Коронавирус афәтенән сығып киләбеҙ шикелле инде, уның һабаҡтары нисек булыр, тип уйлайһығыҙ?
Айбулат УРАЗБАХТИН, Сибай ҡалаһы: Йәмғиәт менән идара итеү көсәйә, хәҙер ҙә, артабан да идара итеүҙе ныҡ ҡәтғиләштергән ҡанундар ҡабул ителәсәк. Күптәргә, әлбиттә, был оҡшамаясаҡ, сөнки демократияла - ирекле һәм иркен тормошта йәшәп өйрәнә башлағайныҡ бит инде. Ә ни өсөн ҡәтғи идара итеү кәрәк? Йәмғиәтте артабан үҫтереү, уны нығытыу өсөн. Мәҫәлән, бөгөн йәмғиәт күп осраҡта үҙен бала кеүек тота. Кемдер, юҡ, тип ҡаршы төшөр. Бының шулай икәнен коронавирус яҡшы күрһәтте лә инде. Өйҙән сыҡмаҫҡа, урамда йөрөмәҫкә, йөрөгән хәлдә лә битлектәр һәм бирсәткәләр кейергә, тигән мотлаҡ талаптарҙы күптәр үтәмәне һәм әле лә үтәмәй, үҙен "тыңлауһыҙ, үпкәсел" бала кеүек тота, хатта бының үҙе өсөн эшләнгәнен уйлап та ҡарамай. Ә бала тыңламай башлаһа, уҡытыусы йәки атай-әсәй был осраҡта нимә эшләй? Дөрөҫ, тәрбиәләүҙә ҡаты саралар ҡуллана. Был коронавирус артабанғы тәрбиә сараларының ниндәй булырын күрһәтте.
Айрат ҒӘЛИЕВ, Янғантау геопаркы хеҙмәткәре: Үкенескә күрә, был вирус беренсеһе һәм һуңғыһы түгел шул. Беҙҙең ата-бабалар ниндәй генә ауырыуҙы еңмәгән: сәсәк, тиф, трахома һ.б. Улар менән сағыштырғанда, яңы коронавирус сире ул тиклем ҡурҡыныс та кеүек түгел. Бары тик уның тиҙ таралыуы һәм тәүге осорҙа нисек дауалау мөмкин икәнлеге билдәһеҙ булыуы ғына йәмғиәтте бер аҙ хафаға һалды. Минеңсә, тиҙ арала был сиргә ҡаршы вакцина табылыр, әммә ауырыу үҙ һабағын онотолмаҫлыҡ итеп аңлатты: һаулығыбыҙға ҙур иғтибар бирә башларбыҙ, кеше ғүмерен ҡәҙер итергә өйрәнербеҙ, тип ышанам. Хатта бик иғтибар итеп бармаһаҡ та, ябай ғына булған һәм һәр көн кемдер тылҡып тороуына ҡарамаҫтан башҡарылырға тейешле гигиена ҡағиҙәләре лә беренсе урынға сыҡты. Ата-әсәләр генә түгел, бик күптәр балаларҙы уҡытыу, уларға белем биреүҙең ниндәй ауыр хеҙмәт икәнен аңланы. Ә инде табиптарҙың эше тураһында әйтеп тә тораһы түгел, бөгөн уларҙы нисек кенә баһалаһаҡ та әҙ булыр кеүек. Хатта ошо осорҙа курьерҙар эшмәкәрлегенең дә ни тиклем хәүефле икәнен бер аҙ аңланыҡ, шикелле.
Фатима ХӘЙРУЛЛИНА, Өфө ҡалаһы: Сирҙән сығып киләбеҙ тибеҙ ҙә, әммә хәүеф кәмемәй, шуға, унан ҡасан тулыһынса сығыуыбыҙ билдәһеҙ булып ҡаласаҡ әле. Сөнки ҡысҡырып әйтмәһәләр ҙә, хатта табиптар ҙа, барыбыҙ ҙа (йәки күпселек) ауырып бөтмәйенсә, был сиргә ҡарата иммунитет барлыҡҡа килеүе бик икеле, тиҙәр. Шуға иң беренсе һығымта - һаҡланғанды Хоҙай һаҡлай, тиһәк тә, тәү сиратта, үҙеңдең сәләмәтлегеңде үҙеңә һаҡлау. Сөнки күпме генә тылҡыуға ҡарамаҫтан, халыҡ һаман да битлекһеҙ, бирсәткәһеҙ йөрөй, был күренеш хатта етәкселәр араһында ла күҙәтелә. Ахырҙа халыҡ, үҙҙәре талаптарҙы үтәмәй икән, тимәк, вирус, ысынлап та юҡ, тигән фекергә килә. Юҡҡа ғына, әйткәнһең икән - үтә, юҡһа, ул алдашыу кеүек ҡабул ителә, тимәйҙәр.
Икенсе яҡтан, ҡурсаланыу ваҡыты үтте лә, вирусты еңдек, артабан элеккесә йәшәп алып китербеҙ тип тә уйларға ярамай. Тормош элеккесә булмаясаҡ: эшһеҙҙәр һаны артты, күп предприятиелар ябылды, эшҡыуарҙар ҙа еңел булмаған осор кисерә. Шуға, криминаль күренештәр күҙәтелмәҫ, тип тә әйтеп булмай. Ошо бер нисә айҙа халыҡҡа ярҙам итеүсе ирекмәндәр әүҙем эшләне, был бик сауаплы хеҙмәт. Әммә, кемгә нисектер, һуңғы ваҡытта йәмғиәттә агрессия артыуы ла күҙәтелгән кеүек.
Дамир ХАНОВ, Өфө ҡалаһы: Мин нимәгә иғтибар иттем: ҡурсаланыу ваҡытында күберәген интернет селтәрҙәрендә, онлайн эшләргә, аралашырға тура килә. Хатта мәғариф системаһы ла йылды онлайн тамамланы. Һәм ошонда тағы бер проблема асыҡланды: баҡтиһәң, башҡорт теленең цифрлашыуы бик ныҡ артта ҡалған икән. Транспортта "йүгерек яҙыу"ҙа (бегущая строка) - русса мәғлүмәт, онлайн-банктар, Госуслуги һәм башҡа хеҙмәттәр бары тик рус телендә генә хеҙмәтләндерә. Заман талабына яуап биреп, власть үҙе халыҡты хеҙмәтләндереүҙе еңелләштерәүҙе хәстәрләп, онлайн хеҙмәттәр булдыра икән, әгәр беҙ унан мәғлүмәтте үҙебеҙгә кәрәкле телдә алыуҙы йәки үҙебеҙҙең телдә мөрәжәғәт итеүҙе талап итмәһәк, бер көн килеп башҡорт теленең бөтөнләй кәрәге бөтөүе лә ихтимал. Шул хаҡта ла уйланһаҡ ине.
Шәрифә САЛАУАТОВА яҙып алды.
