Был арала дауа һәм сәй өсөн ниндәй үләндәр йыяһың?

Был арала дауа һәм сәй өсөн ниндәй үләндәр йыяһың?, image #1

Ғәлимйән РӘХМӘТУЛЛИН, биология уҡытыусыһы: Беҙҙең Башҡортостан үҫемлектәр донъяһы йәһәтенән бөтөн Рәсәй күләмендә иң бай төбәктәрҙең береһе. Әйтәйек, Көньяҡ Урал зонаһын ғына алып ҡарағанда ла, бында бөтөн Башҡортостан флораһының 40 проценты үҫә, йәғни Урал, Ирәндек тауҙары битләүҙәре 600-ләп төр үҫемлек менән ҡапланған. Ошо төрлөлөк араһында һирәк осрай торған ҡиммәтле дарыу үләндәре бихисап. Улар борон-борондан халыҡ медицинаһында әүҙем һәм уңышлы файҙаланыла. Дарыу үләндәрен уларҙың файҙалы үҙенсәлектәре иң көслө мәлендә йыйып ҡалыу кәрәк, шуның өсөн яҙ, йәй һәм көҙгө осорҙоң ниндәй мәлендә ниндәй үҫентеләрҙе йыйыу тәртибен белеү, өйрәнеү мөһим. Мәҫәлән, апрель ахыры - май айында күптәр дәррәү рәүештә бәпембә сәскәләре һәм япраҡтары йыйырға тотондо һәм дөрөҫ эшләне. Ә бына уның тамырын шулай уҡ яҙ, бәпембә сәскә атыр алдынан да, шулай уҡ көҙ еткәс, сентябрь-октябрҙә лә йыйырға була. Был ваҡыттар уның шифалы үҙенсәлектәренең иң ныҡ тупланған сағы иҫәпләнә.

Июнь айы - ямғырҙарҙан һуң гөрләп сәскәләнә башлаған күк һәм һары мәтрүшкә, аҡсәскә, меңъяпраҡ, кесерткән, юл япрағы, йүкә сәскәһе, боланут, туҡранбаш кеүек дарыу үләндәрен йыйыу осоро. Үҫентеләрҙе иртәнге ысыҡ кипкәс, ҡоро һәм ҡояшлы көндә йыйырға кәрәк. Сәскәләрен өҙөп йә ҡайсы менән ҡырҡып алғанда үҫентенең тамырына зыян килмәһен ине, сөнки был уларҙың өйкөмләшеп үрсеүен һәм киләһе йыл ошо уҡ урында тағы ла күберәк таралып үрсеүен тәьмин итәсәк. Сәскә-үләндәрҙе өйгә алып ҡайтыуға ике сәғәттән дә һуңға ҡалмайынса уларҙы күләгәле, еләҫ урынға йәйеп һалып киптереү хәйерле, сөнки ҡояшта үҫентеләрҙең шифалы үҙенсәлектәре тарҡаласаҡ.

Киптергән сеймалды һаҡлау тәртибе лә бар: уларҙы ҡағыҙ, ҡатырға йәки һауа үткәреүсән кизе-мамыҡ моҡсайҙарға, быяла банкаларға тултырып, ҡоро һәм ҡараңғы урында, япраҡ һәм сәскәләрҙе - ике, тамырҙарын өс йылға тиклем һаҡларға була. Үләндәрҙе теге йәки был маҡсатта файҙаланыр алдынан уның шифалы үҙенсәлектәрен генә түгел, ә ҡайһы осраҡтарҙа организмға зыян килтереү ихтималлығын, аллергия хәүефен дә белеү мотлаҡ. Был йәһәттән табиптар менән кәңәшләшеү һис тә артыҡ булмаясаҡ.

Хәлиҙә САФУАНОВА, йорт хужабикәһе, Салауат районы: Бөгөн үҙегеҙгә яҡшы мәғлүм: дарыуҙар хаҡы сиктән тыш ҡиммәтләнде. Мәҫәлән, йүтәлдән 20 төймәле АЦЦ элек 150-200 һум торһа, бөгөн ул ике тапҡырҙан ашыуға ҡиммәтләнде (432-450 һум), ә бронхо-мунал хаҡы өс тапҡырҙан ашыуға кеүтәрелде, йәғни хәҙер ул 728 һум тора. Грипп һәм вирусҡа ҡаршы осельтамивир (10 төймә) хаҡы иһә 702-767 һумғаса артҡан, ингавирин (10 төймәле) - 842 , амиксин (6 төймәһе) - 1041 һум тора. Ҡыш эпидемия ваҡытында бик тә кәрәкле ошо препараттарҙы бындай хаҡҡа нисек һатып алмаҡ кәрәк! Ярай ҙа уларҙың файҙаһы булһа, ә бит әлеге ингавирин-амиксиндарҙы интернет материалдарында күптән файҙаһыҙлыҡта фашлап, юҡҡа сығарҙылар. Ә табиптар шуларҙы тәғәйенләүен белә.

Февралдә ғаиләм менән ОРВИ-грипп йоҡтороп, ныҡ ҡына сирләгәндә, үҙемә һүҙ бирҙем: башҡаса дарыухана юлын тапап, аҡса түккәнсе, шифалы үләндәр менән дауаланырға! Әйткәндәй, аптека үләндәре лә самаһыҙ ҡиммәтләнде: йүткеректән үлән йыйылмаһы - 142, алтей үләненең ҡабы 165, ә ҡарағай бөрөһөнөң 205 һум икәнен күреп, күҙҙәр маңғайға менде. Юҡ, мәйтәм, йәй генә етһен әле - бөтөн дәртемде шифалы үлән йыйыуға бағышлаясаҡмын, тип, дүрт күҙ менән яҙҙы, йәйҙе көтөп алдым һәм эшкә лә керештем. Бөгөн минең дарыу үләндәре "коллекциям"да - сирень сәскәһе төнәтмәһенән башлап, туҙғанаҡ - бәпембә сәскәһе һәм япрағы, ҡайын, дегәнәк япраҡтары, энәлек (боярышник) сәскәһе, ер еләге япрағы, балан сәскәһе һәм башҡа үләндәр бар. Хәҙер инде һыуыҡ тейҙереп йә грипп-фәлән менән сирләгәндә ҡулланыла торған йүкә сәскәһе, юл япрағы, үгәй инә үләне, андыҙ, бөтнөк үләне, күк һәм һары мәтрүшкә, аксәскә, меңъяпраҡ кеүек үләндәргә тотонам. Ҡарағат, ҡурай еләге, ер еләге япраҡтарын ҡушып, мәтрүшкә, болануттан сәй йыйылмаһы ла әҙерләй башланым, сөнки магазин сәйе шулай уҡ ҡиммәтләнде һәм сифаты ла юҡҡа сыҡты. Ә хуш еҫле үлән сәйе эсеп туйғыһыҙ тәмле, өҫтәүенә, файҙалы ла.

Айһылыу ҒӘББӘСОВА, шәфҡәт туташы: Тәбиғи һауыҡтырыу ысулдарына һуңғы йылдарҙа айырыуса иғтибар көсәйҙе. Халыҡ синтетик препараттарҙы тәбиғи сараларға, шул иҫәптән, шифалы үләндәр һәм үлән сәйҙәренә алыштырыуҙы өҫтөн күрә. Мин ҡалала йәшәһәм дә, йыл һайын йәйге отпускымды тыуған ауылымда үткәрергә ғәҙәтләнгәнмен. Ауылға ҡайтырға елкенеп тороуымдың тағы бер сәбәбе: минең дарыу үләндәре һәм үлән сәйе йыйылмалары әҙерләү менән етди шөғөлләнә башлауым. Ә беҙҙең Йылайыр районы болондарында үлән-сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ! Тик был сәскәнән-сәскәгә ҡунып, барыһын бер юлы йыйҙың да алып ҡайттың түгел - был шөғөлдөң үҙ тәртибе һәм әмәлдәре бар. Дарыу йәки тәбиғи үлән сәйе йыйылмаһы өсөн үләндәр мөмкин тиклем шифалы үҙенсәлектәрен һаҡлап ҡалырға тейеш, ә был төрлө факторҙарға бәйле: үҫемлектең өлгөрөү мәленән алып, һауа торошо һәм ай фазалары календарына тиклем шарттар иҫәпкә алынырға тейеш. Хатта ҡайһы бер үҫемлекте тәүлектең ҡайһы сәғәтендә йыйыу тәртибе лә мөһим. Был хаҡта мин күренекле халыҡ табибы Рим Әхмәдовтың хеҙмәттәренән, шулай уҡ башҡа махсус әҙәбиәттән уҡып төшөндөм. Мәҫәлән, һары мәтрүшкә йыйыуҙың үҙ йолаһы бар хатта: уны мотлаҡ йәйге ҡояш торошо көнөндә - 21-22 июндә - был үҫемлектә ҡояш энергияһының иң ныҡ тупланған мәлендә йыйырға кәрәк.

Сәй йыйылмалары хаҡында ҡыҫҡаса ғына шуны әйтеп киткем килә: үләндәрҙең бер-береһе менән ярашыу үҙенсәлектәрен иҫтә тотоп, төрлө маҡсаттарҙа файҙаланылыусы йыйылмалар әҙерләргә була. Мәҫәлән, иммунитетты нығытыу өсөн бөтнөк үләне, йүкә сәскәһе, кейәү үләне (чабрец), аҡсәскәне ҡушып йыйырға мөмкин. Организмды көйләү, хәл өҫтәү, ҡеүәт биреү һәм тупланыу көсөн тергеҙеү өсөн ҡурай еләге һәм аҡ акация япраҡтарына имбирь ҡушам. Кейәү үләне, артыш менән ҡарағат япраҡтарына әфлисун ҡабығы ла өҫтәп ебәрһәң, был сәй матдәләр алмашыныуын көйләй, организмдан зарарлы ҡалдыҡтарҙы ҡыуҙыра. Балалар өсөн дә сәй әҙерләйем. Уның составына йүкә сәскәһе, аҡсәсәкә, еләк-емеш киптереп ҡушам. Был сәй баланың иммунитетын күтәрә, йоҡоһон яҡшырта. Әйткәндәй, өлкәндәр өсөн дә йоҡлар алдынан эсә торған тынысландырыусы үлән сәйе йыям: кейәү үләненә бөтнөк япраҡтары менән рауза сәскәһенең таж япраҡтары ҡан баҫымын көйләй, хәүефте баҫа, организмды йоҡоға әҙерләй. Бындай шифалы сәйҙәрҙе һәр кем үҙе һәм ғаиләһе өсөн әҙерләй ала. Тик үләндәр серенә төшөнөргә тырышырға, уларҙы йыйыу тәртибен үтәргә, тамырҙары менән йолҡмаҫҡа, һаҡсыл була белергә генә кәрәк.

Дарыухана препараттары кеше организмы өсөн, бер яҡтан, бәлки, дауа булһа ла, икенсе яҡтан ағыу икәнен онотмайыҡ, ә магазин сәйен мин хәҙер урап үтәм, сөнки улар ҙа пестицидтар, ҡоротҡостарға ҡаршы ағыу һибеп үҫтерелә; икенсенән, сәй сеймалын һаҡлау технологияһы боҙолоу сәбәпле, ул йыш ҡына үңәҙ менән зарарлана, күгәрә, сифатын юғалта һәм хәүефле эсемлеккә әйләнә. Шуның өсөн тыуған яғыбыҙҙың йомарт хазинаһы - аяҡ аҫтында үҫеп ултырған әҙер тәбиғи дарыуҙы бушлай файҙаланайыҡ, сәләмәт булайыҡ!

Гөлфиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

15 views·1 share