МАЙ БАЙРАМДАРЫНДА…

Оҙайлы май байрамдарын ниндәй файҙалы эштәр менән уҙғарҙығыҙ?

МАЙ БАЙРАМДАРЫНДА…, image #1

Илнур ӘХМӘҘУЛЛИН, Өфө ҡалаһы: Май байрамдарын ғаиләбеҙ менән көтөп алабыҙ. Ауылға, атай-әсәй янына ҡайтабыҙ. Апрелдең һуңғы эш көнө тамамланыу менән беҙ, ағайым һәм һеңлем, үҙ ғаиләләре менән Өфөнән, Ырымбурҙан һәм Салауат ҡалаһынан Белорет районына юлланабыҙ. Был йылдар дауамында традицияға әйләнгән һәм бер ниндәй эшкә лә, башҡа мәшәҡәткә лә уны боҙорға юл ҡуймайбыҙ.

1 май Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы айҡанлы осрашыу хөрмәтенә рәхәтләнеп ял итәбеҙ, мунса яғабыҙ, урманға сығып урайбыҙ, шешлек ҡыҙҙырабыҙ. Тағы ла ғаиләбеҙҙең ир-атына ғына ҡағылған традиция шул: май байрамдарында бесәнлегебеҙгә барып әйләнәбеҙ, унда йығылған ағастарҙы йыйып алабыҙ, эскәмйә һәм өҫтәлде рәтләйбеҙ.

2 май иһә иртә менән эш башлана. Ҡатын-ҡыҙҙар өйҙө, аласыҡты йыуа, ирҙәр ихатаны таҙалай, утын бысып яра, аҙбар тирәһен рәтләй, баҡса ҡаҙа. Ҡул араһына ингән балалар ҙа ситтә ҡалмай, үҙебеҙ белгәнде өйрәтеп-күрһәтеп, эш айышына төшөндөрә барабыҙ. Бер көслө зат мотлаҡ өйҙә "дежурҙа" була һәм бысраҡ һыуҙы түгеп, таҙаһын алып килә, әйберҙәрҙе шылдырыша, түбәне йыуғанда страховкалай һәм башҡалар. Беҙҙең ғаиләлә ҡатын-ҡыҙға ауыр әйбер күтәртмәйҙәр, шуға өй йыуғанда ла ҡул көсө кәрәк булған ерҙә ир-егеттәр ярҙамлаша. Һарыҡ йөнөн ҡырҡыу ҙа ошо байрамдар мәлендә башҡарыла.

Әлбиттә, был эштәр тураһында яҙыуы ғына тиҙ һәм еңел, ә эш барышы үҙе бер-нисә көнгә һуҙыла. Көн һайын мунса инеп, мәтрүшкәле сәй эсеп, инәйемдең (Белореттың ҡайһы бер төбәгендә әсәйҙе "инәй" тиҙәр) тәмле аш-һыуын ашап, тыуған яҡ тәбиғәтенән көс йыйып, үҙ йорттарыбыҙға таралышабыҙ. Май байрамдарының тәүге яртыһын шулай беҙҙең ғаилә Белорет тарафтарында уҙғара ла, бер нисә көн эшләгәндән һуң, тағы ла оҙайлы ялдарҙы файҙаланып, кәләшемдең тыуған яғына - Стәрлебаш тарафтарына юлланабыҙ. Унда ла ялдар эш менән үтә. Ләкин был эштәр бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай, уларҙан һуң хәл бөтмәй, киреһенсә, энергия туплап, тындар иркенәйеп, йәшәүгә дәрт арттырып ҡайтабыҙ Өфөгә.

Рәсимә ҒӘЙНЕТДИНОВА, Мәләүез районы: Ауылда йәшәүселәр өсөн "Яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра", тигән мәҡәл үтә лә мөһим бит инде. Шуға күрә ялға ҡайтҡан балалар менән тәү сиратта бергәләп баҡса эштәрен атҡарып ҡалырға тырышабыҙ. Баҡсаны сүп-сарҙан таҙалап, ерҙе ҡаҙып, йәшелсә сәсергә әҙерләп ҡуябыҙ. Шулай ҙа мин орлоҡто ергә күмергә ашыҡмайым, ер яҡшылап йылынмайынса, ҡабаланып сәсеүҙең файҙа булмай икәнлеген оҙаҡ йылдар һынағанмын. Әлегә кишер генә сәстек тә, оҙайлы ялдарҙың байтаҡ ваҡытын сәйәхәттә йөрөп үткәрҙек.

Яҙҙың мул һыулы миҙгелендә беҙ мотлаҡ үҙебеҙҙең районда урынлашҡан Күперле шарлауығына барабыҙ. Иҫ киткес тәбиғәт күренеше ул шарлауыҡ, йыл да барһаҡ та ялҡытмай. Нөгөш һыуһаҡлағысы ла матур, ҡарап туйғыһыҙ.

Мораҡ аша тура юлдан Бөрйән тарафтарына ла барып әйләндек. Шүлгән мәмерйәһен ябалар икән, тигән хәбәр ишетелеп ҡалғайны, дөрөҫ була ҡалһа тип, тағы ла бер тапҡыр барып күреп ҡайттыҡ. Әлбиттә, мәмерйә тирәһе хәҙер үҙе бер ауыл һымаҡ, бынан 40 йыл элекке тәбиғәттең сафлығы, матурлығы әллә ни күренмәгән дә кеүек төҫлө.

Тирмәнтауға менеп, Ағиҙелгә ҡарап торҙоҡ. Ләкин сүп-сарҙың шул тиклем дә күп булыуына иҫебеҙ китте. Ниндәй күңел менән шул матурлыҡты ҡыйлап китергә мөмкин һуң? Был "эште атҡарыусылар" үҙҙәрен тәбиғәтте яратыусы, сәйәхәтсе, рухи ял итә белеүселәр тип һанайҙармы икән? Балалар менән ҡул еткәнсе бер аҙ йыйыштырып ҡайттыҡ.

Бөрйәндәге туғандарға туҡтап, бәпес күрҙек. Яңы ғына өләсәй һәм олатай статусына эйә булған һылыуым менән кейәүемдең хатта күҙ ҡараштары үҙгәреп киткәндәй. "Балаңдың балаһы балдан татлы", тиеүҙәрен әле аңланым, ти туғаным. Балалар тыуып торһон, ил-йорт имен булһын, һаулыҡтан айырмаһын Хоҙай, башҡа ни кәрәк ошондай матур ерҙә тормош көтөү өсөн.

Илһам САФИУЛЛИН, Шишмә районы: Һәр кем яҙҙы көтөп ала. Бигерәк тә май айы - тәбиғәттең ҡышҡы йоҡонан уянған мәле, өҫтән ҡалын һәм ауыр кейемдәр, ниһайәт, сиселгән, ҡояш нурҙарын ҡыҙыулатҡан саҡ - бөтәһенең дә яратҡан миҙгеле. Ә май байрамдары үҙе бер бәләкәй отпуск һымаҡ - балалар уҡымай, ололар эшләмәй.

Беҙҙең ғаиләнең яҙылмаған ҡануны - бер көнөңдө лә бушҡа уҙғарма! Был мотлаҡ көн һайын баш күтәрмәйенсә эшләү тигәнде аңлатмай. Үҙең өсөн яңы файҙалы шөғөл табыу, уҡый башлаған китабыңды ҡулға алыу, спектакль йә концертҡа барыу һәм башҡалар. Оҙайлы ялдарҙа ла ошо ҡағиҙәнән ситләшмәҫкә тырышабыҙ.

Мәҫәлән, ҡышҡы оҙон ялдарҙа барыбыҙ ҙа тау саңғыһына баҫтыҡ. Майҙың тәүге көндәрендәге ялда Нөгөш һыуһаҡлағысына барҙыҡ һәм мин катер йөрөтөргә, кәләшем велосипедта елдерергә өйрәнде. Малай Өфөлә парашюттан һикерҙе, ҡыҙыбыҙ шулай уҡ баш ҡалала флористика серҙәренә төшөндө. Балалар тағы ла волонтер булып өлгөрҙө.

Өйҙәге эштәрҙе лә байтаҡ башҡарып ташланыҡ. Ҡатыным иҫәпһеҙ-һанһыҙ өй гөлдәрен барлап, тупраҡтарын алыштырып, яңы матур һауыттарға ултыртып сыҡты. Мин баҡсалағы ағастарҙы эшкәрттем, ағарттым. Шешлек бешереү урынын матурлап, беседканы буяп ҡуйҙым.

"Хәрәкәттә - бәрәкәт" икәнлеген хәтерҙә тотоп, көн һайын кис күмәкләп йәйәү йөрөнөк. Беҙ бөтәбеҙ ҙә совет заманында төшөрөлгән фильмдарҙы яратабыҙ һәм барыбыҙҙың да өйҙә йыйылған ваҡытын тап килтереп, бергәләп рәхәтләнеп комедиялар ҡараныҡ.

Шулай уҡ төрлө тарафтарҙан йәшлек дуҫтарыбыҙ килде, студент саҡтарҙы иҫләп, матур итеп ял иттек. 9 май улар менән бергә Өфөгә барып, "Үлемһеҙ полк"та ҡатнаштыҡ. Беҙгә тыныс тормошта йәшәргә, балалар үҫтерергә мөмкинлек биргән, Еңеү яулаусы яугирҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алып, ҡайтышлай улар рухына бағышлап аят уҡытып, 9 май көнөн тик улар хәтеренә бағышланыҡ.

Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.

31 views·2 shares