Мәктәптәрҙә Шайморатовсылар кластары

13 ноябрҙә Башҡортостанда республика кимәлендәге бик мөһим ваҡиға - 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 85 йыллығы билдәләнә. Девизияның, уның командиры Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен мәңгеләштереү сараларының береһе - мәктәптәрҙә ойошторолған Шайморатовсылар кластары. Бер нисә белем усағы етәкселәре һәм уҡытыусыларынан ошо кластарҙың уңыш-ҡаҙаныштары тураһында белештек:

Мәктәптәрҙә Шайморатовсылар кластары, image #1

Зөһрә Фәтҡулла ҡыҙы СӘФӘРҒОЛОВА, Ишембай ҡалаһындағы Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының Шайморатов класы етәксеһе: Әлеге ваҡытта гимназияла бер генә "Шайморатов класы"нда белем алыусы балаларҙы башланғыс мәктәптә мин үҙем уҡыттым. Бишенсе класҡа иһә яңы уҡыу йылын беҙ "Шайморатов класы" булараҡ башлап ебәрҙек. Кластың командиры Азамат Исламғолов (һүрәттә) уҙған йылда II дәрәжә "Йәш шайморатовсы" билдәһенә лайыҡ булды. Быйыл ул исемде Зарина Рәхмәтуллина исемле ҡыҙыбыҙ алды. Элекке йыл үҙебеҙҙең команда менән Ҡышҡы Шайморатов уйындарында призлы икенсе урын яуланыҡ.

Шайморатовсылар менән беҙ тәүге йылдарҙан уҡ тыуған яҡты өйрәнеүҙе төп маҡсат итеп алдыҡ. Шуға күрә үҙебеҙҙең районыбыҙҙың тәбиғәт ҡосағына йыш ҡына походтарға сығабыҙ. Республикабыҙҙың Ирәмәл, Ирәкташ тауҙарына мендек, йылғалар буйлап катамарандарҙа йөҙҙөк. "Торахан" кәшәнәһенә, Ҡаруанһарайға экскурсия менән барҙыҡ. Санкт-Петербург һәм Ҡаҙан ҡалаларын күреп ҡайттыҡ. Уҡыусылар һәм ата-әсәләр менән бергә генерал Шайморатовтың тыуған ауылында урынлашҡан музейға ла барып, ғүмерҙә лә тоноҡланмаҫ тәьҫораттар алып ҡайтҡайныҡ. Һәм был класта уҡыусы балалар мин үҙем ойошторған "Аҡтайлаҡ" уҡ атыу түңәрәгендә әүҙем шөғөлләнә. Тарихҡа ярашлы милли кейемдәр тектереп алып, традицион уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланып, Башҡортостан буйлап төрлө ярыштарға йөрөйбөҙ. Был ярыштарҙа ла балалар яңы ерҙәрҙе күреп ҡайта, кешеләр менән таныша, тәжрибә туплай. Профориентация йәһәтенән дә күп кенә эштәр башҡарабыҙ. Быйыл Өфөгә Евразия Вуз-ара студенттар кампусына барып, уҡыусыларыбыҙ уның IQ паркында квест-уйынында ҡатнашты, оҫталыҡ дәрестәре үтте.

Ғөмүмән, балалар Шайморатов класы кеүек үҙенсәлекле белем донъяһында уҡыуҙары менән бик тә ҡәнәғәт. Әммә шул уҡ ваҡытта бөйөк генерал Шайморатов исеме иңдәргә яуаплылыҡ та өҫтәй, шуға күрә класс уҡыуҙа ла һынатмаҫҡа тырыша. Махсус тектерелгән формаларын ғорурлыҡ менән кейеп йөрөйҙәр, ҡатнашҡан дәүләт байрамдарына, патриотик сараларға бәҫ һәм йәм өҫтәйҙәр.

Мәктәптәрҙә Шайморатовсылар кластары, image #2

Зилә Заһир ҡыҙы НУРИЕВА, Өфө районының Шамонин ауылы урта мәктәбе директоры: 2021-2022 уҡыу йылында Шамонин ауылының урта белем биреү мәктәбендә легендар генерал-майор Шайморатов исемен йөрөткән тәүге класс асылғайны. Шул йылда уҡ беҙҙең тәүге шайморатовсыларыбыҙ, Йәйге Шайморатов уйындарында еңеү яулап, Өфөләге Совет майҙанында урынлашҡан М.М. Шайморатов һәйкәлен тантаналы асыу сараһында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды.

Ошо йылдар эсендә йәш шайморатовсылар киләһе быуынға патриотик тәрбиә биреүгә йүнәлтелгән Стандарт программаһы буйынса белем алды. Был класта уҡыусылар тыуған яғыбыҙҙың тарихын тәрәнерәк өйрәнделәр, сафта йөрөү, дөйөм физик әҙерлек, көрәш һәм уҡтан атыу кеүек спорт төрҙәре, халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнделәр. Улар шулай уҡ митингтарҙа, патриотик сараларҙа теләп ҡатнаша. Өфөнөң төрлө музейҙарында йөрөп, күреп ҡайтыу уларҙың күңелендә халҡыбыҙ, тыуған илебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята. Патриотик йүнәлештән тыш, был класта уҡыусы балалар "Йәшел Башҡортостан" экологик акцияһында әүҙем ҡатнаштылар, шулай уҡ үҙҙәренә алмашҡа үҫеп килгән "Росинка" һәм "Аҡбуҙат" балалар баҡсалары бәләкәстәрен шефлыҡҡа алдылар. Был тырыш балалар йыл һайын үткәрелгән Шайморатов уйындарында ҡатнашып, еңеүсе һәр призер исеменә лайыҡ булды. 2024 йылда улар "Ат уйнатып" хәрби-патриотик уйындарҙа ла ҡатнашты. Ә Йәнгүзәл Биктимерова исемле уҡыусыбыҙ III дәрәжә "Йәш шайморатовсы" билдәһенә эйә булды. 2026 йылда тәүге шайморатовсыларыбыҙҙы оло тормош юлына оҙаттыҡ. Улар булдырған традициялар башҡа Шайморатов кластарында дауам итәсәк.

Мәктәптәрҙә Шайморатовсылар кластары, image #3

Айгөл Фәнил ҡыҙы СӘҒИТОВА, 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияның уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары, Өфө ҡалаһы: 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияла әлеге ваҡытта бишенсе кластан алып туғыҙынсы класҡа тиклем биш Шайморатов класы эшләп килә. Бөгөн республикабыҙҙың мәғариф өлкәһендә был хәрәкәт оло ғорурлыҡ менән телгә алына. Бындай кластарҙа уҡыу - ҙур ҡаҙаныш һәм оло мәртәбә булып тора. Был кластарҙың уҡыу планы ҡәҙимге программаны ҡабатламай, бер аҙ айырма бар. Шайморатовсылар тарих, математика, физика һәм инглиз теле кеүек предметтарҙы тәрәнерәк өйрәнә. Улар шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеү буйынса түңәрәктәргә йөрөй һәм башҡорт телен дәүләт теле булараҡ мотлаҡ рәүештә уҡыйҙар. Балалар бигерәк тә яңы индерелгән Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре (Основы безопасности и защиты Родины) курсына өҫтөнлөк бирә. Ә дәрестәрҙән тыш, төштән һуң, улар күбеһенсә сафта йөрөү, милли көрәш һәм уҡтан атыу кеүек таһыллыҡты үҙләштерә. Бындай кластарға, әлбиттә, һаулыҡтары ныҡ булған һәм спортты яратҡан балаларҙы алырға тырышабыҙ. Балаларҙың күптәре йөҙөү, футбол йә баскетбол кеүек спорт төрҙәрендә еңеүҙәр яулай, исемдәргә лайыҡ була.

Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ йыл һайын үткәрелгән Йәйге һәм Ҡышҡы Шайморатов уйындарында ла бик әүҙем һәм даими ҡатнашып тора. Мәҫәлән, мин үҙем етәксе булған бишенсе Шайморатов класы уҡыусылары зональ этапта ҡатнашып, призер исеменә лайыҡ булды. Ә былтыр иһә һигеҙенсе Шайморатов класы республика кимәлендә призер булғайны.

Беҙ тормоштоң мәҙәни яғын да иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Балаларҙы тыуған яҡ менән ентекләберәк таныштырыу һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында күберәк мәғлүмәт биреү маҡсаты менән ҡалабыҙҙың төрлө музейҙарына экскурсияларға барабыҙ. Мәктәп һәм республикала уҙғарылып торған төрлө акцияларҙың уртаһында - шайморатовсылар. Шулай уҡ тап улар беҙҙең төп ярҙамсыларыбыҙ - мәктәптә үткән төрлө сараларҙа үҙ теләктәре менән ирекмән булып та ҡатнаша.

Мәктәптәрҙә Шайморатовсылар кластары, image #4

Дилә Урал ҡыҙы ФӘТҠУЛЛИНА, Сибай ҡалаһының Рамазан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейы директоры: Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында әлеге ваҡытта өс Шайморатов класы эшләп килә: 8Ш, 7Ш һәм 5Б кластары. 5Б класында 2Б уҡыусы, класс етәксеһе - лицейҙың математика уҡытыусыһы Земфира Ҡаҙаҡбаева. Был класта уҡыған уҡыусылар дәртле, рухлы, күп конкурстарҙа ҡатнашалар, сәйәхәт итергә яраталар, уҡыуҙа ла алдынғылар. Быйыл көҙ республика буйынса үткәрелгән Шайморатов уйындарында өсөнсө урын яуланылар.

Ә инде 8Ш класын уҡыуҙа алдынғы, спорт яғынан һәләтле балаларҙан ойошторҙоҡ. Тырыш, әүҙем уҡыусылар уҡыған был класты физик культура уҡытыусыһы Ильнур Йосопов етәкләй. Ҡала кимәлендә үткәрелгән патриотик саралар ошо класс балаларынан башҡа үтмәй, тиһәк тә яңылыш булмаҫ.

7Ш класына килгәндә, был класс уҡыусылары олипиадаларҙа бик һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәтә. Класс етәксеһе - математика уҡытыусыһы Кинйәбулатова Айгөл Марсель ҡыҙы. Айырып ҡына әйткәндә, был класта отличниктар күберәк.

Һәр Шайморатов класында "Урал батыр" эпосын өйрәнеү планлаштырылған. Уны башҡорт теле уҡытыусыһы Айһылыу Моталлапова алып бара. Уҡыусылар эпосыбыҙҙы бик теләп, ихлас өйрәнә. Конкурс һәм сараларҙа ҡатнашалар. Уларҙың ата- әсәләре лә беҙҙең менән бергә, бар яҡлап та балалары өсөн янып йәшәй. Был класта уҡыған уҡыусылар киләсәккә ҙур пландар, өмөт менән ҡарай. Тап ошондай уҡыусылар - илебеҙҙең матур киләсәгелер.

Мәктәптәрҙә Шайморатовсылар кластары, image #5

Әнисә Сәғит ҡыҙы ТҮЛӘГӘНОВА, Күмертау ҡалаһының М.Ғ. Рәхимов исемендәге 3-сө Республика башҡорт гимназия-интернаты директоры: Беҙҙең белем усағында биш Шайморатов класы бар. Бындай кластарға ябай балалар түгел, ә уҡыу йәһәтенән иң яҡшылары һәм әүҙемдәре, спорт яғынан иң көслөләре һайлап алына, шуның өсөн дә бына инде бишенсе йыл был хәрәкәт нығынғандан-нығына ғына бара. 2025-2026 уҡыу йылында беҙҙең уҡыусылар йәйге Шайморатов уйындарының зональ этабынан үтеп, Баҡалыла үткән республика этабына сыҡты һәм унан өс команданың береһе - еңеүсе, икәүһе призер исемдәре менән ҡайттылар. Быйыл иһә Салауатта уҙған йәйге уйындарҙың зональ этабына Шайморатовсылар класының бишәүһе лә барғайны, шуларҙың дүртәүһе - еңеүсе, берәүһе призер булып ҡыуандырҙы. Республика этабын уҙғарған Нефтекама ҡалаһынан беҙҙең 9Б класы абсолют еңеүсе булып ҡайтты.

Ошондай һөҙөмтәләрҙән һуң беҙ ғорурлыҡ менән "Шайморатовсылар хәрәкәте беҙҙә Шайморатов шәхесенә тоғро" тип әйтә алабыҙ. Тотош тәрбиәүи план яҡшы ҡоролған беҙҙә, патриотик тәрбиәгә айырыуса иғтибар бирелә. Киләсәктә көслө, характерҙары ныҡлы, илгә файҙалы була алырлыҡ патриоттар тәрбиәләргә тырышабыҙ. Улар беҙҙең гимназия кимәлендә генә түгел, Башҡортостан кимәлендә биатлон, саңғы буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, лайыҡлы баһаланып ҡайта. Йәй көнө, мәҫәлән, шайморатовсыларҙың командирҙары Айбулат Ғәббәсов, Айнур Мәмбәтов исемле уҡыусыларыбыҙ Краснодар, Самара өлкәләрендә үткән ярыштарҙан призлы урындар алып ҡайтты. Көрәш буйынса ла алдынғылыҡты бирмәйбеҙ, әлеге ваҡытта уҡып йөрөгән өс бала - был спорт төрө буйынса Рәсәй чемпионы.

Уҡыу профиленә килгәндә, Шайморатовсылар класының өсөһө лә инженер профилендә. Уҡытыу программаһы яғынан айырма үтә ныҡ булмаһа ла, уҡыусылар тормошона был проект яңылыҡ индерҙе. Шулай уҡ беҙ был йәһәттән Өфө фән һәм технологиялар университеты һәм Кумертау авиация производство предприятияһы (КумАПП) менән килешеүҙәр төҙөнөк, улар менән берлектә эшләйбеҙ. Ғөмүмән, беҙ Шайморатов кластарында уҡыу һәм спорт иң беренсе урында торорға һәм уҡыу сифаты юғары булырға тейеш, тигән фекерҙә.

Мәктәптәрҙә Шайморатовсылар кластары, image #6

Эльвира Ғилметдин ҡыҙы ФӘХРЕТДИНОВА, Салауат ҡалаһының 25-се Башҡорт гимназияһы директоры: Бөгөнгө көндә беҙҙең гимназияла өс Шайморатовсылар класы ойошторолған. Уларға уҡыусылар 5-се кластан башлап уҡыу сифаты, физик әҙерлеге һәм төрлө сараларҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашыуы буйынса һайлап алына. Уҡыуҙан тыш, шайморатовсылар уҡтан атыу, милли көрәш менән шөғөлләнә. Беҙҙең уҡыусылар Йәйге һәм Ҡышҡы Шайморатовсылар уйындарында йыл да ҡатнашып, еңеүсе һәм призер исемдәрен яулайҙар. Шулай уҡ тап шайморатовсылар Хәтер һағында торалар, иҫтәлекле даталарға арналған митингыларҙа ҡатнашалар. Был кластарҙа белем алыу уҡыусыларҙа тыуған илгә һөйөү, ил тарихына хөрмәт һәм гражданлыҡ бурысы тәрбиәләй, яуаплылыҡ, тәртип һәм ихтыяр көсөн нығыта. Ул ысын дуҫлыҡ мәктәбе икәнен дә иҫбат итте. Шайморатовсылар үҙҙәренең белеме менән, әҙерлеге һәм әүҙем тормош позицияһы, шулай уҡ донъяға ҡарашы менән башҡа уҡыусыларға өлгө булып тора.

Ата-әсәләр Шайморатов кластарының бөтә сараларында - төрлө конкурстарҙа, парадтарҙа, ярыштарҙа, экскурсияларҙа төп терәк. Был хәрәкәт уҡыусыларыбыҙҙы ғына түгел, уларҙың ата-әсәләрен, ҡусты-һеңлеләрен дә йәлеп итә, тәрбиәләй икәненә шаһитбыҙ.

Айһылыу ДАУЫТОВА яҙып алды.

1 view