НЕГАТИВ ИНТЕРНЕТ ДОНЪЯҺЫ

Интернет донъяһы бөгөн әрләш, талаш, ғәйбәт, аҡты ҡара тип күрһәтергә маташыусы хәбәрҙәр менән тулды. Ни өсөн кешеләр шул тиклем негативҡа әйләнде икән?

НЕГАТИВ ИНТЕРНЕТ ДОНЪЯҺЫ, image #1

Морат ЛОҠМАНОВ, журналист, Башҡортостан юлдаш телеканалының "Йома" тапшырыуы авторы һәм алып барыусыһы: Йөрәк буш тормай торған һауыт - яҡшылыҡ һалынмаһа, ул урынды яманлыҡ биләй. Интернетта, ғөмүмән, тормошта ла шул бер ҡағиҙә. Халыҡтың алтын аҡылына күҙ һалһаҡ, ә ул динебеҙ нәсихәттәре менән бер тамырҙан, күп һорауҙарға яуап күрербеҙ.

Тик торғанға шайтан таяҡ тотторған, тип әйтелә. Файҙалы эш менән мәшғүл кешенең интернетта соҡсоноп, тишектән йыртыҡ эҙләп ултырырға ваҡыты ла, теләге лә булмай. Яуаплылыҡ тәрбиәләнмәгәс, бөгөн ваҡыттың ҡәҙере китте. Уйламай һөйләгән - ауырымай үлгән. Күп һөйләү, юҡ-бар һөйләү - ул аҡылһыҙлыҡ билдәһе. Һүҙ иреге, тип алданып, күп кеше үҙе лә һиҙмәй шайтан тоҙағына килеп эләкте. Тәүҙә, бәлки, зыянһыҙ, шаярып ҡына әйтелгән шикелле булһа ла, яман һүҙ үҙенең этлеген эшләй башлай, ул күңелгә сүп булып һалына. Сүп өҫтөнә сүп өйөлә, йүнһеҙлек телдән ғәҙәткә күсә, артабан холоҡҡа әйләнә һәм күңел ҡарайып, тамам һәләк була. Иманһыҙлыҡтың ахыры - һәләкәт.

Интернеттың, әлбиттә, файҙаһы күп, әммә ризыҡты ла бысраҡ ҡулың менән тотоп ашаһаң, зыянлыға әүерелә. Шуның шикелле, бөгөн беҙ интернетты үҙебеҙгә ҡаршы эшләтәбеҙ. Ҡара-ҡаршы һөйләшкәндә ихтирам әле һаҡлана, әҙәбебеҙ бар, ә интернетта ул юҡ кимәлендә. Интернетта кеше күңелен һаҡламай, йөҙ йыртып әйтергә күнеккәндән һуң был дорфалыҡ тормошҡа ла күсә. Алдашыу, енси мөнәсәбәттәр тураһында тартынмай бөтә ғаләмгә сығарып һөйләү ҙә ошо интернетта бөрөләнә. Ни сәсһәң - шуны урырһың. Халҡыбыҙға хас булмаған яланғас юмор үҫеште, ялған тарала, хәҡиҡәткә, бер-береңә ихтирам бөттө. Ә был күренештәрҙең һөҙөмтәһе - ошо ерҙән Аллаһтың рәхмәте алына, бәхет китә. Күптәнән инде саң ҡағыр ваҡыт еткән. Туп-тура һәләкәткә алып барыусы ҡурҡыныс сир ул интернет бәйһеҙлеге.

Рәмилә ШАФИҒУЛЛИНА, БР Мәғарифты үҫтереү институты педагогика һәм психология кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, БР мәғариф отличнигы: Интернет донъяһындағы негатив һәм агрессия ҡайҙандыр ситтән килеп инмәгән, ул беҙҙең бөгөнгө тормошобоҙ сағылышы, көҙгөһө.

Бөгөнгө шарттарҙа кешеләрҙең, бигерәк тә йәштәрҙең, мәғлүмәти-аралашыу технологияларына эйә булыуы компьютер менән эш итә белеүенә, аралашыу даирәһенең киңәйеүенә һәм шуның менән үҙаллы рәүештә белемдәрен арттырыуға, мөмкинлектәрен бойомға ашырыуға күп йәһәттән булышлыҡ итте. Ләкин, ҡыҙғанысҡа күрә, мәғлүмәти-аралашыу технологияларының өҫтөнлөктәре менән файҙаланыу бик ҙур проблемаларға ла килтереп терәне. Иң тәүҙә был интернетта аралашыуҙың анонимлығына ҡағыла.

Йәшәйешендә туранан-тура, йөҙгә-йөҙ аралашыу мөмкинлеге булмаған ҡайһы бер кешеләр социаль селтәрҙә аралашыу юлы менән үҙ баһаһын күтәрергә, йә булмаһа, тормошта эргә-тирәһендәгеләрҙән алып еткерелмәгән иғтибарҙы тулыландырырға теләй. Һәм әлеге лә баяғы анонимлыҡ әхлаҡ ҡағиҙәләренә һыймаған тәртип, ҡәтғи, хатта тупаҫ комментарийҙар, яуаптар һәм постар, кемделер кәмһетеүҙәр, мыҫҡыл итеү артабан ғәҙәти булмаған "нормаға" әүерелә башлай. Бындай холоҡло кешеләр тиҙ ҡыҙып китеүсән, үпкәселдәр һәм юҡ ҡына сәбәптән дә асыу белдерергә, нәфрәтләнергә мөмкиндәр.

Бында һүҙ психик сирлеләр хаҡында бармай, әлбиттә. Агрессив холоҡ шулай уҡ тыумыштан да бирелмәй, ә бына кеше аңында, тәртибендә ул билдәле бер шарттар арҡаһында ( ауыр бала саҡ, эскесе ата-әсә йоғонтоһо, етешһеҙ тормош шарттары һ.б.) йылдар буйы һалына барырға мөмкин. Ундайҙар бала саҡ осоронан һуң да үҙен башҡаларҙан кәм итеп тоя, шунлыҡтан, уңышлы кешеләргә, ыңғай уйлы, шат күңелле тиңдәштәре, замандаштарына ҡарата асыу, күрәлмаусанлыҡ менән ҡарай башлай.

Виртуаль аралашыуҙа сик белмәү, һаҡһыҙлыҡ интернет ҡулланыусыларҙың йәшәгән адресы, телефон номеры, веб-сайтына паролдәре кеүек шәхси мәғлүмәттәрен асыҡлау хәүефен дә барлыҡҡа килтерә һәм был әлеге яман уйлы негатив кешеләр өсөн уғата хаслыҡҡа юл аса. Тап ана шундай осраҡтарҙан зыян күреүселәр байтаҡ булды ла инде. Интернет-социаль берләшмәләрҙәге бындай әхлаҡһыҙлыҡ, кеше кәмһетеүҙәр, мыҫҡыллауҙар, төрлөсә ҡурҡытыу-янауҙар һәм тупаҫлыҡ киберагрессия тип атала. Киберагрессорҙар тап шул әлеге анонимлыҡҡа иҫәп тота ла инде. Ғәҙәттә йышыраҡ балалар һәм үҫмерҙәр ана шуларҙың ҡорбандарына әүерелә. Киберагрессияның ҡулланылған алымдарына бәйле троллинг, кибербуллинг, астротурфинг тигән төрҙәре лә бар әле. Интернет селтәрҙәренең бындай "ауына" килеп ҡапмаҫ өсөн үҙ диуарыңда шәхси мәғлүмәттәреңде, күп итеп фотоһүрәттәреңде биреүҙән тыйылырға, теләһә ниндәй сайттарға һәм аралашыу эҙләүселәргә ышанып бармаҫҡа, уларға юл ябырға кәңәш ителә.

Социаль селтәрҙәрҙәге аралашыуҙарҙа күҙәтелгән тупаҫлыҡ, нәфрәт һәм бер-берен күрәлмаусанлыҡ билдәләре йәштәрҙә лә, нисек кенә ғәжәп булмаһын, өлкәндәрҙә лә бар. Ниндәйҙер бәләгә осраған кешегә ярҙамға ашығыу урынына уның эргәһендә телефонын тоҫҡап, фото-видеоға төшөрөп тороусылар байтаҡ. Был йәһәттән күп нәмә ғаиләләге, мәктәптәге тәрбиә эшенә бәйле. Ғөмүмән, бөгөн йәмғиәтебеҙҙә төп социаль һәм әхлаҡ ҡанундары эшләүҙән туҡтаны, нимә яҡшы, нимә насар, тигән төшөнсәләрҙе айырып ҡарау ҙа юҡҡа сыҡты һымаҡ. Һәр кем үҙ мәнфәғәттәренә бикләнде.

Бер-беренә тупаҫлыҡ, битарафлыҡ, шаҡшы теллелек, һүгенеү күпселек өсөн ғәҙәти "тәртип"кә әйләнә бара. Ә тормошта нимә - виртуаль донъябыҙҙа ла шул. Социаль селтәрҙәрҙә даими рәүештә кемделер битәрләү, норматив булмаған лексикаға баҫым яһау бәғзе берәүҙәр өсөн хатта ки батырлыҡ, текәлек тип тә ҡабул ителә, күрәһең. Нисек кенә булмаһын, күпселек өсөн бындай "быу сығарыу" йәшәйеш шарттарынан ҡәнәғәтһеҙлектең сағылышы ла ул. Йәмғиәттәге һуңғы йылдарҙағы социаль-иҡтисади тетрәнеүҙәр рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙең бәҫһеҙләнеүенә килтерә; шуның эҙемтәһе булараҡ, асоциаль һәм агрессив холоҡло әҙәмдәрҙең барлыҡҡа килеүенә шаһитбыҙ.

Айбулат УРАЗБАХТИН, психолог: Дөрөҫ әйтәһегеҙ, бөгөн бөтә халыҡ: ултырғанынан алып, шыуышҡанына тиклем интернетҡа ҡапланды һәм ошо виртуаль донъяла үҙенә ниндәйҙер, күңел бушатырҙай, тип әйтәйемме, урын тапты. Ә бит күптәр уға, аҡ ҡағыҙға яҙылған хәҡиҡәтте алмаштырмаһа ла, барыбер ышана, хаҡлыҡ эҙләй йәки кемделер әрләй, тәнҡитләй, һис булмаһа, төрлө постар аҫтына комментарий яҙып булһа ла күңелен бушата, йыш ҡына кемдәндер үс алдым, тип уйлай; шул уҡ ваҡытта кәңәш эҙләй, ярҙам һорай, власть органдарына мөрәжәғәт итә.

Ошо йәһәттән иң тәүҙә беҙгә шуны аңлау кәрәктер: аралашыу сараһы булараҡ, телевидение, радиомы ул әллә гәзит-журналмы - уларҙың бөтәһе лә йәмғиәт һәм кеше аңы менән идара итеү сараһы булараҡ сығыш яһай. Бөгөнгө көн ошо сараларға интернет та килеп өҫтәлде һәм үҙенә шул уҡ функцияны алды, тиергә лә булалыр, моғайын. Әгәр ҙә тәүге төркөмдәге киң мәғлүмәт сараларының теге йәки был кимәлдәге власть органдары йөҙөндә ойоштороусылары булып, юҡ тигәндә лә, барыбер улар цензура тарафынан көйләнһә, интернетты иһә, кеше аңына тәьҫир итеүсе сара булараҡ, "ирекле ҡош, һөйәкһеҙ тел" тип әйтергә лә булалыр. Дөрөҫ, бында ла барыбер ҡайһы бер социаль сайттар һәм мәғлүмәт порталдарға тыйыу һалыу, контролһеҙ генә булманы, юғиһә, билдәле бер даирәләр интернет мөмкинлектәрен киң аудитория алдында үҙ мәнфәғәттәре өсөн файҙаланырға әҙер генә тора. Шуға күрә лә ҡайһы бер илдәрҙә, мәҫәлән, Иран, Сәғүд Ғәрәбстаны, Төркиә, Греция, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай, Судан, Индонезияла ил системаһына ҡаршы эшләүсе киң мәғлүмәт сараларына, отош уйындары кеүек сайттарға дәүләт тыйыуы һалынды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, социаль селтәрҙәрҙә аралашыусыларҙың тәртибе мәҙәнилек сиктәрен дә, закон нигеҙҙәрен дә һанға һуғып бармауына йыш шаһит булабыҙ. Иреш-талаш, "бит тырнаш", һүгенеүҙәр, бер-берен мыҫҡыллау осраҡтары йыш ҡына хатта аҙаҡ һуғышыу, судлашыу, хатта үлтереш менән дә тамамланып ҡуя.

Кешеләрҙең социаль селтәрҙәге йә чаттарҙағы бындай ҡылығын ни менән аңлатырға була? Беренсенән, бындай йәмһеҙ күренештәр, әлбиттә, кешенең эске мәҙәнилеге сағылышын күрһәтеүсе факт. Чаттарҙа яҙышҡанында ул үҙен нисек тота, тимәк, уның башҡаларға мөнәсәбәте лә шулай икәне күренеп тора. Чаттарҙағы агрессив холоҡ төрлө сәбәптән барлыҡҡа килеүе бар: кешенең психологик торошо, хатта һаулыҡ кимәле, уның асыуына тейеүсе сәбәп, үҙенең тормошонан ҡәнәғәт булмау. Бындай кешенең йыш ҡына чаттарҙа фекер алышыу темаһына мөнәсәбәте булмауы ла бар, ләкин ул һөйләшеү барышына ҡыҫылып, үҙенең дөйөм хәлен, кәйефен белдереүҙе кәрәк тип таба, күрәһең, һәм бынан ниндәйҙер ҡәнәғәтлек ала, тимәк.

Шулай ҙа була: кемдер бындай "провокация"ға аңлы рәүештә, "эсе бошҡандан" ғына ла барыуы ихтимал. Социаль селтәрҙәге бәхәстәр, һеҙ әйткәнсә, әрләш, талашҡа әйләнеп, йәмһеҙләшә башлай икән, чаттың администраторына яуаплылыҡ төшөргә тейештер, ул бындай конфликт осраҡтарына ҡыҫылып, уны яйларға, фекер алышыуҙы ыңғайға көйләп ебәрергә тейештер, тием. Һәр хәлдә лә интернет-хулигандарҙы дөйөм чаттарҙан һәм социаль селтәрҙән сығарып ебәреү өсөн дә күп кәрәкмәй, минеңсә. Тик бына күпселек осраҡтарҙа ана шундай йәмһеҙ ҡыланыусы әҙәмдәргә башҡаларҙың килешеп ҡарауы, ҡәтғи рәүештә уны "урынына" ҡуйырға, ауыҙын ябырлыҡ аҡыллы һүҙ әйтеп, туҡтатырға ынтылмауы аңлашылып бөтмәй. Күрәһең, чатта ҡатнашыусылар ипле-әҙәпле булһалар ҙа социаль йәһәттән пассив һәм битараф кешеләр. Ә бөгөн ундайҙар күпселекте тәшкил итә бара - шуныһы хәүефле.

Кешеләрҙең ни өсөн негативҡа әйләнә барыуын мин тағы ла шунан да күрәм: заманыбыҙ кешеһе техноген цивилизация йәһәтенән үҫешә бара, ләкин шундай парадокс: рухи яҡтан, киреһенсә, һайыға бара. Бөгөнгө йәшәйештә халыҡ күпселек матди уңайлыҡҡа ынтыла, ә аң үҫеше менән ҡыҙыҡһынмай йә ул етерлек дәрәжәлә бармай. Рухи тарҡалыу кисергән әҙәмдәр ғәҙәттә йәмғиәт менән һыйышып йәшәй алмай башлай, ул һәр ваҡыт асыу һәм ҡәнәғәтһеҙлек белдерә һәм үҙен генә ҡайғырта. Матди аң кимәлендә йәшәүселәрҙең тормошҡа киңерәк ҡарашы ла, рухи йүнәлеше лә юҡ, шуға ла ундайҙар йәшәйешебеҙ закондарын, уның сәбәп һәм эҙемтә бәйләнештәрен, сәйәсәт, иҡтисади-социаль хәлен, үҫеш һәм көрсөк сәбәптәрен аңлауҙан алыҫ.

Бындай хәлдән бөгөн кешене фәҡәт рухи-әхлаҡи йәһәттән ыңғайға үҙгәреш алыуы ғына ҡотҡарыр. Ҡөрьәндең 13-сө Әл-Рағд (Күк күкрәү) сүрәһенең 11-се аятында әйтелеүенсә, "...үҙе үҙгәрмәһә, халыҡ хәлен Аллаһ үҙгәртмәй."

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

81 views·4 shares