Атайығыҙҙың тәрбиә һабаҡтарын тормошта ҡулланаһығыҙмы?

Атайығыҙҙың тәрбиә һабаҡтарын тормошта ҡулланаһығыҙмы?, image #1

Илдар ҺИҘИӘТОВ, медицина фәндәре докторы, БДМУ профессоры, оператив хирургия кафедраһы мөдире: Башҡортостанда ғына түгел, ил кимәлендә легендар шәхескә әйләнгән хирург, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, педагог, медицина фәндәре кандидаты, республикала иң беренсе булып хоспис асыусы атайым Ишмырҙа Хәйернур улы минең өсөн бөтә йәһәттән дә өлгө булды. Ике һеңлем янында берҙән-бер ир бала булараҡ, әлбиттә, мин күберәк атайыма тартыла инем. Шуға ла минең алда һөнәр һайлау мәсьәләһе торманы ла, тип әйтергә кәрәк, сөнки атайым менән әсәйемдең хеҙмәт юлын дауам итәсәгемдә һис бер ниндәй шик тигән нәмә булманы. Мин генә түгел, һеңлеләрем Гөлнур менән Гөлнәзирә лә ғаилә династияһын уңышлы дауам итәләр.

Мин мәктәптә уҡып йөрөгән йылдарҙа уҡ әле атайым "Әйҙә, улым, һиңә быларҙы күрергә, өйрәнә торорға кәрәк", тип, мине эшләгән урыны - дауаханаға үҙе менән алып китә башланы һәм миндә был ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙыра ине: йәнәһе, бына мин дә өлкәндәр менән бер ҡатар сирлеләргә ярҙам итә аласаҡмын, тигән уй, табип һөнәре серҙәренә йәлеп ителеүем, атайымдың мине өлкән кешеләй күреп, ышаныс белдереүе, хатта операция барышын да ҡарап торорға рөхсәт итеүе күңелемде үҫтерә, тиҙерәк мәктәп һәм институт тамамлап, ысын табип, атайым кеүек хирург булғым килә ине. Ысынлап та, атайым һабаҡтары һөнәрем буйынса эшләй башлағас та, әле лә ныҡ ярҙам итә миңә. Яуаплы, ҡатмарлы операция ваҡыттарында ул хәҙер ҙә минең эргәлә тора, һәр бер хәрәкәтемде күҙ яҙҙырмай ҡарап, ҡурсалай кеүек тойола. Нимә генә тимә, хирург булараҡ, атайымдың тәүәккәллеге, теге йәки был мәсьәлә буйынса тиҙ, дөрөҫ ҡарарға килә белеүе миндә лә үҙемә ышаныс тойғоһон нығыта ине, сөнки беҙ уның менән бер-беребеҙҙе һүҙһеҙ ҙә аңлай инек.

Эштә теүәллек, үҙ өҫтөңә алған бурысыңды аҙағынаса алып барып еткереү, пациенттарың яҙмышы өсөн яуаплылыҡ - тап атайымдан "йоғоп ҡалған" иң яҡшы сифаттар, тип һис бер маҡтаныуһыҙ әйтә алам, сөнки был йәһәттән һүҙ минең турала түгел, ә атайым хаҡында бара бит. Уның һайлаған һөнәренә йәне-тәне менән бирелгәнлеге, ауырыу ғүмере өсөн яуаплылығы, легендар фиҙаҡәрлеге хаҡында ошо бер хәл дә бик асыҡ һөйләй: Өфөлә эшләгән йылдарында шулай тура эсәк яман шешенән үлем өҫтөндә ятҡан һәм башҡа табиптар өмөтһөҙ тип ҡул һелтәгән бер йәш ҡатынды 12 сәғәт буйына операция өҫтәле янынан китмәйенсә дауалап, ҡотҡарып ҡала атайым. Был һөнәрҙе һайлаған икәнһең, тимәк, ҡулыңдан килмәҫтәйҙе лә эшләп ҡарарға, хатта өмөтһөҙ тигән ауырыуҙы ла аяҡҡа баҫтырырға тырышырға тейешһең, сөнки был юлды һин үҙең һайлағанһың, ә сирлеләр һиңә ышана, тип өйрәтә ине атайым. Атайымдың, хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан, бөтөн тормошон ярҙамға мохтаж кешеләргә арнауына тағы бер миҫал итеп, уның тыуған районы Әбйәлилдә республикала беренсе булып хоспис асыуын әйтергә кәрәк. Шул йылдарҙа был хаҡта матбуғатта "Доктор Ишмырҙа Һиҙиәтовтың гражданлыҡ ҡаһарманлығы" тип яҙҙылар. Ул кешеләрҙе, тәбиғәтте, ғөмүмән, тормошто яратты. Ауылға ҡайтып йәшәй башлағас, баҡса үҫтерҙе: алмағасы, сейәләре, сәскәләре йыл да гөрләп сәскә атып ултырҙы. Мин дә, атайым кеүек, тәбиғәттә булырға, балыҡ ҡармаҡларға, тауҙар, урмандар буйлап гиҙергә яратам. Табип халҡына ғына түгел, ә һәр кешегә күберәк тәбиғәттә булыу ял, ләззәт өсөн генә түгел, ә атайым әйтмешләй, үҙ-үҙең менән яңғыҙ ҡалып, көс һәм дәрт туплау, уйҙарыңды тәртипкә килтереү, маҡсаттарыңды барлау, артабанғы эш һәм бурыстарыңды күҙҙән үткәреү өсөн кәрәк. Мин шулай эшләйем дә, сөнки мине иртәгә ышаныс менән күҙ төбәп ярҙамға мохтаждар көтә...

Фуат СӨЛӘЙМӘНОВ, тарих фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институты доценты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре: 2-се Түңгәүер улысы (Йылайыр районы) Түбәнге Сәлим ауылында 1924 йылда тыуып үҫкән һәм Бөйөк Ватан һуғышында утлы юлдар үтеп, ауыр яралар менән әйләнеп ҡайтҡан атайым Мырҙағәле Баязит улы Сөләймәнов хаҡында булыр һүҙем. Һуғыш башланғанда ул әле Байҡара мәктәбендә уҡып йөрөгән була. Уны тамамлағас та, 1942 йылда, атайым фронтҡа алына. Сержанттар әҙерләү мәктәбендә уҡып, 1943 йылда Ленинград фронтына ебәрелә һәм унда взвод командиры булараҡ, һалдаттарҙы алға әйҙәп, фашистар менән ҡул һуғышында батырҙарса алыша, ауыр яралана. Дошман штыгы атайымдың күкрәген үтә тишә, уң ҡулына пуля тейә, эсенә, аяҡтарына граната ярсыҡтары эләгә. Етмәһә, ҡаты контузия ала. Иҫһеҙ йығылған атайымды иптәштәре батырҙарса һәләк булғандар исемлегенә индерә, ләкин батыр йөрәкле санитарка уны плащ-палаткаға һалып, яу ҡырынан һөйрәп алып сыға һәм тәүге ярҙам күрһәтеп, госпиталгә оҙата. Эйе, был яуҙа бик күптәр һәләк була, шул иҫәптән, командирҙары ла. Әлеге ҡыйыу санитарка булмаһа, белмәйем, атайым да шунда ятып ҡалған булыр ине. Шулай итеп, атайыма 8-9 ай самаһы төрлө госпиталдәрҙә ятып дауаланырға тура килә һәм 1944 йылда өйгә ҡайтарыла. Яралары уңалып бөтмәгән көйө, ҡултыҡ таяҡтарында йөрөүенә ҡарамаҫтан, фронтовик атайым шунда уҡ эшкә керешә: 1944-1945 йылдарҙа Матрай районы хәрби комиссариатында йәштәрҙе һуғышҡа әҙерләй. Ошо йылдарҙа улар әсәйем менән осрашып, ғаилә ҡора һәм 9 балаға ғүмер бирәләр. Үкенескә, һуғышта алған ауыр яраларҙан атайым оҙаҡ йәшәй алмай: ни бары 51 йәшендә генә вафат була. Миңә ул саҡта 10 йәш ине.

Атайымдың аяуһыҙ һуғыш ғибрәттәре хаҡында һөйләгәндәре кескәй күңелемә ныҡ уйылып ҡалған. Мин дә тиҙерәк үҫеп етеп, атайым кеүек һалдат булырға хыялландым. Ниндәй генә хәлдәрҙә лә юғалып ҡалмаҫка өйрәтә ине атайым. Тырышып уҡырға, белемгә эйә булып, һөнәр алыуыбыҙҙы теләне ул. Атай васыятына тоғро булыу теләге мине мәктәп тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына алып килде. Беренсе курстан Совет Армияһы сафына саҡырылдым һәм ике йыл бүлексә командиры, артиллерия разведкаһы взводы командирының урынбаҫары булып хеҙмәт иттем. Хеҙмәт иткән йылдарҙа ла гел генә атайымдың әйткән һүҙҙәре мине оҙата йөрөнө: "Егетмен тигән ир азаматтары Тыуған илебеҙҙе һаҡларға һәр ваҡыт әҙер булырға тейештәр, хатта тыныс осорҙа ла!" - тиер ине ул һәм хәрби комиссариатта эшләгән йылдар тәжрибәһенә таянып, һәр бер үҫмерҙең мәктәп йылдарында уҡ физик сынығыу алып, спорт менән шөғөлләнеп, хәрби хеҙмәткә яраҡлы булып үҫеүҙәрен мотлаҡ бурыс тип иҫәпләне.

Армияла алдынғы булған егеттәр тыныс тормошҡа ҡайтҡас та баҫылып, юғалып ҡалмай. Мин дә, армиянан ҡайтҡас, атайыбыҙ инде беҙҙең янда булмауға ҡарамаҫтан, гел уның тәрбиә һабағын, кәңәштәрен тотоп йәшәнем: университетта уҡыуымды дауам иттем, фән менән ҡыҙыҡһына башланым, шул уҡ ваҡытта физик сынығыу сараларын да ташлап ҡуйманым: бокс менән етди шөғөлләндем, республика ярыштарында призлы урындар яулай инем. Уҡыған йылдарҙа хәрби кафедраны ла тамамлап, мотоуҡсылар ғәскәренең запастағы лейтенант званиеһы алдым. Вуз тамамлап, үҙемдең тыуған районымдағы Матрай урта мәктәбендә тарих уҡытҡанда ла атайым һабаҡтарына таяндым, йәш быуынды илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләүҙе уҡыусыларымдың тыуған яҡ тарихын "бишле"гә өйрәнеүҙәренә өлгәшеү бурысы менән бергә алып барырға тырыштым. Әлеге көндә студенттарымдан да шуны уҡ талап итәм: илһөйәрлек - ул атай-олатайҙарыбыҙ фашизмдан ҡотҡарып ҡалған ватаныбыҙҙы ҡәҙерләүҙән, уны яратыуҙан, уның тарихын, ер-һыу атамаларын, шулай уҡ ырыу-ғаиләң шәжәрәһен белеүҙән башлана, тип ҡабатлап ҡына торам.

Зифа ИЛБАҠТИНА, педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе: Атай тәрбиәһе хаҡында һөйләгәндә күберәк ир-егеттәргә һүҙ бирелә, был аңлашыла ла, сөнки малайҙар бәләкәйҙән атаһы янында, уның һәр хәрәкәтен, һүҙен отоп алып, тормош һәм эш серҙәренә төшөнә, киләсәктә үҙҙәре лә атай булырға әҙерләнә. Халҡыбыҙҙа ла бит "Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән" тигән тапҡыр әйтем бар. Шулай ҙа зирәк аҡыллы әсәйемдең атайым һүҙен һәр саҡ өҫтөн тотоуы, уның абруйын күтәрмәләп тороуы һөҙөмтәһендә ғаиләбеҙҙәге өс ҡыҙ бала ла ысын мәғәнәһендә нескә һәм шиғри күңелле атайыбыҙ тәрбиәһен өс ҡустыбыҙ менән бергә күңелгә һеңдерҙек. Оҙон ҡышҡы кистәрҙә ярышып шиғыр һөйләү булһынмы, бесән осоронда ҡулға салғы-һәнәк тотоп, хәлебеҙсә ярҙам итергә тырышыу булһынмы - атайым өйрәтеүе менән бөтә эштәр ҙә бергәләп, уның ҡул аҫтында башҡарылды: малайҙар эше, ҡыҙҙар шөғөлө, тип торманыҡ.

Тыуған ауылын, уның тәбиғәтен өҙөлөп һөйгән атайым Ғәлиаслан Ғәлиәскәр улы Иҙелбаев 1927 йылдың 15 июлендә Хәйбулла районы Урыҫбай ауылында тыуған. 17 йәшендә генә һуғышҡа китеп, беҙҙең бәхетебеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайта һәм Йылайыр районы Һабыр ауылында төпләнә. Беҙ ҙә шунда тыуып үҫһәк тә, атайымдың тыуған ауылына юлды һыуытманыҡ. Ат егеп, арбаға тейәлешеп, йыл һайын Урыҫбайға сәфәр ҡыла инек. Юлда атайым беҙгә тирә-яҡ ер-һыу атамаларының тарихын һөйләр, тыуған ауылы һәм уның бай тәбиғәтенә арнап яҙған шиғырҙарын уҡыр ине. Әйтеүемсә, атайым тыуған яғындағы тау, аҡлан, йылғаларҙың атамаларын, легендаларын күп белә ине. Мәктәптән һуң БДУ-ның филология факультетына уҡырға инеүемдә ана шулай атайымдың йоғонтоһо көслө булды. Аҙаҡ, йылдар үтә тора, атайымдың күңел йәдкәре булған шиғырҙары, тыуған яҡ тарихы яҙмаларын аҡтарғанда, уның миңә адресланған хаты килеп сыҡты. "Өлкән ҡыҙым Зифаға! Үҙебеҙҙең тыуған төйәк, йәғни Урыҫбай еренең, тауҙарының, төрлө-төрлө йылғалары-шишмәләренең, бесәнлектәренең атамалары теркәлгән мәғлүмәттәрҙе һиңә ҡалдырам", тиелгән ине унда. Ауыл аҡһаҡалдарынан төпсөрләп яҙып алынған был мәғлүмәттәр араһында Урыҫбайҙың тирә-яғындағы 40-лаған йылға, ҡушылдыҡтар, шишмәләр атамалары тупланған ине. Атайымдың алтынға тиң яҙма ҡомартҡыһы донъя күрергә, халыҡтыҡы халыҡҡа ҡайтарылырға тейеш тигән уй биләп алды күңелемде. Был бик кәрәк яҙмалар ине, сөнки бөгөнгө быуын үҙе тыуып-үҫкән яҡтарының тарихын да, атамаларын да белмәй үҫә бит. Ә бөгөн, йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе тураһында һүҙ барғанда, тыуған яҡ тарихы һәм топонимикаһы үҙе бер дәреслеккә тиң буласаҡ, тип уйланым һәм атайым яҙмаларына нигеҙләнеп, тыуған яғыбыҙҙың ер-һыу атамаларын артабан өйрәнә башланым һәм урындағы гәзиттәрҙә ошо темаға бик күп мәҡәләләр баҫтырып сығарҙым.

Атайымдың ныҡлап яҙышырға теләге бик көслө ине, хатта уны инсульт аяҡтан йыҡһа ла, әлеге маҡсаты уға көс бирҙе, үҙ тырышлығы, беҙҙең ярҙам менән өс йылдан, шөкөр, аяғына баҫты һәм яҙышыуын дауам итте. Шуныһына ҡыуанам, үҙе иҫән сағында ҡулъяҙмаларын туплап, Сибай һәм Аҡъяр типографияларында ике китабы баҫылып сыҡты, өсөнсөһөн үҙнәшер юлы менән атайымдың 90 йәшенә баҫтырып бүләк иттек. Бына шулай мәңгелек ҡиммәттәр ҡәҙерен белеп, тыуған яғымды яратып, уның тарихын, ер-һыу атамаларын өйрәнеп йәшәргә мин атайымдан өйрәндем; ул теләгәнсә, өлкән ҡыҙы булараҡ, уның эшен дауам итәм, яҡташтарыма тыуған еребеҙ тарихын һөйләйем һәм атайым рухына сикһеҙ рәхмәтлемен.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

27 views·1 share