Һеҙҙең ғаиләлә ниндәй милли һәм дини йолалар күҙәтелә?

Һеҙҙең ғаиләлә ниндәй милли һәм дини йолалар күҙәтелә?, image #1

Морат ЛОҠМАНОВ, тележурналист: Нәҫелебеҙҙә элек-электән килгән йолаларҙы тотабыҙ: исем ҡушыу, никах мәжлестәре, Ҡөрьән уҡытыу, мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу, Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәрен билдәләү һ.б. Үҙемә Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәрен һәр ваҡыт ғаиләнән әҙерәк айырылып үткәрергә тура килә, сөнки баш мөфтөй Тәлғәт хәҙрәт һөйләгән вәғәзде, ғәйеттең нәсихәтен бөтә илебеҙгә телевидение аша еткереү бурысымды үтәйем. Бынан һуң дуҫ ғаиләләр менән йыйылышып ҡорбан салабыҙ, яҡындарыбыҙға ҡотлау һүҙҙәре еткерәбеҙ, хәл белешәбеҙ, ә икенсе көнөнә ғаиләбеҙ менән тәмле аштар бешереп, табынға йыйылабыҙ. Ғәйеткә тиклем зөлхизә айының ун көнлөгөндә Ҡөрьән уҡыйбыҙ, күберәк изге ғәмәлдәр башҡарырға тырышабыҙ, саҙаҡалар бирешәбеҙ, ә Ғәрәфә көнөндә (ул быйыл 27 июнгә тура килә) теләк теләйбеҙ. Ҡыҙыбыҙ быйыл 11-се синыфты тамамлай һәм Берҙәм дәүләт имтихандары тапшыра, шуға уға Аллаһы Тәғәлә үҙе ярҙам итһен, тел асҡыстары бирһен тип, дүртенсене бөткән улым менән һынау көнөндә намаҙ уҡыныҡ, кеҫәгә аҡса һалып алып, юлда хәйер биреп китеү йолабыҙ ҙа бар бындай осраҡтарҙа. Әйткәндәй, элек биш тинлекте аяҡ кейеменә һалып кейә торғайныҡ бит әле, ә ул аҡсаны кемгәлер биреп ҡыуандырһаң, тағы ла яҡшыраҡ икән.

Миллилек - динебеҙҙең бер терәге ул. Сөнки һәр халыҡ үҙ юлы буйынса үҫешә, был юл сөннәт тип атала һәм уны Мөхәммәт бәйғәмбәр салаллаһу ғәләйһи үә сәләм ҡушҡан. Ул һәр халыҡты үҙенең йолаһы менән дингә саҡырырға кәңәш иткән. Сөнки кеше аңына һеңгән милли йолалары аша ғына Аллаһы Тәғәләне таба ала.

Беҙ башҡа халыҡтарҙың йолаһы аша динде дөрөҫ күрә, тура юл таба алмайбыҙ. Шуға милли һәм дини йолаларыбыҙ бергә уҡмашҡан, башҡа халыҡтарҙыҡы менән сағыштырғанда айырылып тора. Башҡорттарҙа өҫтәл тултырып һый-хөрмәт күрһәтеп, доғалар ҡылып, Ҡөрьән ашына йыйылалар һәм шунан кешенең күңеле булып ҡайта икән, икенсе халыҡта башҡасараҡ үтәләлер был йола.

Һуңғы йылдарҙа киң таралған тағы ла бер бик матур ғәҙәтебеҙ - яндан уҡ атыу. Беҙ уны милли йола ғына икән тиһәк, баҡтиһәң, Мөхәммәт бәйғәмбәр балаларҙы уҡ атырға, һыбай йөрөргә өйрәтегеҙ, тип әйткән. Халҡыбыҙға электән хас был шөғөл динебеҙгә һис ҡаршы килмәй. Милли кейемдәребеҙ ҙә шулай уҡ шәриғәт ҡанундарына ярашлы, зауыҡлы һәм үҙенсәлекле булған. Хатта түбәтәй тигән баш кейемен алғанда ла, башҡорттарҙа ул бер төрлө, Индонезия яғындағы мосолмандарҙа панама кеүек, ғәрәптәрҙә яулыҡҡа тартым итеп эшләнгән. Тағы ла буҙа ҡойоп эсеп, боронғоса мөнәжәттәр әйтеп, йырлап ултырыуҙар, милли уйындар ҙа беҙҙең күңел асыу һәм ул диндә һис тыйылмаған. Былар күңелдәребеҙгә нур өҫтәй торған ғәмәлдәр. Шуға, тыуған көндәрҙе ҡыуанып ҡаршы алыу, яҡындарыбыҙҙың шатлығын уртаҡлашыу, ҡотлау һүҙҙәре еткереү һәм шул йәшкә еткергән өсөн Хоҙайға рәхмәттәр әйтеү ҙә мөһим ғәҙәт. Быны дингә бәйләп тыйыу һис яраған эш түгел. Тик бына шундай нескә минуттарҙа шайтан ҡотортоуына бирелмәҫкә, тормошобоҙҙағы иҫтәлекле ваҡиғаларҙы айыҡ, тәртипле үткәрергә генә кәрәк. Милли йолалар дөрөҫ башҡарылғанда динебеҙҙе көсәйтә генә, ә дин - милләтебеҙҙең көсөн арттыра.

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА, Ғафури районы Ватан ауылы старостаһы, ағинәй: Дини һәм милли йолаларҙың икеһенә лә берҙәй тигеҙ иғтибар бүлергә, алтын урталыҡ һаҡлап йәшәргә кәрәк, тип иҫәпләйем. Береһен генә тотоп, икенсеһен һанға һуҡмау ярамай. Ғаиләбеҙҙә лә шулай итәбеҙ. Мәүлит көнө, Ураҙа, Ҡорбан кеүек дини байрамдарҙа ҡарт өләсәй-олатайҙарыбыҙҙы иҫкә алып, аяттар уҡытабыҙ. Балаларыма һәр кем үтәй торған дини ғәмәлдәрҙе, тәү сиратта башҡорт телендә һөйләшергә, башҡорт ғаиләләре төҙөргә кәрәклекте күндереп үҫтерҙем. Хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәремә шул уҡ тәрбиәне бирәм, уларға туған телебеҙҙе, башҡорт йырҙарын, бейеүҙәрен өйрәтәм. Эй күңелем була шул балаларға, сөнки берәй байрамға, тыуған көндәргә йыйылһаҡ, "Әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙең йырҙы йырлайыҡ", тием дә, күмәкләп йырлап ебәрәбеҙ. Бәғзеләрҙең "Мосолмандарға йырлап-бейеп йөрөргә ярамай" тигәндәрен төптө дөрөҫ түгел, тип иҫәпләйем. Ата-бабаларыбыҙ борондан оҙон көйҙәр йырлап, ҡурай уйнап, шаян таҡмаҡтар әйтеп, тыпырлатып бейеп, күңелдәрен асҡан бит.

Ауылыбыҙҙы әле "Ватан" тип йөрөтһәк тә, ул ғүмер буйы Родина тип аталып, төрлө милләт кешеләре йәшәгән төбәк. Шуға беҙҙең башҡорттарыбыҙ ҙа урыҫ йолаларына таянып туй яһай, хатта балаларыбыҙ христиандарҙың Пасхаһында йомортҡа йыйырға сыға торғайны. Был хәлгә күнегеп тә бөткәйнек. Бер нисә ауылдаш ҡатын-ҡыҙ менән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының эшмәкәрлегенә ҡушылдыҡ та, милләттәштәргә үҙебеҙҙең башҡорт йолаларын өйрәтә башланыҡ. Шунан кешеләр улдары өйләнгәндә килен төшөрөргә, һыу юлы күрһәтергә беҙҙе саҡыра башланы. Йоланы бик боронғоса уҡ итеп башҡармаһаҡ та, матур теләктәр әйтеп, Селтер шишмә юлын күрһәтеп, көмөш тәңкә һалдырабыҙ һәм йәш килендәр һыу алып ҡайта. Әйткәндәй, яҡын-тирәләге атамаһыҙ һыу сығанаҡтарына ауыл балалары менән башҡортса исем ҡушып, яҙыулы билдәләр ҙә ҡағып сыҡтыҡ. Был үҙе үк бер матур йолаға әүерелергә тейеш ғәмәл, сөнки ер-һыу атамаларын руссаға йәмһеҙ итеп әйләндереп ҡулланыуҙар, йә бөтөнләй яңы русса атама ҡушып, башҡортсаһы онотолған осраҡтар күп. Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе, Ямғыр һорау кеүек матур милли йолаларҙы ла ауылдаштар менән бергә күркәм байрам итеп ойоштороп торабыҙ. Улар ҙа тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡарашта булырға өйрәтә. Милли аш-һыуҙар бешереү, үҙебеҙҙең милли эсемлектәрҙе эшләү ҙә боронғо ғөрөф-ғәҙәтте, йоланы тотоу тип иҫәпләйем. Бына шулай, һәр нәмәлә алтын урталыҡ һаҡлап, дини һәм милли йолаларыбыҙҙы берҙәй тотоп йәшәргә тырышабыҙ.

Ринат РАМАҘАНОВ, "Арғымаҡ" этно төркөмө етәксеһе: Милли һәм дини йолалар беҙҙең атай-олатайҙарҙан мираҫ итеп тапшырылған йәшәү рәүешебеҙ инде. Ҡөрьән-Кәримдә ҡушылғанса, сөннәткә бәйле дөрөҫ дини йолаларҙы мотлаҡ үтәйбеҙ. Бына, мәҫәлән, яҡынлашып килгән Ҡорбан ғәйетен дә байрам итмәй ҡалдырғаныбыҙ юҡ. Быйыл ғаиләбеҙгә шатлыҡ өҫтәп, өсөнсө балабыҙ донъяға килде һәм ошо ваҡиғаға арнап, ҡорбан салырға тигән ниәтебеҙ ҙә бар. Бындай байрамдарҙа матур итеп табын әҙерләйбеҙ, яҡындарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы саҡырып, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтәбеҙ. Ғөмүмән, һәр йоманы ла ниндәйҙер тәмле ризыҡтар бешереп, уйындар ойоштороп, балаларға иғтибарҙы күберәк бүлеп үткәрергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Улар йоманың бәрәкәтен белә, был көндөң байрам икәнен аңлай һәм был көндөң бала саҡтарынан күңелдәренә яҡын, яҡты бер йола булып һаҡланырына иманыбыҙ камил.

Халҡыбыҙҙың һәр ғөрөф-ғәҙәте, йолаһы дини йолалар менән йәнәш, тығыҙ бәйләнгән. Күптәр хөрәфәттәр тип ышанмағандарының да төп асылы тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле. Мәҫәлән, балаларға өйгә ингәндә-сыҡҡанда ҡайһы аяҡты алдан баҫырға, ашап торғандан һуң өҫтәлде йыйыштырырға, һауыт-һабаны йыуып ҡуйырға, ризыҡты ҡаплап ҡуйырға кәрәк, тигән ябай ғына ҡағиҙәләрҙе өйрәтергә, өлкәндәргә ҡарата хөрмәт, әҙәп-әхлаҡ, үҙ-ара матур мөнәсәбәттәр тәрбиәләргә тырышабыҙ. Аҡмулланың: "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" - тип өндәп, үҙ өҫтөңдә эшләү, аҡылыңды үҫтереү, әхлаҡлы булыу кәрәк тип иҫкәртеүен дә әйтеп кенә торабыҙ. Улар доғаларҙы, намаҙ һәм тәһәрәт алыу тәртиптәрен белә, салауаттар, зекер әйтәләр, насар төш күрмәҫ өсөн йоҡлар алдынан доға уҡып яталар. Шөкөр итеп йәшәргә кәрәк, тип өйрәтәбеҙ үҙҙәрен.

Ә инде милли йолаларға килгәндә, бик матур байрам саралары күп һәм уларҙа ҡатнашып торабыҙ. Улым һәм ҡыҙым йөрөгән балалар баҡсаһында, хәҙер Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында тәрбиәселәр, уҡытыусылар башҡорт мөхитен йәнләндереп, төрлө саралар үткәрә. Бына яңыраҡ Ғаилә көнөнә, Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған саралар, улым йөрөгән йәйге мәктәп лагерында "Һылыуҡай" конкурсы үтте. Башҡортса һөйләшеп, башҡорт мөхитендә үҫһендәр өсөн тырышабыҙ. Шуға өйөбөҙҙә лә төп талап - башҡортса һөйләшеү. Баштарына суҡып тормаһаң, балалар тиҙ арала русса ҡатыштырып һөйләшергә, йә тиҫтерҙәре менән русса аралашыуға күсергә әҙер тора. Беҙҙең балаларҙың йәмәғәт урындарында ҡысҡырып башҡортса "атай", "әсәй" тип өндәшеүенә үтеп барған осраҡлы кешеләр ҙә иғтибар итә, әйләнеп ҡарай, ололар килеп маҡтап, рәхмәт әйтеп китә. Шуға ла беҙгә, йәш ғаиләләргә, быға тиклем үтәп килгән милли йолаларыбыҙға тағы бер иң мөһимен - өйҙә үҙ туған телебеҙҙә һөйләшеүҙе өҫтәү кәрәк. Һәр башҡорт ғаиләһендә ошо милли йола күҙәтелергә тейеш, ул саҡта башҡаһы үҙенән-үҙе яйға һалыныр һәм йәш быуын үҙ мөхитебеҙҙә тәрбиәләнер.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

36 views·3 shares