Май, июнь айҙары байрамдарға бай булһа ла, сир арҡаһында күңел асыу ҡайғылары китеп тора. Байрамдарһыҙ күңелһеҙ түгелме?

Май, июнь айҙары байрамдарға бай булһа ла, сир арҡаһында күңел асыу ҡайғылары китеп тора. Байрамдарһыҙ күңелһеҙ түгелме?, image #1

Айһылыу ҠОТЛОБАЕВА, хезмәт ветераны: Байрамдарһыҙ күңелһеҙ түгелме, тигән һорау мине, бер яҡтан, аптыратты. Миңә, ғөмүмән, бер ваҡытта ла күңелһеҙ түгел: бармы байрам, юҡмы - минең күңел торошо уға бәйләнмәгән. Байрамдар гөрләп торғанда ла кемгәлер күңелһеҙ булыуы ихтимал - шуныһы ла бар бит. Мәҫәлән, минең былай ҙа байрамдарға йөрөргә лә, ҡайҙалыр барып күңел асырға ла әүәҫлегем юҡ, миңә үҙем менән генә лә, яҡындарым, туғандарым менән өйөмдә генә ултырыу ҙа күңелле. Шундай кешемен, күрәһең. Мине өйөм тартып ҡына тора гел, ситтә йөрөүҙән йәм тапмайым, әммә тәбиғәткә сығып йөрөргә яратам. Әле бына пандемия арҡаһында үҙизоляция иғлан ителгәс, ҡайһы берәүҙәр сыр-сыу килде: күпме бикләнеп ултырырға була, йәнәһе, арытты, аҡылдан яҙырға мөмкин, фәлән дә фәсмәтән... Бындай кешеләргә мин бик аптыраным: нисек инде кешегә үҙ-үҙе менән күңелһеҙ булыуы мөмкин? Етмәһә, тыуған йортонда, яҡындары янында? Кешегә үҙ-үҙе менән күңелһеҙ икән, тимәк, уның "эсе" буш! Ул шул тиклем дә тышҡы донъяға, башҡа кешеләргә, хатта уларҙың тормош рәүешенә, ғәҙәттәренә, фекеренә бәйле, уларҙан башҡа тормошоноң мәғәнәһе юҡ, тимәк. Дөрөҫ, төрлө холоҡло кеше бар: берәүҙәр аралашмай тора алмай, ә икенселәргә ул кәрәкмәй. Ләкин бында төп сәбәп кеше характерына бәйле түгел, минеңсә, ә кешенең эске донъяһында. Бәлки, ҙур ҡала ығы-зығыһы ялҡыталыр. Унан һуң бөтөн ғүмер эштә үтеп китте, өй йәме, өй ҡото күреп, ләззәтләнеп ултырып булманы. Шуға ла минең өсөн үҙ өйөмдә үҙ көйөм тип йәшәгән һәр көнөм, имен-һау аттырған һәр таңым - байрам. Бер башҡорт ҡатыны - үҙебеҙҙең блогерша яҙғанса, иртәнсәк тороп, ҡояш кеүек түңәрәк, телеңде йоторлоҡ ҡоймаҡтар ҡойоп, яҡындарың менән сәй эсеү ҙә - үҙе байрам бит ул, күңел хөрлөгө, һәм мин был һүҙҙәр менән килешәм. Үҙең өсөн байрамды үҙең яһайһың, шунда ғына уның йәме лә, тәме лә була.

Миңлеғәфүр ЗӘЙНЕТДИНОВ, ҡумыҙсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты: Байрамдарһыҙ бигүк күңелленән түгел, әлбиттә, бигерәк тә бар ғүмерҙәре сәхнәләрҙә үткән, тамашасы иғтибарына өйрәнгән артист халҡына, шулай ҙа байрам юҡ, тип бошоноп ятыу ҙа килешкән эш түгел. Уның ҡарауы, туҡтауһыҙ гастролдәрҙә, ярыштар һәм конкурстарҙа йөрөү урынына ике айлап бит инде хәҙер өйҙә, балаларың, ғаиләң янында булыу ҙа бик яҡшы. Ғаилә ансамблебеҙ репертуарын ҡайтанан ҡарап сыҡтыҡ әле, яңы көйҙәр өйрәндек, репетициялар үткәреп, элекке программабыҙҙы ла ҡабатлайбыҙ - ижад эше бер көнгө лә туҡтап тороға тейеш түгел. Ләйсән ҡыҙымдың миңә төрлө ҡыҙыҡлы һәм кәрәкле китаптар бүләк итә торған матур ғәҙәте бар. Рәхмәт инде уға - әллә күпме китап уҡып сыҡтым. Былар бит тик файҙаға ғына. Нисек инде шунан өйҙә күңелһеҙләнеп ултырмаҡ кәрәк! Уның өсөн, күрәһегеҙ - ваҡыт та юҡ хатта! Әле лә бына буш ятҡан юҡ. Баш ҡалабыҙҙың И. Якутов паркында үҙебеҙҙең сауҙа нөктәһе бар. Унда беҙ ҡурай, ҡумыҙ, хайран, һыбыҙғы, һандуғас кеүек үҙебеҙ эшләгән милли музыка ҡоралдары, шулай уҡ үҙ ҡулдарыбыҙ менән етештергән көмөш беләҙектәр, алҡа һәм йөҙөктәр, башҡа бик күп биҙәүестәр, башҡортса яҙыулы футболкалар һатабыҙ. Ижад ҡомары хатта унда ла туҡтап ҡалмай. Һатып алыусылар, паркка йөрөргә сыҡҡан ял итеүселәр яныбыҙға килеп, музыка инструменттары менән ҡыҙыҡһыналар, һорашалар. Мин уларға ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнап күрһәтәм. Благовещендан Арсен булам, тип үҙе менән таныштырған егет ике тапҡыр минең концерттарымда ла булған икән, ҡумыҙҙа уйнарға күптән хыялланып йөрөүе хаҡында һөйләне. Унан һуң уйнарға өйрәнеп, ҡумыҙ, хайран һатып алып ҡайтып китте. Ҡатыным Гөлгөнә үҙ ҡулдары менән эшләгән биҙәүестәр ҙә бик күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Күҙ нурыңды түгеп, хәләл көсөң менән эшләгән әйберҙең энергетикаһы ыңғай була бит - шул да тарта, ахыры, уларҙы беҙҙең янға. Тирә-яғыбыҙҙа "ирекһеҙҙән" тамашасылар йыйылып китә, ә мин уларға "Шайморатов генерал" һәм башҡа башҡорт көйҙәрен уйнап ишеттерәм. Бына шундай изге ғәмәлдәр, яҡты уйҙар менән йәшәргә кәрәктер, тейем. Сир бит ул ваҡытлыса уңайһыҙлыҡ. Беҙҙән әҙ генә сабырлыҡ, түҙемлек кәрәк - бөтәһе лә үтеп китер, Алла бирһә. Позитив көйләнештә бул - сиргә бирешмәҫһең, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер, яҡшы уйҙа булайыҡ, үҙ күңелебеҙҙе ҡайһы саҡ үҙебеҙ ҙә күрә беләйек.

Гөлнара АҠҠОЛОВА, Ғафури районы Мәндем ауыл клубының художество етәксеһе: Байрамдарһыҙ йәшәүе күңелһеҙ ҙә булып китә, ләкин сир тип ҡурҡып ултырып булмай бит инде. Талап ителгән һаҡланыу сараларын күреп, күп кеше йыймайынса ғына онлайн саралар ойошторабыҙ. Хәҙер бит шуныһы һәйбәт: хатта ҙур булмаған ауылдарҙа ла халыҡ интернет менән дуҫ: бер-береһе менән аралаша, яңылыҡтарҙы белеп тора. Сир тип бойоғоп ултырмаҫ өсөн дә сараһы табылды: тотош ил буйынса һәр төрлө мәҙәни саралар онлайн форматта үткәрелә башланы. Бөтөнләй үк "тере" байрам булып етмәһә лә, барыбер беҙ үҙебеҙҙе бергә һәм ойошҡан итеп тоябыҙ, сараларға ихлас ҡушылабыҙ. Мин дә ил буйынса үҙизоляция иғлан ителгәндән алып онлайн эш режимына күстем. Календарҙағы төрлө байрамдарға, ҡыҙыл даталарға сайтта төрлө мәғлүмәттәр бирә барам. Еңеү көнөнә ветерандарға арнап, видеолар эшләнем, иҫтәлекле фотолар урынлаштырам.Шиғыр уҡыу бәйгеһе, онлайн-концерт ойошторолдо. Әлеге көндә яҡташыбыҙ Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығына һәм районыбыҙҙың 90 йыллыҡ юбилейына әҙерләнәбеҙ. Ауылдаштарҙың олоһо ла, кесеһе лә халыҡ шағирының шиғырҙарын - яттан, шулай уҡ проза әҫәрҙәренән өҙөктәр уҡып, видеоларын конкурсҡа ебәрә лә башланы.

Район мәҙәниәт йорто ойошторған сараларҙың да уртаһында булырға тырышабыҙ. 15 май - Халыҡ-ара ғаилә көнөндә "Ғаиләм - ҡәлғәм" тип аталған байрамда ҡатнаштыҡ. Мәндем ауылының абруйлы, өлгөлө ғаиләләре тураһында белешмә биреп, фотоһүрәттәрен үҙебеҙҙең сайтҡа урынлаштырҙым да, уларҙы "Под крышей дома своего" тигән район онлайн конкурсына ла ебәргәйнем, күп тә үтмәй, шуларҙың барыһына ла: Йәнмырҙиндар, Ғафаровтар, Ғәйнуллиндар, Мөхәмәтйәновтар, Мөхәмәтдиновтар, Мөхәмәтҡоловтар, Кәлимуллиндар, Аҡҡоловтар, Аҫылбәковтар ғаиләләренә шәхсән исемләп ебәрелгән электрон сертификаттар алдыҡ. Тағы бер шатлығыбыҙ менән уртаҡлашайым: Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған онлайн-концерт буйынса Мәндем ауыл клубы районыбыҙҙа беренсе урынды яуланы. Райондан килеп ҡотлап, балаларға бүләктәр тапшырып китеүҙәре үҙе бер иҫтәлекле ваҡиғаға торошло булды. Бына шулай, сиргә һис бер сер бирмәй, матур, күңелле итеп йәшәргә ынтыла ауылдаштарым. Билдәле булыуынса, позитив, шат күңелле, уңған кешеләрҙе сир ала алмай тигән ырым бар. Шулай була күрһен, бөтәбеҙҙе лә ситләтеп үтһен ул!

Асия ҒӘЙНУЛЛИНА,Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы, сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: Шөкөр, күңелһеҙләнергә, төшөнкөлөккә бер ҙә генә урын юҡ, сөнки халҡыбыҙҙың боронғо ауыҙ-тел ижады өлгөләрен өйрәнеү, таратыу һәм, ғөмүмән, үҙеңде тулыһынса ошо мөхиткә арнау, уның кәрәклеген тойоп эшләү, йәштәргә өйрәтеү һәр ваҡыт рухи кинәнес тыуҙыра, оло бер күңел байрамына әүерелә. Билдәле булыуынса, 17 апрель Башҡортостанда республика халыҡтарының милли кейеме көнө билдәләнде. Эпидемиологик хәлгә бәйле, байрам онлайн форматта барҙы. Милли кейем аутентикаһы буйынса оҫталыҡ дәрестәре алып барҙым. Сибайҙар "Милли кейемдәрҙә - фотоһүрәт" республика флешмобында ла ихлас ҡатнашты. Эпос һөйләүселәр флешмобын башлап ебәреүем булды, өлкәндәр ҙә, балалар ҙа килеп ҡушылды. Айырыуса Бөрйәндәрҙең ижад ҡомары һөйөндөрҙө. Яңы Монасиптан Гөлдәр Әхтәмова - "Уҙаҡ менән Туҙаҡ", Әбделмәмбәттән Сәлимә Ғарифуллина - "Балаҡарға" эпостарын, Байназарҙан Фәнүзә Ишбаева менән Фәнүзә Аҙанғоловалар "Әйтер һүҙем" мөнәжәтен һөйләп-көйләп, видеоларын яҙҙырып та ебәрҙеләр. Әле бына Республика халыҡ ижады үҙәге милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө айҡанлы флешмоб иғлан итте. Беҙҙең сәсәндәр мәктәбе лә "Минең исемем - Салауат " республика акцияһына берҙәм ҡушылды. Беҙ был сараға арнап, " Байыҡ сәсәндең Салауат батырға әйткәне" ҡобайырын әҙерләнек. Был эш Байыҡ сәсәндең тыуыуына 310 йыллыҡҡа ла арнала. Күренеүенсә, байрамдар ҙа күп, мәшәҡәттәр ҙә.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

65 views·1 share