ҠЫШҠА ӘҘЕРЛӘНДЕҢМЕ?

Беҙҙең халыҡ йәшелсә-картуф үҫтереп, һуғым һуйып, ҡышҡылыҡҡа үтә ныҡ әҙерләнеүсән. Һеҙҙең әҙерлек нисегерәк булды?

ҠЫШҠА ӘҘЕРЛӘНДЕҢМЕ?, image #1

Ғәлимйән ХАРРАСОВ, пенсионер, хеҙмәт ветераны, Ейәнсура районы: Ауылда йәшәүебеҙгә етенсе йыл китте инде. Үҙем дә, ҡатыным да ауылдан сыҡҡанбыҙ, ләкин ғүмер буйы Стәрлетамаҡ, унан Салауат ҡалаларында химия тармағында эшләп, йәшәп, һаулыҡ ҡаҡшай башлағас, пенсияға сыҡҡас та ауылға ҡайтырға ҡарар иттек. Эшләгән осорҙа уҡ ауылыма ҡайта йөрөп, атай нигеҙенә йорт та һалып ҡуйғайным инде, шул нигеҙ тәҡәтһеҙ үҙенә тартып тик торҙо. Ауыл һауаһына-һыуына, изгелекле кешеләренә етәме һуң инде! Ҡайтҡас та күрше-тирә өмәгә килеп, кәртә-ҡура төҙөргә ярҙам иттеләр. Ә кәртәне буш тотоп булмай бит инде! Ҡатыным иң тәүҙә һыйыр һораны. Быҙаулы һыйыр һатып алдыҡ, бик уңдыҡ: һөтлө булып сыҡты. Күпләп ҡош-ҡорт үрсетә башланыҡ - шулай итеп, әкренләп кенә донъябыҙға ҡот ҡуна башланы, әлхәмдүлиллаһ. Һыйырыбыҙ йыл да быҙаулап бирә, башмаҡтарын ашатып, һимертеп, һуғымға әҙерләйбеҙ. Быйыл да ҙур ғына башмаҡ һуйҙыҡ, ләкин йылҡы ите лә ашағы килә бит: ошо уҡ ауылда йәшәүсе ҡустымдан йылҡы ите лә һатып алдыҡ. Өҫтәүенә, егерме ҡаҙ, ун бер өйрәкте лә салып, таҙартып, ҡышҡылыҡҡа әҙерләндек.

Ауыл халҡының ҡунаҡсыллығы! Ҡайҙа тағы бар икән беҙҙәге кеүек ауылдар! Бер ғаилә булып, берҙәм, татыу йәшәйбеҙ. Ҡаҙ өмәһен дә бергәләшеп, килендәр, һеңлекәштәр килеп ярҙамлашып, тиҙ генә эшен башҡарып та ҡуйҙылар. Әле бына башланды өй һайын һуғымға саҡырышыуҙар. Беҙ үҙебеҙ бер бүлә саҡырып алдыҡ туғандарҙы, күршеләрҙе, хәҙер дуҫ-иштәрҙе саҡырырға йыйынабыҙ. Бынан алда ҡалала йәшәүсе улыбыҙ менән ҡыҙыбыҙ ғаиләләре менән ҡайтып, ярҙамлашып, ҡунаҡ булып, күстәнәстәр тейәп ҡайтып киттеләр. Уларһыҙ булмай: йәй отпускыларын алып, йә бесән эшләшәләр, йә картуф-йәшелсәһен тәрбиәләшеп, утап-күмеп, тигәндәй, байтаҡҡа эште еңеләйтәләр, рәхмәт яуғырҙар. Ысынында, он, тәм-томдан башҡа бер нәмә лә тиерлек һатып алмайбыҙ, шөкөр. Ит, май-ҡаймаҡ, һөт-ҡатыҡ, ҡорот-эремсек тиһеңме - бөтәһе лә үҙебеҙҙеке. Өҫтәүенә, быйыл картуф уңды; унан тыш, кәбеҫтә, һуған, кишер, сөгөлдөр, еләк-емеше - барыһы ла бар, тик һаулыҡ ҡына кәрәк.

Һаулыҡ, тигәндәй, ауылыма ҡайтҡас, үҙемде бөтөнләй яңынан тыуғандай тоям: һөт ризыҡтары, йәшелсә таҙа, химикатһыҙ. Әлеге йылҡы аҫраған ҡустым менән килен ҡымыҙ яһайҙар. Завод һауаһынан тонсоҡҡан үпкәләрем таҙарып, тыным иркенәйеп ҡалды ошо ауылға ҡайтҡаны бирле. Ҡыҫҡаһы, ауылдар бөтә, тигәнгә ышанмағыҙ, ауылдарыбыҙ яңыра, уның халҡы үҙ ҡулдары менән матур, мул тормош ҡороп, хәләл хеҙмәттәренең рәхәтен, бәрәкәтен күреп йәшәй.

Әлиә СӘЛИХОВА, Көйөргәҙе районы Яңы Мораптал ауылы: Минең әсәйем менән атайым Гәүсәриә менән Әҡсән Сәлиховтар Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында йәшәйҙәр. Бында, ғөмүмән, эшсән, бер-береһенә ярҙамсыл, дәртле халыҡ йәшәй. Башҡа ауылдаштарым кеүек үк, атай-әсәйебеҙ ҙә гөрләтеп донъя көтәләр. Әсәйем иртә яҙҙан ҡош-ҡорт себештәре алып, уларҙы тәрбиәләп, ҡурсылап тигәндәй генә ҡарап үҫтерәләр. Шул уҡ ваҡытта баҡса эштәрен дә онотмайҙар. Тәүҙә атайым тракторында картуф баҡсаһы ерен һөрҙөрөп сыға. Ауылдаштарға ла был эштә ихлас ярҙамлаша. Шулай итеп, минең ҡәҙерлеләрем йыл һайын баҡса тултырып йәшелсәнең һәр төрлөһөнән, картуфтан мул уңыш алалар. Һарай тулы мал-тыуар аҫрайҙар, шөкөр, шунһыҙ бит ауылда тормош күңелһеҙ ҙә, файҙаһыҙ ҙа булыр ине. Йәй уртаһынан алып, мал-тыуарға бесән эшләп алалар. Әлбиттә, йәй буйы бил яҙмай утап-күмеп, һыу һибеп, үҫтереп алған йәшелсә-емештән көҙ ҡутарып уңыш алыуы үҙе бер кинәнес, ҡышҡылыҡҡа бына тигән запас, бер нәмә лә һатып алмайһың.

Картуф-йәшелсә янына ит тә әҙерләй ауыл халҡы. Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ, беҙҙең халыҡ тир түгеп эшләй ҙә, хеҙмәтенең рәхәтен күреп, бәрәкәтен татып йәшәй ҙә белә. Ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ-түлек запасының иң мөһиме, әлбиттә, ит, шунһыҙ башҡорт буламы! Атайымдар ҙа йылҡы тота, һыйыры-башмағы, һарыҡтары бар. Әйткәндәй, улар ҙа бит бик ныҡ тырышлыҡ, тәрбиә талап итә, шунһыҙ иттең таты ла юҡ. Ҡыш башынан алып, малдар кәртәгә ингәс тә уларҙы ашатып, бесәнен һалып, емен өҫтәп биреп, һыу эсереп, аҫтарын таҙартып, иртәнән кискә тиклем өйгә инмәй ауыл кешеһе. Тәүге ҡырпаҡ ҡар төшөр-төшмәҫтән ҡош-ҡорттан башлайҙар ит запасын тулыландырыуҙы ауылдаштар. Әсәйем дә иҫәпһеҙ-һанһыҙ бройлер тауыҡтарын, өйрәк-ҡаҙҙарын салдырып, күрше-тирә, килен-еңгәләр менән өмә ойоштороп, тиҙ генә йолҡоп, таҙалап, таҙа һыуҙа сайҡатып, эштәрен бөтөрөп тә ҡуялар. Ҡош-ҡорт ите тәмле, аҡһымға бай булһа ла, мөгөҙлө һыйыр малы йәки йылҡы итенә етә буламы инде!

Һуғым осоро ауылдарҙа айырыуса бер йәнлелек һиҙелә: бер-беренә мал һуйышырға йөрөйҙәр, аҙаҡ һуғым ашына саҡырышыуҙар үҙе бер йәмле осор ауылда. Әсәйем-атайымдар ҙа һуғымға бер баш йылҡы, бер башмаҡ һуялар. Йылҡы ҡаҙыһы, башмаҡ ите менән эс-ҡарынынан тултырма эшләп, өмәселәр бер-береһенә ныҡ ярҙам итәләр. Шунан кис мул итеп, төрлө иттән һалмалап бешерелгән бишбармаҡ менән һыйланырға һуғым ашына йыйылалар. Бына шулай, ауылдарыбыҙҙа ата-бабаларҙан ҡалған йола урын-еренә еткереп үтәлә: кем эшләй - шул ашай.

Фәрхизә ШАЙМОРАТОВА, Яңауыл районы Ахтиял ауылы: Халыҡ әйтмешләй, ысынлап та бит аяғың тәпәйләһә генә ауыҙың сәпелдәй. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡышҡа әҙерлекте яҙҙан башлайбыҙ. Йыл да картуфты күп ултыртабыҙ. Быйылғы ҡырауҙан шытым биргән картуфты бесән менән ҡаплап, имен алып ҡалдыҡ. Кис һыу һалып сыҡтыҡ, был сара ла яңы шытымды һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итте. Картуф быйыл, ниндәй генә һауа торошона ҡарамаҫтан, мул уңыш бирҙе, Аллаға шөкөр. Йәшелсә лә уңды, күп итеп төрлө йәшелсәнән ҡышҡылыҡҡа салат эшләйем, ҡыяр, помидор, кәбеҫтә тоҙлайым. Оло бер баш мал һуйҙыҡ, үҙебеҙгә лә, һатырға ла, балаларға бирергә лә етте. Һыйырыбыҙ һөтлө генә, шулай ҙа һыуалыу осорона табан күп итеп һөт туңдырам, ҡатыҡ, эремсек эшләйем, май яҙам. Ошо муллыҡты күреп, аҙыҡ-түлек ҡытлығы килеп тыуған үткән быуаттың 90-сы йылдары иҫемә килеп төшә. Ул саҡ халыҡ бик интекте. Хоҙай аслыҡты күрһәтмәһен. Әле интернеттан уҡып белеүемсә, Африканың 20 процент халҡы, йәғни 240 млн кеше, аслыҡтан яфа сигә, бигерәк тә балалар йәл. Беҙҙә йәнең ни теләй, бөтәһе лә бар, шуға күрә булғандың ҡәҙерен белеп, аҙыҡ-түлекте исрафламай йәшәргә кәрәк. Магазиндарҙа ла бөтә нәмә бар, аҡсаң ғына булһын, тик һуңғы ваҡыт аҙыҡ-түлек бик ныҡ ҡиммәтләнде, ә һатып алған нәмәнең ни тәме, ни бәрәкәте юҡ. Шуға ла аҙыҡ-түлекте үҙ хужалығыңда етештереүгә етмәй: бик күп көс түгергә тура килһә лә, исмаһам, һатып алмайһың; хәләл, экологик таҙа ризыҡ; күпкә етә.

Шөкөр, һуғым мәлдәре лә гөрләп үтеп бара, Яңы йыл яҡынлаша. Хәҙер байрамдарҙа өҫтәлдәрҙә нимә генә юҡ, һый тулы һауыт-һабаны ҡуйырға ла урын ҡалмай, әлхәмдүлиллаһ! Хәйер, байрамда ғына түгел, көн дә өҫтәлдәребеҙ һыйҙан һығылып тора, көн дә шулай йәшәй, шулай туҡлана эш һөйөүсән ауыл халҡы. Ауылда йәшәүҙәре рәхәт: утын яҡмайбыҙ, һыу һәм бөтөн уңайлыҡтар ҡалалағы кеүек өйгә үткәрелде. Баҙ тулы ризыҡ, туңдырғыс тулы ит-май, һөт... Инде бар теләгәнебеҙ һуғыш бөтөп, тыныслыҡ урынлашһын ине тиҙерәк. Артабан йорт-илебеҙ тағы ла бөтәйеп, ҡеүәтләнеп, изге хәбәрҙәр генә ишетеп йәшәргә насип булһа ине, тип теләйбеҙ.

49 views·1 share