ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ…

Тыл ауырлығын өлкәндәр менән бергә күтәргән, бергә кисергән, Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән, бала сағын һуғыш урлаған быуын ошоға тиклем дәүләт яҡлауынан ситтә ҡалып килгәйне. Әле бына ғәҙеллек тантана итте - БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары һуғыш балалары хаҡында закон ҡабул итте…

ҺУҒЫШ БАЛАЛАРЫ…, image #1

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары: "Берҙәм Рәсәй" фракцияһы депутаттары тәҡдим иткән закон проекты граждандарҙың был категорияһы өсөн айырым статус һәм социаль ярҙамдың өҫтәмә сараларын билдәләргә тәҡдим итә. Бала сағы дәһшәтле осорға тура килгән һәм уның бөтә ауырлығын үҙ иңендә татыған быуын һуғыштан һуң илде тергеҙеүҙә оло хеҙмәт батырлығы күрһәтте. Бөгөн улар оло йәштә һәм беҙҙең ярҙамға мохтаж. "Башҡортостан Республикаһында һуғыш балалары тураһында" закон проекты 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған республика граждандарының матди, социаль, медицина тәьминәтен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Бындай категорияға ҡарағандар һаны бөгөн 190 мең тирәһе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар йылдан-йыл кәмей. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ошоға оҡшаш ҡанундар булһа ла, әлегә федераль закон юҡ.

Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тула. 2021 йыл Башҡортостанда Һаулыҡ һәм әүҙем ғүмер оҙайлығы йылы тип иғлан ителде. Шуға күрә беҙҙең инициатива бик урынлылыр, тип уйлайым. Закон үрҙә атап кителгән граждандарға "Һуғыш балалары" статусын биреүҙе ҡарай. Был уларға медицина ярҙамы, стационар социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларына йүнәлтмә алғанда өҫтөнлөклө хоҡуҡ бирәсәк. Бынан тыш, уларға бюджеттан бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡаралған, уның күләме республика Башлығы тарафынан билдәләнәсәк. Бала сағы һуғыш осорона тура килгән быуын алдында беҙҙең бурыс бик ҙур. Рәхмәтебеҙҙе белдереү өсөн ниндәй генә ярҙам сараһы ла аҙ булыр кеүек. Киләсәктә уларҙың төрҙәрен киңәйткән яңы норматив акттар ҙа ҡабул ителер. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ, закон сығарыусы булараҡ, был законды ғәмәлгә ашырыу өсөн бюджет ҡабул иткәндә тейешле финанслауҙы ҡарарға ниәтләйбеҙ.

Фәүзиә ХӨСӘЙЕНОВА, Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылы: Һуғыш башланғанда миңә һәм иптәштәремә 9-10-ар ғына йәш ине. Көҙ, ашлыҡ йыйыр ваҡыт еткәс, бөтәһе лә фронт өсөн, тип беҙҙе көн һайын башаҡ йыйырға алып сығалар. Комбайн артынан йөрөп, услап башаҡ йыябыҙ. Һәр класҡа йөкләмә бирәләр. Йыйған башаҡтарҙы келәткә алып барып тапшырабыҙ. Колхоз ҡайҙа ҡуша, шунда йөрөп эшләнек. Фронт өсөн тип, әсәйҙәр телемләп картуф киптерәләр, ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләйҙәр. Беҙҙән йөн теттерә торғайнылар. Ашарыбыҙға юҡ. Яҙ етеп, ҡар иреү менән кәбән төбөнә ашлыҡ йыйырға сығабыҙ. Ҡар аҫтында ҡалған ашлыҡ ағыулана икән, уны күп ашаған кешеләр тамаҡтары шешеп, танауҙарынан ҡан китеп үлделәр. Серек картуф ашайбыҙ. Ерҙә ҡышлап ҡалған картуф өшөй ҙә, яҙ етеп, ҡар һыуы аҡҡан саҡта өҫкә сыға, шуны йыйырға барабыҙ. Аҙаҡ ҡырҙа балтырған өлгөрә, шунан инде еләк бешә. Балтырғандан көлсә бешерәбеҙ. Һөтлө, ҡатыҡлы кешеләр бик бирешмәне. Асҡа интегеүселәр күп булды. Кешенең һыйыры булһа ла - һөтөн күрмәнеләр. Тауыҡтары булһа ла - йомортҡаһын ашаманылар. Хатта һарыҡ йөнөн дә тапшыртып, заем, һалым түләтәләр ине. Беҙҙең Таймаҫта МТС эшләне. Унда йәштәрҙе, ҡыҙҙарҙы тракторислыҡҡа, комбайнерлыҡҡа уҡыттылар. Ситтән килгәндәр фатирҙа ята. Көҙҙән киләләр, ҡыш буйы ремонтта булалар. Беҙҙә ятҡан ике балалы Сәрә апай, Мәғфиә апай - комбайнға, Мәғәфүрә апай тракторға уҡыны. Кис булһа, бөтәһе лә беҙҙең өйгә йыйылалар. Фронт өсөн ойоҡ, бейәләй бәйләйҙәр. Үҙҙәре эш эшләйҙәр, үҙҙәре туҡтауһыҙ фронт тураһында һөйләйҙәр, илашып та, йырлашып та алалар. Таң менән тороп, МТС-ҡа китәләр. Кеҫәләрендә булған бер һыныҡ икмәк менән кискә тиклем йөрөйҙәр. Өй һыуыҡ, утын юҡ. Һалам булһа ла яғып, кискелеккә мейесте йылытып ҡуябыҙ. Тракторҙарын ремонтлап ҡайтҡан йәш кенә ҡыҙҙарҙың һыуыҡ тимерҙәрҙе тотоп, бармаҡтары туңып бөтә ине...

Һуғыш бөткән йылды мин дүртенсе класты тамамланым. Бишенсене бөткәс, артабан уҡыуҙы дауам итә алманым, эшкә төштөм, сөнки һуғыш бөтөү менән генә ауырлыҡтар бөтмәгәйне әле...

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА, шағирә, журналист, Ш. Хоҙайбирҙин премияһы лауреаты: Һуғыш ауырлығын фронттағы яугирҙар ғына түгел, тылда ҡалған ҡатын-ҡыҙ, бала-саға, өлкән йәштәгеләр бөтәһе берҙәй тигеҙ күтәргән. Фронтты ҡорал, яғыулыҡ, кейем, аҙыҡ-түлек, техника һәм башҡа кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеп тороусы тыл булмаһа, халҡыбыҙ был ҡот осҡос һуғышта еңеү яулар инеме? Һуғыш йылдарының барлыҡ михнәттәрен үҙ елкәләрендә күтәргән балалар, үҫмерҙәр хәҙер һикһәнгә етеп, бик аҙҙары ғына туҡһанды тултыра. Һуғышта ҡатнашыусылар менән бергә тыл ветерандары сафтары ла кәмей бара. Шуға ла мин байтаҡ йылдар элек уларҙың иҫтәлектәрен йыя башлағайным. Утыҙ йыллап ғүмеремде шуға бағышланым, хәтирәләр күпләп тупланды. Уларға бағышланған беренсе китабым "Һуғыш балалары - тарих яралары" - Еңеүҙең 65 йыллығына, икенсе китап - "Һуғыш яралаған бала саҡ" - 70 йыллыҡҡа, ә өсөнсөһө - "Һуғыш балалары һөйләй" йыйынтығы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә баҫылып сыҡты. Уларҙа республикабыҙҙың күпселек район-ҡалаларынан 300-ҙән ашыу кешенең иҫтәлектәре донъя күрҙе. Тәүге йыйынтыҡты мин 13 йәшенән генә тылда эшләгән әсәйем Миңһылыу Шәрифйән ҡыҙы менән һуғыштан ауыр контузия алып, яраланып ҡайтҡан атайым Сәлимйән Ноғман улы Ҡотлогилдиндарға бағышланым, сөнки уларҙың күргәндәре миллионлаған башҡа тыл һәм һуғыш ветерандарының уртаҡ яҙмыштарын сағылдыра. "Үгеҙ менән ер һөрҙөк, ашлыҡты, тарыны ҡул менән сәстек, һыйыр менән ер тырматтыҡ, ҡул салғыһы менән бесән саптыҡ, көндөҙ сапһаҡ, кисен йыйҙыҡ, төндә өйҙөк", - тип шул йылдарҙағы тормоштары хаҡында йыш һөйләне әсәйем. Быуындары ла нығып өлгөрмәгән ошо балаларҙы тракторсылыҡҡа уҡытырға ебәргәндәр. Әсәйем дә шулар араһында булған. Һуғыш бөткәнсе ул тәгәрмәсле тракторҙа эшләгән. Ышыҡланып ултырырға кабинаһы ла булмаған уның. "Төнө буйы эшләп, иртән ҡырау төшкәндә башымдағы яулығымды ла ҡырау ҡаплай торғайны", - тип һөйләгәне иҫемдә. Шуның һөҙөмтәләре эҙһеҙ үтмәй. Ғүмер буйы баш ауыртыуына зарланды. Кейергә кейем юҡлығы арҡаһында һалҡын тейҙереп, ҡырҡ йәшендә аяҡтары һыҙлап, егерме ике йыл атлап йөрөүҙән мәхрүм булып ултырҙы.

Яралары ла уңалып етмәҫтән, инвалидмын тип тормаған, атайыбыҙ ҙа ҡайтыу менән тракторға ултырып, көнө-төнө эшләгән. Ахырҙа, һуғыш яраларынан мандый алмай, атайыбыҙ 28 йәшендә генә донъя ҡуя.

Бындай закон элегерәк кәрәк ине, тимәксемен, сөнки тыл ауырлығының иң әсеһен кисергән һуғыш балаларының күбеһе беҙҙең арала юҡ инде хәҙер, иҫән булғандары ла бик оло йәштә. Утлы йылдарҙа сыныҡҡан быуын булараҡ, улар барына шөкөр итеп, йә үҙаллы, йә балалары ғаиләһендә йәшәп яталар. Уларға хәҙер бер ни ҙә кәрәк тә түгел һымаҡ, ләкин Башҡортостан депутаттарының был ҡарары һуғыш балалары өсөн барыбер ниндәй ҙә булһа хәстәрлек һәм ярҙам, уларҙан һуң килгән быуындар рәхмәте булып ҡабул ителер, моғайын.

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

87 views·1 share