БАШҠОРТ АТЫ
Бөгөн шәхси хужалыҡтарҙа башҡорт аты аҫрауға иғтибар арта бара. Аттың иң тоғро дуҫы булыуын хәтеренә төшөрәме халҡыбыҙ, әллә кәсеп өсөн дә килемлеме был шөғөл?
Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: Башҡорттарҙың тормошонда уларҙың бөтөн тарихы буйынса ышаныслы һәм тоғро дуҫына әйләнгән ат айырым урын алып тора. Юҡҡа ғынамы ни, башҡорт халҡының рухи ҡомартҡыларынан булған "Урал батыр" һәм "Аҡбуҙат" эпостарының да төп геройҙары иҫәбендә - ат. Яугир ата-бабаларыбыҙ - легендар "төньяҡ амурҙары" һәм Миңлеғәли Шайморатовтың 112-се дивизияһы атлылары айырылмаҫ юлдаштары менән яу юлдарын үтә... Беҙҙең өсөн башҡорт аты иң тоғро дуҫ. Ул талымһыҙ, ләкин бик сыҙам һәм көслө. Беҙгә бергәләп йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса нимәләр эшләргә кәрәклекте уйлашырға ваҡыт. Республикала башҡорт тоҡомло атты өйрәнеү буйынса институт булдырыу кәрәктер, тип уйлайым. Был беҙгә башҡорт аты мәсьәләһенә киңерәк мәғәнәлә ҡарарға, ҡымыҙсылыҡты ла, тимерселек һәм ҡайыш-сбруй изделиеларын да, башҡа төр кәрәк-яраҡ етештереүҙе лә үҫтереү мөмкинлеге бирә.
Тарихи мәғәнәлә башҡорт аты - ул беҙҙең бөгөнгөнө ата-бабалар, уларҙың тарихы, мәҙәниәте һәм традициялары менән тоташтырып тороусы күпер ул. Баймаҡ районында үткәрелеүсе фестиваль - мәҙәниәт, спорт һәм ҡымыҙ ғына түгел, бында фән һүҙе лә булырға тейеш. Урындағы тәү тоҡом башҡорт аттарын үҫтереү зарурлығы - бәхәсһеҙ. Башҡорт тарихында башҡорт аттарының ни тиклем әһәмиәтле булыуы хаҡында Шүлгәнташ мәмерйәһе диуарҙарындағы тарихҡа тиклемге төшөрөлгән ҡырағай һәм ҡулға эйәләштерелгән боронғо ат һүрәттәре лә асыҡ һөйләп тора. Бына шулай, тәү тормош аттары ғүмер буйына бөтөн тарихы дауамында башҡорт халҡы менән "ҡулға-ҡул" тотоношоп килә... Йылҡысылыҡ бөгөн ысын мәғәнәһендә иҡтисад һәм социаль өлкәләрҙә, тарихыбыҙҙа һәм мәҙәниәтебеҙҙә мөһим роль уйнай.
Әйткәндәй, 2023 йылдың 3 июлендә Радий Хәбиров Башҡортостанда "Башҡорт аты" башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты булдырыу хаҡында указға ҡул ҡуйҙы. Хәйерле сәғәттә!
Марат АБДУЛОВ, эшҡыуар-фермер, Йылайыр районы ҡымыҙ фермаһы етәксеһе: Халҡыбыҙҙың борондан килгән йылҡысылыҡ традициялары бер осор онотола яҙып, көрсөк мәлдәре кисереп алғайны, бәхеткә, бөгөн республика етәкселеге тарафынан ауыл хужалығының был мөһим тармағын үҫтереү мәсьәләһе көн үҙәгенә ҡуйылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, йылҡысылыҡ ул милли традиция ғына түгел, иҡтисад үҫешенең дә бер өлөшө, тигән һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Ат аҫрау шөғөлөнә мин үҙем, мәҫәлән, тап бына ошо юҫыҡтан ҡарайым һәм оҙаҡ йылдар инде ҡымыҙ етештереү эшендәмен. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, башҡорттоң был шифалы батырҙар эсемлеге элек райондың "Көньяҡ Урал" совхозында етештерелде һәм ул ҙур ғына хужалыҡ ине: 100-ләгән ат аҫралды, ҡымыҙын бөтөн тирә-яҡ райондарҙан килеп алалар ине. Колхоз-совхоздар бөтөрөлгәс, фермала ла эш һүлпәнәйҙе, аттар һаны кәмене. Шуға күрә, район хакимиәте ҡымыҙ фермаһы эшен бөтөрмәйенсә һаҡлап алып ҡалыу һәм артабан дауам итеү бурысын миңә йөкмәтте. Ул саҡта инде был хужалыҡта ни бары 25 баш ҡына йылҡы малы тороп ҡалғайны. Үҙем менән ике улым, киленебеҙ бергәләп ғаилә фермаһы төҙөнөк, ярҙамсыларыбыҙ ҙа барлыҡҡа килде. Әкренләп эштәр йәнләнә башланы. Һауын бейәләр иҫәбе 70 башҡа еткерелде, ҡымыҙ бешеү цехы тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылды; малдарға аҙыҡ сифаты ла яҡшырҙы. Ҡымыҙ бешеүҙә мөһим булған етештереү технологияһы традицион халыҡ ысулына нигеҙләнә. Бейәләрҙе ике сәғәт һайын бәйләйбеҙ, унан йәш һөттө һөҙгәс, ҡымыҙ ҡуры ҡушып, ҡул менән бер сәғәттән ашыу бешәбеҙ. Әсеп сыҡҡас инде, әҙер ҡымыҙ шешәләргә тултырылып, һыуытырға ҡуйыла. Ҡымыҙҙың сифаты, тәмлелеге бейәләрҙең туҡланыу сифатына ла бик бәйле, шуға күрә малҡайҙарҙы ашатыуға ныҡ иғтибар бирелә.
Беҙҙең ҡымыҙға һорау ҙур. Махсус заказдар буйынса Өфө, Мәскәү ҡалаларына оҙатыла, Ырымбур һәм Һамар өлкәләренән, Татарстандан, Санкт-Петербургтан да килеп алыусылар бар хатта. Ә инде эргә-тирә райондарҙан фермаға көнөнә 100-200-ләп һатып алыусы килә. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең шифалы халыҡ эсемлеге хаҡында тирә-йүндә яҡшы беләләр. Өфөлә "19-сы ат заводы" тарафынан үткәрелгән конкурста тәүге йыл - 3-сө, ә инде киләһе тапҡыр 2011 йылда 1-се урын яулауыбыҙ, 2016 һәм 2021 йылдарҙа ғаилә фермаларын үҫтереү буйынса конкурс программаһында ике тапҡыр грант яулауыбыҙ үҙе үк беҙ етештергән ҡымыҙҙың сифаты хаҡында асыҡ һөйләп тора. Әйткәндәй, былтыр "Башҡорт аты" фестивалендә лә ҡатнаштыҡ, беҙҙең ҡымыҙ сифаты унда юғары баһа алды һәм "Иң тәжрибәле фермер" тигән номинацияла билдәләнде. Киләсәктә, Аллаһ бирһә, һауын бейәләрен 100 башҡа тиклем еткерергә иҫәп тотабыҙ. Дәүләт ярҙамы иҫәбенә хужалыҡта башҡорт тоҡомло аттар һанын арттырыуға өлгәштек. Тимәк, киләсәктә был шифалы эсемлегебеҙҙе тағы ла тәмлерәк һәм файҙалыраҡ итәсәк.
Шулай ҙа эштәр гел ал да гөл генә булып тормай, үкенескә. Үҙегеҙгә мәғлүм, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа йыш ҡына чиновниктар тарафынан уйлап сығарылған "йәнһеҙ" инструкция һәм ҡарарҙар, сейле-бешле закондар аяҡ салып ҡына тора. Бөгөн йылҡы ите, ҡаҙылыҡҡа һорау ҙур, ләкин беҙ малды әллә ҡайҙағы махсус пунктҡа алып барып һуйырға тейешбеҙ. Ышанаһығыҙмы, юҡмы, хатта бит хәҙер ҡиммәтле ашлама булған ат тиреҫенең (тиҙәге) сифаты өсөн дә сертификат талап итәләр! Көлөрһөң дә, иларһың да бына. Өҫтәмә килем бер ҙә ҡамасауламаҫ ине лә, тик бына ошондай инструкциялар арҡаһында ваҡыт әрәм итке килмәй. Беҙҙең өсөн иң мөһиме: һатып алыусыларҙың ҡымыҙыбыҙҙы маҡтап, күпләп алып китеүе, уларҙың ихлас рәхмәте һәм сәләмәтлеге.
Рәсих ЙОРТБӘКОВ, Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылы, атта һыбай уҡ атыу буйынса "Башҡорт аты" халыҡ-ара 1-се фестиваль еңеүсеһе: Билдәле булыуынса, быйыл "Башҡорт аты" 2-се халыҡ-ара фестивале августа үтәсәк. Башҡортостан Башлығы тарафынан был мөһим сараға айырым иғтибар күрһәтелә. Былтырғы кеүек үк, унда Тыванан, Чечнянан, Дағстандан, Татарстандан, Ҡаҙағстандан, Әзербайжандан, Төркиә һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән йылҡысылыҡ буйынса белгестәр киләсәк. Әлеге ваҡытта беҙ ошо байрамға ныҡлап әҙерләнәбеҙ һәм был юлы ла һынатмаҫҡа иҫәп. Әҙерлек, тигәндән, беҙҙә ул даими алып барыла. Әле күптән түгел генә, май аҙаҡтарында, Иҫке Сибайҙа "Башҡорт аты" фестиваленә әҙерлек сиктәрендә ат спорты ярыштары булып үтте. Ул башҡорт тоҡом аттарын һаҡлау һәм үҫтереү буйынса үҙебеҙҙә булдырылған "Ирәндек" хәйриә фонды һәм район хакимиәте тарафынан ойошторолғайны. Бәйге сабыштарынан тыш, унда һыбайлы уҡсылар ярышы ла барҙы һәм беҙ призлы урынды ҡулдан ысҡындырманыҡ. Ә бына башҡорт маршруты төрөндә еңеүсе Учалы егете Рөстәм Теләүбирҙинға миндә тәрбиәләнгән тай бүләк ителде.
Был ярыштарҙан күренеүенсә, дөйөм һөҙөмтәләр былтырғыға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: йәш уҡсылар хәҙер тәжрибәле өлкәндәрҙән бер ҙә ҡалышмай.Тимәк, һыбай уҡ атыу спортының киләсәге бар. Былтырғы фестивалдә лә был асыҡ күренде: уның майҙанында төрлө өлкәләр һәм республикаларҙан килгән 100 уҡсы көс һынашҡайны. Унда "йәйәүле" турнир ҙа, атта һыбай уҡ атыш төрҙәре лә бар. Һуңғыһы үҙе генә лә бер нисә төр - маршруттарға бүленә. Шулар араһында "башҡорт маршруты" буйынса былтыр еңеүсе булыу бәхете тейҙе. Фестивалдең мәҙәни-спорт программаһына индерелгән ат өҫтөндә "Ылаҡ", "Тай-тулаҡ" төрки халыҡтарының боронғо уйындары - фестивалдең йөҙөк ҡашы, тип әйтер инем. Был ярыштар унда ҡатнашыусыларҙан көс һәм ҡыйыулыҡ ҡына түгел, айырым бер таҫыллыҡ, ныҡышмаллыҡ та талап итә. Шул уҡ ваҡытта унда махсус әҙерлек үткән һәм һайлап алынған киң күкрәкле, 5-6 йәшлек аттар ғына ҡатнаштырыла.
Ошо спорт төрҙәре буйынса йәштәрҙе әҙерләүгә ҙур иғтибар бирәм. Физкультура уҡытыусыһы булараҡ, был минең өсөн бик ҡулай. Ә балаларҙа милли ат спорты төрҙәренә ҡыҙыҡһыныу ҙур, шуны һүрелдермәйенсә, ярыштарға йөрөтөп, приздар яулап, бер тигәс тә уларҙа илһөйәрлек тойғоларын нығытыуға күп ваҡытымды бүләм. Шул уҡ ваҡытта кәләшем Гөлсинә менән 2008 йылдан бирле ҡымыҙсылыҡ фермаһында шифалы эсемлек тә етештерәбеҙ. Ауыл балаһы өсөн ат - үҙе бер донъя, хазина. 5-6 йәшемдән ат өҫтөндә үҫтем, тиергә лә була. Атҡа һөйөү уятыусы Ғилметдин ҡартатайым булды. Йәй буйына бесән эшендә, күбә тарттырып үтә ине бала саҡ. Бындай тәрбиә файҙаға ғына булды, рәхмәтлемен ҡартатайыма. Үҫеп килгән быуындың ат менән бәйләнеше өҙөлмәһен ине. Ауылдарҙа ат аҫраусылар бар, әлбиттә, тик бына уға матди ҡыҙыҡһыныу маҡсатынан сығып ҡына ҡарарға кәрәкмәҫ ине. Балала тыуған йортона, ауылына, тәбиғәтенә һөйөү тәрбиәләүҙә, рухи байытыуҙа аттың әһәмиәте һөйләп бөткөһөҙ ҙур бит.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
