Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?
Гөлназ ДИЛМӨХӘМӘТОВА, сит телдәр уҡытыусыһы: Һәр яңы быуын үҙ дәүеренә ниндәйҙер яңылыҡтар индерә, ул яңылыҡтарҙы тиҙ генә отоп бара, иҫкене модернизациялай. Мин быны хатта үҙем үткәргән дәрестәр миҫалында ла асыҡ күрәм: мин, үҙем өйрәнгән кеүек, уҡыусыларымдың ҡағыҙ китап тотоп уҡыуҙарын теләһәм дә, уларға тик был ысул менән ҡулланыу етмәй. Балаларҙы күп ваҡыт гаджеттарҙа ултыра тип әрләһәләр ҙә, беҙ технологияларҙың бер урында тормауын яҡшы аңлайбыҙ һәм беҙгә уларҙың тик яҡшы яҡтарын ғына ҡулланып өйрәнеүҙән башҡа әмәл юҡ.
Тарих - ҡуласа һымаҡ ул, шуға ла һәр быуын алдында ҡайһы бер сетерекле һорауҙар әленән-әле ҡалҡып ҡына тора. Мәҫәлән, шул уҡ туған телебеҙгә бәйле мәсьәләләрҙе генә алһаҡ та, әлеге йәш быуынға башҡорт телен һаҡлау, уны юҡ итмәү бурысы йөкмәтелгән дә инде. Шуға ла һәр быуын йәштәре араһында алдынғы ҡарашлы, лидер сифаттарына эйә, үҙ фекере булған шәхестәр булыуы мөһим, тип уйлайым. Ғөмүмән, башҡорттар һәр заманда ла нимәлер өсөн көрәшергә мәжбүр булған халыҡ, әлеге быуын да милли үҙаңыбыҙ өсөн көрәш алып бара. Хәҙер был көрәш бер кимәлдә мәғлүмәт шауҡымында баҫылып ҡалмауҙан, һәр ваҡыт интернет селтәре аша күренеп, ишетелеп тороуҙан, йәғни трендта булыуҙан ғибәрәт. Мәҫәлән, шул уҡ AY YOLA төркөмөнөң бар донъяға яңғырауы хатта быға тиклем этника менән бик үк ҡыҙыҡһынмағандарҙы ла үҙенә йәлеп итте. Уларҙың был ҡаҙанышы башҡорттар араһында сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәрҙе алға этәрергә, бер-беребеҙ өсөн терәк-таяныс, берҙәм комьюнити булып йәшәргә кәрәклеген күрһәтә, минеңсә.
Әле мин яҙмыш ҡушыуы буйынса Себер яҡтарында эштәмен. Һәм, әлбиттә, үҙ милләтем менән урындағы ненец халҡын сағыштырып ҡарайым. Ненецтар, бер яҡтан, милли йөҙ, мәҙәниәт тип үтә хафаланмай ғына йәшәп ятҡан, тормош ағымы буйлап йөҙгән кеүек күренделәр миңә, хатта исемдәре лә күптән урыҫлашып бөткән. Икенсенән, һаман үҙ телен, милли йолаларын, кейемдәрен, чумдарын, боландар үрсетеү кәсебен көндәлек тормошта һаҡлап ҡалғандар һәм улар өсөн был тәбиғи күренеш. Ә беҙ, башҡорттар, һәр ваҡыт "кәрәк" тип йәшәргә, миллилекте мода итергә өйрәнгәнбеҙ, киләсәктә беҙҙең өсөн дә үҙ телебеҙҙә һөйләшеү, костюмдарыбыҙҙа йөрөү ғәҙәти күренешкә әйләнһен ине. Мин бының булырына ышанам, сөнки миллилек элементтары торомошобоҙға индерелә башланы бит. Ә һеҙҙең һорауға аныҡ яуап шул: быға тиклем халҡыбыҙ яулағандарҙы йәш быуын һаҡлап ҡала алһын өсөн иң тәүҙә ололар үҙҙәре балаларына тейешле тәрбиә бирергә, илһамландырырға, милли аңлы булып үҫтерергә, иң мөһиме, туған телгә йәлеп итергә бурыслы. Һәм, әлбиттә, хөкүмәт тарафынан да тейешле саралар күрелеүе мөһим.
Илүзә ЛАТЫПОВА, йәш әсә: Декрет ялына тиклем оҙаҡ ваҡыт кеше менән тығыҙ аралашырға кәрәк булған өлкәлә эшләнем. Эш мәлендә саҡ ҡына бер кәмселек табылһа, олораҡ йәштәге апайҙар оло яу ҡуптарып: "Бына бит ниндәй йәштәр китте! Ҡулдарынан бер эш килмәй..." - тип әрләшә ине. Әммә мин ундай әсе һүҙҙәрҙе бер ҡасан да күңелемә яҡын алманым, сөнки мин - өләсәйем тәрбиәһендә үҫкән кеше. Ә ул, минең тормошомда бер-бер тетрәндергес, көйҙөргөс хәл була ҡалһа: "Борсолма, ҡыҙым, һин бит көслө, булдыраһың уны..." - тип яғымлы ғына тауышы менән мине дәртләндерер ине. Хәҙер мин үҙем әсәй булараҡ, һәр саҡ ҡыҙымдың яҡшы сифаттарын күрергә тырышып, кәмселектәренә хәтере ҡалырлыҡ итеп төрттөрмәй генә үҫтерергә тырышам.
Ысынлап та, һәр оло быуын үҙенән һуңғы быуын йәштәренең "ҡыйыш" яҡтарын таба бит ул. Әммә нисек кенә әрләшмәһендәр, хәҙерге быуын йәштәре күпкә аңлы, аҡыллы, тип әйтер инем. Улар был тормошта үҙ теләктәрен дә, һәләтлектәрен дә, тағы бик күп факторҙарҙы күҙ уңында тотоп эш итә.
Һәр кем үҙен уратып алған хәлдәрҙән сығып фекер йөрөтә бит. Ә мин әлеге ваҡытта йәш әсәләр, ғаиләләр менән йыш аралашам. Һәм үҙем белгән башҡорт ғаиләләре менән ысынлап та ғорурланам. Балам ҡала мөхитендә, рус милләте араһында үҫә, тип зарланмайҙар, ҡул һелтәп тә ҡуймайҙар, ә үҙ-ара саф башҡортса аралашып ғүмер итәләр. Мин тыумышым менән Бөрйән районынан. Төпкөл башҡорт ауылдарында үҫкән балалар менән сағыштырһаң, өфөнөкөләр телде күпкә яҡшыраҡ та белә шикелле. Быныһы бер аҙ ҡыҙғаныс, әлбиттә.
Тағы ла әлеге йәштәрҙең күптәре, һәр хәлдә, минең таныштарым, дин юлындалар. Һәм иманға килеүселәр һаны йылдан-йыл арта ғына бара. Ә бит беҙҙе тәнҡитләгән оло быуын дини тәрбиәнән ситтә булған.
Рөстәм АБРАЗАҠОВ, "Самауырлы ритайым" проекты авторы: Һәр кемдең ошоға оҡшаш һүҙҙәрҙе ишеткәне барҙыр: "Беҙҙең олатайҙар һыбай менеп, ҡулына суҡмар тотоп, бүрегә һунар иткән; ә беҙҙең атайҙар малай саҡта көн һайын 15 саҡрым йәйәү үтеп, күрше ауылға уҡырға йөрөгән", һәм башҡа, һәм башҡа сағыштырыуҙар сығып ҡына тора өлкән быуын вәкилдәре ауыҙынан. Йыш ҡына улар йәш быуынға үҙ дәүерендә кисергән михнәт-ауырлыҡтарҙы ғибрәт итеп түгел, ә нисектер "Һеҙ бына туйып һикерәһегеҙ" тигән ғәйепләү мәғәнәһендә еткерә. Минеңсә, ҡайһы быуын яҡшыраҡ, ҡайһыныһы хөртөрәк тигән сағыштырыу мөһим түгел, хатта ки йәш быуын, ысынлап та, ҡайһы бер осраҡта үҙ ҡылыҡ-хәрәкәттәре менән уйға тарырға мәжбүр итһә лә.
Минеңсә, һәр быуын үҙенән һуң килер быуындың яҡшыраҡ буласағына бөтә күңел-йөрәге менән ышанып йәшәргә тейеш. Сөнки тап шул өмөт-ышаныс замандың йәш быуын вәкилдәре өсөн ҡырыҫ һәм наҡыҫ тупраҡтарҙа шытып сығырға ярҙам итәсәк шифалы ямғыр һыуы вазифаһын башҡарасаҡ, тормош һынауҙарын лайыҡлы үтеп сығырға көс-этәргес булып торасаҡ. Ул саҡта инде йәштәрҙең йөҙҙәренә тура ҡарап: "Һеҙ беҙҙән яҡшыраҡ" йә "Һеҙ беҙҙән насарыраҡ" тип әйтеп тороуға урын да ҡалмаясаҡ.
Айһылыу ДАУЫТОВА яҙып алды.
