"Йәш һөнәрмәндәр (WorldSkills Russia)»

Хәбәр ителеүенсә, ошо көндәрҙә Өфөлә IX "Йәш һөнәрмәндәр (WorldSkills Russia)" милли чемпионаты булып үтте. Унда ҡатнашыусы уҡыу йорттары етәкселәре үҙ тәрбиәләнеүселәренең ҡаҙаныштары һәм тәьҫораттары менән бүлешә.

"Йәш һөнәрмәндәр (WorldSkills Russia)», image #1

Әлфир ҒАЙСИН, Өфө художество-гуманитар колледжы директоры: Беҙҙең уҡыу йорто был чемпионатта ювелир эше майҙаны өсөн яуаплы булды. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 19 кеше, шуларҙың туғыҙы мәктәп уҡыусыһы, ювелир эше буйынса үҙ оҫталығын күрһәтте. Бик көслө, аҡыллы, оҫта балалар ҡатнашты, улар араһында студентыбыҙ Илүзә Латипова ла бар ине һәм Өфө ҡалаһынан тағы мәктәп йәшендәге ике конкурсант булды. Ярышта һәр ҡатнашыусы эргәһендә бер эксперт һәм тағы ла ике баш эксперт эшләне. Майҙансыҡта кешеләр күп булды, балалар эргәһенә яҡын килергә рөхсәт ителмәне һәм улар өс көн дауамында шундай көсөргәнештә даими күҙәтеү аҫтында эшләне. Ҡыҙғанысҡа күрә, беҙҙең студентыбыҙ призлы урын алманы, әммә ул унау араһында алтынсы урынға сыҡты. Был юғары һынауҙан беҙ иң мөһиме тәжрибә туплап сыҡтыҡ. Әҙерләнгәндә тәү сиратта нимәгә иғтибар итергә кәрәклекте аңланыҡ. Баҡтиһәң, бында оҫталыҡтан тыш, ныҡышмаллыҡ, тәртип, көс, рух, республика һәм халыҡ өсөн көйөргә, намыҫҡа тап төшөрмәү өсөн тырышлыҡ һалырға кәрәк икән. Шунһыҙ, йәштәр албырғап, тойғоларға бирелеп, күңеле һүрелеп төшә лә ҡала. Әлбиттә, ювелир эшен баһалағанда һәр эксперттың субъектив ҡарашы булыуын да иҫәпкә алмай булмай, сөнки көмөштән яһалған бер биҙәк берәүгә оҡшай, икенсегә оҡшамауы ла бар.

Колледж етәкселәре Башҡортостандан ситкә сығып йөрөмәй бигүк, үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнап тик йөрөйбөҙ кеүек ине. "Йәш һөнәрмәндәр" конкурсы был йәһәттән дә бик файҙалы булды: илдең төрлө төбәктәренән килгән коллегаларыбыҙ менән яҡындан таныша, аралаша һәм кәңәшләшә алдыҡ. Бына, мәҫәлән, Татарстандың шундай уҡ художестволы-гуманитар колледжы директоры менән бик файҙалы һөйләшеү булды, тәжрибә уртаҡлаштыҡ. Ул да бынан бер нисә йыл элек Ҡаҙанда уҙғарылған "Йәш һөнәрмәндәр" чемпионатының ыңғай һөҙөмтәләре күп булыуын, колледждар яңыртылыуын, донъя кимәлендә талаптарға яуап биргән заманса ҡорамалдар алыныуын әйтте. Беҙҙә лә йәштәргә һөнәри белем биреүгә, йәш оҫталарҙы тәрбиәләүгә иғтибар бынан һуң кәмемәҫ, тип ышанабыҙ. Әйтергә кәрәк, Татарстан бик күп компетенциялар буйынса яҡшы үҫешкән, еңеүселәрҙе бүләкләгәндә лә уларҙың Мәскәү менән көнәркәшлек итә алыуы асыҡ күренде. Беҙҙә лә көслө колледждар, алтын миҙалдар яулар оҫта йәштәребеҙ барлыҡҡа бар һәм киләсәктә уларҙың һанын тағы ла арттырыу мөһим. Быны бөтә коллегаларым да яҡшы аңлай. Шуны әйтергә кәрәк: республика колледждары етәкселәре араһында ниндәй генә милләт кешеһе булмаһын, Башҡортостан намыҫына тап төшөрмәҫ өсөн көйөп эшләнеләр. Чемпионаттың иң фәһемле, әһәмиәтле күренеше минең өсөн ошонда сағылды ла инде: бер маҡсатта берҙәм, кәңәшләшеп һәм ярышып эшләнек.

Сынтимер БАЯЗИТОВ, Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры: IX "Йәш һөнәрмәндәр" (WorldSkills Russia)" милли чемпионат финалы Башҡортостан өсөн бик әһәмиәтле, масштаблы сара булды. Уға бик ҙур әҙерлек эше алып барылды, ҡиммәтле йыһаздар алынды. Беҙҙең колледж студенттарҙы һәм мәктәп уҡыусыларын "Визаж һәм стилистика", "Визуаль мерчендайзинг", "Эстетик косметология", "Башланғыс кластарҙа уҡытыу" компетенциялары буйынса әҙерләне. "Визаж һәм стилистика" йүнәлешендә студентыбыҙ Арина Миролюбова бронза миҙал яуланы, ә башланғыс кластарҙа уҡытыуҙа беҙ әҙерләгән уҡыусы Светлана Милютина көмөш миҙалға лайыҡ булды. Әҙерлегебеҙ бушҡа китмәне, ваҡыт тар булһа ла, эшебеҙҙең һөҙөмтәһен күреп ҡыуандыҡ. Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск һәм башҡа ҡалаларҙан килгән менеджерҙар, эксперттар ҙа маҡтаны беҙҙең уҡытыусыларҙың эшен, майҙансыҡтарҙы, оҫтаханаларҙы. Улар колледжыбыҙҙы ла килеп күрҙе, тағы ла ниндәй компетенциялар буйынса чемпионатта ҡатнашырға мөмкин булыуын әйттеләр. Мәҫәлән, киләсәктә тырнаҡ сервисы тигән компетенция буласаҡ һәм беҙҙең әҙер оҫтахана бар.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пленар ултырыш барышында милли чемпионат финалын Башҡортостанда йыл да үткәрергә тәҡдим иткәйне. Әлбиттә, был беҙҙең республика өсөн бик әһәмиәтле буласаҡ. Әммә уның ойоштороусыларҙан физик көс, сығымдар талап итеүен дә иҫәпкә алһаҡ, ике йылға бер беҙҙең ерлектә үткәреү отошлораҡ булыр һымаҡ. Бынан тыш, пленар ултырыш барышында күтәрелгән мәсьәләләрҙә Рәсәй иҡтисадын күтәреү өсөн йәш оҫталарҙы әҙерләү эшен йәнләндереү, үҫеп килгән йәш быуынды эшсе һөнәрҙәргә ылыҡтырыу буйынса кәңәшләштек. Был йүнәлештә атҡарылаһы эштәр тураһында һүҙ барғанда Башҡортостанда компетенцияларҙы арттырырға кәрәклеге телгә алынды. Мәҫәлән, был юлы беҙҙә 105 компетенция булды, ә төрлө һөнәр эйәләрен ылыҡтырыу өсөн һәр кемдең үҙ компетенцияһы буйынса ярышыу мөмкинлеге бирелергә тейеш. Балалар менән мәктәптән үк профориентация эшен дөрөҫ алып барыу ҙа эшсе һөнәрҙәрен популярлаштырыуға, һөнәри белем биреү өлкәһен үҫтереүгә һәм йәш оҫталар һанын арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Тота килеп һин шунда уҡырға бар, тип түгел, ә һөнәр баланың күңеленә ятырға тейеш һәм бына шул һөйөүҙән сығып эшләргә кәрәк. Ә ғөмүмән, "Йәш һөнәрмәндәр" чемпионатының әһәмиәте тураһында фекер йөрөткәндә, бында тәжрибә менән уртаҡлаша алыуыбыҙ иң мөһиме: бүтәндәрҙе күрҙек һәм яҡшыһын алдыҡ. Был сара бик матур башланғыс һәм республика һөнәри уҡыу йорттары өсөн ынтылыш биреп, йәш быуынға этәргес көс булып тора. Башҡортостан үҙенең юғары кимәлдә эшләй алыуын иҫбатланы, ниндәйҙер етешһеҙлектәр булһа - бөтәһе лә еңеп сығырлыҡ.

Ришат САБИТОВ, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры: Колледжыбыҙ бындай ҙур ярышта тәүге тапҡыр ҡатнашты. Быға тиклем республика һәм төбәк кимәлендәге һөнәри ярыштарҙа "Ресторан сервисы" компетенцияһы буйынса беренселекте алып килһәк, "Кондитер эше" йүнәлешенә башлап тотондоҡ һәм Рәсәй кимәленә тура үттек. Иңебеҙгә һалынған яуаплылыҡты тойоп, балаларҙы әҙерләүгә күп көс һалдыҡ. Улар хатта эксперттары менән бергә Мәскәүҙә 10 көнлөк курстар үтеп тә ҡайтты. Кондитер эше буйынса ҡатнашыусылар Елена Сучкова исемендәге шоколад мәктәбендә, ә ресторан сервисы нигеҙҙәрен төшөнөүселәр компетенциялар федераль үҙәгендә белем эстәне. Бында ла беҙ төрлө конкурстар үткәреп торабыҙ, әммә Мәскәүҙән беҙҙең ҡатнашыусылар бөтөнләй икенсе төрлө кеше булып ҡайттылар. Шунан июндән алып чемпионат уҙғарылғансы колледжда махсус йыһазландырылған бүлмәлә, ҡәһүәханала һәм "Премьер" ресторанында тәжрибә тупланылар.

Бына шундай етди әҙерлек булһа ла, ҡыҙғанысҡа күрә, призлы урынға күтәрелә алманыҡ. Бының сәбәбе лә аңлашыла: Мәскәүҙән килгән ҡатнашыусыларҙың кимәленә етеүе еңел түгел, улар күптән Европа конкурстарында ла ҡатнаша. Эксперттар менән аралаштыҡ һәм улар беҙҙең өҫтөнлөклө яҡтарҙы ла, етешһеҙлектәрҙе лә әйтеп, кәңәштәрен бирҙе. Беҙҙең быға тиклем бөтә заманса талаптарға яуап биргән оҫтахана ла юҡ ине, әле бына чемпионатҡа алынған йыһаздарҙы беҙгә лә ҡалдырһалар - эш бөтөнләй башҡаса барасаҡ. Коллегалар менән шулай уҡ киләсәктә үҫеш аласаҡ йүнәлештәр хаҡында ла кәңәшләштек, беҙҙә иҡтисадҡа ҡағылышлы бөтә йүнәлештәр буйынса ла эшләргә мөмкин, туристик эшмәкәрлеккә лә иғтибар итергә кәрәк. "Йәш һөнәрмәндәр" милли чемпионатының финалы Өфөлә уҙғарылыуы кимәлде самаларға, яңы маҡсаттар ҡуйырға, ең һыҙғанып эшләргә дәрт бирҙе. Уны уҡытыусылар ҙа, етәкселәр ҙә, балалар ҙа күрҙе һәм беҙ киләсәктә сәмсел йәштәрҙе ошо йүнәлешкә йәлеп итеүҙе маҡсат иттек.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

34 views·1 share