Уларҙы хәҙер "ярлылар" тип түгел, ә йәшәү минимумы түбән булған шарттарҙа йәшәүселәр, тип йөрөтәбеҙ. Ә улар нисек көн күрә икән?

Уларҙы хәҙер "ярлылар" тип түгел, ә йәшәү минимумы түбән булған шарттарҙа йәшәүселәр, тип йөрөтәбеҙ. Ә улар нисек көн күрә икән?, image #1

Айрат ХӘЛИУЛЛИН, Өфө ҡалаһы: Беҙ ҙә шул ярлылар иҫәбендәбеҙ инде. Башҡа бик күптәр кеүек үк, былтырғы йылды ҡыйынлыҡ менән сыҡтыҡ. Кәләш менән икәү генә йәшәһәк тә, тинде тингә ялғап көн күрергә мәжбүр булдыҡ. Өфөләге сауҙа комплексында хеҙмәтләндереүсе персонал булып эшләйем. Эш хаҡы бик бәләкәй, шуға ла риза булырға тура килә, сөнки һаулыҡ торошо буйынса башҡа ир-егеттәр кеүек ситкә, Себер яҡтарына сығып китеп эшләй алмайым. Ҡатыным сәскә магазинында эшләй ине һәм көнөнә 500 һум ала торғайны, аҙаҡ пандемия көсәйеү менән бәйле һатып алыусылар кәмегәс, килеме лә ике тапҡырға кәмене, ни бары 100-200 һумға эшләп йөрөнө. Шунан ул эштән китергә мәжбүр булды. Хәҙер бер урында эшләйбеҙ, тик икебеҙҙең дә эш хаҡы йәшәү минимумынан кәм. Икешәр смена эшләргә, ял һәм байрам көндәре менән дә иҫәпләшмәҫкә күнектек, осраҡлы эштәрҙе лә башҡарырға тура килә.

Кемдәргәлер атай-әсәйе ярҙам итә лә ул, беҙҙекеләр үҙҙәре тартып-һуҙып йәшәргә мәжбүрҙәр. Минекеләрҙең икеһе лә пенсия алды йәшендәләр. Әсәйем парикмахер салонында юғары категориялы оҫта, шулай булһа ла эш хаҡы бик аҙ сыға, сөнки әлеге шул пандемия арҡаһында салонға йөрөүсе һирәгәйҙе. Әсәйем әйтмешләй, элек уға сират тороп яҙылһалар, хәҙер уларға килгән һәр кеше көтөп алынған ҡунаҡ кеүек. Атайым эшләгән заводты пандемия башланған осорҙа дүрт эш көнөнә күсергәйнеләр, эш хаҡы 20 процентҡа кәмене. Хәҙер тулы аҙна эшләйҙәр, ләкин заводтың үҙ проблемалары башланды: заказдар әҙ булыу сәбәпле, унда ҡыҫҡартыуҙар көтөлә.

Дуҫ-иш, таныштар араһында ла эш урындарын юғалтыусылар бик күп. Ҡайһылары эшһеҙлек буйынса пособиеға көн күрә, ғаиләле, балалы булғандары балалар аҡсаһына йәки ситкә сығып китеп ғаилә аҫрарға тырыша. Улар ҙа шул беҙҙең кеүек йәшәү минимумы түбән булған төркөмгә инә инде...

Фәннүр СОЛТАНҒОЛОВА, хеҙмәт ветераны, Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы: Беҙҙең ауылдағы 182 хужалыкта бөтәһе 629 кеше йәшәй. Кем булдыҡлы, шул бирешмәй йәшәй, ә кемдең елкәһе йоҡа - көнкүреше лә насар инде. Бәхеткә, беҙҙә ундайҙар юҡ тип әйтерлек, сөнки ире эшләмәһә, ҡатыны эшләй, ҡатыны эшһеҙ икән, ире эшләй. Әлдә мәктәп, балалар баҡсаһы бар. Йүнселдәр сауҙа нөктәһе аса. Мәҫәлән, ауылда биш һатыу нөктәһе бар. Сауҙалары һәйбәт бара. Унан тыш, беҙҙә ағас эше менән булышыусы арендаторҙар - дүрт аренда бригадаһы бар, күпселек ир-егеттәр шунда эшләй. Үкенескә, хәҙер ауылда хаҡлы ялдағылар ғына ҡалып бара. Пенсия иҫәбенә көн күреүселәр күберәк. Себер яҡтарына китеп эшләүселәр байтаҡ. Шулай ҙа ошо барыш менән көн итһәк, артабан ауылыбыҙҙы ни көтә - йәштәр ҡалмаҫҡа ла мөмкин бит, тип борсолабыҙ. Балалар пособиеһына йәшәгәндәр ҙә бар, шулай булһа ла, улар ҙа был аҡсаға ғына һалышып ултырмай: төрлө сараһын табып, аҡса эшләү йүнен күрә, ғаиләһен аҫрарға тырыша. Мал көткән булып, баҡса үҫтереп, ҡош-ҡорт үрсетеп йәшәргә тырышабыҙ инде. Эшһеҙ ҡатындар өйҙән һәр төрлө ҡамыр аҙыҡтары, бәлештәр, тәм-том бешереп һата - уларға ла ихтыяж бар.

Әлбиттә, беҙҙең халыҡ электән донъя көтөүгә әрһеҙ булған, бирешмәйҙәр. Сереп байып китмәһәләр ҙә, фәҡирлек һаҙлығына ла батып ултырмайҙар, шуныһына шөкөр итә беләләр.

Батыр ГӘРӘЕВ, блогер: Рәсәйҙәге ике бәлә хаҡында билдәле лаҡаптың өсөнсө бәләһе лә бар - фәҡирлек. Хәйер, ярлы ҡатлам һәр заманда, һәр илдә лә була килде, ләкин төрлө ил уны үҙ мөмкинлегенә ҡарап, төрлөсә хәл итергә тырыша. Америка менән ярышып булмай, әлбиттә, унда 2020 йылда йәшәү минимумы 83 мең һум тәшкил итте, тип яҙалар, Рәсәйҙә - 10-11 мең тирәһе. Ике тиҫтә йыл инде беҙҙең илдә фәҡирлек сигендә көн күреүселәр һаны 20 миллиондан кәм булманы. Дөрөҫ, 2012-2013 йылдарҙа халыҡтың тормош кимәлендә бер аҙ күтәрелеш булып алғандай тойолһа ла, нефткә хаҡтар арзанайыуы һәм долларға бәйлелек арҡаһында Рәсәй тағы ла социаль бөлгөнлөккә төштө. Һәр хәлдә, сәбәптәр табылып ҡына тора: былтырлы-быйыллы иһә бөтә бәләләргә лә пандемия ғәйепле булып сыҡты. Март баштарында Рәсәй Хеҙмәт министрлығы башлығы Антон Котяков былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса илдәге ярлы халыҡ һанын иғлан итте: 2020 йылдың сентябрь аҙағына был һан 18 миллиондан ашыу (12,3 процент) кеше тәшкил итә, эшһеҙҙәр - йәмғеһе 2,1 млн.

Был ике мәғлүмәттең бергә килеүе осраҡлы түгел, әлбиттә. Фәҡирлеккә илтеүсе төп сәбәптәрҙең береһе эшһеҙлек икәне һәр кемгә билдәле. Башҡортостанда ла фәҡирлек сигендә йәшәгән халыҡтың өлөшө билдәле булды. Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда аҡсалата килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк халыҡтың өлөшө 2019 йылда 12,1 процент - 491,9 мең кеше тәшкил иткән. 2019 йылдың дүртенсе кварталында йәшәү минимумы 9222 һумға тиң булған. Бөгөн йәшәү минимумы - 10015 һум. Ысынында иһә ярлылар беҙҙең илдә рәсми һандарҙағынан күберәк, ти эксперттар.

Йәшәү минимумын тинләп-һумлап нисек кенә күтәрергә тырышмаһындар, ул барыбер кешеләрҙең ысынбарлыҡтағы ихтыяждарына яуап бирмәй. Ә бит минималь аҙыҡ-түлек кәрзиненән башҡа сығымдарға: көн дә хаҡ арта барған кейем-һалым, юл хаҡы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр түләүе, дарыу һәм бөгөн асылда түләүлегә әйләнгән медицина хеҙмәте өсөн ҡайҙан аҡса еткерергә? Рәсәй Иҫәп палатаһы башлығы Алексей Кудрин Федерация Советы ултырышында яһаған сығышында социаль пособиеларҙы балалы ғаиләләргә генә түгел, башҡа ғаиләләрҙең дә дөйөм килеменә ҡарап түләргә тәҡдим итә. Был, уның фекеренсә, фәҡирлек кимәлен кәметеүгә булышлыҡ итәсәк. Ләкин социаль селтәрҙәге сығыштарҙа был күптәрҙә кире ҡараш тыуҙырҙы: "Етәр халыҡҡа хәйер таратып алдаштырыу. Беҙгә эш урындары һәм лайыҡлы хеҙмәт хаҡы кәрәк!" - тигән талап ҡуя комментарий авторҙары.

Нимә тип әйтәһең инде - дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ. Тәбиғи ресурстарға һәм биләмәләргә бай ҡеүәтле ил тип ҡаралһа ла, ни өсөн һуң Рәсәй фәҡирлеҡте еңә алмай? Сәбәптәре бик күп һәм бөтәбеҙгә лә мәғлүм. Илдә ике поляр күренеш - ярлының фәҡирләнеүе һәм байҙың байыға барыу процесы дауам итә. Иң аңлашылмағаны - байҙар килеменә һаман булһа прогрессив һалым системаһының ҡулланылмауы. Башҡа илдәрҙә бит ҡаҙна нигеҙе тап ошо системаға таяна. Һуңғы ваҡыт власть даирәләрендә долларға бәйлелектән ҡотолоу һәм милли валютаға күсеүҙе тиҙләтеү хаҡында ла һүҙ бара. Был да илдәге социаль көсөргәнешлекте йомшартыр ине, бәлки.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

12 views·1 share