ӨФӨЛӘ МИЛЛИ КОЛОРИТ

Уҡыусыларыбыҙ әленән-әле, Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһына бер аҙ милли колорит та өҫтәү тураһындағы хыялыбыҙ ҡасан тормошҡа ашыр икән, тип мөрәжәғәт итә. Ошо хаҡта һеҙ ни уйлайһығыҙ?

ӨФӨЛӘ МИЛЛИ КОЛОРИТ, image #1

Ирек ЯЛАЛОВ, РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортоcтан Республикаһынан сенатор: Өфө буйлап ашыҡмай ғына, тирә-яғыңды байҡап йәйәүләп йөрөһәң, унда бик күп милли колорит күрергә мөмкин. Ә беҙ, ғәҙәттә, ҡайҙалыр ашығабыҙ, баш күтәрмәй аяҡ аҫтына ҡарайбыҙ йәки машина йөрөтөп, иғтибарҙы ситкә йүнәлтмәйбеҙ. Әммә бөгөнгө мегаполисты бынан 20-30 йыл элек булған ҡала менән сағыштырһаҡ, яҡшы яҡҡа бик күп үҙгәрештәр булғанын күрербеҙ, сөнки милли колорит - ул киң төшөнсә һәм үҙ эсенә милли биҙәктәрҙе лә, скульптураларҙы ла, милли ризыҡтарҙы ла, туған телде лә, билдәле шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереүҙе лә ала.

Әгәр милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәленән Еңеү паркына тиклем Октябрь проспекты буйлап үтһәк, шәхестәргә ҡуйылған һәйкәлдәрҙе лә, уларҙың исемдәре ҡушылған урамдарҙы ла, йорттар фасадына төшөрөлгән милли биҙәктәрҙе лә, урамдарҙағы клумбаларҙа сәскәләрҙән эшләнгән этник элементтарҙы ла күрербеҙ. Шулай уҡ теләүселәр баш ҡала буйлап экскурсияла ла йөрөй ала, унда инде Өфөнөң иҫтәлекле урындарын ғына күреп ҡалмайһың, ә милли ризыҡтарҙан да ауыҙ итергә була. Шөкөр, беҙҙә хәҙер шундай этно-гастротурҙар ҙа бар, тиҙ туҡланыуҙың милли селтәре лә үҫешә. Яңы торлаҡ комплекстар, мәктәптәр һәм башҡа социаль объекттар төҙөлгәндә үк уларға стилләштерелгән этник биҙәктәр элементтары индерелә.

Эйе, власты әрләү, һүгеү еңел, шул уҡ ваҡытта халыҡ мәнфәғәтендә эшләнгән яҡшы эштәрҙе лә күрергә кәрәк. Үҙ сиратымда мин ҡала мэры булып эшләгән осорҙа халыҡ легендаһына бәйле йырлаусы "Ете ҡыҙ" фонтанын эшләтә алыуым менән ғорурланам. Бөгөн ул туристарҙы ғына түгел, ҡала халҡын да, ҡунаҡтарҙы ла үҙенә саҡырып тора. Шулай уҡ ШОС һәм БРИКС саммитына тип төҙөлгән донъяла танылған ҡунаҡханалар селтәренә лә милли орнаменттар өҫтәнек. Шуға күрә мин "Хыялыбыҙ ҡасан тормошҡа ашыр икән?" тигәнгә аныҡ яуап бирә алмайым - күрергә теләһәгеҙ, күрерһегеҙ, сөнки күрергә теләгән кеше республиканың баш ҡалаһында бөгөн дә милли колорит барлығын шәйләй. Шул уҡ ваҡытта был йүнәлештә тағы ла күп эштәр башҡараһы ла бар.

Өлфәт ҠОБАҒОШОВ, скульптор, "Аҡбуҙат" һәйкәленең авторы: Был хыял бер ваҡытта ла тормошҡа ашмаясаҡ һымаҡ булып китә. Егерме-утыҙ йыллап төрлө проекттар тәҡдим итәм, бары тик үҙемдең көсөм, инициативам, рухым менән генә бер нисәһен тормошҡа ашырыу бәхетенә өлгәштем. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, төрлө конкурстар ойоштороусы кешеләр ҙә, проекттарҙы һайлап алыусылар ҙа башҡорт донъяһынан алыҫ тора. Шуға күрә халыҡ тарихына, уның мәҙәниәтенә, әҙәбиәтенә бағышланған проекттарҙы үткәреүе ауыр. Мәҫәлән, райондарҙа үҙ эшеңде күрһәтеү һәм ҡайҙалыр ҡуйыу еңелерәк, сөнки унда беҙҙе аңлаған кешеләр бар. Былтыр Бөрйән районының Йылҡысыҡҡан күле буйында ҡуйылған "Аҡбуҙат" һәйкәлен генә алғанда ла, минең идеяны үҙгәртеп, унан әллә нимәләр эшләргә булып киткәйнеләр. Әммә был эште Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-производство үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин үҙ ҡулына алып ҡына еңеп сыҡтыҡ. Ә былай, ҡайҙа аҡсалы эш, шунда уҡ ситтәр килеп тығыла башлайҙар - иң мөһиме, уларҙың тематикаһы сит, ҡараштары ла бөтөнләй икенсе. Халыҡҡа яңылыш йүнәлеш биреп, башын бутайҙар ҙа, шул эштәрҙе тормошҡа ашыралар.

"Урал батырға һәйкәл кәрәк", тигән тәҡдимде уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ иң элек күтәреп сыҡҡайныҡ. Әммә ул ваҡытта ҡаршылыҡтар күп булды, ул - тормошҡа ашмаҫлыҡ проект, сөнки уға ҡаршы көстәр күп. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктары яугирҙары - "Төньяҡ амурҙары" темаһын күтәрһәң, шунда уҡ һикереп сығып, казактарҙы, башҡаларҙы килтереп тыға башлайҙар. Идеяны ваҡлайҙар, бүлгесләйҙәр, уның әһәмиәтен юҡҡа сығаралар.

Бөгөн стилләштерелгән проекттар менән баш ҡатыралар. Халыҡ, шулай икән, шулай булырға тейеш икән, ти ҙә ҡуя. Проекттарҙы һайлап алыу тауыш биреү юлы менән башҡарыла. Ә тауыш биреүҙе кем ойоштора? Уның ғәҙелме, юҡмы икәнен берәү ҙә күҙәтмәй, белмәй ҙә. Шуға был мәсьәлә шикле булып ҡала. Йомғаҡлап нимә тип әйтә алам: башҡорт халҡы мәнфәғәтен алға һөрөүселәр булмағанда, республикаға исем биргән милләткә ҡарата мөнәсәбәт үҙгәрмәйәсәк, баш ҡалала ла милли колорит юҡ һәм ул булмаясаҡ та.

Юлдаш ЙОСОПОВ, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе: Минеңсә, тәү сиратта беҙ, башҡорт йәмәғәтселеге, ҡуйыласаҡ объекттар, проекттар буйынса үҙебеҙҙең бер нисә вариантыбыҙҙы булдырырға һәм ошо йүнәлештә эшмәкәрлек алып барырға тейешбеҙ. Мәҫәлән, ҡайһы бер парктарҙа батырҙарыбыҙ, эпостарыбыҙ менән бәйле тематика булһа, бик һәйбәт булыр ине. Йәғни тотош парк бер темаға, бер концепцияға ҡорола ала. Икенсенән, эште ҡәҙимге ҡала паркында ниндәйҙер милли элементтар индереүҙән башларға мөмкин. Мәҫәлән, ҡырсынташтан ниндәйҙер орнамент һалырға була. Балалар майҙансыҡтарын биҙәгәндә лә милли биҙәктәр элементтары индерергә мөмкин. Ошо ике - береһе дөйөм концептуаль йәһәттән тәрәнәйтелгән, икенсеһе милли элементтарҙы ҡулланыу йүнәлешенән башлаһаҡ та, ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин.

Икенсе яҡтан, йәмәғәт киңлеге булған, халыҡ күпләп йөрөгән, кеше йыйылған парктарҙы нисек ҡулланабыҙ? Уларҙы үҙебеҙҙең файҙаға ҡулланып, ниндәйҙер айырым, мәҫәлән, "Самауырлы ритайым" булһынмы ул, "Балалар һабантуйы"мы, ниндәйҙер биҫтәнең һабантуйымы - тап башҡорт саралары ойошторғанда, яҡшы буласаҡ. Минеңсә, был эш тулыһынса Өфө ҡала башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлеге планына инергә тейеш һәм быйыл йәй ошо юҫыҡта ниндәйҙер эш башланыр тип ышанам. Баш ҡалала, мәҫәлән, Рауил Бикбаев исемендәге парк бар. Ул районда әүҙем башҡорт зыялылары йәшәй, бары тик уларҙы берләштерергә, әүҙемләштерергә кәрәк. Шулай уҡ Дим районының "Яркий" биҫтәһендә һәм башҡа биҫтәләрҙә, яңы парктарҙа үҙебеҙҙең сараларҙы үткәреү зарур. Мәсьәләгә ошо ике яҡтан ҡараһаҡ һәм ошо йәһәттән эшмәкәрлек алып барһаҡ, бәлки, ҡаланың йөҙөн үҙебеҙ теләгәнсә үҙгәртә алырбыҙ.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.

18 views·3 shares