ҺУҢҒЫ ҠЫҢҒЫРАУ
"Һуңғы ҡыңғырау" сараһы йәштәрҙе үҙаллы тормошҡа ғына түгел, яңы маҡсаттар алдына ла баҫтыра түгелме?
Дамир Вәлиев, Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы: Ысынлап та шулай, "Һуңғы ҡыңғырау"ҙан һуң мәктәп тормошо тамамлана, студент тормошо башлана һәм беҙ үҙебеҙҙе өлкәнерәк итеп тоя башлайбыҙ. Беҙгә яңы мөмкинлектәр асыла һәм талаптар ҙа икенсе. Һәр кемебеҙ артабан эшләп, үҙен һәм яҡшы киләсәген тәьмин итерлек ниндәйҙер һөнәр үҙләштерәсәк.
Мин физика-математика йүнәлешендә белем алдым һәм физика, профилле математика, рус теле буйынса Берҙәм дәүләт имтихандары тапшырғандан һуң инженерҙар әҙерләгән факультетҡа уҡырға инергә ниәт итәм. Бала саҡтан һайлаған һөнәрем был, сөнки минең атай-әсәйем дә архитектура, художестволы сәнғәт өлкәһендә белгестәр. Мәктәп йылдарында мин черчение менән бик мауыҡтым, олимпиадаларҙа ҡатнашып, еңеүҙәргә лә өлгәштем. Шунан сығып та киләсәгемде инженерия менән бәйләргә теләк тыуҙы, яҡындарым да был миңә тап килә тип кәңәш итә. Дуҫтарымдың да пландары минекенә оҡшаш, улар ҙа имтихандарҙа юғары балл йыйырға, теләгән һөнәрҙәре буйынса артабан уҡырға инергә хыяллана. Күптәре программист булырға, параллель кластарҙа уҡыған дуҫтарым - табип, ә береһе прокурор булырға теләй.
Был гимназияла 1-се синыфтан белем алдым һәм күп кенә синыфташтар менән беҙ ун бер йыл бергәбеҙ. Бында юғары квалификациялы уҡытыусылар эшләй һәм балаларға төплө белем бирелә, дәрестәрҙән буш ваҡыттарҙы ла файҙалы итеп уҙғарыу өсөн бөтә шарттар тыуҙырыла. Буласаҡ сығарылыш уҡыусылары өсөн физика-математика, социаль-гуманитар һәм химия-биология йүнәлештәре бар. Белем биреү бик сифатлы, киләсәктә имтихандар тапшырыу һәм теләгән йүнәлештә уҡырға инеү, һөнәр үҙләштереү йәһәтенән отошло.
Гимназияла өҫтәмә белем биреүгә иғтибар ҙур, тигәйнем инде, мин үҙем баскетбол һәм тхэквондо түңәрәктәренә йөрөнөм. Тхэквондо буйынса спорт мастерына кандидат булдым. Спорт уҡыуҙан ял итеүҙең бик ҡулай ысулы, мәктәптә саҡта баш эшләй, ә тренировкалар мәлендә - мускулдар. Ваҡытты дөрөҫ бүлгәндә һәм теләгең булғанда барыһына ла өлгөрөүе ҡыйын түгел, бөтә яҡлап та өлгәштәрем булыуы, киреһенсә, алға этәргес көс ул. Быға Мостай Кәрим исемендәге грант лауреаты булыуым да дәлил. Был юғары исемгә мин 2019 йылда мәктәп предметтары буйынса төрлө олимпиадаларҙа яулаған еңеүҙәрем, спорттағы өлгәштәрем һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыуым өсөн лайыҡ булдым. Минең тырышлығым, маҡсатлы булыуым ғаиләләге тәрбиәнән килә, атай-әсәйем миңә ҡарата бик юғары өмөттәр бағлай һәм уларҙы һынатҡым килмәй. Ҡайһы саҡта ялҡып та китәм, әммә оҙаҡ ял итеп, бушты бушҡа ауҙарып ята алмайым. Шуға телефон, компьютер һәм башҡа гаджеттарҙа сүп-сар мәғлүмәт ҡарап, ваҡыт уҙғарған тиҫтерҙәремде аңлауы ауыр. Киләсәген уйлаған, үҙаллы булырға теләгән һәм алдына маҡсат ҡуйған кеше уҡыу йәки эш һәм ял минуттарын дөрөҫ бүлә белергә тейеш. "Һуңғы ҡыңғырау"ҙан һуң бының һөҙөмтәһе күренәсәк.
Гөлназ Әхмәтйәнова, Өфө ҡалаһының Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы: Һуңғы ҡыңғырау көнө етеп килеүен аңлағас, башҡа бик күп уйҙар килде. Бигерәк тә гимназияны тамамлағандан һуң тормошобоҙ нисек үҙгәрер икән, ҡайҙа уҡырға инербеҙ, ниндәй белем алырбыҙ, синыфташтар менән бәйләнештәр һаҡланырмы, тигәнерәк һорауҙар борсой. Һуңғы ваҡытта синыфташтар менән бөтә мәктәп йылдарын, күңелле һәм мәҙәк осраҡтарҙы, әхирәттәр менән дуҫлығыбыҙҙы хәтергә төшөрөп, йыш ҡына һөйләшеп ултырабыҙ. Шунан 7-8-се кластар тирәһендә күп бирелгән өйгә эштәрҙән ялҡып, гимназияны тиҙерәк тамамлап, уҡыуға бер дәфтәр тотоп ҡына йөрөргә теләгән саҡтарыбыҙҙы иҫләп, көлөшөп алабыҙ. Хәҙер гимназиянан китке, бала саҡтан сыҡҡы килмәй кеүек.
Шулай ҙа, мин "өлкәндәр тормошона" ныҡлы әҙерләндем, тиергә була. Гимназияны тамамлау - үҙаллы булыу, тигән менән бер минең өсөн. Беҙҙе хәстәрләп торған уҡытыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә гел эргәлә булмаясаҡ. Ҡаршылыҡтарҙы үҙем үтергә, көслө кеше булырға, киләсәгемде үҙ ҡулыма алып йәшәргә теләйем. Был маҡсатҡа тәүге аҙымым гимназияны уңышлы тамамлап, теләгән юғары уҡыу йортона уҡырға инеү. Әле ҡыҙыл аттестат алырға бар тырышлығымды һалам, уның һөҙөмтәһе Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырғас билдәле буласаҡ. Унан инде Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына уҡырға инеп, журналист һөнәрен үҙләштерергә теләйем. Синыфташтарым да телсе, юрист кеүек һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә. Әйткәндәй, быйыл беҙҙең Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһында 41 сығарылыш уҡыусыһы. Маҡсаттарыбыҙ әле бер - имтихандарҙы яҡшы тапшырып, теләгән юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә.
Ильяс Мостафин, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы: Эйе, нәҡ шулай, "Һуңғы ҡыңғырау" беҙҙе киләсәгебеҙ тураһында уйландыра. Кемгәлер үҙаллылыҡ та бирәлер. Ә беҙ, беренселәр, күптән үҙаллы, маҡсатлы уҡыусыларҙыр ул. Шулай ҙа хәҙер һәр кемебеҙҙең күңеленә ятҡан һөнәрҙе үҙләштерергә, теләгән эше менән шөғөллөнергә мөмкинлеге буласаҡ. Ғүмерҙең яңы бер этабына күсәбеҙ, тиергә кәрәк.
Гимназия-интернатта мин 7-се синыфтан алып физика-математика профиле буйынса уҡыйым, үҙем Әбйәлил районынанмын. Бында барлыҡ эштәрҙе лә синыфташтар, дуҫ-иштәр менән бергәләп башҡарырға өйрәнгәнбеҙ, хәҙер төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралышһаҡ, шул берҙәмлегебеҙ һағындырыр инде. Һәр көнөбөҙ бергә, бер маҡсатта - яҡшы уҡырға, төрлө яҡлап үҫешергә, әүҙем булырға тип үтә ине бит. Мин тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшергә, алған белемдәремде төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа һынап ҡарарға тырыштым. Бынан тыш, спортта ла уңыштарым бар, 9-сы синыфтан алып еңел атлетика менән етди шөғөлләнәм. Минең кеүек 147 йәш кеше тамамлай быйыл гимназия-интернатты һәм арабыҙҙан төрлө өлкә-лә яҡшы белгестәр үҫеп сығырына ҙур өмөттәр менән "Һуңғы ҡыңғырау", сығарылыш кисәһен көтөп ҡалабыҙ. Әлегә төп маҡсатым - һайлаған программалаусы һөнәрен үҙләштереү һәм быға илткән һынауҙарҙы еңеп сығыу.
Камила ҒӘЛИЕВА яҙып алды.
