Бөгөн тормошоғоҙҙа, йәшәгән төбәгегеҙҙә булып ятҡан ниндәй ҡыуаныслы ваҡиғалар, ыңғай күренештәр хаҡында һөйләргә теләр инегеҙ?
Тәнзилә САФИУЛЛИНА, Баҡалы районы Баҡалы ауылы, йорт хужабикәһе: Ваҡытында балаларыма өс ейән-ейәнсәр ҡарап үҫтерештем: әсәләре уларҙы миңә ҡалдырып китәләр ҙә эшкә йүгерәләр, сөнки балалар баҡсаһы алыҫ, йыш ҡына унда урын да булмай ине. Ә бит уларҙы гел өйҙә генә ултыртып булмай, тышҡа сығарып уйнатырға, саф һауа һулап йөрөп килергә, бер һүҙ менән әйткәндә, мөмкин тиклем балалар баҡсаһындағыса тейешле режим буйынса тәрбиәләргә кәрәк. Ҡала тибындағы ҡатлы йортта йәшәгәс, бер үҙҙәрен генә лә сығарып ебәреп булмай. Ә ишек алдына сыҡһаң, ул саҡ ҡайҙа барырға ла белмәй аптырай инек, хатта ябай ғына бер эскәмйәне лә ватып киткән булалар. Ҡана лабаһа, ул саҡ ишек алдыбыҙҙа бәләкәй генә балалар майҙансығы булһа, тип бик күп ата-әсәләр, өләсәйҙәр хыяллана инек. Беҙҙең өсөн һуңлап булһа ла - һуң булһа ла уң булһын, тигәндәй, - бөгөн йорт ихатабыҙ танығыһыҙ булып үҙгәрҙе, матурланды, төҙөкләндерелде. "Башҡорт ихаталары" республика комплекслы программаһы буйынса бында балалар өсөн заманса уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлдө, был урындарҙа аяҡ аҫтына хәүефһеҙлек маҡсаттарында резина ҡатлам да түшәлгән хатта, сөнки бала-саға уйнаған, йүгергәндә йығылып та китеүе бар, ә былай ул йомшаҡҡа төшә. Йорт алдында элек арҡыс-торҡос туҡтап торған машиналар өсөн дә хәҙер тәғәйен туҡталҡа урыны бүленгән, эңерҙә ишек алдыбыҙ яҡтыртыла, сүп-сар урыны һәм кер элеп киптереү ҡулайламалары хаҡында ла онотмаған рәхмәт яуғыры төҙөүселәребеҙ. Шуныһы тағы бер рәхәт: хәҙер яуын, рашҡы мәлендә лә бысраҡ кисмәй генә йөрөп инәбеҙ: йорт алды юлдары тип-тигеҙ асфальт. Һәм ышанаһығыҙмы - йорт алдарына видеокамералар ҡуйылған! Бындай хәүефһеҙлек системаһы менән һәр бер Өфө йорто ла маҡтана алмайҙыр, моғайын. Хәтеремдә, бер йыллап элек ошо йортта йәшәүселәрҙе "Башҡорт ихаталары" программаһы менән таныштырып, беҙҙең фекер һәм теләктәрҙе яҙып алып йөрөнөләр, ләкин ул ваҡыт был пландың шулай еренә еткерелеп, ә иң мөһиме, халыҡ теләктәрен иҫәпкә алып башҡарылырына бер кем дә ышанмағайны, сөнки ул саҡ йорт ихаталары заманында законһыҙ рәүештә төҙөлгән һәм хәҙер иҫкереп, эс бошорғос күренеш тыуҙырған ниндәйҙер һарай, гараж, мөгәрәп кеүек шәхси ҡоролмалар менән тулған ине. Әле уларҙың береһе лә ҡалманы: һәр ерҙә таҙалыҡ, тәртип, ултырып ял ит, балаларыңды уйнат, спорт менән шөғөллән - бының өсөн әллә ҡайҙа спорт залына барып йөрөргә лә кәрәкмәй, бөтә шарттар - үҙебеҙҙең йорт алдында. Әйткәндәй, "Башҡорт ихаталары" республика программаһы халыҡ йәшәйеше һәм ялы өсөн бик ваҡытлы һәм кәрәкле сара булып сыҡты. Телевидениенан да, гәзиттәрҙән дә ҡарап-уҡып белеүемсә, Башҡортостаныбыҙ райондары, хатта бәләкәй генә ауылдары ла, шулай уҡ, әлбиттә, баш ҡалабыҙ Өфө лә тап ошо проект буйынса йылдан-йыл үҙгәрә, төҙөкләнә барыуын күреп, күңел ҡыуана. Нисек кенә ауыр булмаһын, сир-сир тип зарланып ҡына ултырып булмай: кеше йәшәргә ынтылырға, балаларыбыҙҙы һау-сәләмәт итеп тәрбиәләргә тырышырға тейеш. Бының өсөн беҙгә шарттар тыуҙырыла икән, уны булдырыусыларға рәхмәтле булайыҡ та, ошо уңайлыҡтар менән файҙаланайыҡ. Тағы ла шуны әйткем килә: бик күп аҡса түгеп башҡарылған ошо уңайлыҡ-матурлыҡтарҙы күҙ ҡарабыҙҙай һаҡлайыҡ, ул бит беҙҙең уртаҡ милкебеҙ, юғиһә, ҡулдары ҡысытып торған вандалдар һәр ерҙә лә үҙ әшәкелеген ҡылырға ғына әҙер тора. Хәйер, ундайҙар беҙҙең йорт тирәһенә яҡынлай алмаҫ, тип уйлайым: әйтеүемсә, беҙҙә видеокамералар эшләй.
Лилиә АҠСУРИНА, Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылы, хаҡлы ялдағы уҡытыусы: 40 йыл балалар уҡытып, ялға сыҡтым. Ғүмер буйы эшләп өйрәнгән кешегә өйҙә ултырыу, бер яҡтан, физик ял булһа ла, күңел, рухи торошоң һаман ҡайнап торған ижади әүҙемлеккә, аралашыуға тартыла; донъя хәлдәре, ил, тыуған төйәк яңылыҡтары менән хәбәрҙар булғы килә. Шуға ла өйгә гәзит-журналдар яҙҙырып алып уҡыу ғәҙәтебеҙгә һеңгән, шунһыҙ тормоштоң да мәғәнәһе юғала һымаҡ. Был йәһәттән дә тормош юлдашым менән ынтылыштарыбыҙ тап килә, ул да ғүмере буйына гәзит-журнал менән дуҫ йәшәй. Әле икебеҙ ҙә хаҡлы ялда булғас, матбуғатҡа ылығыу айырыуса көсәйҙе. Минең үҙемә бәләкәйҙән рус мәктәбендә уҡырға тура килде, эшләгән йылдарҙа ла үҙ фәнемде рус телендә алып барҙым, шуға күрә башҡорт матбуғаты менән яҡшы таныш булһам да, рус телле гәзиттәргә лә яҙылам. Башҡортса гәзиттәрҙе лә уҡыйым, бигерәк тә эшләгән йылдарҙа мәктәбебеҙ китапханаһында алып барылған бөтөн башҡорт баҫмалары төпләмәләрен дә ҡалдырмай уҡып бара торғайным. "Киске Өфө" гәзитенең рухиәт һәм халҡыбыҙ тарихы темаларын яҡтыртыуға йүнәлешен бик хуплайым һәм үҙ итәм.
"Әйт, тиһәгеҙ..." рубрикаһы бу-йынса бирелгән һорауға килгәндә иһә, мин гәзит уҡыусы булараҡ яуап бирергә теләйем, сөнки һуңғы ваҡытта тормошомда булып алған бер иҫтәлекле ваҡиға әлеге шул гәзиткә яҙылыуым менән бәйле. Районыбыҙҙың "Зианчуринские зори" гәзите, башҡа күп баҫмалар кеүек үк, үҙ уҡыусылары араһында һәр төрлө акциялар, конкурстар уҙғара. Мин быйыл уға икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыусылар араһында уйнатылған лотереяла ҡатнашҡайным. Һөҙөмтәлә, күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме, 5 тонна ... асфальт оттом! Был беренсе приз шундай үҙенсәлекле булһа, икенсе приз эйәһе быҙаулы булды. Бына шундай ҡыҙыҡлы ла, йорт-хужалығыңда бик ярап та ҡалырҙай бүләктәр алып ҡыуандыҡ. Иң мөһиме, был матур эште ойоштороусы "Зианчуринские зори" гәзите коллективына ҙур рәхмәт: асфальт тейәгән үҙбушатҡыс машина килеп, отошто бушатты ла, юл хужалығы эшселәре уны беҙҙең ишек алдына матур итеп минутында-сәғәтендә үк түшәп тә киттеләр. Бына хәҙер, исмаһам, ҡарлы-ямғырлы рашҡы мәлдәрендә ишек алдыбыҙ таҙа, тигеҙ булып ятыр, юғиһә, ошоға тиклем түшәлгән ҡырсын күбеһенсә яйһыҙлыҡтар ғына тыуҙыра ине. Был ваҡиға тураһында хәбәр менән бөтөн интернет тулды, үҙемә лә хәҙер бер аҙ уңайһыҙ: ни тиһәң дә, улай иғтибар үҙәгендә булыу минең өсөн түгел. Гәзиттәр ҙә яҙҙы, телевидение ла күрһәтте. Өҫтәүенә, бына әле НТВ үҙәк каналдан журналист көтәм. Бөгөн халыҡ, ысынлап та, һеҙ әйтмешләй, ниндәйҙер ҡыуаныслы һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға, ыңғай көйләнеш, матур хәбәрҙәргә һыуһағандыр, шуға ла әлеге ваҡиғаны дәррәү күтәреп тә алдылар, юғиһә, гел генә сир, хәүефле яңылыҡтар менән донъя тулды бит. Был бик арыта, ялҡыта, шуға ла, әйҙәгеҙ, яҡшыға йүнәлеш тотоп, бәләкәй генә изгелек ғәмәлдәренән дә илһам алып, киләсәгебеҙгә өмөтлө мөнәсәбәт тотоп йәшәйек.
Ғәбдерәүеф АҪЫЛБАЕВ, хеҙмәт ветераны, Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы: Беҙҙең быуын ғүмере буйы эштән бушаманы, шуғалыр ҙа, күрәһең, илле-алтмышты үтер-үтмәҫтән һаулыҡ ҡаҡшай башлай. Ауыл кешеһе ҡала халҡы менән сағыштырғанда сыҙамыраҡ та, сыныҡҡаныраҡ та була, сөнки беҙҙә экология ла таҙараҡ, ҡалалағы кеүек нервыларҙы боҙоусы ығы-зығы, этеш-төртөш тә юҡ. Унан һуң, ауыл халҡы даими хәрәкәттә: үҙ ризығыңды үҙ хужалығыңда етештереп тамаҡ туйҙырырға, ғаилә аҫрарға тура килә. Ә шулай ҙа өлкәнәйә килә барыбер даими медицина ярҙамына мохтаждар ауыл ерҙәрендә лә арта бара. Өлкәндәрҙе күберәк шул йөрәк-ҡан тамырҙары, яман ғәҙәтенә баш була алмай, тәмәке тартҡан-эскәндәрҙе үпкә, ашҡаҙан, бауыр, простата кеүек сирҙәр яфалай башлай. Тынғыһыҙ эшем менән бәйле мин дә ана шулай йөрәк сиренә дусар булдым, миңә хәҙер даими табип күҙәтеүендә булырға кәрәк. Шунлыҡтан, ваҡытында ғаиләм менән ауылымдан район үҙәгенә күсеп килергә мәжбүр булдыҡ. Йәшәгән ауылымда медпункт юҡ ине. Әле бына яңылыҡтарҙан уҡып, бик ҡыуанып ултырам: быйыл Хәйбулла районында биш фельдшер-акушер пункты асылырға тейеш, тип яҙылған. Әйткәндәй, шуларҙың береһе Татырүҙәктә октябрҙә үк асылған да инде. Унан да алдараҡ Оло Әбештә лә шундай уҡ медпункт эшләй башлаған. Әле йыл аҙағына тиклем тағы ике Әбүбәкир менән Антингән ауылдарында асыласаҡ. Тағы берәүһе ошо көндәрҙә генә Степнойҙа ишектәрен асҡан: заман талаптарына яраҡлаштырып, бөтөн кәрәкле медицина йыһазы һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Бына был ҡыуаныслы хәл, исмаһам! Район тарихында ҡалырлыҡ. Айырыуса бөгөнгө пандемия мәлендә халыҡ медицина ярҙамыһыҙ ни эшләр ине, юғиһә - уйлауы ла ҡурҡыныс. Ауылда йәшәгән туғандарым өсөн дә күңелем тыныс хәҙер, юҡһа гел генә йә күрше ауылға йә район дауаханаһына юл тапарға тура килә ине уларға ла. Республикабыҙ етәкселегенең өлкән быуын хаҡында ла һис онотмауы, был йәһәттән даими хәстәрлек күреүе маҡтауға лайыҡ. Ишетеп-белеүемсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күптән түгел "Башҡорт йөҙйәшәрҙәре" тигән яңы проект хаҡында Указға ҡул ҡуйғайны. Унда оло йәштәгеләрҙең сәләмәтләген нығытыу, уларҙың социаль әүҙемлеген һәм ғүмерен мөмкин тиклем оҙайтыу буйынса саралар ҡаралған. Әлеге фельдшер-акушерлыҡ пункттарының беҙҙең төбәктә генә түгел, республикабыҙҙың башҡа райондарында ла асылып, эш башлауы ана шул сәләмәтлек программаһы һәм проекттарының аныҡ ғәмәлгә ашырылыуы, һүҙҙән эшкә күсеү ул, афарин!
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
