ШИҒРИӘТКӘ УРЫН БАРМЫ?

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

ШИҒРИӘТКӘ УРЫН БАРМЫ?, image #1

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ, шағир: Беҙ ғаиләлә ун бер бала үҫтек, һәр ҡайһыбыҙ ул ваҡыттарҙа алдырған "Совет Башҡортостаны", "Ленинсы" баҫмаларында сыҡҡан шиғырҙарҙы яратып уҡып, ятлап ала инек. Унан алдан иғлан яҙып элеп, кистәрен атай-әсәй алдында концерт ҡуябыҙ: бер апайым конферансье, кемдер йырлай, кемдер бейей. Үҫмер саҡҡа тиклем һаҡау булғанлығымдан, минең төп номерым - ул көлөү булды. Бөтә өй эсе гөр килер ине. Һәр беребеҙ, кәм тигәндә, йөҙәр шиғыр беләбеҙ, әле лә осрашҡан һайын табын артында Тимер Арыҫландың, Мостай Кәрим, Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич, Рәми Ғариповтарҙың шиғырҙарын һөйләйбеҙ. Ул, ғөмүмән, беҙҙең ғаиләбеҙҙең йолаһы.

Шуға күрә лә минең шиғыр яҙып китеүем дә осраҡлы ғына булмағандыр. Мин уларҙы күңел талабы ҡушҡанса, яҙмайынса булдыра алмаған өсөн яҙам. Иң тәүҙә Ауыл хужалығы институтында механика факультетында уҡып йөрөгән кеше инем, әммә лирика еңде, бер йылдан хатамды төҙәтеп, педагогия институтының филология факультетына документтарымды алып барып тапшырҙым. Атайым теләгән һөнәр эйәһе булып булманы.

Хатта шиғыр уҡырлыҡ бер генә кеше лә ҡалмаған ваҡытта ла шиғриәт кәрәк, сөнки туған телебеҙҙең бөтә булған күркәмлеге, матурлығы, рухыбыҙҙың юғарылығы тап шунда сағыла. Шиғырҙарҙы аудио, видео форматта күберәк итеп яҙып ҡалдырырға кәрәк. Туған телебеҙҙә һөйләшеүселәр һаны кәмегәндән кәмей бара. Шул яҙмалар буйынса телде тергеҙергә кәрәк замандар етеүе ихтимал. Әгәр матур шиғырҙарҙы күберәк интернет селтәренә индереп, һаҡлап ҡалдырһаҡ, ул туған телебеҙҙе кире аяҡҡа баҫтырыу өсөн хеҙмәт итәсәк.

Юҡҡа ғына Ҡөрьән-Кәрим дә бит шиғри тел менән яҙылмаған! Ниндәйҙер кимәлдә шағирҙарға дәғүә лә белдерелә, улар халыҡты аҙғын юлға әйҙәйҙәр, тип тә әйтелә унда. Әммә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, шиғриәт беҙгә һәр ваҡытта ла кәрәк буласаҡ. Беҙ шиғри йәнле халыҡ. Туҡай ҙа бит юҡҡа ғына халыҡты ижадсы тимәгән. "Айыу урманды һаҡлай, урман айыуҙы һаҡлай" ти халыҡ мәҡәле, тимәк, тел булһа, шиғриәт йәшәйәсәк, шиғриәт булһа - тел йәшәйәсәк. Улар бер-береһенән айырылғыһыҙ төшөнсәләр.

Вәли ИҘРИСОВ, журналист: Бөтә донъя шиғриәт көнө юҡҡа ғына тәғәйенләнмәгәндер ул, сөнки, төптән уйлап ҡараһаң, Ер йөҙөндә шиғриәтһеҙ бер генә лә мәҙәни булған халыҡ юҡ. Әлбиттә, шиғырҙарҙың да төрлөһө бар. Ҡатын-ҡыҙҙарға, мәҫәлән, башлыса лирика, төрлө хис-кисерештәргә тулылары оҡшай. Унан башҡа сәйәси шиғырҙар ҙа һәр ваҡыт булған. Ҡәҙимге тормоштан башҡа, кешеләрҙең дәүләттә, йәмғиәттә йәшәүе лә шиғырҙарҙа сағылыш тапҡан.

Быуаттар буйына билдәлелеген юғалтмаған шағирҙарҙы һанай китһәң, улар, әлбиттә, күп һымаҡ. Тик үҙебеҙҙең һуңғы алтмыш-етмеш йыллыҡ йәшәйешебеҙ осоронда улар бик үк күп тә түгел. Әммә Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Рауил Бикбай, элегерәк йәшәгәндәрҙән Рәшит Ниғмәти, Ғәлимов Сәләм кеүек шағирҙар һәр ваҡыт халҡыбыҙ хәтерендә, әҫәрҙәре онотолмаҫлыҡ.

Кешеләр йырламайынса йәшәмәй. Ә йырҙың көйөнән башҡа һүҙҙәре лә бар. Ҡайһы бер шиғырҙар шул хәтлем зауыҡлы, күңелгә ятышлы, үҙҙәре көй һорап торалар. Шул уҡ мәшһүр "Урал", "Зөлхизә", "Ғилмияза" кеүек халҡыбыҙҙың боронғо йырҙары ла кемдеңдер моңланып ултырыуынан килеп сыҡҡан бит. Әгәр бөгөнгө заман йырҙары нигеҙендә тәрән мәғәнәле йөкмәтке булмаһа, ул көй бер ҡолаҡтан инеп, икенсеһенән сығып та китә, ҡыҫҡаһы, яҙмыштары бик аяныслы.

Үҙемә килгәндә, бала саҡтан уҡ шиғыр уҡырға әүәҫ булдым. Ауыл клубында концерттар ҡуя инек. Халыҡ алдына сығып, шиғыр һөйләүҙәр үҙе бер йылы иҫтәлек булып ҡалды. Студент саҡта Рәми ағай менән осрашҡан мәлдәрҙә яттан бер нисә шиғыр уҡып күрһәткәнем хәтеремдә. Ул мине: "Һинең йөрәгеңдә шиғриәт йәшәй икән, шиғыр яҙ", - тип ҡосаҡлап та алған ине. Шиғыр яҙыу менән әллә ни мауыҡмаһам да, ҡырҡ йәштән һуң хисләнеп киткән мәлдәрҙә әҙерәк яҙғыланым. Бигерәк тә рус классик шағирҙарының әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итергә яратам, ул минең - хобби. Шул уҡ Пушкин, Лермонтовтар башҡорт телендә яңғыраһа, ул бит үҙенә күрә бер матур күренеш.

Әминә ҒӘБИҘУЛЛИНА, уҡытыусы: Бөгөнгө көндә шиғырға хөрмәт кәмей бара, тип уйлайым. Кешеләр бирелеп китеп, хисләнеп, йыр тыңлай, бейеүҙәргә һоҡлана белә әле, ә бына ысынлап та шиғыр тыңлап, баһалай алырлыҡтар һирәгәйә кеүек. Быны бер яҡтан мәғлүмәтте ҡыҫҡа-ҡыҫҡа өҙөктәр менән, заманса әйтмешләй, контент формаһында үҙләштереү ғәҙәтигә әйләнеү менән бәйләп булалыр. Ә шиғыр тәрән мәғәнәле булған осраҡта уның асылына төшөнөргә, уйланырға, күберәк ваҡыт сарыф итергә, мейене эшләтергә кәрәк.

Шиғриәткә, әлбиттә, һәр ваҡыт мохтажлыҡ буласаҡ. Башҡалар тарафынан аңланып етелмәгән осраҡта ла, ҡайһы ваҡыт йәшерен, үҙе өсөн генә кемдер барыбер күңелен дәфтәр битенә рифмалап бушатасаҡ. Әммә киң аудиторияға таратыр өсөн шиғриәт интернет селтәре менән тығыҙ бәйләнештә булырға тейеш хәҙер. Ул шул уҡ көйгә һалынған видео, аудио булһынмы, шул осраҡта әйтер һүҙеңдең кеше аңына барып етеү ихтималлығы ҙурыраҡ.

Мин үҙем бәләкәстән китап уҡырға әүәҫмен. Башҡорт шағирҙарынан Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Зөлфиә Ханнанова, рус әҙәбиәтенән Федор Тютчев, Андрей Дементьев кеүек яратып уҡыған авторҙарҙың китаптары өҫтәл китабыма әүерелгән тип тә була. Күңел түренә үтеп ингәндәрен айырым яҙып алып барам. Бик үк йыш булмаһа ла, үҙем дә яҙышам. Минең өсөн шиғриәт күңел бушатыу сараһы: борсоулы саҡтарҙа ла, шатлығым эскә һыймағанда ла шиғыр яҙыла тора.

Айһылыу ДАУЫТОВА яҙып алды.

35 views·2 shares