Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы

2026 йыл Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы тип иғлан ителде. Беҙҙең Башҡортостанда, билдәле булыуынса, күп төрлө милләт вәкилдәре быуаттар һуҙымында тыныс һыйышып йәшәй һәм республикабыҙ был йәһәттән ил кимәлендә өлгөлө булараҡ баһаланып килә. Республикабыҙҙа милләт-ара дуҫлыҡ сере нимәлә тип уйлайһығыҙ?

Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек йылы, image #1

Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Дуҫлыҡ һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры: 2026 йылдың Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип нарыҡланыуы тәбиғи хәл, сөнки 190-дан ашыу милләт йәшәгән ил өсөн халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге беҙҙең төп байлыҡ һанала. Былтыр ноябрь аҙаҡтарында РФ Президенты Владимир Путин 2036 йылға тиклем Дәүләт милли сәйәсәтенең яңы стратегияһын раҫланы. Беҙ, Рәсәй халыҡтары, бергәләшеп иҡтисад төҙөйбөҙ, бергәләп Ватаныбыҙҙы яҡлайбыҙ һәм бергәләп киләсәгебеҙ өсөн көрәшәбеҙ. Владимир Путиндың Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышында әйткән һүҙҙәре һаман ҡолаҡ төбөндә яңғырап торғандай: "Беҙҙең өсөн һәр бер халыҡтың мәҙәниәте, йолалары, телдәре мөһим һәм кәрәкле. Ошо күп төрлө-лөктө һаҡлау һәм уның хаҡында хәстәрлек күреү Рәсәй милли сәйәсәтенең төп нигеҙе ул". Ә инде уның күп милләтле Башҡортостан хаҡындағы ҡанатлы һүҙҙәре республикабыҙ тарихына алтын хәрефтәр менән яҙылды: "Башҡортостанда, бер тамсы һыуҙағы кеүек, уның күп төрлө мәҙәниәте, дине, теле, халыҡтар дуҫлығы менән беҙҙең бөтөн Рәсәй сағыла", - тигәйне ул Башҡортостанда булғанында.

Башҡорттар борон-борондан ҡыйырһытылған, йә иһә ер һорап, һыйыныр урын эҙләп ситтән килгән халыҡтарҙы үҙенең ҡанаты аҫтына алған, үҙ ерҙәренән өлөш бүлеп биргән, һәм улар беҙҙең ерҙә төпләнеп, ныҡлап тамыр ебәреп, йәшәп киткән. Был -халҡыбыҙҙың кеше хәленә инә белеүе, киң күңеллелеге, иплелеге, тыныс холоҡло булыуы хаҡында һөйләүсе тарихи күренеш. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙҙың өйөнә килеп ингән кешене кире бороп сығармай, ҡунаҡ итеп, ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә торған йолаһына ярашлы, сит милләттәр ҙә башҡорттар янында ерле-илле булып, быуаттар буйына берҙәм һәм татыу донъя көтөүҙәре халҡыбыҙ булмышының бер сағылышы ғына түгел, ә милләтебеҙҙең ата-бабалар аманатына тоғролоғо хаҡында ла һөйләп тороусы факт. Республикабыҙҙағы милләттәр дуҫлығының төп сере, минеңсә, тап бына ошонда, тип әйтер инем.

Икенсенән, республика власть органдарының халыҡтар дуҫлығын нығытыу буйынса системалы эше - концепциялар, дәүләт программалары, мәҙәни үҙәктәр, халыҡ байрамдары, фестивалдәр ойоштороу - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, милли сәйәсәттең бөгөнгө талаптарына яуап бирерлек кимәлдә алып барыла һәм был - милләт-ара тыныслыҡ булдырыуҙа ныҡышмалы эштең һөҙөмтәһе лә. Күптән түгел Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса БР Башлығы ҡарамағындағы совет ултырышында һыҙыҡ өҫтөнә алыныуынса, дәүләт программаларын, гранттар ярҙамын, милли мәғариф, матбуғат булышлығында этник мәҙәниәттәрҙе һәм телдәр төрлөлөгөн артабан үҫтереү маҡсаты көн үҙәгендә ҡала. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда башҡорт, татар, сыуаш, мари телдәрен өйрәнеү буйынса полилингваль мәктәптәр уңышлы эшләй, артабан бындай мәктәптәр һанын 16-ға еткереү ҡарала. Тағы ла шуны әйтеп китеү кәрәк: республикала 70-тән ашыу милли-йәмәғәтселек берекмәләре халыҡтар дуҫлығын нығытыу эшенә үҙ өлөштәрен индерә. Мәҫәлән, ошо йүнәлештә 2025 йылда республикала Милли кейем , Бейеү, "Урал батыр" эпосы көндәре, "Китап байрамы", "Әйҙә, уйнарға!", "Тамға" кеүек фестивалдәр, дөйөм халыҡ байрамдары үткәреү Рәсәй кимәлендә танылыу алды һәм популярлыҡ яуланы. Республикабыҙ халыҡтары бына шулай шатлыҡлы мәлдәрҙе лә, үкенескә күрә, ҡайғылы хәлдәрҙе лә бергәләшеп үткәрә белә, был беҙгә тарихтан да яҡшы мәғлүм. Дуҫлыҡ яуҙа һынала, тигәндәй, әлеге көндәрҙә лә Украина нацистарына ҡаршы илебеҙ суверенлығы өсөн барған Махсус хәрби операция төрлө милләт вәкилдәрен бер ғаилә итеп берләштерҙе. Яуҙа ир-егеттәребеҙ бер-береһе өсөн ҡалҡандай тора. Яраланып, госпиталдән сыҡҡан күп яугирҙар үҙ частарына, иптәштәре янына кире ҡайтып, көрәште бергәләшеп дауам итә. Ә ауылдарыбыҙ, ҡалаларыбыҙ халҡы МХО өсөн маскировка селтәрҙәре үрә, хәрби ялан шарттарында кәрәк-яраҡ, йылы ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләп, тәмле ризыҡтар бешереп оҙата, хатта төрлө транспорт сараларын да шәхсән алып барып тапшырып ҡайталар. Ысын мәғәнәһендә халыҡтар дуҫлығы бына шулай була.

Юнир ВӘЛИЕВ, Йылайыр районының элекке хакимиәт башлығы, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, БР мәғариф отличнигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры: Ике тиҫтә йылға яҡын миңә төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән Йылайыр район хакимиәте башлығы булып эшләргә тура килде. Халыҡтар татыулығы тигән төшөнсәне шуға ла мин дөйөм һүҙҙәрҙән, докладтарҙан түгел, ә халыҡ араһында йәшәп һәм эшләп, улар менән аралашыуҙарҙа күрҙем һәм төшөндөм. Эйе, эш башлауы еңелдән булманы тәүҙәрәк, сөнки, әйтеп китеүемсә, төрлө халыҡ, төрлө холоҡ, тигәндәй, урыҫы ла, башҡорто ла, татары ла, сыуашы ла - кемдәр генә төйәк итмәгән йомарт Йылайыр ерен! Шул яҡтан бәхетлемен, тимен, үҙемде: халыҡ менән эшләй башлағанда Башҡортостаныбыҙҙың тәүге Президенты, онотолмаҫ шәхес Мортаза Рәхимов мәктәбен үттем. Оло шәхес булыуы һәм шул уҡ ваҡытта ябайлығы, кеселеклелеге шунда ла күренә ине: ул бер ваҡытта ла үҙенең ҡулы аҫтында эшләүсе хеҙмәткәрҙәр менән кәңәшләшеүҙән, уларҙың фекерен белешеүҙән тартынманы. Шулай бер ваҡыт халыҡтар берҙәмлеге темаһы килеп сыҡҡас, был турала минең фекерҙе, райондағы төрлө милләт вәкилдәренең йәшәү-аралашыу шарттарын, урында халыҡтар берҙәмлеген нығытыу буйынса саралар хаҡында һорашты. Шул саҡ мин революцияға тиклем Преображенское атамаһы менән йөрөтөлгән хәҙерге район үҙәге - рус халҡы күпләп йәшәгән Йылайыр ауылының 250 йыллығын үткәреү хаҡында ниәтемде еткерҙем һәм күп тә үтмәй, был сараны бойомға ла ашырҙыҡ.

Унан һуң республикала иң боронғо башҡорт ауылы Юлдыбайҙың да 800 йыллыҡ юбилейын үткәрҙек. Мортаза Ғөбәйҙулла улы хәстәрлегендә районда юлдарға асфальт түшәлде, йорттарға зәңгәр яғыулыҡ килде, халыҡтың тормош-көнкүреше еңелләште. Йылайырҙар - башҡорто, урыҫы, сыуашы булһынмы - Президентыбыҙҙың һәр килеүен көтөп алыр, уның менән һөйләшеп, һүҙҙәре бөтмәҫ ине. Шунда мин күреп инандым: етәксе ниндәй - халыҡтың уға мөнәсәбәте лә шундай. Артабанғы эшемдә мин ошо һабаҡты тоторға тырыштым. Башҡорт ауылдарында мәсеттәр төҙөлә, ә православныйҙар ни эшләргә тейеш? Ошондай уйҙар менән район үҙәгендәге 1837-1846 йылдарҙа төҙөлгән Спасо-Преображенский сиркәүен тергеҙеү эштәре башланып китте. Әлбиттә, урындағы урыҫ халҡы өсөн был ҙур ваҡиға һәм шатлыҡ ине.

Халыҡ әйтмешләй, дуҫтан дошман яһау өсөн күп аҡыл кәрәкмәй, ә бына дошманды дуҫ итеү өсөн күп эшләргә кәрәк. Милләт-ара дуҫлыҡ, татыулыҡ булһын өсөн етәкселәргә кешеләрҙең ихтыяждарын өйрәнергә, кеселекле, һәр кемгә ихтирамлы, ғәҙел мөнәсәбәттә булырға кәрәк. Юғиһә, ҡайһы бер төбәктәрҙә һәм райондарҙа милләттәрҙе айырып ҡарау кеүек насар ғәҙәт бар. Бындай кешегә етәксе вазифала урын юҡ. Шундай әйтем иҫкә килеп төшә: ҡулыңдағы биш бармағыңдың ҡайһыныһын тешләһәң дә ауырта, тиҙәр, шуның кеүек, етәксе объектив мөнәсәбәттә, тигеҙ ҡарашта булһа ғына милләттәр ихтирамын яулай һәм уларҙы берҙәм, татыу көс итеп туплай ала.

Эйе, бай һәм иркен башҡорт ере ҡасандыр төйәк өмөт итеп килгән сит халыҡтарҙы үҙ күреп ҡабул иткән. Тормошта ла бит шулай була: ҡайҙалыр ҡунаҡҡа барһаң, хужаларҙың холоҡ-фиғеленә ҡарайһың: әгәр улар киң, ихлас күңелле, эскерһеҙ булһа, бындай йортто ташлап китке лә килмәй. Беҙҙең ергә килеп ултырған халыҡтар ҙа төп халыҡтарҙың йәшәү рәүешен үҙ итеп, уңдырышлы ерен, гүзәл тәбиғәтен, мул һыулы йылға-күлдәрен ташлап китә алмай мәңгелеккә ошонда тороп ҡалған һәм бөгөнгә тиклем башҡорттар менән туғанлашып, дуҫлашып көн итә. Тыуған ер, эскән һыу, уртаҡ ҡиммәттәр берләштерә беҙҙе - дуҫлыҡтың бөтөн сере шунда, минеңсә.

Гөлнур УЙЫЛДАНОВА, хеҙмәт ветераны: Дуҫлыҡ сере бер-береңде ихтирам итеүҙә, бер-берең сифаттарын, йәшәү һәм фекерләү рәүешен, тормошҡа ҡараштарын баһалай белеүҙәлер, тип уйлайым. Айырым кешеләр араһында ла, төрлө милләт вәкилдәре араһында ла. Телдәре, диндәре төрлө булған хәлдә лә, халыҡтарҙы уртаҡ ватан, Тыуған илгә һөйөү, лайыҡлы киләсәк тәрбиәләп үҫтереү кеүек берҙәм теләк-маҡсаттар һәм рухи ҡиммәттәр берләштереп тора. Бындай берҙәмлек айырыуса илгә ауырлыҡ, яу килгәндә ныҡлы һынала. Был турала "Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары" программаһы барышында Президент айырым-асыҡ әйтеп китте: Махсус хәрби операция шарттарында күп милләтле һәм төрлө дини инаныуҙағы халыҡтарыбыҙ тағы ла көслөрәк берләште; ошондай һынауҙар менән туплана ил. Беҙҙе Рәсәй Федерацияһының бөтөн халыҡтары өсөн дә традицион булған дөйөм ҡиммәттәр берләштерә, тине Президент.

Башҡортостаныбыҙҙа элек-электән төрлө милләт вәкилдәре тыныс һыйышып йәшәй, ләкин ябайҙан булмаған бөгөнгө халыҡ-ара шарттарҙа Көнбайыш тап ана шул милләттәр тормошона ҡыҫылырға, халыҡтар араһын бутарға, үҙ-ара дошманлыҡ тыуҙырырға маташа, ләкин Башҡортостандың быуаттар дауамында формалашҡан халыҡтар туғанлығын, шул уҡ ваҡытта берҙәм көскә әүерелгән рухи-әхлаҡ ҡиммәттәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы юҡҡа сығарыу мөмкин дә түгел. Был йәһәттән милләттәр дуҫлығын нығытыуҙа республикабыҙҙың халыҡтарҙы илһөйәрлек, әхлаҡи сәләмәтлек рухында тәрбиәләүсе милли-мәҙәни ойошмалары һәм дини конфессияларының да әһәмиәтен баһалау кәрәктер, тигән фекерҙәмен.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА яҙып алды.

101 views·7 shares