Өфө ҡалаһының тыуған көнө уңайы менән уны маҡтап, уңайлыҡтары, күңелгә яҡын урындары тураһында телгә алып китәйек әле...
Дилә ҒИЛМАНОВА, Әбйәлил районы Асҡар дауаханаһы балалар табибы: Беҙҙең Өфө бай тарихлы һәм замандан артта ҡалмайынса үҫешкән ҡалаларҙың береһе. Студент йылдарым ошо ҡалала үтеүе менән бәхетлемен. Әлеге мәлдә районда эшләһәм дә, баш ҡалаға йыш барырға тырышам, сөнки ул үҙенә тарта, ылыҡтыра, һағындыра.
Ҡала ниндәй миҙгелдә лә матурлығы менән һоҡландыра. Ҡышын ҡалаға ингән саҡта һине ап-аҡ тау һәм уға һыйынып ҡына ултырған йорттар ҡаршылай. Был күренеш күңелгә йылылыҡ өҫтәй. Ә йәйен-көҙөн улар сағыу төҫтәр менән ҡаршы ала, оҙатып ҡала.
Ҡасан килгәндә лә ҡала урамдарында таҙартыу, ағартыу, йыйыштырыу эштәре бара. Шулай уҡ иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем шау сәскәгә күмелеп ултырған урамдарҙан үтеү - үҙе бер ғүмер. Ҡайһы берәүҙәрҙең баш ҡала урамдарында сүп-сар күп, тип әйтеүе менән һис тә килешмәйем. Беҙҙең районға яҡын ҡала урамдары торошон күргәндәр Өфөлә был йәһәттән хәлдәр бик яҡшы икәнлеген аңлар ине.
Өфөнө мин йыйнаҡлығы, күркәмлеге өсөн яратам. Тарихи үҙәктәге ағас өйҙәре, йәйгеһен саф һауала йөрөгән мәлдәре күңелемә яҡын. Миллионлы ҡала булһа ла урамда күп таныштарыңды осратыу мөмкинлеге булыуы менән оҡшай. Өфөнөң һалмаҡ, тыныс ритмын яратам. Ниндәйҙер көслө тәьҫораттар артынан, мәҫәлән, башҡа ҡалаларға йүнәлһәк, күңел тыныслығын тик үҙебеҙҙең Өфөбөҙҙә генә табырға була.
Венер ҒӘЛИМОВ, Куйбышев тимер юлдарының Башҡортостан буйынса территориаль идаралығы бүлек етәксеһе: Өфөнө ни өсөн яратаммы? Сөнки ул гөрләп торған ҙур ҡала, бында һәр саҡ ниндәйҙер ҙур саралар уҙа. Мәҫәлән, "1000 велосипедсылар" көнө, "Уҙыш" йүгереү ярышы, күләмле концерт һәм тамашалар - быларҙың барыһы ла Өфөнөң йәшәү рәүешен әүҙемләштерә, энергиялы итә, йәшәүгә дәрт өҫтәй.
Ат яратҡан кеше булараҡ, мин "Аҡбуҙат" ипподромында уҙған сараларҙы ҡалдырмайым. Шулай уҡ Ботаника баҡсаһы, Лимонарий, "Урмансылар", "Еңеү" парктары ғаиләбеҙҙең иң яратҡан урындары. Унда барып, матурлыҡҡа һоҡланып, илһамланып ҡайтабыҙ. Өс яҡлап йылғалар менән уратып алынған Өфөнөң ниндәй бейеклегенән ҡараһаң да күҙ ҡарашы етмәҫлек хозурлыҡҡа тап булаһың.
Һәр кемгә бала сағы үткән урындар ҡәҙерле һәм күңеленә яҡын. Мин үҙем Дим биҫтәһендә тыуып үҫкән кеше булараҡ, Өфөнөң ҡайһы урынында булһам да үҙемдең районым менән сағыштырам. Дим биҫтәһе баш ҡаланың башҡа урындарына ҡарағанда йәшелерәк кеүек миңә, шулай уҡ таҙалыҡ яғынан күпкә өҫтөнөрәк һымаҡ. Шулай уҡ беҙҙең райондың үҙенсәлекле һәм иҫтәлекле урыны - тимер юлы аша үткән күпере, мин унда баҫып, поездарға ҡарап торорға яратам. Минең өсөн Дим биҫтәһе һәм тимер юлы бер-береһенән айырылғыһыҙ күренеш.
Бәләкәй саҡта беҙҙе Салауат Юлаев һәйкәленә алып киләләр ине. Ул ваҡыттарҙа һәйкәлдең тирә-яғы йырып сыҡҡыһыҙ урман булып, унда бысраҡ, ҡараңғы булды. Хәҙер ул урман йәйәүлеләр йөрөр өсөн бик матур һәм уңайлы итеп үҙгәртелеп, өфөләрҙең дә, ҡала ҡунаҡтарының да иң яратҡан урындарының береһенә әйләнде. Шулай уҡ Черкалихин йырынының да бөгөнгө көндәге торошо миңә ныҡ оҡшай, ә унда уҙған иҫ китмәле шәп концерт һәм башҡа төрлө сараларға һоҡланып туйғыһыҙ. Халыҡ-ара кимәлдәге тамашалар уҙғарырлыҡ матур амфитеатр эшләп ҡуйыуҙарына "Афарин!" тиергә генә ҡала.
Өфөбөҙ артабан да матурайһын, үҫһен, йәшәү өсөн уңайлы шарттары булған миллионлы ҡалаларҙың береһе булып ҡалһын.
Айгиз СӘЙФУЛЛИН, эшҡыуар, Белорет ҡалаһы: Өфөгә барып-китеп кенә йөрөһәм дә, ул миңә республикамдың баш ҡалаһы булараҡ бик тә яҡын һәм ҡәҙерле. Ағас, төҙөлөш эштәре менән булғас, үҙем ошо өлкәлә эшләгән магазин, баҙарҙарға иғтибар итәм. Был йәһәттән баш ҡалала бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған - сөйҙән алып бураһына тиклем һатып алырға була.
Күп ҡалаларҙа йөрөргә тура килә, шулай уҡ Рәсәйҙең төрлө төбәгенән ҡунаҡтар ҙа йыш килә. Әлегә тиклем бер кем дә Өфө тураһында насар һүҙ әйтмәне һәм артабан да шулай булырына ышанам. Ҡаҙан һәм Екатеринбургтан килгәндәр Өфөнөң йәшеллегенә күҙҙәре ҡыҙа, ә Мәскәү халҡы тығындарҙың юҡлығына хайран ҡала. Эйе-эйе, беҙҙең ҡаш емереп көйәләнгән Һупайлы биҫтәһе янындағы, Өфөгә төрлө яҡлап ингән ерҙәрҙәге тығындар улар өсөн бик көлкө тойола.
Миңә Ағиҙел ярын төҙөкләндереп ҡуйыуҙары бик оҡшай. Элек үлән баҫып бөткән, ял итерлек яйлы урыны ла булмаған яр буйы хәҙер заманса, матур итеп эшләнгән, эскәмйәләр ҡуйылған, балаларға бәүелсәктәр эленгән, ашап алыр өсөн махсус урындар ҙа булдырылған.
Черниковка биҫтәһенең үҙенсәлекле архитектура өлгөләре, ҡала буйлап урынлашҡан арт-объекттар, Өфөнөң төрлө урамында урынлашҡан фонтандар, парктар, аҫылмалы күпер - барыһы ла күңелемә яҡын.
Һөнәрем буйынса тарих уҡытыусыһы булараҡ, мин музейҙарға йөрөргә яратам. Өфөгә барған һайын ҡаланың бер музейына мотлаҡ инеп сығам. Шөкөр, бындай уникаль мәҙәни усаҡтар баш ҡалала күп булыуы һайлау мөмкинлеге бирә.
Республикабыҙҙағы ике дәүләт теленең дә баш ҡалала киң ҡулланылыуын күреү ҡыуаныслы. Әлбиттә, был йәһәттән башҡараһы эштәр күп, ләкин улар төҙәтелер, алтаҡталар, реклама афишалары урыҫ телендә лә, башҡортса ла дөрөҫ яҙыла башлар, тип өмөтләнәм.
Һуңғы йылдарҙа ҡала кварталдары араһында балалар майҙансыҡтарының күпләп урынлаштырылыу оҡшай. Шулай уҡ спорт менән шөғөлләнеү өсөн дә махсус интентарь ҡуйып йыһазландырылған майҙансыҡтарҙың артыуы баш ҡаланың йөҙөн биҙәй.
Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.
