УҠЫТЫУ НИСЕК БУЛАСАҠ?
Юғары белем биреү өлкәһендә совет һәм Рәсәй мәғарифының иң яҡшы тәжрибәләрен файҙаланып, үҙебеҙҙең нигеҙ уҡытыу системаһына ҡайтыу кәрәк, тине Президент Владимир Путин. Ошо йәһәттән үҙ фекерегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине?
Луиза СӘМСИТОВА, филология фәндәре докторы, профессор, БР мәғариф отличнигы: Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин юғары уҡыу йорттарында белем биреүҙең яңы системаһына күсеү хаҡында һүҙ ҡуҙғатты. Бөгөнгө көндә был яҡшы аңлашыла: заманыбыҙ үҙгәрә, шуға бәйле, тәбиғи, студенттарҙы уҡытыу кимәле лә үҫешергә тейеш, сөнки бөгөн үк әле йәш белгестәргә талаптар арта һәм үҙгәрә бара. Илебеҙгә төплө белемле, төрлө һөнәрҙәргә, ижади фекерләү һәләтенә эйә булған белгестәр кәрәк. Һәм шуныһы мөһим: улар тиҙ кәрәк. Ә Болон системаһы буйынса, 4 йыллыҡ бакалавриат барыбер ҙә тамамланмаған юғары белем һымаҡ ҡабул ителеп килде, шуға күрә лә студенттарҙың күбеһе, ауырлыҡ менән, бүлеп түләй-түләй булһа ла магистратурала тағы ике йыл белем алыуын дауам итергә тырышты. Юғары белем биреү реформаһы буйынса бакалавриат урынына элекке тәртиптә специалитет кимәле тәҡдим ителә, ә инде магистратураны бер йылға ҡыҫҡартыу һәм уның бюджет формаһы ҡарала. Иң мөһиме: магистратура йә ординатурала студент тағы ла бер яңы һөнәргә өйрәнә һәм үҙе һайлаған өлкәлә махсус йүнәлешкә (узкая специальность) эйә була ала.
Әйткәндәй, реформаға бәйле ошоға тиклем Болон системаһы буйынса уҡып сыҡҡан белгестәрҙең дипломдарына ҡарата бер ниндәй ҙә дәғүә булмаясаҡ, уларға был йәһәттән борсолорға кәрәкмәй, тип асыҡ әйтеп китте Президент. Дөрөҫ, әлеге ваҡытта Болон системаһынан сығыу менән бәйле юғары белем биреү системаһы белгестәре араһында бәхәстәр бара. Кемдер, был системанан бөтөнләй үк баш тартырға кәрәкмәй, тип иҫәпләһә, икенселәр, бакалавриат, ниндәйҙер кимәлдә ҡыҫҡартылған белем баҫҡысы булараҡ, төплө белем бирә алмай, тип тәҡрарлай. Был йәһәттән М.В. Ломоносов исемендәге МДУ ректоры Виктор Садовничийҙың фекере иғтибарға лайыҡ. Юғары белем биреү эшмәкәрлеген камиллаштырыу Рәсәй системаһына - үҙ тәжрибәбеҙгә һәм традицияларыбыҙға таянып алып барыласаҡ, тип белдерә ул. Хәтерләһәгеҙ, заманында Болон системаһын индереүгә ул ҡырҡа ҡаршы булғайны һәм был йүнәлеште хаталаныу тип атаны.
Ысынлап та, башта был программа буйынса уҡып сыҡҡан бакалаврҙар Европаның теләһә ниндәй вузында магистратурала белем алыуын дауам итә ала, тигән вәғәҙәләр үҙен аҡламаны, ә инде бойомға ашҡан хәлдә лә, ул бик һирәктәр өсөн генә мөмкин булды. Бөгөн, алтын урталыҡты табып, Президент әйткәнсә, ватан юғары белем биреү системаһында кәрәкле булған "совет системаһының да, һуңғы ун йыл эсендәге тәжрибә һығымталарының да иң һөҙөмтәле синтезы"н булдырыу буйынса ең һыҙғанып эшләргә тура киләсәк.
Вадим ЗАХАРОВ, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы: Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә юғары белем биреү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлде. Беҙ юғары белем биреүҙә Рәсәй өсөн традицион булған нигеҙ тәртипкә - специалитет системаһына ҡайтырға тейешбеҙ, тине ул, һәм был дөрөҫ ҡарар, тип иҫәпләйем мин. Белем биреүҙең яңы тәртибе үҙендә совет осорондағы ыңғай тәжрибәләрҙе лә, шулай уҡ һуңғы йылдарҙағы ҡайһы бер яңыса йүнәлештәрҙе лә берләштерергә тейеш.
Вуздарҙа уҡыу ваҡыты дүрттән алты йылғаса дауам итергә мөмкин һәм шуныһы мөһим: бер үк уҡыу йортонда һәм бер һөнәргә өйрәнеү сиктәрендә студентҡа, уҡыу ваҡытына, киләсәктә эшләйәсәк һөнәр өлкәһенә һәм бөгөнгө хеҙмәт баҙарына бәйле төрлө программалар тәҡдим ителергә мөмкин. Әгәр студент нигеҙ белемгә эйә булғандан һуң да уның өҫтәмә әҙерлеккә ихтыяжы була икән, ул уҡыуын магистратура йә ординатурала дауам итә ала. Шуға күрә илдә һуңғы йылдарҙа әүҙем ҡулланылыш тапҡан Болон системаһының да тәжрибәләре файҙаланылырға тейештер, тим. Мәғлүм булыуынса, уның бер йүнәлеше юғары белем биреүҙе бер нисә баҫҡысҡа бүлеп ҡарау ине. Ошоға тиклем белгес булараҡ сығарылған студенттар магистратурала фәҡәт түләүле нигеҙҙә генә уҡый алды һәм был икенсе юғары белемгә тиң тип ҡаралды. Бөгөн иһә был юғары белем баҫҡысында ике түгел, ә бер генә йыл уҡыясаҡтар һәм унда инеү түләүһеҙ буласаҡ.
Ике кимәлдәге белем биреү системаһы студенттарға белем алыу мәсьәләләрен үҙаллы көйләргә һәм үҙҙәренә бирелгән мөмкинлектәрҙе файҙаланып, ике төрҙәш һөнәргә эйә булырға, үҙҙәре һайлаған өлкәләрҙә белем кимәлен киңәйтергә, һәләттәрен үҫтерергә һәм ижади фекерләүгә ярҙам итәсәк. Бынан тыш, белем алыуҙың айырым бер кимәле булараҡ, аспирантура вуз уҡытыусылары һәм ғалимдар әҙерләп сығарасаҡ.
Әлфирә МӨХӘМӘҘИЕВА, магистратура тамамлаған белгес: Беҙҙең быуын Болон системаһы "емештәрен" татып ҡараны һәм, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, һайлаған һөнәребеҙ буйынса был беҙгә бер ниндәй ҙә "тәрән белем", ҡәнәғәтләнеү тойғоһо бирмәне. Мин университеттың сит телдәр факультетында уҡыным, ләкин дүрт йыллыҡ бакалавриат программаһында сит тел өйрәнеүгә бөтөнләй ҡағылышы булмаған бик күп предметтар менән яфаланырға тура килде. Мәҫәлән, "Заман тәбиғәт белеме концепцияһы", мәктәптә үтелгән "Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре", "Коммуникация теорияһына инеш", "Социология" кеүек курстар урынына сит телдәрҙән ғәмәли дәрестәр, күнегеүҙәр, телмәр мәҙәниәте, өндәрҙең дөрөҫ әйтелеше буйынса сәғәттәр күберәк ҡуйылһа, бик файҙалы булыр ине.
Дөйөм үҫеш өсөн кәрәк, тип әйтерҙәр был предметтарҙы, ләкин уның өсөн былай ҙа дисциплиналар, лекциялар, зачет һәм имтихандар баштан ашырлыҡ булды. Бына улар: "Хоҡуҡ нигеҙҙәре", "Политология", "Информатика" һәм башҡа шундай "үҫтереүсе" предметтар. Бушҡа үткән ваҡыт, тип атаныҡ беҙ ул курстарҙы. Уның ҡарауы, төп һөнәри фәндәрҙән күнекмә дәрестәр бөтөнләй тип әйтерлек булманы, студенттарҙың күбеһе сит телде мәктәп программаһынан да артыҡты белеп сыға алманы. Миңә, ярай әле, 9-сы синыфта уҡығанда түләүле махсус курста инглиз телен тәрәнерәк өйрәнеү бәхете тейгәйне, белгәндәремде онотмаҫҡа шуның ярҙамы ныҡ ҙур булды. Магистратура тағы ла оҙаҡ ике йыл шулай уҡ үҙ яйы менән дауам итте. Унда ла кәрәге лә, кәрәкмәгәне лә күп булды предметтарҙың. Әйтерһең дә, ысынлап та, ваҡыт үткәреү өсөн тырышалар: ике йыл өсөн университет фондына байтаҡ аҡса йыйыла бит! Ҡыҫҡаһы, мин беҙҙең әсәйҙәр, атайҙар уҡыған биш йыллыҡ специалитет системаһын хуплайым һәм һайлаған һөнәрҙе тейешле үҙләштереү өсөн күнекмә дәрестәрҙең күберәк булыуын теләр инем.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
