ӨФӨ
12 июнь - Өфө ҡалаһы көнө. Баш ҡалабыҙ һеҙҙе нимәһе менән арбаны, ни өсөн һеҙ тап ошо ҡалала төпләнергә ҡарар иттегеҙ һәм Өфө йәшәйеш өсөн уңайлымы?
Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ, Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы: Кеше, ғәҙәттә, үҙе йәшәгән урынға бәйләнә, эҫенә торған зат. Мин дә йәш саҡта үҙем уҡыған Магнитогорск, Стәрлетамаҡ ҡаларына ла, театрында сәхнә эшсеһе булып хеҙмәт итеп киткән Салауатҡа ла өйрәнеп өлгөргәйнем, әммә Өфө уларҙан бөтөнләй айырылып торған, икенсе мөхитле, милли рухлы ҡала. Әрменән ҡайтып килешләй, баш ҡалаға килеп төшөү менән ошонда йәшәүсе Саша тигән хеҙмәттәш егеттән Салауат Юлаев һәйкәленә алып барыуын һораным. Һушым китеп, һоҡланып ҡарағайным мин был һынға. Һәм бер заман, "Телеүҙәк" туҡталышында кемдәрҙеңдер радионан яңғыраған һымаҡ матур итеп йырлағанын ишетеп ҡалдыҡ. Баҡһаң, Өфө сәнғәт институты һәм училищеһы студенттары киске уйындан һуң автобус көткән арала йырлашып торған икән. Эйе, башҡорт һәр ваҡыт моңло булған, әммә шул ваҡытта йәштәрҙең йырҙарҙы профессиональ тауыштар менән башҡарыуы таң ҡалдырғаны бөгөнгөләй хәтеремдә. Һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға ингәндә, уны уҡып бөткәндән алып, бында эшкә ҡалырға тигән хыялым бар ине һәм, Аллаға шөкөр, бына инде 45 йыл ғүмерем баш ҡалаға бәйләнгән.
Үҙәктә йәшәүсе кеше булараҡ, минең өсөн Өфө һәр яҡлап та уңайлы. Бында ижад итер, үҫеш өсөн бөтә шарттар ҙа бар, ә беҙгә, артистарға, роль өҫтөндә эшләү, персонаждар хаҡында мәғлүмәт туплау өсөн китапхана, музейҙарҙың ҡул аҫтында ғына булыуы бик мөһим. Белем усаҡтары, театрҙар, радио-телевидение эргәлә генә булғас, хатта водитель таныҡлығым да юҡ минең. Эшкә лә күптән йәйәү йөрөргә ғәҙәтләнеп алғанмын: иң тәүҙә Мидхәт Шакиров, Маяковский скверҙары аша Аҡмулла һәйкәле янынан Совет майҙанына сығам, унан Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана янынан үтәм дә, әле реконструкцияла булған Ленин паркы аша Башҡорт дәүләт академия театрына барып та етәм. Ошо маршрутымда урынлашҡан, үҙем спектаклендә актер булараҡ та, ҡуйыусы булараҡ та ҡатнашҡан, хөрмәт иткән Миңлеғәле Шайморатов, бөйөк шәхестәребеҙ Арыҫлан Мөбәрәков, Мортаза Рәхимов һәйкәлдәре мине иртәнсәк һәм кистәрен оҙатып ҡала. Әйткәндәй, республиканың тәүге Президентының һәйкәлен булдырыу, Салауат Юлаев һәйкәлен яңыртыу мин директор булған "Иман-Башҡортостан" хәйриә фонды аша үтә. Йәғни, театрҙан тыш, йәмәғәт эшмәкәре, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы булараҡ та, төрлө сараларҙа алып барыусы һәм режиссер сифатында ла ҡалабыҙға файҙа килтерергә тырышам.
Өфөнө мин ныҡ яратам, ул көндән-көн матурлана, сәскә ата, килгән ҡунаҡтарға күрһәтер матур урындар ла бихисап, әммә киләсәктә башҡараһы эштәр ҙә күп әле. Мәҫәлән, баш ҡалабыҙ архитектураһы уның үҙ йөҙөн, милли үҙенсәлеген күрһәтеп торорлоҡ булһа бигерәк тә яҡшы булыр ине. Илебеҙҙең барлыҡ республикаларының тигәндәй, баш йәки вағыраҡ ҡалалары биҙәлешендә уларҙың миллилеген сағылдырған һыҙаттар бар бит, беҙҙең етәкселегебеҙ ҙә алдағы ваҡытта ошо яҡҡа иғтибарын нығыраҡ йүнәлтер тигән өмөттәмен.
Сәлимә СӘҒӘҘӘТОВА, журналист: Тау башында балҡый бер ҡала, тигән данлыҡлы йыр ҙа бар бит. Өфөбөҙгә ҡайһы яҡтан килһәң дә, ысынлап та, ҡалҡыу урында балҡып ултыра бит. Ырымбур трассаһынан ингәндә Салауат батырыбыҙ һәйкәлен дә, ялтырап ятҡан Ағиҙелебеҙҙе лә, боронғолоҡто һаҡлаған йорттарын да, уларға йәнәш замансаларын да байҡарға тырышам. Шул күркәмлеге күңелгә яҡын баш ҡаланың. Бында төрлө заман, дәүерҙәр осрашыуы ла ҡыҙыҡлы, уныһын архитектура һәм тарихи ҡомартҡылар һөйләй. 19-20-се быуат башына ҡараған йорттарҙы иҫкелек ҡалдығы тимәй, ҡалабыҙҙың хәҙерге йөҙөнөң биҙәгенә әүерелдереүгә ынтылыш та бар. Ә шулай ҙа республикабыҙға исем биргән башҡорт халҡының ҡалаһы икәне милли орнамент, биҙәктәр, башҡортса яҙыуҙар, стилләштерелгән урам архитектураһы аша күренеп-беленеп торһон ине, тигән теләк тә бар.
Баш ҡалаға мин бала сағымда уҡ килеп эләктем, интернат-мәктәптә уҡыным. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарына тура килгән ул заман менән хәҙергеһе ныҡ айырыла, әлбиттә. Оло юлдан автобус, троллейбустар араһынан арба егелгән аттар йөрөгәне, хәҙер күккә олғашҡан бейек йорттар урынында берәр-икешәр ҡатлы йорттар, барактар теҙелгәне күҙ алдында. Мәктәптән һуң барыбыҙ ҙа тиерлек юғары уҡыу йорттарына индек, күбебеҙ, әлбиттә, Өфө институттарын һайланы. Студент йылдарының романтикаһы, гөрләп торған тормошо, диплом алып, райондарға ҡайтҡас та ҡалдырмағандыр: яйы сыҡҡан һайын Өфөгә барғы килеп тик тора ине. Унда дуҫтар, хыялдарҙы тормошҡа ашырыр өсөн иркен мөмкинлектәр. Өфө йүкәләре, Салауат һәйкәле, Ағиҙел буйы... Бер йәй отпускы мә-лендә бер гәзит редакцияһында эш барлығын ишетеп, Өфөгә сыҡтым да киттем. Торлаҡ юҡ, ятаҡтарҙа, кеше фатирҙарында йәшәү барыбер күңелде һүрелдермәне, сөнки эшемде яраттым. Өфөнән сығып китеү уйы башыма ла килмәне, уға күңелем менән тамыр йәйгәйнем. Хәҙер ҡайһы саҡ Өфөнө экскурсияға сыҡҡандай ҡарап йөрөйөм: ул тиҙ үҙгәрә, үҫә, тура мәғәнәһендә өҫкә үрләй. Бер аҙ ғына булмай торған урындары икенсе барыуыңа танымаҫлыҡ булып яңыра.
Йәшәйеш өсөн уңайһыҙ булған мәлдәр тураһында ла әйтеп китәйем. Үҙем Телеүҙәк янында йәшәгәс, ундағы мәҙәни инфраструктураға өйрәнгәнмен. Ләкин Черниковка, Һупайлы, Затон, Дим биҫтәләрендә йәшәүселәр концерт-спектаклдәргә, төрлө күмәк сараларға теләгәнсә йөрөй алмай, сөнки ҡалабыҙ иң оҙон һуҙылған мегаполистарҙың береһе бит. Пик сәғәттәре, тығындар иртәле-кисле эшкә барыу-ҡайтыуға уңайһыҙлыҡ тыуҙыра. Өфөләрҙең хыялы - миллионлы ҡалабыҙҙа метро төҙөү. Тик уның аҫтындағы ҡыуышлыҡтар, мәмерйәләр был идеяны тормошҡа ашырыуға ҡамасаулай, тиҙәр. Ә мәсьәләне хәл итеүҙә альтернатив саралар һаман ҡабул ителмәүе йәл. Ер өҫтөнөн һалынған метро, тиҙ йөрөшлө трамвай линиялары буйынса проекттар тураһында ваҡыты-ваҡыты менән һүҙ ҡуҙғатылһа ла, аныҡ эштәргә ашмауы йәл.
Наил ӘМИНЕВ, 2-се һанлы "Смарт" республика полилингваль күп профилле гимназия директоры: Алты йәшлек сағымда атай-әсәйем менән бер-ике көнгә баш ҡалаға килгән инек, шул саҡта поезд тәҙрәһенән милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлен күреп таң ҡалғаным иҫемдә. Шул пейзаж Өфөгә бәйле аңыма уйылған яҡты бала саҡ хәтирәһе булып һаҡлана. Күптәр өсөн Өфө студент саҡтарын иҫкә төшөрөп тороусы ҡала. Ә мин баш ҡалаға 2009 йылда 23 йәшлек егет булараҡ аспирантураға уҡырға килдем. Быға тиклем Сибайҙа тыуған йорт йылыһында ғына йәшәгән кеше инем мин, шуға күрә Өфөгә килеп урынлашыуым, уҡытыусы булып эш башлауым минең өсөн ҙур аҙым булды. Шулай итеп, Сибай - йәшлек саҡтарымдың хәтирәләрен һаҡлаусы ҡала булһа, Өфө миңә тап артабанғы үҫеш өсөн уңайлы тип һанап, үҙем теләп килгән төйәк ине ул.
Тәүге осор үҙемде Сибай егете тип таныштыра инем, әлбиттә, йылдар үтеү менән нисек Өфөлә ерегеп, өйрәнеп киткәнемде үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Быға тап баш ҡалала һөйгән йәремде осратыуым, ғаиләле булыуым сәбәп булғандыр, моғайын. Һәм Өфөнөң йәшәү өсөн бик уңайлы икәне балаларыбыҙ тыуғас ныҡ һиҙелде. Әлеге ваҡытта "Яркий" микрорайонында ғүмер итәбеҙ, бында мәктәп, балалар баҡсаһы, дауахананың яҡын булыуы йәшәйеште, һис шикһеҙ, күпкә еңеләйтә.
Өфө бик динамикалы, тиҙ үҫешә, күҙгә күренеп үҙгәрә торған ҡала. Ял итер өсөн әленән-әле яңы урындар булдырылыу, парктарҙы яңыртыу күренештәре бик тә яҡшы. Әммә бар нимәне заманса итеү теләге һәр саҡта яҡшы тигән һүҙ түгел бит әле. Баш ҡаланың тарихи йөҙөн сағылдырған боронғо йорттарға реставрация эшләү, һаҡлау мәсьәләләренә иғтибарҙы арттырырға кәрәк ине ул. 2013 йылда бер уҡыусым менән Аксаков урамында урынлашҡан тарихи йорттар тураһында 90-сы йылдарҙан ҡалған мәғлүмәттәрҙе алып, һәр өйҙөң ул ваҡыттағы хәле менән сағыштырып, ғилми тикшеренеү эше башҡарғайныҡ. Шул саҡта уҡ күп йорттарҙың архив документтарында ғына ҡалғаны, матур өлгөләр һаҡланмағаны борсолдорҙо. Ә бөгөн инде ул урамдағы йорттар тағы ла әҙәйгәндән әҙәйә: ваҡыт менән көрәшкә сыҙай алмай, яйлап ҡына серей, унан тергеҙеү өсөн яраҡһыҙ тип, емерелеп ташланыла, улар урынына ҡатлы-ҡатлы күп фатирлы йорттар үҫеп сыға. Был хәл, әлбиттә, башҡа ҡалаларға ла хас күренеш һәм уның үҙ сәбәптәре лә барҙыр. Ә шулай ҙа... тип кенә әйтергә ҡала инде.
