Быйылғы иген уңышы республикала һуңғы бер нисә йылдағы иң юғарыларҙың береһе булырға вәғәҙәләй. Иген игеүҙә, шулай уҡ башҡа төрлө ауыл хужалығы ризыҡтары етештереүҙә, һис шикһеҙ, фермерҙарыбыҙҙың да өлөшө бар. Ғөмүмән, фермерҙар бөгөн нисек йәшәй, эшләй, ниндәй проблемалар менән көрәшергә тура килә?
Ғүмәр ИҪӘНОВ, Мәләүез районы "Нурлы" крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе: Республикала етештерелгән ауыл хужалығы тауарҙарының дүрттән бер өлөшө шәхси фермерҙар өлөшөнә тура килә. Улар, һис шикһеҙ, бөгөн ауыл хужалығы тармағында баһалап бөткөһөҙ ҙур урын биләй. Быны бер нисек тә инҡар итеп булмай. Дәүләт бураһын тултырыу йәһәтенән дә, ауыл ерендә эш урындары булдырыу тәңгәлендә лә, тораҡ пунктты төҙөкләндереүҙә, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүҙә фермерҙарҙың өлөшө ифрат ҙур.
Быйыл беҙҙең районда йыл ҡоро килде. Игенгә иң кәрәкле ваҡытта ике ай ямғыр яуманы ла ҡуйҙы. Яҙғы дымлы мәлдә сәселгән орлоҡ шытып өлгөрҙө, әммә оҙайлы көндәргә һуҙылған эҫелек шытымды ныҡ көйрәтте. Билдәле инде, уңыш өмөтөбөҙҙө тейешенсә аҡламаны. Дөрөҫөрәге, уның ҡап яртыһын юғалттыҡ. Ваҡытында яуын күргән райондарҙа крәҫтиән-фермер һәм ауыл хужалыҡтары ана нисек рекордлы уңыш алды быйыл! Улар өсөн беҙ ҙә ҡыуанабыҙ, сөнки республика, илебеҙ буралары буш булмаясаҡ. Ситтән һатып алмаясаҡбыҙ, тимәк, халыҡты ауыл хужалығы ризыҡтары менән үҙебеҙ тәьмин итәсәкбеҙ.
"Нурлы" фермер хужалығының 2 мең гектарға яҡын сәсеүлеге бар. Шуның 300-өн - күп йыллыҡ, 600-өн - бойҙай, арпа, арыш, һоло, 100 гектарын көнбағыш баҫыуы биләй. Ҡалғанында бер йыллыҡ үлән сәсәбеҙ. Әле көнбағышҡа төшмәгәнбеҙ, унан яҡшы ғына уңышҡа, атап әйткәндә, гектарынан 15 центнер алырға өмөтләнәбеҙ. Был культураның беҙҙең аграрийҙарҙы йыл һайын һөйөндөрөүен билдәләмәү мөмкин түгел.
Игенде баҙарға сығарып һатып, аҡса эшләү мөмкинлеге булмаһа ла, ҡыш сығырға үҙебеҙгә етәсәк. Быйылғы йылда уныһына ла шөкөр итәбеҙ. Орлоҡҡа ла, фуражға ла тейешле күләмдә запас һалып ҡуйҙыҡ. Пай ерҙәре өсөн халыҡҡа ла етте, ҡыш сығырлыҡ мал аҙығы ла тупланды. Барына риза булып, юрғаныбыҙға ҡарап аяғыбыҙҙы һуҙырға тура килә инде быйыл. Шуныһы бик мөһим: ваҡытында һалым түләү, хеҙмәтсәндәргә эш хаҡын биреү мөмкинлегебеҙ ҙә бар. Шуға ла, әлегә үҙ еребеҙҙә ныҡлы һәм ғорур баҫып торабыҙ, тип ышаныслы әйтә алам. Бында, әлбиттә, эшһөйәр коллективыңдың роле баһалап бөткөһөҙ. Беҙҙә тырыш, тыуған төйәген һәм ер эшен яратҡан кешеләр генә тупланған. Хужалыҡта тир түккәндәргә ҡулдан килгәнсә ярҙам да итәбеҙ. Бесәнен сабып, ихатаһына ташып бирәбеҙ. Төп эшмәкәрлегебеҙҙән тыш, ауылдың социаль мәсьәләләрен, көнүҙәк проблемаларын хәл итеүҙә ҡатнашабыҙ һәм быны төп бурыстарыбыҙҙың береһе, тип иҫәпләйбеҙ. Халыҡ араһында фермерлыҡ эшмәкәрлеген еңел генә тип уйлағандар ҙа юҡ түгел, әлбиттә. Әммә ундайҙар бик һирәк. Быны һәр кем аңлай, миҙгел эшендә теләп ҡатнашырға әҙер булғандар ҙа күп.
Дәүләт ярҙамын тоябыҙ, район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы ла ҡурсалап, яҡлап тора. Ғөмүмән, республикала, шул иҫәптән районда крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын, ошо тармаҡта эшләгән эшҡыуарҙарҙы үҫтереү маҡсатында байтаҡ эш башҡарыла. Был өлкәгә яңы фермерҙарҙы ылыҡтырыу өсөн әленән-әле маҡсатлы программалар ҡабул ителә, һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Шулай уҡ крәҫтиән хужалыҡтарын борсоған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел, әлбиттә. Яғыулыҡ-майлау материалдары, минераль ашламалар арзаныраҡ булһа, һис шикһеҙ, яҡшыраҡ булыр ине.
15 йыл эсендә төрлө хәлдәр, ауыр саҡтар ҙа, уңыш йылмайған осорҙар ҙа күп булды. Нисек кенә булһа ла, үҙебеҙ етештергәнде үҙебеҙгә еткереп, көрсөккә батмай ғына, башҡа бик күп фермерҙар кеүек үҫемлекселекте лә, малсылыҡты ла бергә һәүетемсә генә алып барабыҙ. "Бер көн артта ҡалһаң, биш көн йүгерерһең", тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Игенселек - миҙгел эше, шуға күрә яҡшы уңыш алайым тиһәң, яҙҙың, йәйҙең генә түгел, көҙөн дә, ҡышын да бер көн дә ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. Киләһе йылғы уңышҡа нигеҙ быйыл уҡ һалына, шуға көндөң, сәғәттең ҡәҙерен белеп, файҙалы эш менән үткәрергә кәрәклеген коллективтағы һәр кем яҡшы аңлай һәм көсөнән килгәнсә үҙ өлөшөн индерә.
Илдус СӘЛИХОВ, Күгәрсен районы: Быйылғы яҙғы-йәйге миҙгел үҫемлекселек менән шөғөлләнгән фермерҙарға күңелһеҙ "сюрприздар"ын йәлләмәне. Тәүҙә коронавирус пандемияһына бәйле үҙизоляция шарттарында эшләргә өйрәнергә тура килде. Май айының башҡа йылдарға ҡарағанда һыуығыраҡ килеүе, аҙаҡ йәй буйына көндәрҙең аномаль эҫе тороуы, ямғыр яумауы - быларҙың барыһы ла буласаҡ уңышҡа кире йоғонто яһаны. Минең дә уңыш былтырғыға ҡарағанда күпкә ҡайтыш. Үткән йыл гектарынан уртаса 18 центнер сыҡһа, быйыл, кәмерәк булмаһа, шуның яртыһы тирәһен генә алдым. Үҙем етештергән үҙемә етәсәк, әлбиттә. Пайсыларыма таратыуҙан да ҡаласаҡ, орлоҡҡа ла етерлек кимәлдә һалынды. Әммә, һәр ер эшкәртеүсе кеүек, мин дә мул уңышҡа өмөтләнеп, уны һатып, килем алыу хыялы менән сәскәйнем. Яғыулыҡ-майлау материалдарының, минераль ашламаларҙың йылдан-йыл хаҡы арта. Уларҙың хаҡын ҡайтарыу ҙа - беҙҙең эшмәкәрлектең төп шарты бит.
Һуңғы ваҡытта ҡайһы бер йүнселдәр ер эшкәртеүҙең файҙаһы юҡлығын билдәләй. Әммә малсылыҡ тармағы менән шөғөлләнгәндәр үҫемлекселекте ташлап та ҡуя алмай. Игенселек - минең дә ярҙамсы йүнәлешем. Төп эшем - йылҡысылыҡ. Был өлкәне үҫтереүҙең, һис шикһеҙ, яҡшы перспективалары бар. Иң беренсе, йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙ етештереүҙе әҙер милли бренд, тип ҡарайым һәм уларҙы үрсетеү элек-электән халҡыбыҙ иҡтисадының нигеҙе булған, тип иҫәпләйем. Глобалләштереү шарттарында ла уны һаҡлап алып ҡалыу кәрәк. Йылҡысылыҡ - ул борондан ҡалған, халҡыбыҙҙың матди мәҙәниәтенең ҙур өлөшөн тәшкил иткән тармаҡ. Башҡортостан ерҙәре үҙе үк ат үрсетеү өсөн уңайлы бит. Ҡылғанлы далалар, ҡарҙан иң тәү әрселә торған яландар, ҡышын ыжғыр елдәрҙән, ҡарлы бурандан ышыҡланыу өсөн урмандар - йылҡы малын тотоу өсөн быларҙың барыһы ла тәбиғәт тыуҙырған ыңғай шарттар. Тарихтан билдәле булыуынса, атһыҙ башҡорт булмаған, йылҡыһыҙ йәшәмәгәндәр. Иң ярлы һаналған башҡорттоң да 15-ләп аты булған.
Һуңғы йылдарҙа крәҫтиән хужалыҡтары ойоштороп, күпләп йылҡы тотоусылар артыуы күҙәтелә. Был бик ҡыуаныслы хәл. Әммә башта уҡ ҙур уңышҡа өмөт итеп, тәүге ҡаршылыҡтар осрау менән эшен ташлағандар ҙа юҡ түгел. Фермерлыҡ та, иҡтисадтың башҡа тармағы кеүек, аныҡ маҡсат ҡуйып, алға ҡарап эшләүҙе талап итә.
Ат үрсетеү менән күптән шөғөлләнәм. Эшем бик оҡшай. Ошо дәүерҙә төрлө ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар менән осрашырға ла тура килде. Ике иңгә ҡанат ҡуйған уңышлы миҙгелдәр ҙә, хаталаныуҙар ҙа булды. Уларҙың барыһынан да һабаҡ, тәжрибә алып, яйлап ҡына үҙ юлым менән барам. Үҙем өсөн һығымталар ҙа яһағанмын. Мәҫәлән, беҙҙең магазиндарҙа йылҡы ите аҙыҡтары юҡ тиерлек. Яҡшы сифатлы ҡымыҙ һатып алыуы ла еңелдән түгел бөгөн. Фермерҙар, шәхси хужалыҡтар етештергән ит-һөт йәрминкәләре ойошторолоу, әлбиттә, бик яҡшы күренеш. Мин үҙем уларҙа йыш ҡатнашам тип әйтә алмайым. Дөрөҫөрәге, баҙарҙа, йәрминкәлә һатҡаным юҡ. Ҡулланыусылар өйҙән килеп ала. Ғөмүмән, йылҡысылыҡ продукцияһын һатыу мәсьәләһен, уның баҙарҙа ниндәй һорау менән ҡулланылыуын тикшереү һәм был эште яйға һалыу мөһим.
Киләсәктә ҡымыҙ, ҡаҙы, ит етештереүҙе юлға һалырға ниәтләйем. Һуңғы ике йылда бейә һауыуҙы туҡтатып торорға мәжбүр булдым. Берҙән, ауылда көтөүсе табыу ҡыйын. Ҡымыҙ етештереү өсөн бейәләрҙе айырып көтөргә, өс, иң яҡшыһы, дүрт көтөүсе кәрәк. Эшһеҙ йөрөгән бер нисә замандашыма был эште тәҡдим итеп ҡарағайным, баш тарттылар. Сәбәбе - эш хаҡын ситтә вахтала эшләгәндәр менән сағыштырыуҙа.
Ҡымыҙ етештереү отошло ғына шөғөл. Башҡорттар ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәре лә яйлап ҡымыҙҙың тәмен, дөрөҫөрәге, шифаһын таный башланы. Туберкулез дауаханаларының был эсемлеккә ихтыяжы ҙур икәнлеге лә билдәле. Шуға күрә, был тармаҡты үҫтерергә теләп, ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү буйынса маҡсатлы программала ҡатнашырға уйлағайным, конкурстан үтмәнем. Бөгөнгө заманда бик тә әһәмиәтле тип өмөт иткән проектым эксперт комиссияһының яҡлауын тапманы. Дәүләт тарафынан үҙ эшен асыусыларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә, тиҙәр, әммә, йәшерен-батырыны юҡ, әлегә уны тоймайым. Ғөмүмән, мин үҙ көсөмә нығыраҡ ышанам. Шуға ла ниндәй генә ҡаршылыҡтар тыумаһын, күңелемде төшөрөргә йыйынмайым, сөнки эшемде яратам.
Хәлит СӘҒИТОВ, Көйөргәҙе районы: Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының аҙыҡ-түлек етештереү ҡеүәте көслө. Улар үҙҙәрен дә, яҡын-тирәлә йәшәгән халыҡты ла сифатлы, үҙ еребеҙҙә етештерелгән, бер ниндәй сит ҡатнашма, ҡушылма һалынмаған ит, һөт аҙыҡтары менән йыл әйләнәһенә тәьмин итә ала. Әммә... Бына шул әммә булмаһа, барыһы ла яҡшы булыр ине.
Беренсенән, бөгөнгө көндә йыйып ҡына алған игенде пайсыларға нисек еткерергә, тип баш ватам. Ҡоролоҡ булды, уңыш йылмайманы, тип, улар алдында булған яуаплылыҡты, бурысты бер кем дә һыҙып ташлай алмай бит. Уларға тейешлене нисек булһа ла бирергә кәрәк, сөнки пайсыларыбыҙ тап ошо буласаҡ игендән бирелә торған үҙ өлөшөнә иҫәп тотоп, мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтә. Пай ерҙәре өсөн башҡаларҙан һатып алып түләргә йыйынған фермерҙар бер мин генә түгелдер, тип уйлайым. Шуға күрә агростраховкалау иҫәбенә юғалтыуҙарҙы компенсациялау йүнәлешен тейешенсә үҫтерергә кәрәк. Был йәһәттән эре ауыл хужалығы предприятиелары ниндәйҙер кимәлдә ярҙамға иҫәп тота. Беҙҙең кеүек "бәләкәй" фермерҙарға уны алыу бик үк еңелдән түгел.
Бер нисә йыл элек үткән Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһының республика съезында ауыл хужалығы продукцияһы етештереү өлкәһендә эшләгән эшҡыуарҙар эҙмә-эҙлекле ярҙам аласаҡ, тигәйнеләр. Унда шулай уҡ гранттар биреү, хужалыҡ ихтыяждарын тәьмин итеүҙә, инженерлыҡ инфраструктураһына, ерҙе рәсмиләштереүҙә булышлыҡ итеү тураһында ла әйткәйнеләр. Эйе, дөрөҫ, дәүләт ярҙамын алғандар бар. Тик шуныһы - уны теләгән һәр фермер ала алмай. Тейешле ҡағыҙҙар тултырыу, документтар йыйыу, бизнес-план эшләү генә етмәй, бында ла "ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ" кәрәк. Лизинг та тәҡдим иттеләр, уны ла алып булманы. Бына шулай, республикала эшләп килгән инвестиция проекттары, дәүләт программаларында ҡатнашыу әлегә беҙгә тәтегәне юҡ.
Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының район, республика, шулай уҡ ил иҡтисадында роле бик ҙур. Быны барыһы ла аңлай торғандыр. Һуңғы йылдарҙағы сәйәси ваҡиғаларға бәйле күп төрлө санкциялар барлыҡҡа килеүе сәбәпле сит тарафтарҙан аҙыҡ-түлек килтерелмәй башлағас, урындағы фермерҙар етештергән ит, һөт аҙыҡтары ҙур ярҙам булды, тип уйлайым. Шулай ҙа "Үҙебеҙҙекен һайла, үҙебеҙҙекен һатып ал" лозунгыһын тулыһынса бойомға ашырыу өсөн байтаҡ проблемаларҙы хәл итәһе бар, тип иҫәпләйем. Мәҫәлән, һөт продукцияһын ғына алайыҡ. Беҙҙең уны тейешле күләмдә етештерә алыу мөмкинлеге бар. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙә барыбер уны һатыу, йыйыу тейешенсә ойошторолмаған. Бесәнлектәрҙең кәмеүе генә түгел, ә һөт аҙыҡтарын урынлаштырырға урын булмауы ла ауыл халҡының шәхси хужалыҡтарында һыйыр малын кәметеүгә килтерҙе. Берҙән, улар һауған һөтөн ҡайҙа тапшырырға белмәй, йыйыусы, эшкәртеүсе юҡ. Икенсенән, бигерәк арзан хаҡҡа алалар. Был да үҙенә күрә халыҡта кире фекер уята. Бәй, шулай булмай, ауылда һыйыр тотҡан кешеләрҙең төп килем сығанағы шул һөт тә баһа. Һөтөн ҡайҙа урынлаштырырға белмәгәндәр яйлап малын кәметеп, йә иһә бөтөнләй бөтөрҙө түгелме ни?
Ит продукцияһына килгәндә иһә, эйе, уны һөткә ҡарағанда һатыу еңелерәк. Экологик яҡтан таҙа, һимертелмәгән ит хәҙер һорау менән файҙалана. Ғөмүмән, минеңсә, фермерҙар етештергән продукцияға яңы ғына иғтибар бирелә башланы. Дөрөҫ туҡланыу яҡлылар, хәләл продукцияға өҫтөнлөк биреүселәр, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлағандар, шулай уҡ "Үҙебеҙҙекен һайла, үҙебеҙҙекен һатып ал" девизы менән йәшәгән ысын илһөйәрҙәр урында етештерелгәнде генә һатып ала.
Ауыл хужалығы тауарҙарын һатыу өсөн йәрминкәләр ойоштороу, рекламалау мөһим. Үҙебеҙҙең хәләл көсөбөҙ, әсе тиребеҙ менән тапҡанды уңышлы һатырға өйрәнергә ваҡыт. Шул уҡ ваҡытта намыҫлы, кешеләргә, ҡулланыусыларға ҡарата ғәҙел булыу мөһим. Ғөмүмән, нимәгә тотонһаң да ныҡлы уйларға кәрәк. Күптәр фермер еңел генә йәшәй тип уйлай. Бөтә нәмәне планлаштырып эшләһәң дә, баҙарҙағы хәлде белһәң дә, хаталанырға ла тура килгәне булды. Һәр ваҡыт белемеңде камиллаштырып, төҙәтеп торорға кәрәк. Уңышҡа өлгәшеүҙең әҙер рецебы юҡ, уны үҙеңә табыу, эҙләү мөһим.
Ләйсән СӘЛИХОВА яҙып алды.
