Үҙең үҫтергәнде ашайһыңмы, әллә магазиндағына һалындыңмы?

Үҙең үҫтергәнде ашайһыңмы, әллә магазиндағына һалындыңмы?, image #1

Лилиә НУРЕТДИНОВА, журналист: Дөрөҫ туҡланыу мәсьәләһе, өҫтәлдә күберәк үҙең үҫтергән ризыҡ булһын тигән уй ҡыҙым тыуғас, 2008 йылда башыма килде. Ике балам да аллергия менән йонсоно: саҡ ҡына шәрбәт йә химияһы күберәк булған аҙыҡ ашау менән биттәре алланып, сөбөрсөктәр сығып йонсота ине. Тәүҙә баҡса алдыҡ, унда мөмкин тиклем күберәк йәшелсә-емеш ултыртып үҫтерә инек. Шунан шәхси йортҡа күстек. Шулай итеп, был йәһәттән мөмкинлектәр тағы ла артты: ҡош-ҡорт, йорт ҡуяндары аҫрай башланыҡ, мул итеп емеш үҫтерәбеҙ. Тәүге баҡсабыҙҙы ла ташламаныҡ, унда ла уңыш алырға өлгөрәбеҙ.

Йәй дауамында йәшелсә-емеште күберәк эшкәртеп, ҡышҡылыҡҡа запас туплап ҡалырға тырышам. Өс литрлыҡтан 50-60 банка компот ябам - магазин һутына әйләнеп тә ҡарамайбыҙ. Тағы 50-ләп банка соус эшләйем, шулай уҡ консерваланған магазин лечоһын да алмайбыҙ. Ҙур туңдырғыс алдыҡ, йәшелсә-емеште шунда туңдырып һаҡлайым: кәбеҫтә, фасолдең төрлө төрҙәре, ваҡ черри помидоры, сатай-ботай үҫкән кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, борщ йә щи өсөн әҙерләп ҡуям. Баҙыбыҙ тулы тоҙланған ҡыяр, помидор, йәшелсә салаттары. Магазиндан, ғөмүмән, картуф, кишер, кәбеҫтә, ҡабаҡ, ташҡабаҡ һатып алған юҡ. Йәй буйына үҙебеҙҙең баҡса еләге, алма, груша, ҡарағат ашайбыҙ, бер тигәс тә, балалар витаминға туйына.

Һарайыбыҙҙы ла буш тотмайбыҙ, файҙаһын күрергә тырышабыҙ. Ит һатып алғылайбыҙ, шулай ҙа ҡуян, тауыҡ итенән өҙөлгәнебеҙ юҡ. Өй тауыҡтарының йомортҡаһы ла бит магазиндыҡынан ер менән күк араһылай, тәмле, туҡлыҡлы, таҙа ем ашатып ҡына аҫрағас. Әсәйҙәргә, туғандарға күстәнәскә лә етә. Әйткәндәй, һуңғы бер нисә йыл иртә яҙҙан бүҙәнә һатып ала башланыҡ, йәй буйы бүҙәнә йомортҡаһы ашап кинәнәбеҙ. Ул инде бигерәк шәп, иң мөһиме - файҙалы, тәмле. Тик көҙөн уларҙы һу-йырға тура килә.

Шәхси хужалыҡ бил бөк-кәнде ярата. Минән ҡайһы бер таныштарым һорай: нимәгә кәрәк былар һиңә? Әҙерҙе һатаһың да алаһың, тиҙәр. Ә мин магазин аҙыҡ-түлегенең тәмен яратмайым. Хатта һатып алынған ҡабаҡ, кәбеҫтәнең дә тәме юҡ, яһалма ризыҡ кеүек. Ә инде ҡыяр, помидор тураһында әйтеп торорға ла түгел! Бынан тыш, уларҙың ҡайҙа һәм ниндәй шарттарҙа үҫтерелгәнен, ниндәй ашламалар менән зыянланғанын бер кем белмәй. Ә бит алма, груша, виноград - барыһы ла ҡоротҡостарға ҡаршы химия менән эшкәртелә. Ә ниндәй кимәлдә ҡулланылған ул? Бер кем әйтә алмаясаҡ. Үҙең үҫтергәнең экологик таҙа аҙыҡ-түлек.

Быйыл үҙебеҙҙән артҡан баҡса уңышын күпләп һаттым да, кәм тигәндә, 30 меңләп аҡса эшләнем. Киләһе йыл килемде арттырып, 50 меңгә еткерергә иҫәп, Алла бирһә. Иң яратҡан шөғөлөм - ҡуян аҫрау. Уларҙы ла һатабыҙ, ите үҙебеҙгә лә, әсәйҙәребеҙгә лә етә. Ҡуян ите аҡһымға, минераль матдәләргә бай; аҙ ҡанлылыҡтан, аллергиянан файҙалы, ҡандағы шәкәр кимәлен нормалләштерә, һөйәк һәм мускулдарҙы нығыта, күреү һәләтен яҡшырта һ.б. Тиреһен эшкәртеп, йылы күкрәксендәр тегәбеҙ. Киләсәктә ҡуян фермаһы асырға хыялланам.

Рамаҙан ХӨСНӨТДИНОВ, Өфө районы Зубово ауылы: Райондан бында күсеп килгәнебеҙгә өс йыл булды, йәшәгән ауылыбыҙ күрәләтә бөтөрөүгә дусар ителә: мәктәп ябылды, медпункт юҡ, клуб, китапхана тигән нәмәләр байтаҡтан юҡ инде. Һаулығым торошо буйынса миңә медиктар ярҙамына мөрәжәғәт иткеләргә тура килә, шуға баш ҡалаға яҡын ошо ауылды һайланыҡ. Ҡатыным менән икебеҙ ҙә яңыраҡ пенсияға сыҡтыҡ, кесе улыбыҙҙың ғаиләһе менән бергә күстек, сөнки ауылда йәштәргә эш юҡ. Һатып алған коттедж ҙур, иркен, бөтәбеҙгә лә урын етерлек. Улар килгәс тә эшкә урынлаштылар. Ә беҙгә әбейем менән йорт яны баҡсаһында ла эш етерлек, ун сутыйға яҡын ерҙе буш ятҡырып булмай бит. Унан һуң, ауыл кешеһенең ере лә булмаһа, нисек йәшәмәк кәрәк? Шул баҡса мәшәҡәттәре, ер эше менән ауылыбыҙҙы һағыныуҙы баҫа алдыҡ, хәҙер өйрәнеп киләбеҙ инде.

Быйыл ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, ярайһы ғына уңыш алдыҡ: ҡышҡа етерлек картуф үҫтерҙек, орлоҡҡа ла айырып баҙға һалып ҡуйҙыҡ. Ҡарап, ашлап, һыу һибеп, утап торһаң, уңыш оҙаҡ көттөрмәй, башҡа төр йәшелсәләр: кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр, һуған, һарымһаҡ, ҡыяр, помидор - бөтәһе лә уңды. Күрәһең, яңы ерҙең сиҙәме уңдырышлы булып сыҡты. Бер һүҙ менән, магазинға бик һирәк йөрөйбөҙ. Һөт, сәй-шәкәр ҙә балаларға тәм-том алабыҙ. Йәшелсә, емеш-еләк бөтәһе лә үҙебеҙҙеке.

Улым менән һарай эшләнек быйыл, киләһе йыл ҡаҙ, тауыҡ, өйрәк себештәре һатып алмаҡсыбыҙ. Ит-май мәсьәләһен дә хәл иткәнбеҙ: ауылда йәшәгән бер туғаным йылҡы, һыйыр малы көтә, ваҡ малы күп, теләгән ваҡытта барып һатып алырға була тип килешелгән. Ҡусты кеше бит, рәхмәт инде, аҡса алырға ҡыймай йә арзаныраҡҡа бирергә тырыша ине лә тәүҙәрәк, ләкин был мәсьәләлә мин туғанлыҡты файҙаланырға яратмайым, хәләл тирен түгеп тәрбиәләгән малынан кеше килем алырға тейеш, тип ҡарайым. Ауыл кешеһенә аҡса бик кәрәк, балаларын да бит шул мал көсө менән уҡыталар.

Дөрөҫ, күсеп килгән йылы магазин ризығына ҡарап торорға тура килде, әлбиттә, бында бит беҙҙе бер кем дә баҡса ултыртып көтөп тормаған. Өйрәнеп булманы тәки магазиндыҡына. Бигерәк тә һөт һәм һөт ризыҡтары тәмһеҙ һәм сифатһыҙ. Бөгөн алған һөт иртәгәһенә һыуытҡыста әсеп ултыра, май-ҡаймағы - ташҡа үлсәйем, ауыл ағының ризығына яҡын да килмәй. Майынан - май, картуфынан - картуф тәме килмәй.

Баҡса ултыртып, шөкөр, рәхәтләндек. Магазин юлын оноторға тағы бер сәбәп: һуңғы йылдарҙа аҙыҡ-түлеккә туҡтауһыҙ хаҡтар артыуы. Әлегесә, сифаты булһа, хаҡына ла ҡарап торолмаҫ ине, бәлки, ләкин сифатһыҙ, шул уҡ ваҡытта синтетик, химик матдәләр - консерванттар, һәр төрлө стабилизаторҙар, ҡатлы-ҡатлы Е өҫтәмәләре ҡушылған яһалма аҙыҡҡа - аҡса әрәм. Ғөмүмән, аҙыҡ-түлек оҙаҡ һаҡланһын һәм уға матур тауар күренеше бирер өсөн өҫтәмәһеҙ етештерелгән аҙыҡ-түлек юҡ бөгөн.

Әйткәндәй, тоҡлап он алабыҙ, ҡатыным ауылсалап ҡомалаҡтан тәмле итеп икмәк һала, сөнки әҙәм балаһының иң төп һәм изге күргән аҙығы - икмәктең икмәге лә хатта зыянлы өҫтәмәләр менән "нышып" тултырылған. Ул ғына ла түгел, ошо төп ризығыбыҙға ла бит хаҡты арттырыпмы арттыралар ғына: быйыл йыл башынан онға - 14, икмәккә 9 процентҡа хаҡ артҡан. Ҡасандыр бер чиновник ҡатын-ҡыҙ ярлы халыҡҡа "макарошка" ашап та йәшәп була бит, тип аҡыл өйрәткәйне. Хәҙер ошо сағыштырмаса арзан иҫәпләнгән ризыҡҡа ла өмөт юғала бара: быйыл уның хаҡы 12 процентҡа " һикергән"! Үәт һиңә, аша хәҙер "макарошка"... Ә бит Рәсәй донъяла иң күп иген продукцияһы етештереүсе ил. Бындай ғибрәт исемлекте туҡтауһыҙ дауам итергә була: көнбағыш майы - 27, шәкәр ҡомо - 59, картуф - 36, алма - 26, тауыҡ ите - 19,8, йомортҡа 16 процентҡа ҡиммәтләнгән. Ғөмүмән, пенсияға ғына ҡарап торған һәм әҙ килемле ғаиләләргә тиҙҙән магазиндарға бына шулай итеп юл ябылыуы ла бик ихтимал. Шуға күрә, мөмкин тиклем үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күреү хәйерлерәктер, тием.

Миләүшә ЗАХАРОВА, иҡтисадсы-бухгалтер: Ауыл халҡы, ярай ҙа, күпселеге үҙе етештергән ризыҡ менән туҡлана, шулай ҙа магазинға йөрөмәй ҙә мөмкин түгел: әле тоҙо бөтөп китә (Хоҙайым, уға ла фантастик хаҡ өҫтәп кенә ҡуймаһындар берүк!), әле шәкәре, әле шыйыҡ майы кәрәк булып ҡына тора. Ләкин төп туҡланыу ризығы - картуф, йәшелсә, һөт-ит продукттары үҙ ҡулыңда булғас, магазинға әлегесә ваҡ-төйәк йомош менән генә бараларҙыр, тип уйлайым.

Тик бына хәҙер ауылда ла күбәйеп китте мал аҫрамай, картуф сәсмәй генә йәшәүселәр. Уларҙы ғәйепләргә йыйынмайым, бындай хәлдең үҙ сәбәптәре барҙыр, моғайын, әгәр берҙән-бер сәбәп ялҡаулыҡ ҡына булмаһа... Улар ауыл магазинына йөрөймө, әллә ваҡыты тығыҙ ауыл табибы булып эшләүсе минең бер таныш ҡатын кеүек, ял көндәре яҡындағы ҡаланан аҙна-ун көнлөк ризыҡ тейәп ҡайтамы - миңә билдәһеҙ. Был йәһәттән ҡала халҡына бер ҙә генә көнләшерлек түгел, әҙерҙе һатып ала ла ашай, тип. Магазиндарҙа байтаҡтан бирле инде хаҡтар тешләшеүе ауыл кешеһенә лә яҡшы мәғлүм бит, юғиһә. Алам тип барғанын ала алмай сығып киткәндәр ҙә байтаҡ хәҙер магазиндарҙан.

Яңыраҡ сит ил агенты ғәмәлен башҡарыусы ҡушаматы тағылған "Левада-үҙәк" мәғлүмәттәрендә хәбәр ителеүенсә, һуңғы ярты йыл эсендә рәсәйҙәрҙең 40 процентҡа яҡыны үҙҙәренә кәрәкле аҙыҡ-түлек һатып алыуҙан мәхрүм. Шул ыңғайҙа әйтеп кителә: 52 процент кеше өҫ һәм аяҡ кейеме, 71 процент эре йорт йыһаздары һатып ала алмай. Ярлыларҙан айырмалы, хатта килеме сағыштырмаса юғарыраҡ булған респонденттар ҙа юҡ-юҡта нимәнелер һатып алыуҙан тыйыла. Мәҫәлән, шуларҙың 16 проценты кәрәкле аҙыҡ-түлек һатып алыуҙан баш тарта. Август урталарында уҡ күп һанлы ялыуҙар менән бәйле Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт "Лента", "Магнит", Пятерочка", "Карусель" сауҙа үҙәктәрендә пландан тыш тикшереүҙәр үткәрергә йыйынғайны, тик аҙағы ни менән бөткәндер бының - билдәһеҙ. Әйтерһең дә, аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артыуҙа фәҡәт магазиндар ғәйепле.

"Росстат" мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың икенсе кварталында килеме йәшәү минимумынан кәм булған кешеләр һаны 17,7 млн тәшкил иткән. Унан алдағы кварталда был күрһәткес 21,1 млн булған, тип хәбәр ителә. Ысын булһа, фәҡирлектең "киҫкен кәмеүе"ндә, йәнәһе лә, адреслы матди ярҙам булышлыҡ иткән, тиҙәр. Рәсәй Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса иһә илдә балалы ғаиләләрҙә 82 процент самаһы әҙ килемле халыҡ йәшәй. Был һандарҙың ҡайһыһына ышанырға?

Нимә генә тимәһендәр, барыбер факт факт булып ҡала. Бик шатланып йөрөр ине лә халыҡ магазиндарға, тик баяғы кеҫә яғы "тырр" ти, кеҫәң таҡыр бит, ти. Былтыр уҡ әле Йәмәғәт палатаһының агросәнәғәт комплексы үҫеше буйынса комиссия етәксеһе Юлия Оглоблина хаҡтар артыу менән бәйле аҙыҡ-түлек карточкаһы тәртибен индерергә, әҙ килемле ҡатлам өсөн социаль туҡланыу ойошторорға тәҡдим иткәйне, был мәсьәләнең дә дауамы булманы, буғай. Быйыл йыл башында уҡ әле "Комсомольская правда" гәзите яҙып сығыуынса, рәсәйҙәр "фәҡирҙәр магазины"на юлды таҡырайта башланы. Бындай сауҙа нөктәләрендә иң кәрәк төр аҙыҡ-түлек башҡа супермаркеттарға ҡарағанда 10-15 процентҡа арзаныраҡ. Европа өлгөһөнсә эшләй башлаған бындай магазиндар, уларҙағыса, дискаунтер" тип атала икән. Уҫал телле бәғзе блогерҙар быны элегесә "фәҡирҙәр магазины" тип атаны ла инде. Киләһе 5-7 йылда илдә ошондай магазиндар һаны артыуы көтөлә икән, ләкин был ғына фәҡирлектән ҡотҡарырмы һәм, ғөмүмән, һеҙ әйтмешләй, "магазиндыҡына ғына һалынып" йәшәргә форсат бирерме икән?..

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

31 views·1 share
31 views