Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?
Айбулат ҠАДИРОВ, һәүәҫкәр баҡсасы, Өфө ҡалаһы, Сипайлово биҫтәһе: Финанс йәһәтенән әллә ни еңеләйтә, тип әйтә алмаҫ инем, сөнки баҡса тотоуға сығымдар ярайһы күп китә, ә һөҙөмтәлә ошо сығымдарҙың ҡапланыу-ҡапланмауы беҙҙең тырышлыҡтан ғына тормай, үкенескә. Ҡайһы бер йылды аҙыҡ-түлекте һатып алыу арзанғараҡ төшә, сөнки йә үҫентеләрҙе ҡырау һуға, йә ҡойма ямғырҙар йыуҙырып алып китә, йә боҙ яуып әрәм итә. Унан киләһе миҙгелдә тағы шундай тәбиғәт стихияларынан ҡурҡып, әҙерәк сәсәһең, ләкин, үс иткәндәй, уңыш ҡотороп уңа. Ә инде яҙ, йәй айҙары һәүетемсә килгән саҡта йыйып алынған йәшелсә-емеш уңышы ҡыш үткәнсә етә. Әлбиттә, яңы уңышты оҙаҡ һаҡлау мөмкин түгел, шуға күрә ҡыяр, помидор, кәбеҫтә кеүек йәшелсәләрҙе баҡсабыҙҙа уҡ тоҙлап, төрлө йәшелсә салаттары консервалап, мөгәрәпкә төшөрәбеҙ, ә бына картуф, кишер, сөгөлдөр, ташҡабаҡ, һуған, һарымһаҡ мөгәрәптә былай көйө лә бик яҡшы һаҡлана.
Эйе, баҡса ризығы - ул ғаилә бюджетына ҙур файҙа, сөнки магазиндан йәшелсә һатып алмайбыҙ. Ә инде бөгөнгө кеүек, бөтә нәмәгә, хатта ҡыш теплицала химик ашламалар менән үҫтерелгән помидорҙар, нитратҡа бай оҙон, тәмһеҙ ҡыяр кеүек "яһалма" йәшелсәгә тиклем хаҡтар артҡан ваҡытта үҙ ризығыңа етәме инде!
Икенсенән, баҡсаның һаулыҡ өсөн файҙаһы ла бәхәсһеҙ: асыҡ һауала эшләү, ҡояш энергияһынан кәрәкле Д витамины туплау, туҡтауһыҙ хәрәкәттә булыу физик яҡтан сыныҡтыра. Әлбиттә, сама белеп, иртәнге һәм киске сәғәттәрҙә генә эшләргә кәрәк. Ә эҫелә һәм ҡояштың ультрафиолет нурҙары әүҙемләшкән көн үҙәгендә йылға, күл буйҙарында йәки һалҡынса дача йорттарында ял итеү мотлаҡ.
Ҡыҫҡаһы, баҡса тотоу ике яҡлы мәсьәлә: бик еңелдән дә түгел - байтаҡ сығымдар талап итеү өҫтөнә, бик күп физик көс, тырышлыҡ, елкә кәрәк. Икенсе яҡтан, бөгөнгө ҡиммәтселек шарттарында кәрәкле һәм файҙалы ла. Юғиһә бит, бөгөн ауылдарҙы һәм, ғөмүмән, ауырлыҡ менән көн иткән барлы-юҡлы ауыл хужалығын, фермерҙар эшҡыуарлығын бөтөрөү сәйәсәте бара түгелме? Күптән түгел Себер, Алтай һәм башҡа төбәктәрҙә ауыл халҡының һәм фермерҙар малдарын массовый рәүештә ҡырыу бөтөн илде тетрәтте. Халыҡ һыңар баш малһыҙ тороп ҡалды. Ә компенсациялар - тауыҡ көлөрлөк! Бер яҡтан, был властар тарафынан хәүефле мал сиренә ҡаршы мәжбүри ҡылынған аяуһыҙ сара булһа ла, икенсе яҡтан, юристар, был "яндырыу акты" күп йәһәттән хоҡуҡ нормаларына һыйғыһыҙ ғәмәл булды, тигән фекер әйтәләр, сөнки сирле малдарҙы ғына айырып алып, дауалау мөмкин ине, ти адвокаттар.
Нисек кенә булмаһын, бындай хәлдәр баҡса, йорт яны участкалары менән дә килеп сығыуы бар. Мәҫәлән, һуңғы ваҡыт баҡсасыларҙы ла ниндәйҙер "үлемесле һәм ағыулы" ҡый үләне һәм үҫентеләре менән ҡурҡыта башланылар. Ҡайһы саҡ: "Аллаһ һаҡлаһын, баҡса ере менән файҙаланыуға ла тыйыу һала күрмәһендәр..." тигән уйҙан эҫеле-һыуыҡлы булып кителә. Уйлап ҡараһаң, ауыл халҡы, баҡсасылар магазинға бик һирәк йөрөй - бөтөн ризыҡты үҙе етештерә. Ә ҡала халҡы магазинға бер-ике көн сыҡмаһа ла, ас ултырырға мәжбүр буласаҡ. Әллә, мәйтәм, ысынлап та, эре сауҙа компаниялары мәнфәғәтенә эшләйме беҙҙә агросәйәсәт?..
Миңһылыу БИКБУЛАТОВА, Шишмә ҡасабаһы, пенсионер: Ауылда йәшәп, баҡса үҫтермәүҙе беҙҙең быуын халҡы, йомшаҡ итеп әйткәндә, аңлап етеңкерәмәй. Шәхси хужалыҡта мал аҫрауы, ярай, төрлө ауырлыҡтар: көтөү мәсьәләһе, бесән әҙерләү, ҡатнаш мал аҙығы һатып алыу кеүек сәбәптәргә бәйле үҫешә алмаһа ла, баҡса тотоу, картуф ҡына булһа ла үҫтереү һәр ауыл кешеһе ҡулынан килерлек бит! Юҡ... Эргә-тирәмдә йәшәп ятҡан бер нисә ауылдашҡа, бигерәк тә йәш ғаиләләргә ҡарайым да, үҙәк өҙөлгәндәй була: миңә был кешеләр түгел, улар йорто янындағы ҡара тупраҡлы ерҙәрҙең ҡыйға күмелеп, тилмереп, етемһерәп ятыуы бик тә йәл. Дөрөҫ, улар үҙҙәренең ҡайһыһы баш ҡалаға йөрөп, сәнәғәт предприятиеларында, сауҙа өлкәһендә, кемдәрелер мәктәптә йә дауаханала эшләп йөрөүҙәренә, шунлыҡтан, баҡса үҫтереүгә ваҡыттары ҡалмауға һылтана. Ә бит уларға, ҡала кешеләре кеүек, Өфө йә Стәрлетамаҡтан 20-30 километрҙа ятҡан баҡсаға йөрөү ҙә кәрәкмәй: йорттары бына тигән уңдырышлы ер участкаһы өҫтөндә ултыра! Өҫтәүенә, йорт әйләнәһе кәртәләп тә алынған һәм... йыл да ҡыуарған үлән баҫа барып, сиҙәмгә әйләнгән. Шул уҡ ваҡытта был ерҙәрҙе һөрөп сығарып, картуф, ташҡабаҡ, кишер-сөгөлдөр ултырт әле: емерелеп уңасаҡ!
Ә миңә инде, иремдең вафатынан һуң бында күсеп килеүемә 20 йыллап ваҡыт эсендә йыл һайын йәшелсә-картуф сәскәнлектән, еремде өҫтәмә ашлап торорға тура килә: яңғыҙ булһа ла һыйырым, уның башмағы, безәүкәйе бар - шуларҙың тиреҫен, ҡый үләндәрен өйөп, өҫтөнә клеенка ҡаплап, ҡышҡылыҡҡа ҡалдырам һәм ошо серетмә бына тигән ашлама була. Усаҡҡа яҡҡандан ҡалған ҡайын көлөн, ҡош-ҡорт тиҙәген дә хатта әрәм итмәйем: бөтәһе лә ашлама иҫәбенә китеп тора. Әйткәндәй булмаһын, картуфым емерелеп уңа, башҡа йәшелсә уңышы ла зарланырлыҡ түгел. Ҡалалағы ҡыҙымдың ғаиләһен һыйларға ла етә, баҙарға сығарып та һатам, мөгәрәп тә туп-тулы. Орлоҡ өсөн картуфтың вағырағын һайлап, айырым бүлкәткә тултырам. Картуфтың төрлө сорттарын сәсәм. Үҙемә айырыуса ярмаланып бешкәне оҡшай.
Матди хәл, тигәндән, яңғыҙ пенсионерҙың тормош-көнкүреше үҙегеҙгә лә яҡшы мәғлүмдер: 20 меңгә лә тулмаған пенсиямдың байтаҡ өлөшө газ, электр энергияһы, сүп-сар сығарыу өсөн түләүгә китеп тора. Әлдә ҡоҙоҡ бар. Исмаһам, һыуым түләүһеҙ, тейер инем, уны ҡыуҙырыуға ла электр көсө сарыф ителә, сөнки хужалыҡта иң күп тотонолғаны - һыу: баҡсам да ошо ҡоҙоҡ һыуына тоташтырылған. Һыйырыма бесән-һаламды фермерҙан һатып алам, хаҡтары, бесән уңышына, һауа торошона бәйле, төрлөсә булып китә. Ҡош-ҡортҡа ла ем кәрәк. Бына шул сығымдарҙан сығып иҫәпләп ҡараһаң, кеҫәлә тиндәр генә тороп ҡала. Шуға күрә лә баҡса уңышын һатыуҙан алынған килем әҙ булһа ла миңә бик ярап ҡала. Магазинға бик һирәк барам. Бер тоҡ он, сәй-шәкәр, ярма алып ҡуйһам, миңә оҙаҡҡа етә. Ә һөт-ҡаймаҡ, май, ҡатыҡ, ҡорот, йомортҡа, ҡош ите, ҡарағат-еләк ҡайнатмалары, картуф, ҡыяр, помидор, сөгөлдөр, кишер, ҡабаҡтар - бөтәһе лә үҙемдеке, Аллаға шөкөр.
Айгөл РӘХМӘТУЛЛИНА, баҡса яратыусы Өфө ҡыҙы: Мин Өфө ҡалаһы 130-сы дөйөм урта белем биреү мәктәбенең 8-се класында уҡыйым. Атайым да, әсәйем дә иртәнән кискә тиклем эштәләр, шуға күрә баҡса, дача мәсьәләһенә, әле беҙгә иртәрәк, пенсияға сыҡҡас та өлгөрөрбөҙ, тигән ҡарашта торалар. Йәй яҡынлашып, отпуск мәлдәре етһә, диңгеҙгә, Төркиә, Мысыр йә ҡояшлы Италияға сәйәхәтте өҫтөн күрәләр. Быйыл да план ҡора башланы улар, ләкин тынысһыҙ донъя хәлдәре арҡаһында үҙебеҙҙең былай ҙа арҡырыға-буйға тигәндәй йөрөп сығылған булһа ла, Башҡортостан туристик маршруттарының береһен һайларға уйлайҙар.
Бәләкәйерәк сағымда мин дә улар менән донъя гиҙҙем, ләкин бына өсөнсө йыл инде йәйге каникулымды ҡартатайым менән өләсәйемдең баҡсаһында үткәрә башланым. Миңә унда бик оҡшай, сөнки баҡсасылыҡ ширҡәте ҡуйы урман ҡырында ята. Саҡ ҡына арыраҡ - томбойоҡло күл. Уны ҡыр өйрәктәре төйәк иткән. Ҡартатайым менән өләсәйем икеһе лә хаҡлы ялдалар, шуға күрә ҡала фатирында ултырып сыҙай алмайҙар. Бында миңә һауа етмәй, ти өләсәйем. Баҡсаға әҙерлек февраль-март айҙарынан уҡ Өфө фатирҙары тәҙрәләренән күренә башланы инде: күп кеше тәҙрә төптәрендә, ҡартатайымдарҙыҡы кеүек, йылытылған лоджияларында помидор, ҡыяр, ҡабаҡ үҫентеләре тәрбиәләй башланы, әле ҡулланыу өсөн йәшеллек: укроп, петрушка, һуған үҫтерә. Кис тәҙрәләрҙән алһыу-ҡыҙыл, зәңгәр-шәмәхә ут яҡтыһы төшә: баҡсасылар шулай үҫентеләрен фитолампалар ярҙамында үҫтерергә ғәҙәтләнде, ти ҡартатайым һәм ул үҙе лә үҫентеләр янына ошондай лампочка ҡороп ҡуйҙы. Уның әйтеүенсә, фитолампалар үҫентеләрҙең тамыр системаһын нығыта, сирҙән һаҡлай, фатир эсендәге ҡояш яҡтыһы ҡытлығын ҡаплай. Апрель һыуыҡтарынан һуң ҡартатайым менән өләсәйем был үҫентеләрҙе дачалағы йылытылған теплицаға алып барып ултырталар һәм үҙҙәре лә шунда йәшәргә ҡалалар, ә мин улар янына йәйге каникул башланғас та киләм.
Матди хәл тураһындағы һорауға яуабым шул: әлбиттә, баҡса уңышы күпмелер аҡсаны янда ҡалдырырға ярҙам итә, бынан тыш, беҙҙең туҡланыу рационын байыта, төрләндерә һәм, иң мөһиме - экологик таҙа продукция булыуы менән ҡиммәт. Атайым менән әсәйем магазиндан картуф, кишер, сөгөлдөр һатып алғаны юҡ, мәҫәлән. Отпускынан ҡайтҡас, улар ҡалған ял көндәрендә шулай уҡ баҡсала ярҙамлаша, шәмбе-йәкшәмбе лә ошонда беҙҙең менән булалар. Баяғы күлдә һыу инәбеҙ, ҡартатай менән атай балыҡ ҡармаҡлай, беҙ еләк-емеш тирәбеҙ, ҡайнатма, йәшелсә салаттары эшләп, консервалау мәшәҡәттәре менән булышабыҙ. Өләсәйем менән әсәйем әйтеүҙәренсә, миңә йәй буйы тәбиғәт ҡосағында баҡсала ял итеү бик килеште, сөнки мин бында сынығыу алам, былтыр ҙа, быйыл да ОРВИ, грипп кеүек йоғошло сирҙәргә бирешмәнем. Ҡояш, һыу һәм саф һауа, өҫтәүенә, түтәлдән яңы ғына өҙөп алынған таҙа йәшелсә, ҡарағат, ҡурай һәм ер еләген күңелең булғанса ашау, баҡса утау, һыу һибеү кеүек хәрәкәтсән эштәр, һис һүҙһеҙ, һаулыҡты нығыта, шат кәйеф бүләк итә.
Гөлфиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
