын күргәҙмә-һатыуға ҡуя аласаҡтар. Башҡарыу һәләтенә эйә таланттар ҙа ситтә ҡалмай, уларға үҙешмәкәр коллективтарға берләшеп ижад итеү мөмкинлеге асыла. Кемгә нисектер, минең үҙемә "Уҡыу" йүнәлеше оҡшай. Бында финанс, хоҡуҡ грамотаһына өйрәтәләр, компьютер технологияһын белеү ҙә бөгөн бик кәрәк, сөнки бөтөн хеҙмәттәр ҙә шуға бәйле: өйҙән сыҡмай ғына коммуналь хеҙмәттәргә, телефон-интернетҡа түләйһең, ниндәйҙер кәрәкле әйбер һатып алаһың, йә булмаһа, РФ Пенсия фонды, Дәүләт хеҙмәттәре аша "Шәхси кабинет"ыңда ултырып ҡына шуларға ҡағылышлы бөтөн яңылыҡтарҙы, субсидия һым ташламалар хаҡында белеп бараһың.

Рауза БАЙРАМОВА, пенсионер: Тәүҙәрәк мин республикала әҙерләнгән "Башҡортостан ғүмер оҙайлығы" проекты хаҡында ишетә биреп кенә ҡалһам да, тиҙҙән, 9 сентябрҙә, үҙем дә уйламағанда, уның тәүге сараларының береһендә ҡатнашыу бәхетенә эйә булдым. Эш шунда: ошо проекттың "Туризм" йүнәлеше буйынса тәүге сәфәргә сығырға йыйынған төркөмдә бер кеше сәйәхәттән баш тартыу сәбәпле, уның урынына мине саҡырҙылар. Бөтәһе өс төркөм булып, уларҙың беренсеһе Ишембай районына - Торатау геопаркына юл алһа, икенсеһе - Мәләүезгә, ә беҙ Ғафури районына киттек. Билдәле булыуынса, Ғафури районы үҙенең гүзәл тәбиғәте, шифалы минераль сығанаҡтары менән донъяға билдәле, шулай ҙа, оятыма күрә, миңә үҙ ғүмеремдә унда булырға тура килгәне юҡ ине. Беҙҙе тап ана шул Красноусол шифалы һыуҙары менән таныштырҙылар ҙа инде. Бынан тыш, Усолка геологик тоҡомдары киҫелешен ҡараныҡ, аҫмалы күперҙән Ағиҙелдең уң ҡушылдығы булған Еҙем йылғаһы аша үтеп, Уҡлыҡаяға һоҡландыҡ. Ә Ташаҫтыла беҙҙе ауыл халҡы тотош байрам яһап ҡаршыланы: тирмәләр ҡоролған, борҡоп самауырҙары ҡайнай, аш-һыу, тәмле ризыҡ төрҙәре - иҫең китерлек! Башҡорт милли кейемендәге ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егеттәр туристар төркөмөн ҡурай моңо, йыр-бейеү менән ысын башҡортса ҡунаҡсыллыҡ йолаһы күрһәтеп, ҙурлап ҡаршыланы. Күңелдәребеҙ булғансы тирләп-бешеп сәй эсеп, үҙешмәкәр артистар сығыштарына һоҡланып, ҡайтыр ваҡыт еткәне лә һиҙелмәй ҡалды. Эйе, бер генә көнгә килгәйнек бит, шулай ҙа был сәфәрҙән ғүмергә етерлек тәьҫораттар алып, күңелдәребеҙ күтәрелеп ҡайттыҡ. Аҙаҡ өс төркөм араһында был сәйәхәттәр хаҡында фекер алышҡанда бер рус ҡатыны: "Сәйәхәт итергә яратам. Европаны айҡап сыҡтым, Азия илдәрендә, шул иҫәптән Ҡытайҙа, Таиландта, Вьетнамда - күп ерҙәрҙә булдым, тик бына Башҡортостаным хаҡында ғына бик әҙ белгәнемде аңланым хәҙер. Республикабыҙ мин ошоға тиклем булған бөтөн илдәрҙән дә матур, ҡунаҡсыл һәм бай тәбиғәтле", - тип баһа бирҙе сәфәребеҙгә.

Эйе, күптәр шундай фекергә килде ошо бер көнлөк кенә сәйәхәттән дә. Ишембай районына барып ҡайтҡандар мәғрур Торатау геопаркы хаҡында тәьҫораттарын һөйләп бөтөрә алманы, Мәләүез төркөмө шулай уҡ бик ҡәнәғәт йөрөп ҡайтты - "Башҡортостан ғүмер оҙайлығы" проектын ойоштороусыларға бөткөһөҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Күптәр киләһе сәйәхәттәр маршруттарын белешә һалып, көн алдын яҙылып ҡуйырға ла өлгөрҙө. Эйе, бик матур һәм йөкмәткеле проект уйланған, ул беҙгә, өлкән йәштәгеләргә генә түгел, ә балаларға, йәштәргә, ғөмүмән, бөтә йәштәгеләр өсөн дә файҙалы булыр ине: үҙебеҙ төйәк иткән тыуған еребеҙҙе мөмкин тиклем яҡшыраҡ, ишетеп түгел, күреп белергә тейешбеҙ, тип уйлайым мин.

Регина ШӘЙХИСЛАМОВА, геронтолог: Һуңғы Росстат мәғлүмәттәре буйынса быйылғы йылға Башҡортостанда барлығы 849 мең, йәғни Башҡортостан халҡының 21 проценты самаһы 60 йәштән өлкән халыҡ йәшәй. Йәш аралыҡтары буйынса иҫәпләгәндә, 60-70 йәшлектәр - 623 меңдән ашыу, 75-89 йәшлектәр 200 меңдән күберәк, ә инде 90-ды артылғандар 18 меңдән артығыраҡ. Һуңғы йылдарҙа республикала ғүмер оҙайлығы артыуы күҙәтелә башлағайны, үкенескә, пандемия башланып китте. Ләкин тормош дауам итә, әҙәм балаһы ниндәй шарттарҙа ла йәшәргә, тормошҡа йәбешеп ятырға тейеш. Күп йәһәттән кешегә бындай һынау мәлдәрендә уның йәшәүгә булған ихтыяр көсө иҫән ҡалырға ярҙам итә. Дәүләт етәкселеге лә, бер нигә ҡарамайынса, ошондай ауыр ваҡыттарҙа ла халыҡ именлеге, айырыуса балалар хаҡында ҡайғырта, өлкән йәштәгеләргә лә берҙәй үк хәстәрлек менән ҡарай. Яңыраҡ Башҡортостанда иғлан ителгән "Башҡортостан ғүмер оҙайлығы" республика проекты ана шундай хәстәрлектең аныҡ бер сағылышы булды ла инде. Бөгөн тотош Рәсәй буйынса әүҙем ғүмер оҙайлығы сәйәсәте концепцияһы тормошҡа ашырылғанда, был бик көнүҙәк, кәрәкле проект.

Ошо йәһәттән, табип булараҡ, мин кешенең ғүмер оҙайлығына булышлыҡ итеүсе мөһим бер фактор - дөрөҫ туҡланыу мәсьәләһенә иғтибарҙы йүнәлтер инем. Кеше һаулығы күп йәһәттән тап ана шул туҡланыуға бәйле, өлкән йәштәгеләр өсөн бигерәк тә. Олоғайғас та һәр саҡ еңел кәүҙәле, етеҙ хәрәкәтле булып ҡалыр өсөн диетологтар йәштән күнегелгән рациондың 25 процентын, йәғни дүрттән бер өлөшөн кәметергә кәңәш бирә. Бөгөн был ҡартлыҡ проблемалары менән көрәшеүҙең иң беренсе шарты тип әйтергә лә була. Был, әлбиттә, үҙеңде ниндәйҙер ризыҡтарҙан мәхрүм итеү тигән һүҙ түгел, нигеҙҙә, сама белеү, ҡабул ителгән ризыҡ миҡдары хаҡында бара. Ә шулай ҙа тоҙло, тәм-том һәм майлы ризыҡтарҙан баш тартыу мотлаҡ шарт. Оло йәштә аминокислоталарға, витаминдарға, минералдарға бай ризыҡтар, йәғни күберәк йәшелсә, емеш-еләк, майлы төр балыҡтар, диңгеҙ аҙыҡтары, ҡарабойҙай, һоло ярмаһы, бойҙайҙың ҡаты сорттарынан ризыҡтар, етен майы, сәтләүектәр, ҡуҙаҡлыларға өҫтөнлөк бирергә кәрәк.

Ғүмер оҙайлығына туранан-тура йоғонто яһаусы тағы бер сара - сифатлы һәм шифалы йоҡо. Дөрөҫ, оло йәштәгеләрҙең күбеһе насар йоҡлауына йыш зарланыусан. Бында уның сәбәптәрен асыҡлап, кисекмәҫтән проблеманы яйлау яғын ҡарарға кәрәк, сөнки йоҡоһоҙлоҡ йыш ҡына күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе бар. Ҡан баҫымын көйләү, нервыларҙы тынысландырыу, әлеге лә баяғы йоҡлар алдынан ашау-эсеүҙән тыйылыу һәм, әлбиттә, хәрәкәт итеү, физик күнекмәләр яһау тейешле һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ, тик быларҙы башҡарғанда даимилыҡ кәрәк икәнен дә онотмайыҡ. Ғәҙәттә, ҡыҙыҡһыныусан, теремек һәм ижади кешеләр сәләмәт тә була, тиҙәр. Бында ниндәйҙер хаҡлыҡ барҙыр тейем, сөнки әүҙем аҡыл эшмәкәрлеге шулай уҡ ғүмер оҙайлығына сәбәпсе мөһим факторҙарҙың береһе. Оло йәштә лә аҡыл эшмәкәрлегенең һүнә барыуына юл ҡуйырға ярамай, киреһенсә, уны көйләүсе эш һәм күнекмә төрҙәрен үҙләштерергә кәрәк: компьютер менән эш итергә өйрәнеү, шахмат-шашка уйнау, Ҡөрьән сүрәләре, шиғырҙар ятлау, сит тел өйрәнеү һәм башҡа төрлө әүҙем фекерләүҙе талап итеүсе сараларға мөрәжәғәт итеү тейешле һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

47 views·1 share