КЕМГӘ РӘХМӘТ?

"Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара" тиҙәр. Тап ғинуар айында Халыҡ-ара рәхмәт көнө лә билдәләнә. Ә һеҙ был донъяла кемгә рәхмәт уҡып йәшәйһегеҙ? Һеҙҙең үҙегеҙгә кемдәр рәхмәт әйтә?

КЕМГӘ РӘХМӘТ?, image #1

Леонид СОКОЛОВ, яҙыусы-юморист, Рәсәй һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы: Әлбиттә, иң тәүҙә миңә ғүмер, тәрбиә биргән, иң ауыр саҡтарҙа янымда булған атай-әсәйемә рәхмәт әйтер инем. Икенсенән, Ватаныбыҙҙы фашистарҙан азат иткән ата-бабаларыбыҙға, әлеге заманда улар эшен дауам иткән, беҙ тыныс йәшәһен өсөн көн һайын үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған МХО-лағы һалдаттарға булған рәхмәтемде һүҙ менән әйтеп бөтөрөрлөк тә түгел. Өсөнсөнән, мин эштәре күҙгә күренмәй торған, әммә үҙ һөнәрҙәренә тоғро кешеләргә, мәҫәлән, шул уҡ иртәнге етелә өйөм алдында көн һайын осратҡан, таңдан тороп, ниндәй генә һауа торошо булмаһын, ҡулына һеперткеһен тотоп, беҙҙең йәшәйешебеҙҙе уңайлыраҡ иткән урам таҙартыусыға рәхмәтемде әйтеп китәм. Халыҡ ни хәтлем генә уларҙы әрләмәһен, төн йоҡоһон йоҡламай эшләгән коммуналь хеҙмәт эшселәренә лә рәхмәтлемен.

Ҡалабыҙҙа ниндәй ҙур, масштаблы проектар тормошҡа ашырылғанын, Республикабыҙ көндән-көн нығынғанын, көс туплағанын күрәбеҙ, шуның өсөн Хөкүмәткә рәхмәтем ҙур. Был үҙгәрештәр Башҡортостандың киләсәге, тимәк, беҙҙең дә киләсәгебеҙ барлығын аңлата, иң мөһиме шул.

Һин кешегә рәхмәтле булһаң, кеше һиңә шулай уҡ яуап бирә. Бер ауыҙ ихлас рәхмәт һүҙен ҡыҙғанған кешеләрҙе аңламайым мин. Рус телендә был, мәҫәлән, был "спасибо" тигән һүҙгә "Спаси Бог" тигән ниндәй матур мәғәнә һалынған бит. Мин уны дауаханалағы табибтарға әйтәм, улар: "Әйтергә онотмағанығыҙ өсөн рәхмәт", - тип ҡыуанып ҡалалар. Яңғыҙлыҡтан интеккән оло йәштәгеләрҙе ҡотлап, рәхмәт һүҙҙәрен әйтһәк, улар бала кеүек шатланалар. "Рәхмәт" бөгөнгө көндәге кеүек автоматик рәүештә, кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә ҡыҫтырылған, күнегелеп бөтөлгән түгел, ә ысын күңелдән теләп әйтелгән һүҙ булырға тейеш. Кешеләрҙең тап шундай ихлас итеп әйтелгән рәхмәте күңелемә йылы өҫтәй, йәшәргә көс бирә.

Донъялағы һәр бер "рәхмәт" әйтеләсәк кешеһен тапһын һәм геометрик прогрессияла ишәйһен, тигән теләктәмен. Был һүҙ күңелдәребеҙҙе таҙараҡ, йомшағыраҡ итер өсөн булдырылған бит.

Гүзәл МОСТАФИНА, декоратив-ғәмәли сәнғәт (балаҫ һуғыу) оҫтаһы: Ниндәй ябай һорау! Әлбиттә, иң тәү сиратта атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Улар миңә барыһын да бирҙе: ғүмер, һөйөү, тәрбиәнән алып, матди байлыҡтарға тиклем. Әлеге ваҡытта бар күңелемде һалған һөнәргә - атайым бәйләргә, әсәйем йөн буярға өйрәттеләр бит улар мине. Ошонан сығып, мин уҡытыусыларға, ғөмүмән, тормошомда мине нимәгәлер өйрәткән һәр кешегә рәхмәтлемен.

Һәр иртә уянғаныбыҙ, үҙебеҙҙе яҡшы тойғаныбыҙ өсөн генә беҙ Аллаһҡа (Ғаләмгә һ.б., кем нимәгә ышана) мең рәхмәтле булырға тейешбеҙ.

Шатлыҡтарымды бүлешер дуҫтарыма рәхмәтлемен. Юҡ, улар хәҙер дуҫ ҡына түгел, ә яңылыҡҡа әйҙәгән, илһамландырған, аралашыуы ла, бергә эшләүе лә лә ҡыҙыҡ булған фекерҙәштәрем.

Минең үҙемә иң йыш һәм ихлас күңелдән рәхмәт әйткән кешеләр - ул ғаиләм. "Зинһар өсөн", "рәхмәт" - өйөбөҙҙәге иң изге һүҙҙәр. Ошо һүҙҙәрҙе әйтмәй, нисек йәшәмәк кәрәк был донъяла!

Иң яҡындарымдан тыш та, әлбиттә, ысын күңелдән рәхмәт әйтеүселәр булып тора. Мәҫәлән, минең уҡыусыларым. "Уҡыусыларым" тип әйтһәм дә, улар - шәхес булып үҫешкән, үҙ эшенең оҫтаһы булған кешеләр. Тик бер кәрәкле ваҡытта беҙ ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ буйынса бер командаға тупландыҡ, уларҙың һәр береһе минән ниндәйҙер яңылыҡҡа өйрәнде, әлеге ваҡытта ла һәр кем үҙ форматында эшен дауам итә. Эйе, улар миңә яңы белем, тупланған команда өсөн рәхмәтле ине, уларҙың рәхмәте минең үҙемдең илһам ҡанаттарымды нығытты.

Беҙ кешеләргә генә түгел, ә булған ваҡиғаларға ла рәхмәтле булырға тейешбеҙ, тип өҫтәр инем. Был тормошта бер нимә лә осраҡлы, бушҡа түгел. Һәр хәл-ваҡиға беҙҙе нимәгәлер өйрәтер өсөн бирелә, уның асылына ваҡытында төшөнөргә, аңларға ғына кәрәк.

Илшат МӨХӘМӘТШИН, шәхси эшҡыуар: Мин иң тәү сиратта рәхмәттәремде, шөкөрҙәремде Аллаһ Тәғәләгә әйтеп йөрөйөм. Әле миндә булған матди байлыҡтарым, эшем, ваҡытым, ғаиләм, һаулығым һ.б. - барыһы ла Унан килгән бүләк.

Хоҙай яратҡан бәндәһенә һәр саҡ һынауҙар бирә, тиҙәр. Беҙҙең ғаиләбеҙ башына төшкән һынауҙарҙың береһе - бер нисә йыл элек ҡыш өҫтөндә янғындан йорт-ҡураһыҙ ҡалыу булды, уны лайыҡлы итеп үтеп сығырға ярҙам иткән, терәк-таяныс булған ҡатыныма, яҡындарыма, туғандарға, хатта бер ҙә генә таныш булмаған кешеләргә ғүмерлек рәхмәттәрем яуһын. "Ил төкөрһә - күл була" тип ата-бабалар белмәй әйтмәгәнен үҙебеҙ белдек хәҙер. Ысынлап та, кемдер матди яҡтан, ҡул эше йә йылы һүҙе менән булһа ла ярҙам итергә тырышты ул саҡта. Яңы йорт һалырға шулай уҡ ауылдаштар өмә менән килеп ярҙам иттеләр. Ҡылған изгелектәре өсөн һәр ваҡыт доғаларыбыҙҙа иҫкә алабыҙ уларҙы.

"Һайт" тигәнгә "тайт" тип, һәр бер тәҡдимде, башланғысты күтәреп алырға әҙер торған дуҫтарыма шулай уҡ бик рәхмәтлемен. Кәрәк саҡта иң терәрлек дуҫың барлығын белеү - үҙе ҙур бәхет.

Ә үҙем инде күбеһенсә һөнәрем буйынса эшләгәндә рәхмәт ишетәм. Күңелгә йылы йүгертә торған иң ҡәҙерле рәхмәт һүҙҙәре, әлбиттә, ғаилә һәм туғандарҙан.

Алһыу ИРҒӘЛИНА яҙып алды.

49 views·1 share