ТЕЛҺӨЙӘРЛЕК ТӘРБИӘҺЕ

Һеҙҙең йәш быуында телһөйәрлек тәрбиәләү һабаҡтары, алымдары, саралары ниндәйерәк, тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашығыҙ әле...

ТЕЛҺӨЙӘРЛЕК ТӘРБИӘҺЕ, image #1

Фәйзрахман ШӘЙӘХМӘТОВ, биш ейән, дүрт ейәнсәр, ике бүләсәр ҡартатаһы, Белорет районы: Балаларҙың бөтәһе лә ситкә таралып, Өфө, Магнитогорск, Белорет ҡалаларында төпләнде, беҙ әбейем менән ғүмер буйы төйәк иткән ауылыбыҙҙа йәшәйбеҙ, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ - эш етерлек, ләкин быға ҡыуанабыҙ ғына: һаулыҡ булһа, йорт-хужалыҡ эштәре йән-тәнеңә кинәнес кенә бит ул. Ҡыш ҡар көрәүҙән башҡа әллә ни эш тә юҡ, күберәк йоҡо баҫа, шуға күрә йәй осорон әле үк һағынып көтә башлайбыҙ, сөнки йәй эш осоро ғына түгел беҙҙең өсөн ҡышҡы тынлыҡтан уяныу мәле лә.

Йәйге каникул етһә, өйөбөҙ балалар тауышынан яңғырап, гөрләп китә: ҡаланан ейән-ейәнсәрҙәр килеп тула. Йәй беҙҙә тормош ҡайнай: баҡса тәрбиәләү, еләк-емешкә, бәшмәккә йөрөү, бесән эшләү... Һәм был эштәрҙең иң уртаһында - ейән-ейәнсәрҙәр. Беҙҙә саҡта мин уларға тик башҡортса һөйләшеүҙе шарт итеп ҡуйғанмын, минең был шартты улар күптән белә һәм шуға әҙерлекле киләләр. Башҡортса белмәһәгеҙ, кире ҡайтарып ебәрәм, тип тә иҫкәртеп үк ҡуям, ә был улар өсөн һәләкәткә тиң. Килгәс тә һәр береһен өләсәләре менән икебеҙҙең алдыбыҙға баҫтырып ҡуйып, уҡыу йылы буйына ниндәй уңыштары, нисек өлгәшеүҙәре, яратҡан дәрестәре, уҡытыусылары, класташтары хаҡында ентекләп һөйләтеп алабыҙ һәм тик башҡортса матур итеп һөйләргә ҡушабыҙ. Өләсәләре оҙаҡ йылдар мәктәптә башҡорт теленән уҡытты, аҙаҡ балалар баҡсаһында эшләп, хаҡлы ялға сыҡты, шуға ла уның балалар менән эш тәжрибәһе бай.

Ейән-ейәнсәрҙәр беҙгә йорт-хужалыҡ эштәрендә көстәренән килгәнсә ярҙам итә, тик беҙ эш мәлен ялҡып, арып китмәҫлек итеп ойошторабыҙ. Мәҫәлән, әйләнә-тирәлә ниндәй әйбер, йорт хайуандары, ҡош-ҡорт, ағас, сәскә, үҫемлек, бөжәк кеүек нәмәләр күрә, шуның башҡортса атамаһын әйтеү буйынса тиҙ генә ярыш ойоштороп алабыҙ. Белмәгәндәрен онотмаҫлыҡ итеп ятлатабыҙ. Бер аҙ ваҡыттан ҡабатлап һорап ҡуябыҙ: һабаҡты нығытып тороу кәрәк, ти өләсәләре. Ҡалаларына ҡайтып киткәс тә оноторлоҡ булмаһын. Беҙҙең ауыл иҫ киткес гүзәл тәбиғәт ҡосағында ултыра, Ағиҙелдең үр яғын һыулай, малайҙар менән балыҡ ҡармаҡларға ла ваҡыт табабыҙ. Алыҫтан Ирәмәл күгәреп күренә. Балаларға уларҙың атай-әсәйҙәре тыуып үҫкән, үҙҙәре лә ылығып, тартылып торған ошо ауылдың ер-һыу тарихын һөйләйем, атамаларын иҫтәрендә ҡалдыртырға тырышам. Быларҙан тыш, өләсәләре әллә күпме йомаҡ, мәҡәл, әйтемдәр әҙерләп ҡуя. Мәҡәлдәрҙе үҙебеҙҙең тормош-көнкүрешкә бәйләп, мәғәнәләрен аңлатып бирә. Кис етһә, бөтәбеҙ өҫтәл тирәләй ултырып, башҡорт яҙыусыларының ҡыҙыҡлы әҫәрҙәрен уҡыйбыҙ. Көн һайын сиратлашып берәү ҡысҡырып уҡый, был балаларҙың телмәрен шымартырға, һүҙ байлыҡтарын арттырырға ярҙам итә. Ҡалала йәшәүсе ейәндәре булған башҡа ҡартатай-өләсәйҙәргә улар менән вата-емерә русса һөйләшеп, кеше көлдөргәнсе, бына үҙебеҙҙең ошо ысулды ҡулланып ҡарарға тәҡдим итәм: балаларҙы башҡортса өйрәтеүҙең бик файҙалы һәм ышаныслы юлы ул, үҙ тәжрибәмдән беләм!

Рәйсә ҠУНАЕВА, Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһы мөдире: Беҙҙең китапхананың төп маҡсаттарының береһе - уҡыусыларыбыҙҙа туған телгә һөйөү уятыу. Был бурыс беҙҙең учреждениеның атамаһы - статусына ла һалынған - Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһы; ә тыуған яҡ - ул тыуған ауыл-ҡалабыҙ, тыуып-үҫкән йортобоҙ, ҡәҙерлеләрҙән ҡәҙерле атай-әсәбеҙ, өләсәй-ҡартатайҙарыбыҙ - тимәк, туған телебеҙ, тигән һүҙ. Шуға күрә лә китапханабыҙҙа үткәрелгән яҙыусылар, матбуғат хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар, яңы китаптарҙың исем туйы, хәтер кисәләре, конкурс һәм викториналар башҡорт телендә алып барыла. Бигерәк тә балаларҙың үҙ телебеҙҙә шиғырҙар ятлауы, проза әҫәрҙәренән өҙөктәр һөйләүе күңелгә яҡын, сөнки уларҙың таҙа, саф башҡортса һөйләшеп үҫеүендә үҙебеҙҙең дә хеҙмәт өлөшөн күреү телебеҙҙең киләсәгенә өмөттәр уята, китапхана эшенең кәрәклеген тойорға ярҙам итә. Яҙыусыларҙы ла алыҫтан саҡырырға түгел, беҙҙең төбәк ижад кешеләренә бай: үҙебеҙҙең шағирҙар, прозаиктар, драматургтарыбыҙ бар. Яңыраҡ ҡына әле билдәле әҙип, яугир, ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән Әмир Моратовтың ижадына арналған хәтер кисәһе, журналистика ветераны, һөнәре буйынса тау инженеры Фәрит Әхмәров һәм шағир Фәнис Сирбаев, драматург Әминә Яхина, ҡобайырсы Фәрҙиә Юнысова менән осрашыуҙар булып үтте.

Сибай мәктәптәре менән генә түгел, балалар баҡсалары менән дә тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Китапханабыҙға яҡындағы "Әкиәт" һәм "Ҡурай" балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре беҙҙең йыш һәм ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ.

Тыуған яҡты өйрәнеү, башҡорт телен һаҡлау буйынса быйыл бик күп файҙалы саралар үткәрелде китапханабыҙҙа. "КитапТирмә" проектыбыҙ Президент гранттары фонды конкурсында еңеүсе булды. Дөйөм бюджет 677 885 һум тәшкил итте. Проектты ғәмәлгә ашырыу ошо йылдың сентябрендә башланды һәм ул 2024 йылдың мартына тиклем дауам итәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә "Сәсән тирмәһе" мөйөшө "Китап Тирмә" экспозицияһына урынлаштырылды һәм уның менән бөтә теләгән уҡыусыларыбыҙ ҙа файҙалана ала. Балалар беҙҙә шиғыр һөйләү, йырҙар йырлау менән генә сикләнмәй, улар менән тыуған яҡты өйрәнеү буйынса теоретик һәм ғәмәли оҫталыҡҡа дәрестәр ҙә алып барабыҙ. Был проект башҡорт халҡының йолаларын, көнкүреш һәм мәҙәни мираҫын ентекләп өйрәнеүгә, һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән, шуның менән бергә ул телебеҙҙе байытыуға ла булышлыҡ итә. Балалар боронғо һүҙ һәм терминдарҙы аҫалы балаҫтар, халыҡ көнкүрешендә ҡулланылған йыһаздар, уҡ-һаҙаҡ һәм башҡа экспонаттарҙы ҡарап та иҫтәрендә ҡалдыра, сөнки беҙгә йыш экскурсияға килергә яраталар. Тирмәбеҙ эсендә ултырып, башҡорт телендәге матур, төҫлө китаптар уҡырға яраталар. Башҡорт теленә ихтирам китапханабыҙ ишеген асып ингәс тә башлана: балалар ҙа, йәштәр ҙә, ололар ҙа беҙҙең менән һәм үҙ-ара башҡортса сәләмләшә һәм фәҡәт туған телдә аралаша, сөнки бында беҙ шундай мөхит тыуҙырғанбыҙ. Шулай уҡ китапханала мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәргә башҡорт телен өйрәнеү дәрестәре лә алып барабыҙ - буласаҡ уҡыусыларыбыҙҙы бәләкәйҙән әҙерләйбеҙ.

Нурзиә ХӘСӘНОВА, Өфө ҡалаһында үткән "Йәш ғаилә-2020" конкурсында еңеүсе ғаиләлә ике бала әсәһе, "Йәншишмә" гәзите хеҙмәткәре: Бөгөн Өфөлә балаларына туған телде өйрәтеүсе, уларҙы милли мөхиткә ылыҡтырып үҫтереүсе байтаҡ башҡорт ғаиләләрен беләм һәм шуға һөйөнәм, күптәренән өлгө алырлыҡ. Тормош иптәшем менән ике бала үҫтерәбеҙ: Нурсолтан улыбыҙ - 3-сө, Сәлимә ҡыҙыбыҙ 1-се класта уҡыйҙар. Ҡала мөхите, гаджет, телевидение теле үҙенекен итә барыбер, тип уйлайым, сөнки балаларыбыҙ башҡортса акцентһыҙ һөйләшһәләр ҙә, телде беҙ теләгән кимәлдә белеп бөтмәйҙәр әле, шуға күрә был йәһәттән ҡалала йәшәүсе ата-әсәләргә балаларҙан күҙ яҙлыҡтырмай, уларҙың телмәрен байытыу, телһөйәр һәм илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләү өсөн эшләргә лә эшләргә әле. Беҙҙең осраҡта шуныһы ла бар: Орджоникидзе районының беҙ йәшәгән тирәһендә башҡорт гимназияһы юҡ, шуға күрә балалар тәүҙә урыҫ телле балалар баҡсаһына йөрөнө, хәҙер ҡәҙимге гимназияла уҡыйҙар. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнәләр, телмәрҙәре һәйбәт тә, тик грамматиканан аҡһайҙар. Бергә белем алған тиҫтерҙәре телде хөртөрәк белгәс, талап көслө түгел. Балаларыбыҙ гимназияла ла, башҡа йәмәғәт урындарында ла кеше фекеренә ҡарамай, тартынмай-нитмәй гел үҙебеҙсә һөйләшәләр. Мәктәптәге концерттарҙа әүҙем ҡатнашалар һәм һәр ваҡыт башҡортса сығыш яһайҙар. Нурсолтан баянда башҡорт көйҙәрен уйнай, Сәлимәбеҙ милли кейемдә бейей.

"Туған телде өйрәтеү алымдарығыҙ ниндәй?" тигән һорауығыҙға килгәндә, улар күп инде ул, тик шулай ҙа иң тәүҙә өйҙә башҡортса аралашыу. Ике телде бутап һөйләмәҫкә тигән маҡсат ҡуйғанбыҙ. Телде өйрәтеүҙең тағы бер һәйбәт, һөҙөмтәле алымы - башҡорт телендә шиғыр йә әкиәт һөйләү конкурстарында ҡатнаштырыу. Уға әҙерләнгән саҡта баланы сит кеше күҙлегенән ҡарайһың һәм телмәрендәге етешһеҙлектәрҙе тотоп алып, ваҡытында төҙәтеп бараһың. Әкиәт теле бай бит ул, бала унда үҙе өсөн яңы һүҙҙәрҙе таба, мәғәнәһен һорай һәм үҙләштерә. Тик халыҡ алдында сығыш яһарға уларҙы бәләкәйҙән өйрәтеү яҡшыраҡ. Ютуб-канал асҡыбыҙ килә, тине бер мәл балалар. Башҡортса алып барһағыҙ ғына асып бирәм, тигән шарт ҡуйҙым уларға. Башҡортса видеояҙмалар төшөрә башлағас, был алымдың замана балаларына телде өйрәтеү өсөн үтә отошло алым икәнен тойҙом. Киләсәктә башҡортса интернет-каналдар күбәйһен дә балаларыбыҙ бер-береһе менән башҡортса рәхәтләнеп аралашһын ине, тип хыялланам. Әйтеүемсә, ҡала шарттарында телде һаҡлап ҡалыу еңел түгел. Туған телебеҙ өсөн көн дә көрәшергә кәрәк. Балаларҙың телмәрендәге урыҫ һүҙҙәрен гел башҡортсаға әйләндереп торорға, шул уҡ ваҡытта үҙ телмәреңә лә иғтибарлы булырға кәрәк.

Мәктәптә иһә башҡорт телен туған тел булараҡ уҡыттырыу өсөн дә холҡоңдоң ныҡ булыуы мөһим. Класта бер һин генә балаңды башҡортса уҡытыр булһаң, үҙ һүҙеңдә ныҡ торорға, фекереңде ярып әйтә алырға ла кәрәк бит. Тап ошо сифат етмәгәнлектән, күп ата-әсәләр балаларына туған тел итеп урыҫ телен һайларға мәжбүр була. Ике тел менән баштарын бутарға теләмәйбеҙ, тип әйткән ата-әсәләр ҙә бар. Ә бит үҙ телеңде белеү, киреһенсә, аң кимәлен үҫтерә генә. Мәҫәлән, сентябрҙә информатика буйынса халыҡ-ара олимпиадала еңеү яулаған милләттәшебеҙ Ғимран Абдуллиндың әсәһе лә бер әңгәмәһендә туған телдең аң үҫешенә ыңғай йоғонтоһона айырым баҫым яһаны.

Ғалимдар иҫбатлауынса, бер телдән икенсеһенә күскән саҡта мейелә һоро матдәнең күләме арта, тиҙәр. Ул матдә мәғлүмәтте анализлау өсөн яуап бирә, йәғни билингвизм тиҙ уйларға һәм ғәҙәти булмаған хәлдәрҙә юғалып ҡалмаҫҡа ярҙам итә. Тағы бер тикшереү һөҙөмтәһе: ике теллелек яңы шарттарға тиҙ яраҡлаша, кешеләр менән йәһәт кенә уртаҡ тел таба алыуға булышлыҡ итә.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

31 views·1 share