Халҡыбыҙ телендә бер һүҙ һәр ваҡыт доға һымаҡ ҡабатлана: "Донъялар имен булһын!" Ошо теләк шул уҡ суверенитет яулау йылдарында ла, һуңғы осорҙағы төрлө киҫкен ваҡиғалар мәлендә лә телдән төшмәй. Был беҙҙең халыҡтың үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙа тыныс, дипломатик алымдарҙы өҫтөн күреүенән тип уйлайһығыҙмы?

Халҡыбыҙ телендә бер һүҙ һәр ваҡыт доға һымаҡ ҡабатлана: "Донъялар имен булһын!" Ошо теләк шул уҡ суверенитет яулау йылдарында ла, һуңғы осорҙағы төрлө киҫкен ваҡиғалар мәлендә лә телдән төшмәй. Был беҙҙең халыҡтың үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыуҙа тыныс, дипломатик алымдарҙы өҫтөн күреүенән тип.., image #1

Рәшит ШӘКҮР, яҙыусы, филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев премияһы лауреаты: Эйе, әлеге мәлдә донъяла тыныслыҡ юғалды, халыҡ-ара көсөргәнешле сәйәси һәм иҡтисади хәлдәр өҫтөнә әле тегендә, әле бында ҡыҙыу нөктәләр, хәрби бәрелештәр, һуғыштар сығып ҡына тора. Ошондай шарттарҙа башҡорт халҡы бер нәмәгә ҡарамай, тыныс, һил тормошта йәшәргә тырыша. Тыныслыҡ, именлек һөйөү рухы халҡыбыҙҙа ҡандан, гендарҙан киләлер, тейем. Ни тиһәң дә, ата-бабаларыбыҙҙың бай тарихы шул турала һөйләй. Күтәрелештәр булып торған, әлбиттә, ләкин халыҡ үҙ ерен-һыуын һаҡлап күтәрелһә лә, башҡалар еренә һәм байлығына бер ваҡытта ла яҫҡынмаған. Киреһенсә, элек-электән батша власы хуплауы буйынса Рәсәйҙең эре дворян һәм помещиктары, заводчик-сәнәғәтселәре беҙҙең иң уңдырышлы, бай хазиналы ерҙәребеҙгә һорауһыҙ-ниһеҙ күсеп ултырып, башҡорт ерҙәрен талау, баҫып алыу сәйәсәтен әүҙем тормошҡа ашырған. Бындай иҙеү һәм ҡыҫырыҡлауҙарға урындағы халыҡ тыныс ҡала алмаған, әлбиттә. Башҡорт халҡын тарихсылар һуғышсан, яугир халыҡ тиеп ҡылыҡһырлаһа ла, үҙ ирке өсөн, шулай уҡ кәрәк саҡта Рәсәй хәүефһеҙлеген тәьмин итеп, уны сит баҫҡынсыларҙан яҡлап, яуға күтәрелер булған, мәгәр бер ваҡытта ла ситтәр ерен, уларҙың байлығын үҙләштереү маҡсаты булмаған.

Халҡыбыҙҙың тыныслыҡ һөйөү сифаты һәм шуға бәйле традициялары үткән быуат ахырындағы оло тарихи ваҡиға - Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул иткән көндәрҙә лә асыҡ күренде: был оло сәйәси ваҡиға бер ниндәй талаш-тартышһыҙ, тыныс шарттарҙа имен үтте. Бөгөн нигеҙҙә шул үҙаллылыҡ һөҙөмтәһендә өлгәшелгәндәргә таянырға тырышабыҙ, сөнки республикабыҙ иҡтисад, сәйәсәт, мәҙәниәт һәм рухиәтебеҙ өлкәһендә яңы баҫҡысҡа күтәрелде: үҙ телебеҙҙә китаптар, яңы гәзит-журналдар нәшер ителә башланы, яңы театр биналары ҡалҡып сыҡты, туған телебеҙ закон нигеҙендә дәүләт теле статусы алды. Бөгөн бына ошо өлгәшелгәндәрҙе һаҡлау, улар емеше менән тейешенсә файҙалана алыу беҙҙең үҙебеҙҙән тора. Ә был бурыстың төп шарты - республикабыҙҙа тыныс, ижади мөхит булдырыуҙа һәм рухи кимәлебеҙҙе артабан үҫтереүҙә.

Әйләнә-тирәбеҙҙәге төбәктәрҙең сәйәси тотороҡһоҙлоғо, оҙаҡ уйлап тормаҫтан, бер-береһенә ҡаршы һуғыш башлап ебәреүе бөгөн осраҡлы хәл түгел, ә күрәләтә береһенең ерен, милкен, байлығын икенсеһе тарафынан баҫып, тартып алырға маташыу, һуғыш арҡаһында кеҫә ҡалынайтыу, капитал туплау. Беҙгә бындай ҡылыҡтар ят. Беҙ, шөкөр, сит халыҡтыҡына, күршеләрҙекенә ҡыҙыҡмайбыҙ, яҫҡынмайбыҙ, кеше өлөшөнә кермәйбеҙ, мәгәр үҙебеҙҙекен һаҡларға тырышабыҙ - бына беҙҙең әхлаҡ доғабыҙ.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА, яҙыусы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге әҙәби премия лауреаты: Һүҙҙе хәтирәнән башларға кәрәктер, сөнки Бөйөк Еңеүҙең етмеш биш йыллығын билдәләгән саҡта үҙем күреп-белгән ветеран яҙыусыларҙың ҡалмауы моңһоу уйҙарға һалғайны мине. Нимә генә тиһәк тә, журналист булып эш башлаған дәүеремдә уларҙың байтағы менән йыш ҡына күрешеп торолдо, радио өсөн оло әҙиптәребеҙ менән байтаҡ тапшырыуҙар эшләнде. Иңдәрендә әҙәбиәт йөгөн күтәреп барыусылар булып кәүҙәләнә улар минең өсөн. Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми менән тапшырыу яҙҙырғанда шулай тип әйткәне хәтерҙә уйылып ҡалды: "Шул тиклем күп ҡорбандар биреп, фашистик Германияны еңгәс, донъяла бүтән һуғыш булмаҫ, ер йөҙөндә тыныслыҡ урынлашыр, тип уйлай торғайным. Икенсе донъя һуғышы кешелеккә ҙур һабаҡ булыр һымаҡ ине.... Үкенескә ҡаршы, улай булып сыҡманы, күреп торабыҙ, тегендә лә, бында ла әленән-әле һуғыш уты тоҡанып тора..." Уйсан ғына итеп бына шундай һүҙҙәр әйткәйне Назар ағай. Был һөйләшеүгә лә өс тиҫтә йыл ваҡыт үтеп киткән. Ә беҙ бөгөн дә әҙиптең шул һүҙҙәрен ҡабатларға мәжбүрбеҙ: "Тегендә лә, бында ла һуғыш уты тоҡанып тора..." Фәлән илдәр араһында бәрелеш башланған, төгән илдә сыуалыш бара... Бындай хәбәрҙе ишетеү менән һағаябыҙ. Ил башлыҡтары, сәйәсмәндәр һөйләшә алмай, ярашыуға килә алмай икән, уның эҙемтәһен тағы ла халыҡ күтәрәсәк бит. Халҡыбыҙҙың тарихына күҙ һалһаҡ, унда ла фажиғәле мәлдәр етерлек. Шуға ҡарамаҫтан, башҡорт милләте яраларын имләргә, нығынырға һәм яңынан аяҡ баҫырға көс тапҡан. Бының бер сере - ынтылышлы алға ҡарап йәшәүендә. Һәр саҡ ҡанлы хәтерҙе яңыртып, телдән төшөрмәй һөйләп, бөгөнгө бирелгән мөмкинлекте күрмәй, сей яраға өҫтөнлөк биреп, йәғни артҡа ҡарап ҡына атлай бирһә, алға табан аҙымы әллә ни ырамаҫ ине. Халҡымдың йөрәгендә, аңында, тормошонда сама белеү тигән бөйөк хикмәт йәшәй. Төп асылы Уралын һөйөү, уны яҡлау, ҡурсалау - быуындан-быуынға бирелгән оло аманат һәм үҙгәрмәҫ ҡиммәт. Башҡорт халҡы, Урал батырҙың вариҫтары, ватанын һаҡлар өсөн ҡулына ҡорал алған. Шул уҡ ваҡытта, икенсе илдәрҙе баҫып алып, ундағы халыҡтарҙы ҡырыу-юҡ итеү, байлығын урлау-талау маҡсаты менән аҡылын да юймаған. Хаҡ Тәғәләнең яҙғаны менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан һуң, иманлы халыҡ булараҡ, башҡорттар килешеүгә тоғро ҡалған - батша, хөкүмәт киҫкен мәлдәрҙә мөрәжәғәт иткәндә ярҙамдан баш тартмағандар. Уҡ-һаҙаҡлы башҡорт, Рәсәйгә еңеү килтерешеп, Европаны урап сыҡҡан, халҡының исемен данға күмгән. Ул тарафтарҙағы етеш-мул, хөр тормошто ла күргән, ләкин, ни ғәжәп, барыбер Уралға - ватанына талпынған. Был феноменаль күренеш.

Теүәл утыҙ йыл элек беҙ яңы байрам яулап алдыҡ - Республика көнөн. Ундағы кисерештәрҙе аңлар-тойор өсөн шул йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларын алып ҡарарға мөмкин. Башҡортостан Республикаһы өсөн яңы дәүер башланды ул саҡта. Бына шул байрамды - Республика көнөн йыл да билдәләйбеҙ, шөкөр. Ике тел дәүләт теле булып законлаштырылғас, һәр мәктәптә - башҡорт кластары, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре барлыҡҡа килгәйне. Ата-әсәләр ҙур теләк менән кескәйҙәрен шунда бирҙеләр. Һуңынан ҡайһы бер төркөмдәрҙең формаль эшләүе, хатта тәрбиәселәренең башҡорт телен белмәүе асыҡланды. Һәр хәлдә, дәүләт теле талап иткән мөнәсәбәткә ирешер өсөн төрлө кәртәләр ҙә булып торҙо. Бына хәҙер килеп шул уҡһорауҙар ҡабат ҡалҡып сыҡты. Ғафури районының "Красноусол" шифаханаһында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында республика Башлығы Радий Хәбиров балалар баҡсаларында башҡорт теле дәрестәрен индерергә тәҡдим итте. Изге ниәт. Әгәр ҙә ошо башланғыстарға һүнергә юл ҡуйылмаһа, ирешелгәндәренән кире сигенмәһәк, тағы ла утыҙ йылдан беҙҙең ижтимағи-мәҙәни тормошта ҙур уңыштар буласаҡ, тигәнгә инаныла.

Үткән йылдарға боролоп ҡарағанда, бәғзе тарихсыларыбыҙҙың, ғалимдарыбыҙҙың алып барған ҙур эштәре һөҙөмтә биргәнен күрербеҙ. Бикле тарих биттәрен асты улар. Беҙ, ниһайәт, үҙебеҙҙең үткәнебеҙ, шәхестәребеҙ тураһында бик күп мәғлүмәт ала алдыҡ. Тарихи хәтерҙе тергеҙеү, тамырға һипкән шифалы һут шикелле, рухҡа көс биреп тора. Ошо ғилемдә яңы быуын үҫеп сыҡты.

Киләсәк тә йәштәр ҡулында, улар был донъяға яңы тормош һәм яңы идея булып тыуғандар. Кешелекте, милләтте йәшәткән ҡиммәттәр уларҙың күңеле, аҡылы менән артабан байытыласаҡ. Улар киләсәктең мөмкинлеге, ресурсы, ә ваҡыт улар файҙаһына эшләй. Нимәлер эшләр өсөн уларҙың теләге лә, ихтыяр көсө лә бар. Республика көнө менән, милләттәштәр, бауырҙаштар!

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА яҙып алды.

36 views·1 share