СӘЙӘСИ ЗОЛОМ ҠОРБАНДАРЫ

Үткән ай аҙағында илдә Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө билдәләнде. Был көнгә бәйле ниндәй хәтирәләр беләһегеҙ?

СӘЙӘСИ ЗОЛОМ ҠОРБАНДАРЫ, image #1

Гөлсәсәк САЛАМАТОВА, филология фәндәре кандидаты, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты: Шәхес культы тотош СССР күләмендәге ҙур фажиғә ул. Нахаҡ бәлә яғылып, үлемгә һәм ҡот осҡос төрмә, лагерь шарттарына дусар ителгән миллионлаған золом ҡорбандары хаҡында хәҙер күп китаптар яҙылған, фильмдар төшөрөлгән; тарих үҙе улар алдында аҡланды ла кеүек, әммә был трагедия һәм уның шауҡымы халыҡ хәтеренәнән бер ҡасан да юйылмаясаҡ. Быуат менән быуат алышынған һайын, ул ҡабат-ҡабат үҙе хаҡында иҫкә төшөрөп торасаҡ.

Мин 1937 йылға тиклем булған, 30-сы йылдар башы тураһында бер нисә мәғлүмәт килтереп китер инем, сөнки ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, репрессиялар 1937-1939 йылдарҙа ғына түгел, асылда, 20-се йылдарҙан уҡ күҙәтелә. Мәҫәлән, 1929 йылдың көҙөндә Баймаҡ районының Темәс, Иҫән, Ҡолсора, Таулыҡай, Икенсе Этҡол, Байыш ауылдарында күпләп ҡулға алыуҙар башлана. РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы архивында 5 томдан торған енәйәт эштәре һаҡлана. Ҡулға алынғандарҙың барыһын да, граждандар һуғышы осоронда Хажиәхмәт Унасов отрядында һуғыштылар һәм шул осорҙан һаҡлап ҡалған ҡоралдарын Ирәндек буйында йәшереп тоталар, совет власына ҡаршы ҡораллы ихтилалға күтәрелергә йыйыналар, тип ғәйепләйҙәр. Асылда, ошо ғәйепләү менән ҡулға алынғандарҙың барыһы ла Баймаҡ районында мәсеттәрҙе күпләп емереүгә ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдергән дини кешеләр була. 58 кеше ҡулға алына һәм улар енәйәт кодексының 58-2, 58-8, 58-10-сы статьялары буйынса хөкөм ителеп, 28 кеше 1930 йылдың 20 майында Өфө төрмәһендә атыла, 23 кеше - 10 йылға, 4 кеше - 5 һәм бер кеше 3 йылға хөкөм ителә, тағы ике кеше "енәйәт эштәрен" тикшереү барған ваҡытта вафат була. Хөкөм ителгән был кешеләрҙең күптәренең фамилиялары миңә таныш, сөнки был фамилияларҙы бөгөн райондан сыҡҡан билдәле шәхестәр - ғалимдар, журналистар, табиптар йөрөтә. Был, тимәк, уларҙың хөкөм ителгән яҡындары һәм туғандарының уҡымышлы заттар булыуы хаҡында һөйләй. Ошо ҡулға алынып, хөкөм ителгән һәр кеше хаҡында айырым-айырым күп итеп яҙырға була һәм яҙырға кәрәк тә.

Мин тыуып үҫкән Икенсе Этҡол ауылынан да ошо енәйәт эшенә ике кеше эләгә. Тәүгеһе ул саҡта ауыл Советы рәйесе булып эшләгән Шәһәрғази Ғәбдиев, ул 10 йылға хөкөм ителә һәм Карелияға ебәрелә. Ауыр эштә эшләп, 6 йылдан һуң ғәрипләнеп ҡайта. Шулай ҙа Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тәүгеләрҙән булып фронтҡа китә. Шундай парадокс: уны үҙ иле хөкөм итте, ә ул яу ябырылыу менән ҡулына ҡорал алып, ошо илде һаҡларға китә. Ысын патриоттар ғына шулай эшләй алалыр. Ә бит бындай шәхестәребеҙ бик күп булған. Икенсе ауылдашым - Мостафа Кәримов. Тирмәнсе була. Беҙҙең ауыл ғына түгел, тирә-яҡтарҙан да халыҡ уның тирмәненә йөрөй. Шул кешене 10 йылға хөкөм итеп, бөтә донъяһын пыран-заран килтереп, шул тирәләге ауыл халҡын тирмәнһеҙ ҡалдырып, Себер оҙаталар. Әйтеүемсә, 30-сы йылдарҙа күберәк дини кешеләрҙе ҡулға алһалар, 1937 йылда юғары белемле партия һәм дәүләт эшмәкәрҙәре, хәрби хеҙмәткәрҙәр, инеллигенция вәкилдәре - яҙыусылар, ғалимдар, табиптар һәм башҡа белгестәр юҡ ителә.

1938 йылдың 10 июлендә Башҡортостанда бер тәүлек эсендә атып үлтерелгән 44 кешенең исемлеген төҙөгәйнем. Был исемлек режиссер Булат Йосоповтың "Беренсе Республика " фильмының нигеҙе булып торҙо. Ошо исемлектәге иң йәш кеше ни бары - 24, ә олоһо 52 йәштә була. Улар янып йөрөп эшләгән, ижад иткән, асыштар яһай торған, ғүмерҙәренең сәскә атҡан, илһамлы мәлдәрендә һәләк ителгән. Күпме аҡыл, талант юҡ ителгән! Сәйәси золом ҡорбандары иҫтәлеген йөрәгемә яҡын ҡабул иттем һәм улар хаҡында яңынан-яңы мәғлүмәттәр эҙләүҙе дауам итәм, сөнки быны изге бурысым тип иҫәпләйем. Был хаҡта йәш быуын вәкилдәре - студенттарыма ла йыш һөйләйем. Бөгөнгө йәштәребеҙ хаҡында, улар бик зирәк зиһенле, тип әйтер инем, һәр ваҡиғаны күңелдәре аша үткәрә беләләр. Уларға дөрөҫ йүнәлеш бирергә, тарихыбыҙҙы дөрөҫ аңларға өйрәтергә генә кәрәк.

Фәһимә СӘҒИТОВА, хеҙмәт ветераны, Өфө ҡалаһы: Сәйәси золом ғәрәсәте сәйәсәткә бер ниндәй ҡатнашы булмаған беҙҙең ябай ғаиләне лә урап үтмәне. Бөтә "бәлә" ҡартатайымдың үҙ әрһеҙлеге, тырышлығы менән ҙур ғаиләһен аҫрау өсөн хужалығында бер ат менән бер һыйыр тотоуы сәбәпсе булды. Етмәһә, ҡартатайым заманына күрә уҡымышлы, белемсел кеше, ауыл муллаһы булып та торған. "Халыҡ дошманы" тип Себер һөрөү өсөн бына ошолар ҙа "етерлек нигеҙләмә" булған, күрәһең. Ул саҡта кешесә етеш йәшәргә тырышҡандарҙы күрәлмаусанлыҡ та көслө ине, шул арҡала кемдәрҙеңдер баштарын йәзит ошаҡсы һәм донос яҙыусылар ҙа күп "ашаны". Ә бит астан үлмәҫ өсөн бер ат менән бер һыйыр аҫраған ғаиләне урта хәлле тип тә әйтеп булмай хатта. Шуға ҡарамаҫтан, кулак мөһөрө һуғылған башҡа ярайһы хәлле һәм серегән байҙар менән бер рәттән, беҙҙе лә Себер ҡыуҙылар.

Мин ул ваҡытта бәләкәй генә булһам да, ҡайһы бер драматик эпизодтарҙы бөгөнгөләй хәтерләйем. Нышып тултырылған тынсыу вагондарҙа бик оҙаҡ поезд менән барҙыҡ. Ашарға юҡ, туҡталған станцияларҙа ҡайнамаған, бысраҡ һыу эсеп, кешеләр күпләп дизентериянан ҡырыла башланы. Әсәйем һөйләүенсә, бер биҙрә һыуға шифалы үләндәр һалып ҡайнатылған һыу эсереп, беҙҙе ҡартатайым ҡотҡарып ҡалған. Себерҙәге беҙгә тәғәйенләнгән урынға барып төшкәс, бер аҙ ваҡыт землянкала йәшәгәнебеҙ хәтерҙә, аҙаҡ өй һалып индек, атайымды ошонда ойошторолған колхоздың рәйесе итеп һайланылар. Ҡарайбыҙ, бында кешеләр колхозда ла эшләй, шәхси хужалыҡтарында ла иркенлектә йәшәй, тип һөйләй торғайны әсәйем. Беҙҙең уңған ғаилә лә тиҙ үк мандып китә: 3 һыйыр, башҡа мал аҫрайбыҙ, умарта тотабыҙ. Яҡындарымдың: "Ниңә беҙҙе бында элегерәк үк ебәрмәнеләр икән?" - тип мәрәкәләшкәндәре иҫемдә. Бының менән шуны әйтергә итәм: әлбиттә, тыуған ерҙәренән һөрөлөп килгән кешеләргә Себер шарттары еңелдән бирелмәне, көнкүреш-йәшәйештәрендә лә, "халыҡ дошманы, кулак" ҡушаматтары йөрөтөүҙән психологик кисерештәр йәһәтенән дә... Ләкин үҙ ғәйептәре юҡлығын белеү кешеләргә бирешмәҫкә, ҡасан да булһа ҡанһыҙ власть башбаштаҡлығына сик ҡуйылырына ышаныс менән йәшәргә, сәмләнеп эшләргә көс бирҙе. Тырыш ғаиләләр бында ла юғалып ҡалманы, етеш, матур итеп донъя ҡорҙолар һәм яңы көн тыуырын көттөләр. Һәм ул көн килде. Сталин үлеп, Берия һәм уның әпкәләйҙәре ҡулға алынып, тейешле язаһын алғас, башҡалар кеүек үк, беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән Башҡортостанға әйләнеп ҡайттыҡ.

"Поселение"ға ҡыуылғандар үҙ тырышлыҡтары менән һәүетемсә йәшәп киткән хәлдә лә, Себер лагерҙарына, каторгаларға ебәрелгәндәрҙең хәле ифрат та хөрт була, әлбиттә. Алыҫ Көнсығышта, Колымала, Заполярьела, Карелияла, Себер тайгаларында урман ҡырҡыу, ағас эшкәртеү, төҙөлөш, карьерҙа таш соҡоу, алтын, уран ҡаҙылмалары сығарыу кеүек ауыр ҡул хеҙмәте, аслыҡ, сир, ҡаты язалау саралары арҡаһында 2 миллионға яҡын бер ғәйепһеҙ кешеләр үлемесле лагерҙарҙа баштарын һала. Был хаҡта күп яҙылды, китаптар баҫылып сыҡты, кинофильмдар төшөрөлдө. Айырыуса сәйәси тотҡон мөһөрө һуғылған кешеләргә төшә төп ауырлыҡ. Асылда иһә, тап ана шулар совет власына бирелеп хеҙмәт иткән урта звено партия һәм совет төҙөлөшө хеҙмәткәрҙәре, интеллигенция вәкилдәре - илебеҙҙең патриоттары була ла инде. Сталиндың шәхес культы илебеҙ тарихындағы иң аяуһыҙ, ғибрәтле һабаҡтыр. Ундай аҡылһыҙлыҡҡа башҡаса бер заманда ла юл ҡуйылырға тейеш түгел.

Рафиҡ АЛЛАБИРҘИН, тарих уҡытыусыһы: Тарих - ул иң тәүҙә мәғлүмәт, тип ҡарайым мин. Сөнки, әгәр дәрестә балаларға теге йәки был теманы үткәндә материалды тейешле факттар менән тулыландырмаһаң, ваҡиғаларҙы ҡоро тасуирлап, һөйләп сығыуҙан ғына был уҡыусыны ҡыҙыҡһындырмаясаҡ. Электән шулай өйрәнгәнмен: яңы теманы үтер алдынан мин ошо хаҡта дәреслектәрҙә булмаған йә булһа ла етерлек дәрәжәлә яҡтыртылмаған факттарҙы эҙләйем. Элегерәк китапханаларҙа, архивтарҙа ултырырға тура килә ине, хәҙер был йәһәттән интернет ярҙам итә.

Әле бына һеҙҙең һорау буйынса ла интернетта эҙләнеп, ошоға тиклем киң йәмәғәтселеккә бигүк билдәле булмаған ҡайһы бер мәғлүмәттәргә тап булдым. Власть башында 30 йылдан ашыу ултырған диктатор тарафынан илебеҙ тарихының тыныс осоронда ҡылынған иң ҡанлы һәм аяуһыҙ был фажиғә - сәйәси золомдо төрлө дәреслек авторҙары төрлө кимәлдә яҡтырта, ә шулай ҙа властың бөтөн яуызлыҡтарын да уҡыу дәреслектәрендә яҙып бөтөрөрлөк түгел, әлбиттә. Шуға ла өҫтәмә материалдар эҙләү уҡытыусы иңенә төшә һәм был беҙҙең үҙебеҙ өсөн дә ғибрәтле - күп нәмәләргә икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәтә.

Бына, мәҫәлән, календарҙа Золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнөн (30 октябрь) билдәләүҙең үҙ тарихы барлығы күптәргә билдәле лә түгелдер, моғайын. РСФСР Юғары Советының был туралағы 1991 йылдың 18 октябрендәге Ҡарары 1974 йылдың 30 октябрендә Мордовия һәм Пермь төрмәләрендәге сәйәси тотҡондарға ҡарата сәйәси золом күренештәренең дауам итеүенә һәм төрмәләрҙә, лагерҙарҙа тотҡондарға ҡарата аяуһыҙ ҡаты мөнәсәбәткә ҡаршы аслыҡ иғлан итеү көнөнә нигеҙләнгән. Ә инде 1987 йылдан башлап террор күренештәренә ҡаршы төрлө ҡалаларҙа демонстрация һәм митингылар үткәрелә башлай. Был, тимәк, кеше хоҡуҡтарын ирекһеҙләү, "ҡул ҡайырыу"ҙар һәм язалауҙар шәхес культынан һуң да урыны менән дауам итә, тигән һүҙ. Ғөмүмән, илдәге тоталитар режим ҡорбандарының иҫәбе-һаны юҡ, уның аныҡ ҡына рәсми иҫәбе лә юҡ, тиҙәр. Һаҡланған документтарҙан сығып, 1921-1953 йылдар буйына 4,6 млн кеше репрессия ҡорбаны булған.

Ошоға тиклем халыҡ араһында ғәйепһеҙ кешеләрҙең ҡулға алынып, төрмәләргә ябылыуы, күптәрен атып үлтереүҙәре хаҡында Сталин белмәгән, имеш, тигән миф, әкиәт йәшәп килде. Былтыр "Коммерсант" гәзитендә Иосиф Сталин үҙенең ҡултамғаһын ҡуйып, "за" тип хуплап, рөхсәт биргән ҡот осҡос документтар баҫылып сыҡты. Бына шуларҙың береһе: "ВКП(б) секретары ип.Сталинға. НКВД-ның тикшереү органдары кулактар һәм советтарға ҡаршы элементтар һаны етерлек кимәлдә булмау сәбәпле, был ике категория буйынса лимитты 1800 һәм 3300 кешегә арттырыуҙы һорай. Дағстан обкомы секретары Самурский".

2-се документ: "Ип.Сталинға. Ип.Микоян Әрмәнстанды советтарға ҡаршы элементтарҙан таҙартыу өсөн өҫтәмә рәүештә тағы ла 700 кешене атырға рөхсәт һорай. Эске эштәр наркомы Ежов. 23 сентябрь 1938 йыл". Туранан-тура Сталин исеменә "ҡаты сер " грифы һуғылған бындай хаттар илдең бөтөн төбәктәренән дә килгән һәм "халыҡтар атаһы" уларҙың бөтәһенә лә ризалыҡ биреп, ҡултамғаларын ҡуйған. Был документтарҙың күбеһе ГУЛАГ тарихы музейында һаҡлана. Атып үлтерергә хөкөм ителгәндәр исемлектәренә иң күп ҡул ҡуйыусылар Сталин (357 исемлек) менән В.Молотов (372) булған, уларҙан ҡала И.Каганович (188), К.Ворошилов (185), А.Жданов (176), А.Микоян (8) һәм аҙаҡ үҙе лә атып үлтерелгән С.Косиор (Украина етәксеһе) 5 исемлеккә рөхсәт биреп ҡул ҡуйған.

Сәйәси золом ҡорбандары датаһы бындай фажиғә башҡа бер ҡасан да тормошобоҙҙа ҡабатланмаһын, халыҡтар уның ни икәнен белһендәр һәм уға юл ҡуймаһындар өсөн булдырылған, юғиһә, теләһә ниндәй власть та кеше ихтыярын һындырыу, буйһондороу һәм, ғөмүмән, власҡа бер ниндәй ҡаршылыҡ белдермәһендәр өсөн ошондай кешелекһеҙ яза ысулын теге йәки был кимәлдә ҡулланыуы ихтимал. Был йәһәттән айырым миҫалдарҙы бик күп килтерергә булыр ине.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

43 views·1 share
43 views