Быйыл баҡса хәлдәре нисек, тәүге уңыштар ҡыуандырамы? Баҡсасыларҙың тәжрибәһе лә ҡыҙыҡлы булыр ине...

Быйыл баҡса хәлдәре нисек, тәүге уңыштар ҡыуандырамы? Баҡсасыларҙың тәжрибәһе лә ҡыҙыҡлы булыр ине..., image #1

Ринат МИҺРАНОВ, Рәсәй Баҡсасылар берлегенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе: Һуңғы рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда 1,5 мең баҡсасылыҡ ширҡәте иҫәпләнһә лә, ысынында улар 2,5 меңгә барып етә. Ике төрлө һандың сәбәбе шунда: ширҡәттәрҙең 1,5 меңе генә юридик шәхес булараҡ теркәлгән һәм улар һалым түләйҙәр. Ҡайһы бер баҡса коллективтары яҡындағы ауыл, ҡасаба менән берләшеп киткән, шунлыҡтан баҡсаларын теркәтһәләр ҙә, ширҡәт иҫәбенә инмәйҙәр, шул уҡ ваҡытта улар урындағы муниципалитетҡа ҡайһы бер коммуналь хеҙмәттәр өсөн, мәҫәлән, сүп-сар сығарған өсөн түләүҙән баш тарталар. Ә ширҡәттә ағза булып тороу отошлораҡ: беренсенән, баҡса ере һатып алыу арзанға төшә, унан ширҡәттә шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн алынған ергә ҡарағанда һалым кәмерәк түләнә; өсөнсөнән, баҡса йорто итеп теркәлһә лә, бында ла хәҙер йыл әйләнәһенә даими йәшәргә була һәм был йортта рәсми теркәлергә мөмкин, тик бының өсөн баҡсаның ниндәйҙер тораҡ пункты биләмәһендә булыуы шарт.

Баҡсасылыҡ Рәсәйгә генә хас үҙенсәлекле күренеш, башҡа илдәрҙә ундай нәмә юҡ. Бына бит беҙҙә баҡсасыларға бағышланған махсус көн дә бар хатта (23 июль). Электән беҙҙә бындай ярҙамсы хужалыҡтарҙың төп маҡсаты ғаиләләр өсөн экологик таҙа өҫтәмә аҙыҡ-түлек мәсьәләһен хәл итеү юлы булһа, әлеге көндә лә ул көнүҙәк, айырыуса күп балалы ғаиләләр һәм пенсионерҙар өсөн магазиндарҙа хаҡтар артҡан мәлдәрҙә ҙур файҙа.

Үҙ ихтыяжынан артҡан баҡса емештәрен һатыу өсөн Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында махсус урындар бүлеп ҡуйыу бик уңайлы тәжрибә булды. Әле ҡарай йөрөйөм: был сауҙа рәттәренең буш торғаны юҡ, тик быйыл баҡса еләге һатыусылар әҙ булды. Шулай уҡ ҡарағат, сейә, крыжовник кеүек емеш һатыусылар ҙа һирәгерәк. Был быйылғы һауа торошо "боларыуҙары" менән аңлатылһа, уның ҡарауы, бер ниндәй шарттарға ла бирешеп бармаусы һарымһаҡ, йәшел һуған, укроп, петрушка кеүек йәшеллек һәм ябыҡ парниктарҙа үҫтерелгән ҡыяр, помидорҙар күпләп күренә башланы.

Гөлнара ИСМӘҒИЛЕВА, биолог, һәүәҫкәр баҡсасы, Нуриман районы Нимесләр ауылы: Мин үҙем БДУ-ның биология факультетын тамамлағандан һуң ғүмер буйы тыуған ауылымда биология уҡытыусыһы булып эшләнем, әле хаҡлы ялдамын. Баҡсасылыҡ һәм үҫемлекселеккә ҡыҙыҡһыныу һәм шул йүнәлештә һөнәр һайлау нәҫелдән бирелгәндер, тип уйлайым. Ҡасандыр ошо ерҙе төйәк иткән өләсәйҙәребеҙ күп итеп баҡса үҫтергә-нен, күнегелгән ташҡабаҡ ҡына түгел, көньяҡ емеше булған ҡарбуз менән ҡауынға тиклем ултыртып, мул уңыш алғандарын хәтерләйем. Унан һуң атайым, РСФСР-ҙың атҡаҙанған укытыусыһы, биолог, ике тапҡыр Бөтөн Союз Ауыл хужалығы күргәҙмәһе миҙалы менән наградланған, исеме Республика йәш натуралистар станцияһының Почетлы кенәгәһенә индерелгән Әмир Салих улының да йоғонтоһо көслө булғандыр.

Һәр хәлдә, 20 йылдан ашыу баҡсасылыҡ менән шөғөлләнәм, үҙебеҙҙең шәхси хужалыҡ биләмәһендә еләк үҫтерәм. Ҡыҙыҡһынған, уңыш үҫтерергә теләгән кешеләр менән уртаҡлашыр бай тәжрибә тупланым. Ғүмер юлдашым йыш ҡына "Гөлнара ергә сыбыҡ ҡаҙап ҡуйһа ла, япраҡ ярып, үҫеп китер",- тип шаяртырға яратһа ла, уның һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар, тик уның бер ниндәй ҙә сере юҡ: таң менән иртәрәк торорға, һуңыраҡ ятырға тура килә. Ғөмүмән, баҡсасылыҡта нимәгәлер өлгәшеү өсөн, уйынлы-ысынлы әйткәндә, был өлкәлә "ҡол булыу" кәрәк. Шуныһы ла бар: мин ун өсөнсө быуынға тиклем шәжәрәмде беләм. Нәҫелебеҙҙә халыҡ дауалау сараларын, шифалы үлән төрҙәрен яҡшы белгән һәм доғалар уҡып, сирлеләрҙе аяҡҡа баҫтырған имселәр булған. Дингә фанаттарса бирелмәһәм дә, ҡанымда үҫемлектәр менән илаһи бәйләнеш тоям.

Ә шулай ҙа тырышлыҡ һалмайынса ғына уңыш үҫтереп булмай. Беҙҙең климатҡа сыҙам татлы емешле еләктәр араһынан "Красавица", "Загорье" тигән сорттарҙы үҙ еремә ҡулайлаштырҙым, сөнки уңыш алыуҙа сорттар һайлай белеү ҙә хәл иткес әһәмиәткә эйә. Еләк үҫентеләре айырыуса тәрбиә ярата: түтәлдәрҙе ашлама, дымға туйындырыу мотлаҡ.

Ашлама тигәндән, әрем, кесерткән, сөйәл, гәрсис үләндәрен мискәгә тығыҙлап тултырып, өҫтөнә һыу ҡойоп, быҡтырам. Аҙна эсендә әҙер булған ошо ашламаны еләктәргә йышыраҡ һибеп тороу кәрәк. Кесерткән тупраҡты азотҡа байыҡтыра, ә әрем ҡоротҡостарҙан яҡшы сара. Был төнәтмә менән картуф һабаҡтарын эшкәртеү уларҙы колорадо ҡуңыҙынан да һаҡлай.

Соҡор эсенә ошо үләндәрҙе тултырып, компост, йәғни органик ашлама (бер ҡат үлән + бер ҡат тупраҡты алмашлап һалып) әҙерләп алырға ла мөмкин. Көҙ йә яҙҙан гәрсисте рәт араларына сәсеп сығығыҙ, япраҡланғас, тәпке менән тураҡлап, уны тупраҡҡа бутайһың. Бик файҙалы ашлама, ә улар - аяҡ аҫтында. Мейескә яҡһағыҙ, аҙак көлөн ҡырып алығыҙ, уны еләк төптәренә һалып сыҡһаң, шау сәскәгә күмелер. Яңы ултыртылған еләктәр тәүге йылы ғына уңыш бирмәүен дә иҫәпкә алығыҙ. Был осорҙа улар ултыртылған ерҙең ниндәй кимәлдәрәк ятыуын самалағыҙ. Әгәр еләк ултыртылған ер түбәнерәк урында икән, түтәлдәрҙе бер аҙ күтәртергә тура килер; бейегерәк урында булһа, уны ҡыуан елдәрҙән һаҡлау өсөн тирә-яғына кукуруз йәки көнбағыштар ултыртып, тәбиғи ышыҡ булдырығыҙ. Һәм, әлбиттә, еләк дым һәм ҡояшлы урын ярата, был уларҙың уңдырышлылығы өсөн төп шарт.

Уңыш быйыл объектив сәбәптәр арҡаһында былтырғыға ҡарағанда кәмерәк булды, сөнки апрелдә ҡар иртә ирене, тупраҡта дым етешмәне. Артабан культуралар сәскә атҡан осорҙа көндәр һыуытып ебәрҙе, ҡырау төштө. Әйткәндәй, уңыш өсөн был наҙлы культураларға дым менән яҡтылыҡ ҡына етмәй, йылы көндәр ҙә кәрәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йыл һайын муң уңыш алабыҙ. Ҡайнатып та, ҡайнатмайынса ла шәкәргә бутап, джем, ҡайнатма, ҡаҡ әҙерләйем, күп итеп туңдырғыста һаҡлайым. Уңдырышлы һәм тәмле сорттарҙың үҫентеләрен почта аша ла ебәрә алам (телефон һандарым - редакцияла).

Рәсүл МИҢЛЕҒОЛОВ, һәүәҫкәр баҡсасы, пенсионер, Өфө аэропорты янындағы "Авиатор" баҡсасылыҡ ширҡәте: Нимә генә тимә, нисек кенә тырышма, ә уңыш йылы менән килә инде ул. Әле яңыраҡ ҡына социаль селтәрҙә Силәбелә яуған боҙло ямғырҙың өлгөрөп кенә килгән баҡса уңышын ҡыра һуҡҡанын видеоға төшөрөп һалғандар, ҡарауы ҡыҙғаныс кадрҙар: сейәһен йыйып өлгөрмәгәндәрме, әллә бешеп етмәгән булғанмы - ҡып-ҡыҙыл булып ерҙә түшәлеп ята, алмалар ҙа һыпырылып ҡойолған, ҡарағат ҡыуаҡтары ла япраҡтарына тиклем өҙгөсләнеп, яланғасланып ҡалған... Һуған, помидор, сөгөлдөр һәм башҡа йәшелсәләрҙе лә боҙ һуҡҡан, эшкинерлек түгелдәр. Ҡалай йәл.

Беҙҙә, Аллаға шөкөр әле, улайға барып етмәһен инде. Хәҙер бөтөн емеш-еләк өлгөрҙө, имен йыйып алырға, файҙаһын күрергә яҙһын, тип теләйбеҙ. Шулай ҙа баҡсасылыҡ шөғөлөнә күңелен биреп, һауа торошонан әҙерҙе көтөп ултырыуҙы өнәмәгән ҡаратырыштар теләһә ниндәй шарттарҙа ла уңышҡа өмөт итә ала. Мин үҙемде лә, ҡатынымды ла ошо төркөм баҡсасылар рәтенә индерәм. Әлдә шулай тап килгәнбеҙ, тип ҡыуанып бөтә алмайым: икебеҙ бар төпкә егелеп тартабыҙ баҡсаны. Шул арҡала үҙебеҙҙе генә түгел, баҡса тотмаған улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙ ғаиләһен дә ҡышҡа етерлек йәшелсә-емеш менән тәьмин итеп торабыҙ, шөкөр. Бер тигәс тә, ике ейән менән бер ейәнсәребеҙ йәй буйына беҙҙең менән ошонда йәшәй, хеҙмәткә өйрәнә, сыныға, үҫеп килеүсе организмдарын тәбиғи витаминдар менән байыта.

Быйылғы уңышҡа килгәндә, миҙгел башланып киткәс тә иң тәүләп беҙҙе еләк уңыштары һөйөндөрҙө. Бына был культура һыуыҡҡа ла, боҙ ямғырға ла, ҡырауға ла бирешмәй, исмаһам, тик ныҡ тәрбиә ярата. Уның ҡарауы, ҡурай еләгебеҙ уңманы, элек агроном булып эшләгән күршебеҙ әйтеүенсә, бер урында 15-20 йыл үҫеп ултыра алһа ла, емеш биреү ваҡыты 12-15 йыл менән сикләнә икән. Аҙаҡ еләк ҡыуаҡтары күршеләргә "ҡаса" һәм уңыш бирмәй башлаһа, яңы урынға яңы үҫентеләр ултыртырға кәрәк. Уларҙы сәскә атмаҫ борон ҡоротҡостарға ҡаршы эшкәртергә, эҫе көндәрҙә күп итеп төбөнә һыу ҡойоп торорға кәрәк. Ситкә таралып үҫмәһен өсөн эргә-тирәһенән һарымһаҡ рәте ултыртып сығырға.

Һауа торошоноң көйһөҙлөгөн күҙҙә тотоп, беҙ ҡыяр менән помидорҙы асыҡ һауала ғына түгел, парникта ла үҫтерәбеҙ. Исмаһам, ҡайғы белмәйһең. Ҙур уңыш алыр өсөн ҙур майҙан кәрәкмәй, йәшелсә һәм картуфтың уңдырышлы сорттарын һайлап ултыртырға кәрәк. Алдан тупраҡҡа 1 кв.метрына 1-2 биҙрә иҫәбенән тәбиғи ашлама (ҡый уләндәре серетмәһе, ат, һыйыр, тауыҡ ти-ҙәге, тиреҫ, торф) индереп ҡалыу мотлаҡ, химик ашламалар менән артыҡ мауығыу кәрәкмәй. Ҡыярҙарға көнө буйы ҙур һауытта йылынып торған һыуҙы һәм киске сәғәттәрҙә һибергә кәрәклеген һәр баҡсасы ла яҡшы беләлер. Ҡыяр орлоғоноң ҡатнаш сорттарҙан сығарылғанын күрһәтеүсе Ғ1 төрҙәрен һайлайым, улар сиргә, ҡоротҡостарға бирешеп бармай һәм иң мөһиме, мул уңыш бирә.

Картуфтың да әрһеҙ, сыҙам, уңдырышлы сорттарын һайлап ултыртам. Быйыл беҙҙә картуфтың, әбейем мәрәкәләүенсә, "интернациональ" сорттары татыу ғына һыйышып үҫеп ултыра: һары картуф ("Нежный" сорт, ҡыҙылы - "Аленький цветочек" һәм шәмәхә төҫлөһө - "Черный граф").

Колорадо ҡуңыҙынан эшкәртәбеҙ, тип, кеше хәҙер рәхәткә сыҡты: картуф баҡсаһына тотош ағыу һиптерәләр. Ағыуҙың тышына тирә-йүндәгеләр өсөн зыянһыҙ, тип яҙылһа ла, мин уға ышанмайым: нисек инде бер ниндәй көрәш сараһына бирешмәүсән ҡорттарҙы тәгәрәтеп төшөрһөн дә, зыянлы булмаһын, имеш. Ағыу һиптереп, дөрөҫ эшләмәй баҡсасылар. Бер тигәс тә, бал ҡорттары, ҡырмыҫҡалар, тупраҡты йомшартыусы селәү кеүек файҙалы ҡорт-бөжәктәр ҡырыла. Икенсенән, ағыу ямғыр һыуы менән картуф бүлбеләренә һеңә. Иң һәйбәте - ҙур булмаған картуф ерендә ҡорттарҙы ҡул менән йыйып яндырыу. Яңынан сыҡҡандарын көн дә сүпләп тороу. Ҡортҡа һиптереү өсөн шундай ысул менән "дарыу" әҙерләгеҙ: төнгөлөккә 10 литр һыуҙа 100 г аш содаһы иретегеҙ, шуға 1 стакан аш һеркәһе һалып бутағыҙ һәм кисен һиптерегеҙ.

Ҡояш ныҡ ҡыҙҙырмаһа, быны көндөҙ ҙә эшләргә була. Тағы бер ысул: картуф рәттәре араларына сей картуфты ҡырҡҡылап йә булмаһа, ҡабығын һалып сығығыҙ. Ҡуңыҙҙар яратҡан ризығын һырып алғас, уларҙы йыйып алып, юҡ итергә генә ҡала.

Тағы ла бер кәңәшем бар. Кишерҙең бай витаминдар сығанағы икәнен беләбеҙ, тик бына унан эре һәм һутлы "тамыр" уңышы алыу юлдары ниндәй һуң? Иң беренсе - кишер түтәлен һирәкләп, бер-беренән 7 см самаһы ара ҡалдырығыҙ. Тәүҙә, кишер үҫентеләре биш ҡыяҡланғас - 2 көнгә бер, ә аҙаҡ, үҫенте ҙурайып, нығынғас, аҙнаға бер мул итеп һыу һибегеҙ. Унан һуң кишерҙе лә, картуф кеүек үк, күмеп сығыу кәрәк: тупрағы ла йомшара, тамыраҙыҡтың өҫкө өлөшө ҡояштан йәшәрмәй.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

42 views·1 share