БЕЛЕМ ТУПЛАП БУЛЫРМЫ?
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына республика юғары уҡыу йорттарының стратегик үҫеше буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Тәү сиратта Башҡортостандың ҡайһы бер ҡалаларында, атап әйткәндә, Белорет һәм Күмертау ҡалаларында филиалдар асыу күҙ уңында тотола. Был тарафтарҙа юғары белем биреү учреждениелары кәрәкме, юҡмы, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Сәйфулла ӘМИРОВ, Көйөргәҙе районы Йомағужа ауылы: Заман менән бергә уҡыу йорттарында белем алыу алымдары ла үҙгәрә. Беҙ үҫкәндә техникумдарға уҡырға инеү өсөн дә ҙур һынау тоторға тура килә торғайны. Эшләгән осоромда шуға иғтибар итә торғайным: урта махсус уҡыу йорто тамамлаған белгестәр эшкә һәләтлерәк, белеме төплөрәк кеүек ине. Бының сәбәбе шундалыр: элек юғары уҡыу йорттары биргән белемдең 60 процентынан ашыуы техникумдарҙа ла уҡытыла торғайны бит. Мин, мәҫәлән, Күмертау тау-механика техникумын тамамланым. Беҙгә һөнәри белем биргән предмет уҡытыусылары үҙ фәндәрен институтта уҡытҡандың ниндәй өлөшөн тәшкил иткәнен йыш иҫебеҙгә төшөрөп ала ине. Ҡайһы бер предметтарҙың 90 процентҡа еткәнен иҫләйем. Әгәр юғары уҡыу йорттарында күпселектә теория бирелһә, беҙҙе производствола оҙаҡ йылдар эшләп, ҙур тәжрибә туплаған инженерҙар уҡытты. Улар теорияны һәйбәт белеүҙәренән тыш, эш тәжрибәһе булыу менән дә айырылып торҙо.
Хәҙер табыу, етештереү тармаҡтары ғына түгел, ә бөтә техник прогресс үҙгәрҙе, уны хатта ҡыуып етеү ҙә көндән- көн ауырлаша бара һымаҡ. Яңы ғына ҡул, аҡыл көсө талап иткән тармаҡтар ҙур тиҙлектә компьютерлаша, цифрлаша. Бөгөн информатика буйынса тейешле белемең булмаһа, һинең менән һөйләшмәйҙәр ҙә. Бынан 15-20 йыл элек һәр урта һәм юғары уҡыу йорто юрист, иҡтисадсылар күпләп әҙерләй торғайны, ил сәнәғәте улар менән тиҙ арауыҡта тулды. Бөгөн IT өлкәһендә белгестәргә һорау ҙур, сөнки һәр тармаҡта йылдам цифрлаштырыу бара. Бына ошоларҙан ғына ла илебеҙҙә юғары белемле белгестәргә һорау ҡырҡа арта барыуын күрәбеҙ. Институт, университет тамамлаған программалаусылар әҙерләмәй, ә цифрлы техника менән "һин"гә һөйләшмәй тороп, сәнәғәтте алға этәреп булмаясаҡ. Шул тәғлимәттән сығып, заманса уйлаған инженерҙар уҡытыу - бөгөн вуздарҙың беренсе бурысы.
Мин ҡасандыр мәктәп, һуңынан техникум тамамлаған Күмертау ҡалаһында бөгөн хәлдәр нисек һуң? Бөгөн унда Өфө дәүләт авиация техник университеты, Ырымбур дәүләт университеты филиалдары, авиация, тау, педагогия колледждары, ике һөнәри лицей эшләй. Беҙҙе тәүге икәүһе ҡыҙыҡһындыра. Беренсеһендә ғәмәли информатика, производствоны һәм технологик процестарҙы автоматлаштырыу һәм тағы өс йүнәлештә уҡытһалар, ырымбурҙар электроэнергетика һәм электротехника, төҙөлөш һәм шуларға өҫтәп ике йүнәлештә белем бирә. Эйе, ике юғары уҡыу йорто ла заманса, кәрәкле һөнәргә уҡыта. Әгәр Өфө университеты Күмертауҙың ҡасандыр ҡала төҙөүсе предприятиеһы булған "Башкируголь" производство берекмәһе баш корпусында урынлашһа, Ырымбур филиалы, ҡайҙа буш бина табылған, шунда уҡыта. Юғары белем биргән уҡыу йорто корпустары бер урындараҡ урынлашһа, был студенттарға ла, уҡытыусыларға ла күпкә уңайлыраҡ булыр ине, моғайын. Ни әйтһәң дә, филиал филиал булып ҡаласаҡ инде. Унда уҡып йөрөгәндәргә (белем алғандарға тип әйтә алмайым), ошо хаҡта өндәшһәң, дипломда был турала яҙылмай бит, тип яуаплайҙар. Дөрөҫ, ләкин белем кимәле айырылып тороуы һиҙелә.
Шуға күрә, республика етәкселегенең Башҡортостандың көньяғында филиал түгел, ә тулы хоҡуҡлы юғары уҡыу йорто ойошторорға ҡарар итеүе көнүҙәк һәм өлгөрөп еткән ҡарар, юғиһә Күмертау һәм яҡын-тирәләге район йәштәре Ырымбурға тартыла. Был бигерәк тә юғары медицина белеме алырға теләүселәргә ҡағыла. Ырымбур, берҙән, баш ҡалабыҙҙан яҡыныраҡ булһа, икенсенән, унда уҡырға инеүе еңелерәк, тиҙәр. Эшкә лә улар шул тарафты һайлай. Ә иң мөһиме, юғары белемле белгестәр үҙ республикабыҙға ла кәрәк бит...
Мәрйәм БАЙРАМҒӘЛИНА, Мәләүез ҡалаһы: Республика Башлығы Радий Хәбировтың Башҡортостандың көньяғы йәштәре белем алһын өсөн Күмертауҙа юғары уҡыу йорто булдырыу тәҡдимен тулыһынса хуплайым. Быны Мәләүез ҡалаһында оҙаҡ йылдар йәшәп, эшләп, ике бала үҫтергән әсә булараҡ аңлатмаҡсымын.
Өфө финанс техникумын тамамлағас, мине был яҡтарға йүнәлтмә буйынса эшкә ебәрҙеләр. Ике йыл эшләп, тәжрибә туплағас, тыуған яҡтарыма ҡайтып китермен, тип уйлағайным, ләкин яҙмыштың үҙ планы булып сыҡты. Тормошҡа сығып, Мәләүездә ҡалып, был яҡтарҙы үҙ итергә тура килде.
Шәкәр заводында финанс өлкәһендә эшләп йөрөгәндә предприятие директорын алмаштырҙылар. Бер ярты йыл эшләгәс, ул завод биләмәһендә осратты ла: "Һылыу, юғары белем алырға кәрәк, һеҙҙе юғарыраҡ вазифаға күсерергә ине, сөнки беҙҙең милләттәштәр араһында предприятиебыҙҙа етәксе урындар биләүселәр юҡ кимәлендә",- тине. Элек балалар бәләкәй саҡта уйлап та ҡарағаным булмаған был тәҡдим мине ҡыҙыҡһындырҙы. Ҡалабыҙҙа Мәскәү дәүләт технологиялар һәм идара итеү институтының уҡытыу-консультация пункты эшләп килә ине. Барып белештем дә, документтарымды тапшырҙым. Һуңғы ике курс имтихандарын Мәскәүгә барып бирҙем. Дипломды ла унда яҡлап ҡайттым. Күп тә үтмәй, Мәләүездә институттың, хәҙер инде университеттың, филиалын астылар. Уның көндөҙгө бүлексәләре лә бар, ләкин улар ҙа түләүле. Ата-әсәләргә балаларын сит яҡтарға ебәреп уҡытыуға ҡарағанда бында аҡса түләп уҡытыу отошлораҡ та, сөнки бала һәр көн өйҙә, күҙ алдында.
Был ҙур ҡала метроларында көпә-көндөҙ, бер кемдән дә йәшермәй, диплом һатҡан осор ине. Юғары белемең бармы-юҡмы, был бер кемде лә ҡыҙыҡһындырмай, иң мөһиме, дипломың булһын. Миңә лә заманында ундай "белгестәр" менән эшләргә тура килде. Һатып алған дипломдары уларҙы башҡаларға өҫтән аҫҡа көлөп ҡарарға мәжбүр итә кеүек ине. Хәҙер тормош та, дипломдарға ҡараш та үҙгәрҙе. Кеҫәңдә диплом ятыуы ғына һине белемле итмәй. Белем генә бөгөн аҙ, ә уны дөрөҫ ҡулланыу мөһим. Бындай белемде тик тәжрибәле профессор-уҡытыусылар составы, тейешле матди-техник базаһы булған төп юғары уҡыу йорттары ғына бирә. Күмертауҙа урындағы һәм Көйөргәҙе, Мәләүез, Күгәрсен, Федоровка райондары йәштәре өсөн көслө юғары уҡыу йорто булһа, бынан бөтәһе лә тик отасаҡ ҡына. Миҫал артынан йыраҡ йөрөргә түгел. Ана, йылдан-йыл уҡытыу алымдарын, идара итеүен камиллаштыра барған Сибай институтын алырға була. Уны нисек һанлай һәм данлай Урал аръяғы халҡы! Ә беҙҙең төбәктә яңы уҡыу йортон формалаштырыуҙа Күмертау авиация, Мәләүездең эшкәртеүсе предприятиеларының юғары белемле белгестәргә ҡытлығын иҫәпкә алып, урындағы университеттарҙың филиалдары базаһын ҡулланыу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.
Лира СИБӘҒӘТОВА, Белорет ҡалаһы, күп балалы әсә: Республика педагогтары кәңәшмәһендә төбәк етәксеһенең Белоретта юғары уҡыу йорто филиалын асыу тураһында тәҡдимен ишеткәс, бик ҡыуандым. Бала тәрбиәләгән әсәйҙәрҙең күптәнге хыялы ул. Урта һөнәри белем биреү учреждениелары юҡ түгел, оҙаҡ йылдар эшләп, хеҙмәт баҙарына бик күп быуын эшсе кадрҙар сығарған абруйлы колледждар бар. Әммә хәҙерге йәштәрҙең күбеһе 11-се класты тамамлағас, юғары уҡыу йортона инергә теләй бит.
Мәғлүм булыуынса, Белорет районы - Башҡортостанда иң ҙуры. Ҡалала ғына 65 меңгә яҡын кеше йәшәй. Йәштәр күп, әммә республика вуздары филиалдары булмауы бик ныҡ бәкәлгә һуға. Был проблема менән балалар бер-бер артлы мәктәпкә барғас та осраштыҡ. Быйыл өлкән улыбыҙ баш ҡаланың юғары уҡыу йорттарының береһен тамамланы ла, беҙҙең бөтәбеҙҙе лә ғәжәпләндереп, тыуған ҡалаһына ҡайтмайынса, үҙе практика үткән ойошмала эшкә торҙо ла ҡалды. Дүрт күҙ менән көтөп торған өләсәһе менән олатаһының да күңеле төштө. "Ҡартайғас, ҡайтырмын, әле йәшһегеҙ бит әле", - тигән була ла ул. Өйләнеп, Өфөлә төпләнһә, әллә инде. Туғандар бер тирәлә булғас, шул тиклем рәхәт, эштә лә, ашта ла бергәбеҙ. Шуға балаларҙы ла ситкә ебәрмәҫкә ине, тигәйнек. Ошо уҡ университет филиалы үҙебеҙҙә булһа, сит тарафҡа йөрөп уҡымаҫ ине. Уныһынан да мөһимерәге - үҙебеҙҙә тороп ҡалыр ине. Уҡып бөткәс ҡайтһа, тиеп, уға фатир ҙа йүнләп ҡуйғайныҡ. Ғаиләлә берҙән-бер ул булғас, үҙебеҙҙең янда ҡалдырғы килгәйне шул. Тик беҙ уйлағанса килеп сыҡманы. Хәҙер улыбыҙ Өфөлә ҡуртымға алған фатирҙа йәшәй, бындағыһы буш тора, ҡыҙҙар - мәктәп уҡыусылары. Һатып, баш ҡаланан фатир алыр ине, ипотекаһы түләнеп бөтмәгән.
Билдәле булыуынса, Белорет - Башҡортостандың үҙенсәлекле һәм гүзәл тәбиғәтле төбәге. Бында туристарҙы йәлеп итеү урындары күп. Тау йылғалары буйлап һалда, кәмәлә ағып төшөргә, Уралтау һырттарына менергә, тау саңғыһында шыуырға мөмкин. Шуға күрә урында ошо тәңгәлдә белгестәр әҙерләгән һөнәри белем биреү учреждениелары ла булһа, бик яҡшы булыр ине.
Ғөмүмән, республика етәксеһенең төрлө төбәктәр өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләһенә иғтибарҙы йүнәлтеүе лә бик яҡшы. Ул Урал аръяғындағы медицина кадрҙарына ҡытлыҡты бөтөрөү өсөн Сибай медколледжына ингән студенттар автоматик рәүештә Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы биология факультетының беренсе курс студенттары итеп алынасаҡ, тип белдерҙе. Ә өсөнсө курстан Башҡорт дәүләт медицина университетына күсә ала. Бала тәрбиәләгән ата-әсә өсөн был да бик яҡшы яңылыҡ, тип уйлайым.
Лена АБДРАХМАНОВА яҙып алды.
