КИТАП-БАЙРАМ

Ошо көндәрҙә Өфөнөң Совет майҙанында "Китап байрамы" уҙғарыла. Бындай саралар һуңғы йылдарҙа онотола төшкән китапҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырырмы?

КИТАП-БАЙРАМ, image #1

Рәшит ШӘКҮР, ғалим-төркиәтсе, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы лауреаты, С.Юлаев ордены кавалеры: Мин "Китап байрамы" хаҡындағы хәбәрҙе ҡыуанып ҡабул иттем. Китапҡа ҡыҙыҡһыныу ниндәй кимәлдә булһа ла, был сара берҙәй үк әһәмиәтле. Элегерәк халыҡ йығылып ятып китап-гәзит уҡығанда ла ундай саралар бик кәрәкле ине; әле, китапты аҙыраҡ уҡый башлаған ваҡытта ул икеләтә файҙалы. Ғөмүмән, китаптың ҡиммәте бер ваҡытта ла кәмемәйәсәк, хатта уны уҡыусылар һаны кәмегән хәлдә лә. Йәмғиәтебеҙҙә, тормошобоҙҙа китаптың әһәмиәте һәр ваҡыт мөһим булып ҡаласаҡ, уның ҡиммәте һәр ваҡытта ла юғары баһаланасаҡ. Аллаға шөкөр, күп дәүерҙәр буйы китаплы халҡыбыҙ: китаптар баҫылғанға тиклем дә, боронғо замандарҙа ла ул китаплы булған. Ташҡа, туҙға, тирегә яҙылған ул китаптар. Ташҡа яҙылған боронғо ижад өлгөләре кешелектең рухи мәҙәниәте ҡомартҡылары булып, бөгөнгө көнгә тиклем һаҡлана килгән. Беҙ уларҙы уҡыйбыҙ, өйрәнәбеҙ.

Ҡулдан яҙылған китаптар ҙа күп булған халҡыбыҙҙа. Әҙәбиәт тарихы белгесе Әхнәф Харисовтың "Әҙәби мираҫ" тигән хеҙмәтендә Ҡөрьәнде ҡулдан яҙған бер башҡорт хаҡында мәғлүмәт бар. Революциянан һуң үҙебеҙҙең китап баҫыу эше башлана. Был йәһәттән яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре, милли матбуғатҡа нигеҙ һалыусы Дауыт Юлтыйҙың хеҙмәте ҙур. 1919 йылда Петроградты аҡтарҙан һаҡлап ҡалған Башҡорт ғәскәренә рәхмәт йөҙөнән Петроградтың Эшсе депутаттар Советы башҡорт халҡына исемле байраҡ менән бергә типография бүләк итә. Дауыт Юлтый шуны Раевка станцияһынан аттарға тейәтеп, ул саҡтағы баш ҡалабыҙ Стәрлетамаҡҡа алып ҡайтҡан...

Китап байрамдары һәйбәт, әлбиттә, шул уҡ ваҡытта беҙҙең китап нәшриәтенең хәле ауырлашыуын да күрмәү мөмкин түгел. Үҙ иҫәбенә өҙөп-йолҡоп йыйған аҡсаһын түләп китап баҫтыра бөгөн күп авторҙар. Үҙнәшер, тигәндән, бөгөн, шулай итеп, китап яҙмышы тирәләй үҙенсәлекле ваҡиғалар бара. Мәҫәлән, мин дә "Баш йортобоҙ - Башҡортостан" тигән ҡалын ғына томды Урал мәрхәмәтлек фонды ярҙамында 1 мең тираж менән баҫтырып сығарһам, 2-3 йыл элек "Йөрәктәге яҙмалар" китабымды нәшер итергә тағы ла бағыусылар - Миңзәлә менән Ҡадурий Фазлетдиновтар ярҙам итте. Әле бына "Гәрәбәләр" тигән ҡыҫҡа юллыҡтарҙан шиғыр йыйынтығы әҙерләнем, шуны ла сығарыу юлын эҙләргә тура килә...

Китап байрамдарында бит уҡыусыларың алдында йөҙөң яҡты булып, уларға яңы әҫәрҙәреңде тәҡдим итергә кәрәк. Китап уҡыусыларыбыҙ ҙа беҙҙән, яҙыусыларҙан яңы һүҙ, заманса фекер ишеткеләре килә, ә беҙҙең китаптар баҫылып сыға алмай ята. Етәкселәребеҙ байрам, йәрминкәләр үткәрерҙән алда бына ошо мәсьәләгә лә иғтибар йүнәлтһен ине. Дөрөҫ аңларға кәрәк, китап сығарыу - үҙмаҡсат түгел, бәлки, яңы китаптар нәшер ителгән шарттарҙа ғына әҙәбиәт алға бара, артабан үҫешә, тигән һүҙ. Китап байрамдары беҙҙең китап яҙмышына, әҙәбиәтебеҙ яҙмышына хәстәрлектең эҙмә-эҙлекле һәм даимилығына ныҡлы дәлил булып торһон ине, тигән теләктәмен. Йәшәһен башҡорт китабы!

Инсаф СӘЛИХОВ, Надым ҡалаһы, нефтсе: Бөгөн китаптар, гәзит-журналдар һәм башҡа ҡағыҙ баҫмаларҙың актуаллеге юғалыуы бер ҙә ғәжәп түгел, тип иҫәпләйем, сөнки был заманға ярашлы үҙгәрештәр эҙемтәһе. Цифрлаштырыу тигән нәмә баҫып алыры көн кеүек асыҡ бит инде.

Шуныһы ҡыҙыҡ минең өсөн: беҙ ябай уҡыусы ғына, ә бына китап сығарыусы яҙыусылар бер-береһенең әҫәрҙәрен уҡый микән? Бер-береһенең китаптарын китап магазинына инеп һатып ала микән? Былай минең шәхси китапханамда яҙыусылар әҫәрҙәре бик күп. Аптырағас, үҙем белгән бер башҡорт гимназияһына уларҙы бүләк итәйем, тигәс, баш тарттылар: "Юҡ, алмайбыҙ, беҙгә тик яңы китаптар ғына кәрәк", - тип аптырашта ҡалдырҙылар. Бөгөн тиҙлек заманы, тибеҙ. Һәм, ысынлап та, ҡыҫҡа, мәғлүмәти әйберҙәр күләмле повесть, романдарҙы ҡыҫырыҡлай.

Социаль селтәрҙәге яҙмаларымдан белеүселәр барҙыр: ниңә бөгөнгө киҫкен, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса яҙыусыларыбыҙ, уларҙың берлеге өндәшмәй ҡала, ниңә халыҡты борсоған теге йәки был мәсьәләгә үҙ мөнәсәбәттәрен белдермәйҙәр икән, тип яҙа киләм. Элек бит, ҡурҡһалар ҙа, коллектив хат булһа ла яҙалар ине. Ҡайҙа бөгөнгө яҙыусылар араһында Рәмиҙәр, Әкрәм Бейештәр, Бикбайҙар? Китап магазинына барып инһәң, музейҙағы кеүек тып-тын, китап һатып алған кеше бик һирәк ҡунаҡ бында. "Планета" ише рус һәм донъя әҙәбиәте магазиндарында ла булған бар. Бында иһә күбеһенсә уҡыусы балалар һәм студенттар: уларҙы дәреслектәр, яҙыу-һыҙыу кәрәк-яраҡтары ҡыҙыҡһындыра. Шуныһы тағы ла хәүефләндерә: бер заман китапханалар ҙа ябыла башламаҫ, тимә.

Ә бына тағы бер аптырарлыҡ хәл: Мәләүез китап магазины һәр ваҡыт халыҡ менән шығырым тулы. Китаптарҙың ниндәйе генә юҡ! Матур, сифатлы тышлыҡтарҙан күҙ ҡамаша, ундағы хәрефтәрҙең алтын ялатылғандары ла бар хатта. Башҡорт әҙәбиәте бүлеге лә бар бында. Бер нисә авторҙың китаптары иҫәбендә шулай уҡ минең иғтибарҙы йәлеп иткән яҙыусыларҙың әҫәрҙәре лә бар ине. Һатыусынан, йыш килеп торамы яңы китаптар, тип һорашам. Үкенескә, уның яуабы йөрәгемде әрнетте. Башҡортса китаптар ҡайтарыу беҙгә файҙаһыҙ, килем килтермәй, тине ул, сөнки улар һатылмай ята. Ҡыҙғаныс: әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү эше һүлпән. Икенсенән, халыҡтың артыҡ аҡсаһы ла юҡтыр инде, ә бит китаптарҙың хаҡы ла ярайһы ғына "тешләшә".

Заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, ҡыҙым Гарри Поттер хаҡында уҡырға яратһа, мин Сталкерҙарҙы. Илһөйәрлек-телһөйәрлек тойғолары булмауҙа ғәйепләргә ашыҡмағыҙ беҙҙе, дуҫтар. Ниндәй авторҙың әҫәре ҡыҙыҡлы йәки көнүҙәк мәсьәләләр күтәрә, шуларҙы уҡығы килә бит, нишләйһең. Күңел ихтыяжы һәм зауығыңа ҡаршы барып булмай. Китап байрамдары һәйбәт, әлбиттә, ләкин китапҡа яңынан һөйөү уятыу өсөн был ғына етмәйҙер, моғайын. Халыҡты ауыҙыңа ҡаратырлыҡ, иҫенә килтерерлек яҙыусы һүҙе - китап кәрәк.

Гөлфиә ТЕЛӘҮСИНА, Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы китапханасыһы: Бөгөн интернет кеүек заманса мәғлүмәти технологиялар үҫешкән заманда кешене, бигерәк тә йәштәр һәм балаларҙы китап уҡырға ылыҡтырыуы ауыр, әлбиттә. Ләкин шуныһы ҡыуандыра: өлкән быуын һәм мәктәп уҡыусылары китапҡа битараф түгел әле. Теге йәки был мәғлүмәт эҙләп, китапханаға килеүселәр ҙә байтаҡ, сөнки, нимә генә тиһәң дә, интернет сығанаҡтарҙа ла ҡайһы бер мәғлүмәттәр булмай сыға, айырыуса урындағы факттар - халҡыбыҙ тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, билдәле шәхестәре хаҡында, мәҫәлән. Китапханабыҙға килгән яңы әҙәбиәтте көтөп алыусылар ҙа бар. Китапханаға йәш быуынды төрлө ҡыҙыҡлы саралар, мауыҡтырғыс уйындар ойоштороп йәлеп итергә тырышабыҙ. Беҙҙең ауыл райондың төпкөлөндә иҫәпләнһә лә, ауылдаштарым әүҙем тормош алып бара. Район буйынса ойошторолған сараларҙан ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына әле Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына бағышлап, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы ойошторған "Хәтер мәңгелек" район шиғыр һөйләүселәре бәйгеһендә ихтирамлы ауылдашыбыҙ Мөнирә Сафа ҡыҙы Ғайсина килене Гөлфиә һәм бүләсәре Мәликә Иҫәндәүләтовалар менән 30 конкурсант араһында еңеп сығып, 1-се урын алып ҡайттылар. Мөнирә апай, ғөмүмән, уҡырға ярата, китапханабыҙҙың иң әүҙем китап һөйөүсеһе лә ул.

Ауылдаштарым үҙебеҙҙең башҡорт яҙыусыларынан Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева, Ноғман Мусин, Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Таңсулпан Ғарипованың китаптарына өҫтөнлөк бирә. Милли матбуғат баҫмаларын да алдырабыҙ, сөнки гәзит-журналдарҙа сыҡҡан бөтөн материалдарҙы ла интернетта табыуы икеле. "Ағиҙел", "Шоңҡар", "Башҡортостан ҡыҙы", журналдарын, "Киске Өфө", "Йәшлек" гәзиттәрен яратып уҡыйбыҙ. "Аҡбуҙат" менән "Аманат" журналдары иһә балаларҙың көтөп алынған ҡунағы. Китап байрамдары, йәрминкәләр үткәреү, әлбиттә, халыҡ иғтибарын китапҡа йәлеп итеүҙә, уны таратыуҙа, яҙыусылар ижады менән таныштырыуҙа бик кәрәкле сара, сөнки китап барыбер ҙә "Китап - белем шишмәһе" тип ҡабатланған хәҡиҡәттең бөгөн дә иҫкермәүе, көнүҙәк булып ҡалыуы хаҡында һөйләүсе мәңгелек ҡиммәттәребеҙҙең береһе. Китап уҡыу, минеңсә, халҡын, уның әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, тарихын ғына түгел, ә үҙ-үҙен дә ихтирам итеүсе кеше шөғөлдәренең береһе, сөнки китап үҙ уҡыусыһын рухи һәләттән үҫтерә, уны юғары мәҙәниле итеп тәрбиәләй.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

17 views·1 share