"Урал батыр" эпосы тураһында нимә беләһегеҙ?

Халҡыбыҙҙың оло хазинаһы булған "Урал батыр" эпосы тураһында нимә беләһегеҙ, уны уҡығанығыҙ бармы? Ундағы аҡыл-фекер беҙҙең йәшәйешебеҙҙең нигеҙе, тигәнгә нисек ҡарайһығыҙ?

"Урал батыр" эпосы тураһында нимә беләһегеҙ?, image #1

Зәкирйән ӘМИНЕВ, философия фәндәре кандидаты, мифолог, этнограф: "Урал батыр" ҡобайырын инде илле йылдан ашыу уҡыйым, тикшерәм, өйрәнәм, уның буйынса бер нисә китап яҙҙым. Башҡорттоң был әҫәре уҡыған һайын күберәк һорауҙар тыуҙыра торған бөтмәҫ сер йомғағы ул. "Урал батыр" эпосы - башҡорт донъяһының, халҡының матрицаһы, кеше был донъяға тыуғас тап Кеше булараҡ ниндәй булырға, нимәгә ынтылырға тейеш, тигән идеяны иң алға ҡуя. Эпоста юҡҡа ғына: "Кеше булһын затығыҙ", тиелмәгәндер бит. "Кеше" һүҙе ҙур хәреф менән яҙылғанына иғтибар итергә кәрәк.

Беҙгә, башҡорттарға, был әҫәрҙе әле өйрәнергә лә өйрәнергә…. Өйрәнергә тинем дә, уйға ҡалдым. Ҡайһы берәүҙәр был әҫәргә үҙҙәренә дан-шөһрәт ҡаҙаныуға тура юл кеүек ҡарай. Мәскәүҙән бер билдәле ғалим эпос тирәһендә төрлө имеш-мимештәрҙең күбәйә башлауына иғтибар итеп, шуға борсолоп: "Урал батыр" эпосына теймәй тороғоҙ, әҙерәк тыныслыҡта ҡалдырығыҙ, мораторий иғлан итегеҙ", - тигәйне. Әлбиттә, халыҡтың иғтибары артыуы, бер яҡтан, ҡыуандыра, тикшереүселәр ҙә күбәйер, тип уйлайым Икенсе яҡтан, фәнгә яҡынлығы булмаған төрлө юҡ-бар мәҡәләләрҙең, эпостың ысынлап барлығына шик белдереүселәрҙең барлыҡҡа килеүе борсой.

Илле йылдан ашыу Урал батыр ҡобайырын тикшереүсе кеше булараҡ, был эпос донъялағы иң боронғо эпос, тип бер ниндәй шикһеҙ әйтә алам. Ғалимдар Гилгәмеш тураһындағы эпосты иң боронғо тип иҫәпләй, әммә уны тыуҙырған халыҡ бынан бер нисә мең йыл элек тарих арбаһынан төшөп ҡалған. Әгәр археологтар XIX быуатта шумерҙарҙан ҡалған кирбес киҫәктәрен тапмаған, ундағы сыймаҡланған шына яҙмаларҙы уҡымаған булһа, беҙ был донъяла ҡасандыр Шумер тигән дәүләт булғанын да, ул халыҡтың Гилгәмеш тураһындағы эпосы хаҡында ла белмәгән булыр инек. Ниндәйҙер бер осраҡлыҡ арҡаһында ғына беҙ хәҙер Гилгәмеш хаҡында уҡый алабыҙ. Ә Урал батырҙы тыуҙырған халыҡ үҙе лә, уның эпосы ла ошо көнгәсә тере көйө килеп еткән һәм уны әле булһа уҡыйҙар, өйрәнәләр, һоҡланалар, Аллаға шөкөр. Ә бит Урал батыр менән Гилгәмеш тураһындағы эпостар яҡынса бер үк ваҡыттарҙы, бер үк донъяуи ҡараштарҙы сағылдырған әҫәрҙәр. Шуларҙы сағыштырып уйлаһаң, Урал батыр - ул үҙе бер мөғжизә булғанын, уның менән һоҡланмау мөмкин түгел икәнен аңлайһың.

Урал батыр - башҡорт халҡы ижад иткән, кешелеккә борондан һаҡлап килтереп еткергән иң бөйөк әҫәр. Был ҡобайыр аша кешелек үҙенең боронғо тарихын өйрәнәсәк, тип һис шикһеҙ әйтә алам. Шуның өсөн беҙҙең ғалимдарыбыҙға төрлө имеш-мимештәрҙән ары тороп, эпосты тик фәнни күҙлектән тикшереп, уҡыусыға ундағы идеяларҙы, донъяуи ҡараштарҙы аңлатырға кәрәк.

Гөлсәсәк ШӘРИПОВА, Урал батыр эпосын яттан һөйләүселәр республика бәйгеһендә Гран-при яулаусы: Урал батыр эпосы минең өсөн бик ҡәҙерле. Башланғыс кластарҙа тәүге уҡытыусым Юнысова Әминә Фәрит ҡыҙы асҡайны миңә был серле донъяны. Шул ваҡыттарҙағы был боронғо хазинаға ҡағылышлы булғаным менән ғорурланыу тойғоһо минең кескәй күңелемә уйылып ҡалғайны. Ә 2018 йылда, 9 класта уҡыған мәлдә, остазым Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әмирханова Фаягөл Тимербай ҡыҙының ҡанаты аҫтында эпосты яттан һөйләп, республика кимәлендә Гран-при яулағайным. Шул осорҙарҙа йәй буйы китапты ҡулдан төшөрмәй, ҡобайырҙы ятлап йөрөгәнем, команда менән сыр-сыу килеп сәхнәләштереү өсөн өҙөк әҙерләгәнебеҙ мәктәп ваҡыттарынан ҡалған үҙе бер йылы хәтирә бит ул. Уҡытыусыларыма һәләттәремде асҡан өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен.

Минең өсөн иң яратҡан, эпостың төп идеяһын сағылдырған өҙөктәрҙең береһе - ул үлә алмай тилмереп бөткән ҡарттың Уралға әйткән һүҙҙәре:

"...Донъяла мәңге ҡалыр эш -

Донъяны матур төҙөгән,

Бағты мәңге биҙәгән -

Ул да булһа яҡшылыҡ..."

Урал менән Шүлгән Йәншишмәне эҙләп сығып китәләр, әммә эпостың аҙағында үлем - ул йәшәйештең нигеҙе, мәңгелек - ул физик тәндә үлмәйенсә йәшәү түгел, ә әҙәм заты ҡалдырған тап яҡшы эштәр икәнлеге асыҡлана бит. Кешенең яҡшы исеме ("аты") ҡалһа, йәшәһә, тимәк, ул да тере, мәңге. Беҙгә, йәштәргә, үҙ ғүмеребеҙҙә ошо хаҡта онотмаҫҡа кәрәк, тип иҫәпләйем.

Эпосты белеүем менән ғорурланам да, яуаплылыҡ та тоям. Киләсәктә ошо хазинабыҙҙы белеүҙе йола итеп балаларыма тапшырырға, Аллаһ бирһә, уларҙың да был эпосты яттан белеүенә өлгәшергә теләйем.

Рәшиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА, Бөрйән районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: Ысынында, халҡыбыҙҙың оло хазинаһы ул "Урал батыр"ҡобайыры. Уның аҡылына төшөнөр өсөн бер кимәлгә етеп үҫешергә тейеш кешенең аңы.

Эпосты тәү башлап 1977 йылда Мәскәүҙә 12000 тираж менән ике телдә баҫылған вариантынан уҡығайным. Үҙем ул саҡта Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты студенты инем, китап миңә фәнни конференцияла ҡатнашҡан өсөн бүләк ителгәйне. Әлбиттә, ул саҡтағы аң кимәлем менән мин уны фольклор әҫәре, әкиәт итеп кенә ҡабул иттем һәм китап, шул уҡыуҙан бүтәнсә асылмайынса, шәхси китапханамда һаҡланды.

Икенсе тапҡыр китапҡа 2003 йылда ғына мәжбүри мөрәжәғәт итергә тура килде. Инде уҡытыусы булып эшләгән дәүерҙә, Стәрлетамаҡ командаһын Баймаҡ районында, Талҡаҫ күле янындағы лагерҙа үтәсәк "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсына әҙерләп алып барыу бурысы йөкмәтелгәйне миңә. Шул саранан башлап инде 23 йыл ҡобайырҙың төрлө йылдарҙа баҫылған варианттары, уны өйрәнеүсе авторҙарҙың хеҙмәттәре, төрлө йылдарҙағы гәзит-журналдарҙан алынған мәҡәләләр - барыһы ла күҙ уңында.

2013 йылда эпостың серенә төшөнөү өсөн үҙемдең үҙаллы эҙләнеүҙәрем аша килгән фекерҙәремде "Китап" нәшриәтендә сыҡҡан "Йәншишмә ҡайҙан башлана?" исемле баҫмамда сағылдырҙым. Артабанғы эҙләнеүҙәремдә Урал батырҙың бәйғәмбәрлеген Ҡөрьән аша дәлилләп, үткән йыл Рәсәй дәүләт Ислам университетын тамамлағанда, диплом эше итеп уңышлы яҡланым.

Әлеге көндә Мәрйәм апай Бураҡаева етәкселегендә сығарылған "Урал батыр" ҡобайыры - башҡорт халҡының рухи мираҫы" китабын өйрәнеп, М. Буранғолов яҙып алған варианттан ҡайһы бер үҙгәрештәр, тайпылыуҙарҙы күҙ уңында тотоп, тәүге китабымдың дауамын яҙып бөтөү өҫтөндәмен. Был өлкәлә ҡыҙыҡһыныусыларға тәҡдим итерлек бик ҡыҙыҡлы, фәһемле фекерҙәрем, асыштарым булыр унда.

Рәйсә КҮЗБӘКОВА, педагогия ветераны: Мин "Урал батыр" эпосы менән мәктәптән үк таныш: тәүҙә беҙ уны әкиәт формаһында, ә өлкәнерәк кластарҙа тулыһынса уҡыныҡ. Аҙаҡ үҙем "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр конкурсының ойоштороусылары рәтенә ингәс, балаларҙың бирелеп һөйләүҙәрен тыңлаған саҡта, уның мәғәнәһенә, йөкмәткеһенә иғтибар итә башланым. Әйткәндәй, беҙ "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр конкурсын төрлөләндерергә, мәшһүр ҡомартҡыбыҙҙы балалар механик рәүештә ятламаһын, ә уның тәрән фәлсәфәүи мәғәнәһенә төшөнһөн ине, тип тырыша инек.

2020 йылда мин етәкләгән "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни үҙәгенә Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Мәрйәм апай Бураҡаева "Урал батыр мәктәбе" исемле проект тәҡдим итте. Был проект буйынса ныҡлап эшкә тотонғас, был эпоста ысынлап та башҡорт халҡының артабанғы үҫешенең йәшерен коды ятҡанын аңланым. Сөнки унда йәш быуынға дөрөҫ рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүҙең төҙөк концепцияһын, халҡыбыҙҙың быуаттар дауамында һыналған тәрбиә традицияларын күрҙем. Һәм, иң ҡыҙығы, беҙгә совет мәктәбендә бирелгән һәм динебеҙ күндергән бар рухи ҡиммәттәр ошо 1910 йылда яҙылып алынған "Урал батыр" эсенә һыйған. Һуңынан беҙ ошо "Урал батыр мәктәбе" проектын, дөрөҫ тәрбиә биреү системаһы булараҡ, балалар баҡсаларына һәм мәктәптәргә тәҡдим иттек. Әйтергә кәрәк, балаларға яҡшы белем менән бер рәттән, матур тәрбиә биреү кәрәклеген тәрән аңлаған, үҙ эшенә ижади ҡараған уҡыу ойошмалары байтаҡ булып сыҡты. Бөгөн беҙҙең был проектта 50-гә яҡын уҡыу учреждениеһы ҡатнаша.

Былтыр "Урал батыр" эпосы көнөн булдырыу тураһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың Указы сығыуы беҙҙең өсөн иң ҡыуаныслы мәлдәрҙең береһе булды. Ҡарар беҙгә тағы ла дәртләнеберәк, уңышлыраҡ эшләргә мөмкинлек бирҙе.

Беҙ быйыл февраль айынан "Ашҡаҙар" радиоһында аҙна һайын "Урал батыр уҡыуҙары"н үткәрә башланыҡ. Тапшырыуҙа төрлө кешеләр, шул иҫәптән уҡытыусылар, ғалимдар, ижадсы йәштәр ҡатнашты. Тапшырыуҙарҙа эпос буйынса тап тәрбиәгә бәйле яңғыраған төрлө фекерҙәрҙе тыңлап, мин халҡыбыҙ был мәшһүр эпосына таянып йәшәргә тейеш икәнлегенә тағы бер тапҡыр инандым. Яңыраҡ Мәрйәм апай Бураҡаева һәм Мәрйәм апай Солтановаларҙың тырышлығы менән донъя күргән "Урал батыр" ҡобайыры - башҡорт халҡының рухи мираҫы" китабы халҡыбыҙ зыялыларының, педагогтарҙың, йәштәрҙең өҫтәл китабына әйләнер, Алла бирһә. Китапта Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан яҙып алынған төп нөсхә бирелә. Ул бигерәк тә йәш ғаиләләр өсөн файҙалы булыр ине. Бөгөн йәштәр балаларын үҙҙәре алған милли тәрбиә йолалары өлгөһөндә үҫтерә, ләкин һуңғы йылдарҙа ошо традициянан ситләшеү күҙәтелә. Мәҫәлән, башҡорттарҙың да, башҡа милләттәрҙең дә тәрбиә ҡанундары бер ҡасан да баланы беренсе урынға ҡуймаған, ә хәҙер балаларҙы батша урынына күреп үҫтерәләр. Икенсенән, баланы хеҙмәттән айырыу шулай уҡ хата ҡараш тип иҫәпләйем. Хеҙмәт тәрбиәһе булмаһа, ғаиләлә лә, мәктәптә лә бала нимә өсөндөр яуаплы булып, шул эште тейешле кимәлдә башҡарып өйрәнмәһә, өлкәндәргә ҙур хөрмәт менән ҡарап, уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыу кәрәклеген аңламаһа, минеңсә, ул балаға әллә ни ҙур өмөттәр бағларға ярамай.

Йәштәр хәҙер аңлы, тәрбиәгә бәйле лә материалдар күп, әммә ҡапма-ҡаршылыҡлы мәғлүмәт тә етерлек. Ошо самаһыҙ мәғлүмәт донъяһында аҙашмаҫ өсөн, халыҡ педагогикаһына һәм "Урал батыр" эпосына мөрәжәғәт итеү зарур.

39 views·2 shares