ТӘБИҒӘТ ХӘЛЕ

Тәбиғәттең, был кеше ҡасан мине бысратыуҙан, үрт һалыуҙан туҡтар, тип ҡурҡып ҡалтыранған мәле бөгөн. Ысынлап та, нисек туҡтатырға был мәхшәрҙе?

ТӘБИҒӘТ ХӘЛЕ, image #1

Сәфәрғәли ЙӘНТҮРИН, биология фәндәре докторы, профессор, РФ Юғары һөнәри белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре: Бөгөн беҙ, дөрөҫөн әйткәндә, йәшәгән мөхитебеҙгә, тирә-яҡ тәбиғәтебеҙгә күп йылдар буйы битарафлыҡтың, уны һанламауҙың ҡоһорон күрәбеҙ, тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Шулай булмаһа, һуңғы йылдарҙа айырыуса киҫкенләшеп киткән экологик көрсөк күренештәрен, бәлә-ҡазаларҙы нисек аңлатырға? Дөрөҫ, тәбиғәттең нисә йылға бер әйләнеп ҡайта торған һәм төрлө факторҙарға бәйле көрсөк циклдары була, ләкин улар барыбер илгә бөгөнгөләй күләмдә афәт килтергәне һәм кире ҡайтарғыһыҙ юғалтыуҙарға дусар иткәне юҡ ине әле. Урмандарҙы ҡырыу, аяуһыҙ ҡырҡыу һөҙөмтәһендә бик күп биләмәләр яланғасланып, бушлыҡҡа әйләнеп, тиҙ тоҡаныусан ҡый үләне баҫып алды; йылға-күлдәр ҡорой һәм ошо рәүешле экосистеманың тарҡалыу процесы башланыуына шаһитбыҙ. Һауа атмосфераһының бысраныу кимәле сиктән ашты, эсәр һыу кәмей, элек ишетеп кенә белгән океан аръяғындағы торнадо, цунами кеүек күренештәр беҙгә лә килеп етте, туҡтауһыҙ урмандар яна...

Миңә йыш ҡына, ҡоролоҡ һәм эҫе көндәр элек тә ҡабатланып торҙо, ләкин ни өсөн бөгөнгө кеүек янғындар булманы, тигән һорау бирәләр. Элек бит мал күп ине, ҡыр һәм болондарҙы ҡаплап йөрөнө: колхоз-совхоз, малсылыҡ комплекстары, йәмәғәт малдары... Һәм улар ҡар яуғансы көтөүлектәрҙә йөрөп, бөтөн үләнде ашап, ерҙе тап-таҡыр итеп ҡалдырыр ине. Әле мал юҡ, бесән сабыусы ла һирәк хәҙер, шуға ла былтырғы үлән-бесән кибеп, ергә түшәлә һәм тиҙ тоҡаныусан хәүеф сығанағына әйләнә. Урманда усаҡ яғыусы вайымһыҙҙарҙың яуапһыҙлығы арҡаһында ҡыуарған үлән һәм ағастарға ут тоҡанып китеүе бар, йә булмаһа, трассанан китеп барышлай, машина тәҙрәһенән ырғытылған тәмәке төпсөгө лә янғын сәбәбе була. Бындай хәлдәрҙе киҫәтеү өсөн экологик тәрбиәгә иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк, айырыуса ғаиләләрҙә, сөнки бала ата-әсәһе ҡыланғанды отоп алыусан. Мәктәптәрҙә экологик белем һәм тәрбиә, шул иҫәптән биология, зоология, география кеүек тәбиғәт менән бәйле фәндәрҙән белем тормошҡа бәйләп, күнекмәләр нигеҙендә бирелергә тейеш.

Әйткәндәй, биологтар күп ул беҙҙә, ә бына зоологтар әҙ. Ә бит экологик проблемалар биосфераның мөһим өлкәһе булған фауна - хайуандар донъяһына ла туранан-тура ҡағыла. Тәбиғәттә күпме йән эйәһе бар: йыртҡыс хайуанмы ул, һыу йәнлектәреме, әллә ваҡ ҡына бөжәктәр класымы - уларҙың йәшәйеше экосистеманың башҡа төрҙәрен дә йәшәтә, үҫешенә булышлыҡ итә. Үкенескә, экологик көрсөк тәбиғәттәге тереклек донъяһын да юҡҡа сығара бара. Мәҫәлән, былтыр ағастарҙы һырып алған ебәк ҡарышлауыҡтарына ағыу һиптереү арҡаһында башҡа төр йәнлектәр һәм бөжәктәр популяцияһы бик ҙур зыян күрҙе. Экологик белем һайлығы, зоолог-ғалимдар менән кәңәшләшеп эшләмәү һөҙөмтәһе түгелме ни былар? Тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы, тәбиғи байлыҡтарыбыҙҙың юҡҡа сығыу сәбәптәре күп төрлө һәм уларҙың күпселеге кешелектең яуапһыҙ ҡылыҡтары, тәрбиәһеҙлегенә бәйле. Йәшәгән мөхитебеҙҙе һәм тәбиғәтте һаҡлау өсөн мәктәп уҡыусылары һәм халыҡ араһында экологик белем таратыуҙы, аңлатыу сараларын бермә-бер йәнләндерергә; дәүләт кимәлендә ҡурсаулыҡтар, милли парктар, заказниктар булдырырға; һыу ятҡылыҡтарын таҙартып торорға; тупраҡтың тарҡалыу процесын туҡтатырға; тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса халыҡ-ара килешеүҙәргә өлгәшергә кәрәк. Әлбиттә, был бурыстарҙың һәр береһе ныҡышмалылыҡ, ойошҡанлыҡ, маҡсатҡа ынтылышлыҡ һәм фиҙаҡәрлек кеүек сифаттар талап итә, ләкин быны фәҡәт экологтарҙың йә булмаһа, МЧС йәки янғын һағы хеҙмәткәрҙәренең генә эше тип ҡарау ҙур хата булыр, дөйөм тырышлыҡ, граждандар әүҙемлеге, дәүләт яҡлауы һәм ярҙамы менән генә ниндәйҙер маҡсаттарға өлгәшергә мөмкиндер, тип уйлайым.

Радик ГАРДАНОВ, Бөтә Рәсәй ирекмән янғын һағы йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе: Урман янғындары былай ҙа "тәрән" көрсөктә ҡалған экологияға ҙур зыян килтерә. Быйыл Рәсәйҙә йыл башынан ғына ла төрлө кимәлдәге 4 меңләп янғын теркәлде, улар бөтәһе 270 мең гектар майҙанды биләне. Былтырғы һандар, үҙегеҙгә яҡшы мәғлүм, бынан күпкә фажиғәлерәк булды: урмандар ғына түгел, тотош ауылдар, ҡала урамдары юҡҡа сыҡты, ҡорбандар бар. Күптән түгел РФ Президенты ҡатнашлығында булып үткән урман янғыны проблемалары буйынса махсус кәңәшмәлә Владимир Путин тәбиғәт янғындары өсөн яуаплылыҡты шәхсән Рәсәй төбәктәре етәкселәре иңенә йөкмәтте. Тап бына улар ил ҡаҙнаһынан стихия эҙемтәләрен бөтөрөү һәм янғындарҙы иҫкәртеү саралары өсөн бүленгән миллиардтарҙың маҡсатлы тәғәйенләнешенә барып етеүен күҙәтергә, законһыҙ рәүештә урман ҡырҡыуҙарҙы бөтөрөргә, янғын һағы базаһын нығытырға, махсус техника һатып алырға, урындарҙа янғын һағы дружиналары ойошторорға тейеш, тине.

Был йәһәттән Башҡортостанда ла кисектергеһеҙ саралар күрелә. 1 майҙан республикала махсус янғын һағы режимы иғлан ителде. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоусы гражандарға 4-5 мең, вазифалы кешеләргә 20-40 мең, юридик шәхестәргә 300-ҙән алып 500 меңгәсә административ штраф ҡаралған. Аҡсалата яза сараһы кемдәрҙелер аҡылға ултыртыр һәм тәбиғәт ҡанундарын һаҡларға ярҙам итер ҙә, бәлки, ләкин был сараның шул яғы бар: ул кешене закон боҙғандан һуң, ҡылынған эштәре өсөн яуапҡа тарттыра. Ә бына закон боҙоуҙарҙы нисек итеп алдан иҫкәртеү, киҫәтеү саралары күрергә һуң? Күп тапҡырҙар билдәләнеүенсә, элек урмандарҙа янғын һағын күҙәтеп, тикшереп йөрөүсе урман хужалығы эшсәндәре бар ине, бөгөн был штат тәртибе ныҡ ҡыҫҡартылыу сәбәпле, урмандар ҡараусыһыҙ ҡалды. Ошо йәһәттән хәҙер ҡала, ҡасаба һәм ауыл кимәлендә янғын һағы дружиналары, ирекмәндәр отрядтары ойоштороу кәрәклеге килеп тыуҙы. Эйе, ирекле янғын һүндереүселәр элек тә булды, тик хәҙер улар ирекмәндәр генә түгел, ә эш урыны булған йәки йәшәгән урыны буйынса тупланыусы дружина. Хәҙер беҙгә хөкүмәт һәм муниципаль властар менән берлектә законға ярашлы ошо төр эшмәкәрлеккә дәүләт ярҙамы ойоштороу бурысын атҡарып сығырға кәрәк. Бына шул саҡта инде тәүлек әләнәһенә тирә-йүнде күҙәтеп, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүсе төркөм эшләйәсәк.

Зөлфиә КАМАЛЕТДИНОВА, муниципаль хеҙмәт ветераны: Янғын сәбәптәре күп инде ул. Берәүҙәр уның тәбиғи сәбәптәренә баҫым яһай, йәнәһе, урмандарға ут йәшендән тоҡана, тип уйлай. Ә бит ағастарҙы элек тә рәткә йәшен ата ине, тик улар ҡара көйөп яна бирә лә һүнә, тирә-яҡҡа ла таралмай ине. Былтыр, әйткәндәй, йәшенләп түгел, тамсы ямғыр яуманы. Күпме кеше ҡырҙа бесән эшләне, таған аҫып, сәй ҡайната, аш бешерә инек, ләкин берәү ҙә янғын сығарманы. Лупа эффекты тиҙәр, ә бит быяла шешә һәм уның ярсыҡтары элек тә тулып ятты - янғын сыҡмай ине. Эш ниҙә һуң улай булғас?

Минеңсә, урман янғындарының йышайыуында фәҡәт кеше ғәйепле. Минең генә фекер түгел был, әлбиттә, интернетта ла, гәзиттәрҙә лә шул хаҡта яҙалар, телевизорҙан да шул хаҡта һөйләйҙәр. Һәр хәлдә, Себерҙә һәм Алыҫ Көнсығыштағы урман янғындарын МЧС кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ ҡыланыуынан барлыҡҡа килә, тип раҫланы, ләкин был ил буйынса бөтөн янғындарҙың да төп сәбәбе тип уйларға нигеҙ бар. Мәҫәлән, былтырғы урман янғындары буйынса БР Урман хужалығы министрлығының йомғаҡлау материалында республиканың урман фонды биләмәләрендә теркәлгән 436 янғындың 188-е тәбиғи сәбәптәрҙән тип күрһәтелһә (бының шулай булыуына мин бик икеләнәм), 180-е кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙлығынан тоҡанып киткән, тип әйтелә. Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Александр Козлов былтыр Көнсығыш иҡтисад форумында белдереүенсә, 2021 йылғы тәбиғи янғындарҙың өстән ике өлөшө, йәғни 67 проценты шулай уҡ кеше ғәйебе менән килеп сыҡҡан, тип раҫлана.

Ошо тәңгәлдә минең башҡа шундай уй ҙа килеп ҡуйғылай: бәлки, махсус рәүештә ут төртөп йөрөүселәр барҙыр? Кем күҙәтеп тора ундайҙарҙы? Былтыр бит шундай берәүҙе тоттолар тип шауланылар ҙа баҫылдылар. Ҡуртымсыларҙы күрә алмағандар ҙа байтаҡ: урманды аяуһыҙ ҡырҡыу оҡшамай күптәргә. Ситтән килеп урмандарыбыҙҙы һатып алған байҙарға мөнәсәбәт тә бер төрлө генә түгел. Махсус рәүештә ут төртмәгән хәлдә лә, ут менән уйһыҙ-моңһоҙ ҡыланыусы әҙәмдәр күп арабыҙҙа. Мәҫәлән, тәмәкеселәрҙе генә алайыҡ. Уларҙың көнкүреш шарттарында бик күп янғын сәбәпселәре булыуҙары етмәй, урман-ҡырҙарға ла барып тарыйҙар. Кеше факторы тигән һүҙ сыҡҡан икән, тимәк, был буштан түгел, ләкин ана шундай моңһоҙ әҙәмдәрҙең бер нисәһен ҡулынан тотоп алып, ҡылған енәйәте өсөн асыҡ суд ойошторорға ине ул, башҡаларға һабаҡ булыр ине. Мәсьәлә һаман да шул беҙҙең халыҡта йыйнаҡлыҡ, тәрбиә, мәҙәнилек етмәүенә килеп төртөлә. Сүп-сар проблемаһын ғына алайыҡ: нисә йыл хәҙер таҙалыҡҡа өндәйбеҙ ватандаштарҙы, тик бер ҡолаҡтан инә, икенсеһенән сығып китә. Тейешһеҙ урында сүпләгән, бысратҡан, төпсөк ырғытып киткән кемделер тотоп алып, язаға тарттырғандарын күреү түгел, ишеткән дә юҡ...

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

33 views·1 share