ҠАТЫН-ҠЫҘҒА КӨС КУЛЛАНЫУҒА ҠАРШЫ КӨРӘШ

Үткән ай ахырында Ҡатын-ҡыҙға көс ҡулланыуға ҡаршы көрәш көнө билдәләнде. Ошондай заманда ла был проблеманың һаман булһа хөкөм һөрөүе аптырата…

ҠАТЫН-ҠЫҘҒА КӨС КУЛЛАНЫУҒА ҠАРШЫ КӨРӘШ, image #1

Зариф БАЙҒУСҠАРОВ, РФ Дәүләт Думаһы депутаты: Ҡайһы бер тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың 25 проценты ғаиләһендә көс ҡулланыуға дусар ителеп йәшәй. Хатта был һан, әйтәйек, 25 түгел, ә 20, 10 йәки 5 "кенә" процент булған хәлдә лә - был барыбер бик ҙур. Эйе, бик күп ҡатын-ҡыҙ теге йәки был төрлө көс ҡулланыуҙан зыян күреп йәшәргә мәжбүр. Был турала белмәгән-ишетмәгән, йә булмаһа, таныштарының, күршеләренең шундай шарттарҙа йәшәүен күрмәгән кеше юҡтыр ҙа. Шул уҡ ваҡытта ғәйепле ир кеше бындай осраҡтарҙа, ғәҙәттә, яуаплылыҡтан ҡасырға маташа. Хоҡуҡ һаҡлау органдарында ла йыш ҡына "ғаилә хәлдәренә ҡыҫылмау хәйерле" тигән ҡараш йәшәп килә. Ҡайһы бер сәйәсмәндәр һәм хатта руханиҙар ҙа шундайыраҡ фекерҙә. Улар ҡатын-ҡыҙға ҡарата көс ҡулланыуға ҡаршы һәм уны яҡлаусы закон сығарыуға аяҡ салалар. Йәнәһе, дәүләт ғаилә эшенә ҡыҫылырға тейеш түгел.

Ә минеңсә, әгәр ғаиләлә енәйәт ҡылына, кеше ғүмеренә үлемесле хәүеф янай икән, ҡыҫылырға кәрәк. Мәсьәлә хатта шундай боролош алыуға тиклем барып етте: был законды ҡабул итеү ғаилә ҡиммәттәрен юҡҡа сығарасаҡ, ти улар. Бындай ҡараш бик аптырата. Ҡайһы бер руханиҙар фекеренсә, ул саҡта ир-егет өйләнмәйәсәк һәм тыуым кәмейәсәк. Әйтерһең дә, ҡатындарҙы туҡмауҙан балалар күберәк тыуырға тейеш булып сыға...

Федераль судья булып эшләгән ваҡыттарҙа миңә туҡмалған ҡатындар буйынса бик күп эштәр ҡарарға тура килде: ғәҙәттә, улар тешһеҙ, сәсһеҙ, иртә ҡартайған ҡатындар була ине. Үҙҙәре йыш ҡына ғәйепле ирҙәрен яҡларға булып китерҙәр ине, сөнки ундайҙар даими рәүештә психологик һәм физик баҫымға дусар ителеп, ҡурҡыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан һәм үҙҙәрен ирекһеҙҙән ғәйепле итеп тоя башлайҙар. Бындай ҡатындарға профессиональ психологик ярҙам кәрәклеге күренеп тора. Был ҡатын-ҡыҙға ҡарата кешеләрсә мөнәсәбәт түгел, улай булырға тейеш түгел. Өҫтәүенә, бындай тормоштан балалар яфалана, күңелдәре ғүмерлеккә йәрәхәтләнә. Дөрөҫ, зыян күргән ҡатындарҙың күбеһе полицияға яҙған ғаризаларын кире ала, сөнки улар иренең үс алыуынан, үҙҙәренең һәм балаларының ғүмерҙәре өсөн ҡурҡалар, балалары хаҡына нисек тә түҙеп йәшәргә кәрәк тип уйлайҙар.

Ғаиләлә көс ҡулланыуға ҡаршы закон, киреһенсә, ғаиләлә именлек, тыныслыҡ урынлаштырыуға булышлыҡ итәсәк, фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртәсәк. Беҙ бит хоҡуҡи илдә йәшәйбеҙ, беҙҙә кеше яҡлаулы булырға хоҡуҡлы. Беҙ, Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары, "Рәсәйҙә ғаилә-көнкүрештәге көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү тураһында"ғы закон проектын әҙерләүселәр, бөгөнгө тормош хәлендә был законды ҡабул итеү кәрәклегенә тағы ла нығыраҡ инандыҡ, сөнки ҡатын-ҡыҙҙарҙан уларға ҡул күтәреү осраҡтары хаҡында мөрәжәғәттәр һаны арта бара. Был хәлгә үҙҡурсаланыу режимында йәшәү, йәғни оҙаҡ ваҡыт өйҙә бергә булыу, спиртлы эсемлектәр һатыу күләмен арттырыу, эшһеҙлек кеүек сәбәптәр ҙә булышлыҡ итә. Закон проектына ҡаршылар әле күп булыуға ҡарамаҫтан, беҙ был йүнәлештә эшмәкәрлекте дауам итәсәкбеҙ.

Айгөл УРАҘБАЕВА, блогер: "Бәйләнештә"ге "Серҙәштәр" төркөмөн йыш күҙәтеп барам. Һуңғы ваҡыт бында ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәр буйынса бик ҡыҙыу бәхәстәр бара. "Ирем көн күрһәтмәй, туҡмалып йәшәйем" тип, ысынлап та ҡағылып-һуғылып йәшәүсе ҡатындар күп яҙа "Серҙәш"кә. Комментарий авторҙары бер тауыштан ирҙе ғәйепләй һәм түҙеп йәшәмәҫкә, айырылырға кәңәштәр бирә башлай. Ә бит был виртуаль әхирәттәр хәлдең айышын белмәй, бары тик авторҙың яҙғаны буйынса ғына фекер йөрөтә. Бәлки, был ҡатын бик асыулы сағында, уйлап-нитеп тормаҫтан, эс бушатып алырға ғына теләгәндер ҙә, аҙаҡ, бәлки, ни өсөн өйөнән "сүп-сар сығарыуына" үкенеп ултыралыр.

Ә бына айыҡ аҡыл менән уйлап ҡараһаң, ғаилә ығы-зығыһы буштан ғына бар булмай, шулай бит? Конфликт һәр ваҡыт ике яҡлы булыуын яҡшы беләбеҙ. Шуға ла ике яҡты ла тыңламайынса тороп, дөрөҫ кәңәш биреп тә булмайҙыр. Асылда, ирҙәрҙең генә түгел, донъя көтөп йәшәгән ҡатындарҙың да төрлөһө бар. Тик эш шунда: ниндәй ҡатын, әсә һәм хужабикә ул? Мәҫәлән, бер йәш ғаиләне беләм. Ир кеше яҡшы ғына урында эшләй, эсмәй, аҡса таба, төҫкә-башҡа ла төшөп ҡалғандарҙан түгел. Ә бына ҡатынының ике күҙе ситтә. Өйҙәренә барһаң, һыу эсергә таҙа һауыты ла булмай. Түрбашы бысраҡ, өҫтәле тулы йыуылмаған һауыт-һаба... Сығып китһә, ире уның артынан эҙләп йөрөй.

Нимә тип әйтергә итәм? Бая әйткәнемсә, ғәйеп һәр саҡ ике яҡта ла була. Юҡҡамы ни, боронғолар ҡыҙ биргәндә - кейәү яғын, килен алғанда ҡыҙ яғының ете быуынына тиклем тикшереп, барлап, шунан ғына мәсьәләне хәл иткән.

Тағы бер фекерем шул: һөйөлөпмө, туҡмалыпмы йәшәүе күбеһенсә ҡатындарҙың үҙҙәренә лә бәйле. Тағы ла боронғо ата-бабаларыбыҙ аҡылына ҡолаҡ һалайыҡ: "Ирҙе ир иткән дә, ер иткән дә - ҡатын". Ирҙе ир итеү, уны баш тип һанлау, абруйын күтәреү етмәй бөгөн. Ә инде эшләмәй, эсеп, тауыш ҡуптарып, ҡатынына көн күрһәтмәй, ҡул күтәргән ирҙән туҡмалып йәшәргә кем һәм нимә мәжбүр итә һуң ҡатындарҙы? "Ғаилә ҡатындың түҙемлеге еткәнсә йәшәй", тигән аҡыл да бар. Әгәр тырышып та донъяң алға бармай икән, үҙеңде ихтирам итмәгән кеше менән ниңә этә-төртә, етмәһә, туҡмала-туҡмала йәшәргә?..

Вәсилә РӘХМӘТУЛЛИНА, урындағы үҙидара органы хеҙмәткәре: Эйе, пандемия шарттарында бөгөн тормошобоҙҙа урын алып килгән бөтөн проблемаларыбыҙ юҡҡа сыҡҡан һымаҡ тойолһа ла, бигүк улай ҙа түгел икән шул: эскән кеше эсеүен, ғаиләһен ынйытыуын дауам итә, ундайҙарға вирус ни ҙә, эпидемия ни. Үҙҙәре үк вирус ише яһил һәм әрһеҙгә әйләнеп бөткәндәр, тимәк. Коронавирус эпидемияһы хакимлыҡ итә, кешелек йәшәү менән үлем араһында көрәшә; күргән-белгәндәр, кемдәрҙеңдер яҡындары, туғандары мәңгелеккә китә... Бер-береңдең ҡәҙерен белеп, имен тыуған һәр көнгә ҡыуанып йәшәр саҡ та бит, юҡ. Алкоголь ҡорбандары һәм һуғыш суҡмарҙарын был да хатта туҡтата алмай: эсеп, элеккесә ғаиләһендә янъял ҡуптарыуҙарын белә улар. Белгестәр әйтеүенсә, тап ошо һуңғы ике-өс йыл эсендә, киреһенсә, көнкүрештә эскелек осраҡтары күбәйгән һәм ирҙәренән туҡмалып йәшәүсе ҡатындарҙан мөрәжәғәттәр арта төшкән.

Махсус тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, 2011-2019 йылдарҙа Рәсәйҙә үлтерелгән 66 процент ҡатын-ҡыҙҙың ғүмере ғаиләлә көс ҡулланыу арҡаһында өҙөлгән. Баҫылып сыҡҡан суд ҡарарҙарынан асыҡланыуынса, ошо ваҡыт арауығында йөрәге тибеүҙән туҡтаған 18 547 ҡатындың 12 209-ы иренән йә башҡа яҡынынан туҡмалыуҙан донъя ҡуйған. Күпме был, әҙме? Тикшеренеү материалдарында ошондай сағыштырыу килтерелә: 10 йыл буйына барған Афған һуғышында, мәҫәлән, бөтәһе 14 427 совет һалдаты һәләк булған. Бынан сығып, шулай тип әйтергә генә ҡала: беҙҙәге байтаҡ ҡына ғаиләләрҙәге мөхит тә һуғыш яланынан бер ҙә кәм түгел. Тимәк, ҡатындар ғүмеренә үлемесле хәүеф менән янаусы урын - уларҙың донъя көткән, балалар үҫтергән йорто. Минең өйөм - минең ҡәлғәм, тип әйтә алмай, тимәк, улар. Аптырамаҫлыҡмы был?

Белгестәр әйтеүенсә, Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары - донъяла иң яҡлауһыҙы. Бөгөн бит иҫерек йә наркотик тәьҫиренән аҡылын юйған ир-егеттең көнләшеүҙән һәм үс алыу ниәтенән бысаҡ, балта, мылтыҡҡа тотоноуы ғәҙәти хәлгә әйләнде. Бынан ике йыл элек Учалылағы тап шундай ҡанлы фажиғә бөтөн илгә фаш булғайны. Яҡлау эҙләп күршеләренә ҡасып ингән ҡатынын, күрше ҡатынды атып үлтереп, уның ирен яралап, полиция майорын атҡан иҫерек ир был енәйәтен бәләкәй балаларҙың күҙ алдында эшләй. Бынан сығып, шуны әйткем килә: ҡалаларҙа, ярай ҙа, ошондай осраҡтарҙа полиция ла, ашығыс ярҙам да килеп етә; өҫтәүенә, ҡалаларҙа махсус социаль үҙәктәр ҙә эшләй: иҫерек ир туҡмағынан бер ҡат кейем, яланаяҡ һәм балаһын эләктерә һалып ҡасҡан ҡатындарға ваҡытлыса баш төртөрлөк урын - социаль-психологик үҙәктәр бар, тип уҡығайным. Унда бер айҙан алып ярты йылға тиклем йәшәп тороу, белгестәр кәңәше ярҙамында киләсәк тормошто үҙгәртеп ҡороу мөмкинлеге бар, исмаһам. Ә ауыл ҡатындары бындай осраҡта ҡайҙа бара? Улар бөтөнләй яҡлауһыҙ! Һарай йә мунсаһына, бик булмаһа, әлегесә күршеһенә инеп һыйына, тик, күренеүенсә, был да ҡотҡара алмай уларҙы. Етмәһә, өҫтәмә ҡорбандарға сәбәпсе булалар.

Ауыл ҡатындары социаль яҡлауға мохтаж. Исмаһам, уларҙы ошо йәһәттән ауыл хакимиәте, участка полицияһы, урындағы депутаттар, ҡатын-ҡыҙ советтары, ағинәйҙәр һәм ир-егеттәр ҡорҙары үҙ ҡурсалауына алһын ине. Үкенескә, эскелек, һуғыш-талаш, тиран ир хакимлыҡ иткән ғаиләләр яҙмыш ҡарамағына ташланған...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

31 views·1 share
31 views